Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
29 Ғинуар 2019, 11:39

Аллаһҡа табан юл

Бер кеше изге Рамануджаға бара ла үтенесен белдерә: “Миңә Аллаһҡа юл өйрәт әле”. - Тәү сиратта әйт әле һин миңә - берәй кемде яратҡаның булдымы-юҡмы?

Парсалар, хикмәттәр
Бер кеше изге Рамануджаға бара ла үтенесен белдерә: “Миңә Аллаһҡа юл өйрәт әле”.
- Тәү сиратта әйт әле һин миңә - берәй кемде яратҡаның булдымы-юҡмы?
- Мин донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмайым. Мин Аллаһҡа Юл эҙләйем, - тип яуап бирә уға кеше.
Рамануджа был кешегә тағы ла бер һорау бирергә мәжбүр була.
- Мин һиңә тағы ла ошо һорауҙы бирәм: һинең кемделер яратҡаның бармы? Ҡатын-ҡыҙҙы, баланы…
- Мин үтә дини кеше булыуымды бер тапҡыр әйткәйнем бит инде. Бер кемде лә, бер ҡасан да яратманым.
Рамануджаның күҙҙәренә һағыш күләгәһе ята.
- Улайһа, мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Тәүҙә берәй кешене яратырға тырыш. Һин имандың иң һуңғы баҫҡысы - Аллаһҡа Юл эҙләйһең, ә үҙең уның иң тәүгеһенә лә баҫмағанһың. Бар, берәй кешене ярат!

•••
Йәшәгән, ти ике күрше. Бер заман ҡыш етә, бурап-бурап ҡар яуа. Күршеләрҙең береһе иртән иртүк торғас та ҡулына көрәк алып, ҡар көрәргә сыға. Өй алдын көрттән таҙартҡандан һуң, ут күршеһенең биләмәһенә күҙ һала: бәй, тап-таҙа. Әйтерһең, төнө буйы ҡар көрәгән.
Иртәгеһенә йәнә ҡар яуа, әлеге әҙәм ҡулына көрәк алып тағы тышҡа сыға. Ғәжәп: үҙенең биләмәһе ҡар бураҙналары менән уратып алынған, ә күршеһенең өй менән ҡапҡа араһындағы һуҡмағы тап-таҡыр итеп ҡырып ҡуйылған. “Һай иртәсел был күрше”, - тип баш сайҡап, тел шартлата уҙаман.
Шул уҡ көндө был икәү урамда осраша. Хәл-әхүәл белешкәс, мут йылмайып, береһе һүҙ башлай:
- Әллә өй алдындағы ҡарыңды төнөн таҙартаһың һин, әй, күрше…
Тегеһе тәүҙә баҙап ҡала, шунан ҡысҡырып көлөп ебәрә.
- Көрәк тотоп, ҡар таҙартып йөрөгәнем юҡ! Миңә көн дә дуҫтарым килә! Шунлыҡтан өй алдындағы һуҡмағым тап-таҡыр.

•••
Бер заман сауҙагәрҙәр менән тулы карап диңгеҙ төбөнә китә. Ҡайһы берҙәренә генә текә ярға йәбешеп, тере ҡалырға насип була. Тамсы һыуһыҙ һәм бер ҡабым тәғәмһеҙ ҡалған бисараларҙың үлемдән ҡотолоу юлы булмай тиерлек. Сауҙагәрҙәр бер-бер артлы Хоҙайға ялбара башлай. “Эй Аллам, әгәр ҙә был бәләнән ҡотола ҡалһам, бөтә ярлы туған-тыумасамды ризыҡҡа туйындырасаҡмын”; “Әгәр ҙә тыуған тупһама имен-аман ғына баҫһам, барлыҡ алтын-көмөшөмдө таратып бөтөр инем”, “Тотош ауылымды ҡунаҡ итер инем”.
Көн артынан көн, төн артынан төн үтә, ә текә яр башынан бер ни ҙә күренмәй ҙә, ишетелмәй ҙә. Бары тик тулҡындар ғына, ярға бар асыуынан һуғылып, мең-мең тамсыларға бүленеп, ситкә сәсрәй…
Шул ваҡыт быға тиклем тауыш-тыны сыҡмаған бер сауҙагәр ятҡан урынынан килеп тора ла, үҙ антын әйтә: “Әгәр ҙә тере ҡалыр булһам, бер ҡасан да фил итен ашамаясаҡмын. Валлаһи”. Тере ҡалыусы башҡа сауҙагәрҙәр ҡапыл шаулаша башлай: “Шаярыр ваҡытмы ни хәҙер. Үлем һәм йәшәү араһындабыҙ”. “Был уй минең башыма ҡапыл килде. Мин һеҙҙе үпкәләтергә лә, тиктомалдан шаярырға ла уйламаным. Ышанам - был антты мин илаһи зат әшкәртеүе буйынса ҡабатланым. Аллаһ һүҙелер был…”
Көн кисләгәс, барыһы ла урман эсенә инергә һәм ышыҡ табырға һүҙ беркетә. Бер аҙҙан кескәй төркөм ғәмһеҙ генә көйшәнеп торған йәш филде күреп ҡала. Аслыҡтан миктәгән сауҙагәрҙәр хайуанды һуйырға ҡарар итә. Һайт-һайтлап, ағас күҫәктәр менән баҫтырып, филде үлтерәләр ҙә, тиреһен тунап, итен усаҡта ҡыҙҙырып, бешер-бешмәҫ көйөнсә ризыҡҡа йомолалар. Бары тик бер сауҙагәр генә табындан ситкә китә. Дуҫтарының ҡул иҙәүенә лә, еңелсә орошоуына ла иғтибар итмәй ул. “Бая мин һеҙгә фил итен ашамаясаҡмын, тип анттар әйткәйнем. Мин уны боҙмаясаҡмын, сөнки ул уйҙың башыма буштан-бушҡа килеүенә ышанмайым…”
Сабыр ғына ләүкегән усаҡ тирәләй бер-береһенә һыйынышып йоҡоға талған сауҙагәрҙәрҙе йән өшөткөс тауыш һиҫкәндереп ебәрә. Ҡурҡышып уянған кешеләр ҡот осҡос ҙур януарҙың, бар тирә-йүнде дер һелкетеп, үҙҙәренә табан елеп килгәнен күреп, сәстәре үрә тора. Барыһы ла күгәргән ирендәрен саҡ ҡыймылдатып, доғаларын уҡырға керешә. Төн йоҡоһонан яҙҙырған януар фил булып сыға. Ерҙә өймәкләшеп тауыш-тынһыҙ ятҡан әҙәмдәрҙе хайуан оҙон мороно менән берәм-берәм еҫкәй башлай. Ҡыҙҙырылған ит еҫе сыҡҡан кешеләрҙең барыһы ла уның ауыр аяҡтары аҫтында тапалып ҡала. Шунан был имәнес дәү кәүҙәле йән эйәһе бая тәғәмғә ҡағылмаған кеше янында туҡтай ҙа, уны ентекләберәк еҫкәргә тотона. Һәм ҡурҡышынан алйыр хәлгә еткән кешене томшоғо менән биленән ҡапыл ҡармап алып арҡаһына ултырта ла, билдәһеҙ тарафҡа йүнәлә. Бер атлап, бер йүгереп бара торғас, кешене артмаҡлаған фил диңгеҙҙең икенсе ярына барып сыға. Таң алдынан кейек сауҙагәрҙе арҡаһынан һаҡ ҡына күтәреп, ергә баҫтыра. Төнө буйы һелкенеп барыуҙан тамам талсыҡҡан һәм сарсаған кешенең аяғында баҫып торорлоҡ та хәле булмай. Фил, нисек килеп сыҡҡан булһа, шулай күҙ асып йомғансы зым-зыя юҡ була. Эргәләге шишмәлә һыуһынын ҡандырып хәл йыйған сауҙагәр үҙенең юл ситендә ятыуын аңғарып ҡала. Үлемдән ҡотолоуын аңлаған кеше Аллаһҡа рәхмәттәр яуҙырырға тотона.
Ҡояш ҡамыт буйы өҫкә күтәрелгәс, ул юл буйлап китә һәм ҙур ҡалаға барып инә. Шунда, ҡала майҙанында, үҙе менән булған хәлде түкмәй-сәсмәй бар халыҡҡа һөйләп бирә. Халыҡ аптырашта ҡала - карап диңгеҙ төбөнә киткән ерҙән алып әлеге ҡалаға тиклем меңәр саҡрымдар, имеш. “Эй, балалар, был мөғжизә түгел, был - һәр кемебеҙҙә булған күңел тауышы ғына. Үҙ-үҙеңә ҡолаҡ һала белеү асманға ашыуҙың баҫҡысы ул”, - тип телгә килә шул саҡ бер аҡһаҡал…

Ләйлә САБИТОВА.
Читайте нас: