Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Март 2019, 13:55

Илдар Туймаҡаев: "АПТЫРАНЫМ..."

1957 йылда (миңә 8 йәштәр тирәһе ине) күктә, самолеттар осоу бейеклегендә, күпмелер ваҡыт ялтыр дүңгәләк эленеп торҙо, әсәйемдән һорағайным, америка шпионылыр, тип әйткән булды. Ул дүңгәләктең диаметры 500 метрҙай, бейеклеге биш ҡатлы йорттай булыуы мөмкин. АПТЫРАНЫМ...

20 йыл элек беҙ “Һөнәри ауырыуҙар институты” туҡталышында йәшәй инек, беҙ йәшәгән туғыҙ ҡатлы йорт ҡаршыһында бәләкәй генә ҡаты таш таптым (ул ваҡытта матур таштар йыйырға ярата инем). Ҙурлығы 7х10 мм тирәһе, 4 мм диаметрындағы бырау эҙе бар, тәрәнлеге яҡынса 6 мм, бер сите ҡупҡан, ул шул тиклем боронғо, миллион йылдар элекке булыуы ихтимал. АПТЫРАНЫМ...
Урта быуаттарҙа кешеләр ер ул яҫы һәм өс китта тора, тип иҫәпләгән. Ҡыҙыҡ, ә бына уларҙан күпкә алдараҡ йәшәгән боронғо грек ғалимы Эратосфен Киренский (беҙҙен эраға тиклем 276-194 йылдар) ерҙең түңәрәк икәнен белеү генә түгел, хатта уның радиусын иҫәпләп сығарған – 6311 километр))). Боронғо Рим философы Цицерон үҙенең трактатында кешеләрҙең йыһан тураһында бик күп белеүе тураһында яҙа, тик ҡап уртала ер икәне генә хаталы булған. Улар хатта атомдарҙы белгән, микроскопһыҙ. Ни сәбәптән кешеләр шуның турала онотто икән? Ни эшләп бөтә космосты, ерҙе, ундағы йән эйәләрен тыуҙырыусының улы ергә килгәс, кешелек ҡараңғылыҡҡа сумды һуң? Мин шундай кеше булһам, бер өйгә бикләнеп ерҙең, космостың, кешеләрҙең ҡоролошо тураһында һәм уны нисек һаҡларға икәнен яҙыр инем, чертеждар һыҙыр, киләсәк фажиғәләрҙе булдырмаҫ өсөн ни эшләргә икәнен яҙып ҡалдырыр инем. АПТЫРАЙЫМ...
Австрия яҙыусыһы Роберт Музиль үҙенең «Душевные смуты воспитанника Терлеса” романында ябай малайҙарҙы (Шикльгруберҙың йәштәштәре) шул мәлдәге йәмғиәт нисек итеп аяуһыҙ һәм әҙәпһеҙ итеп үҫтереүе тураһында яҙған, буласаҡ нацизмды күпкә алдан һиҙгән. АПТЫРАНЫМ...
Утыҙ йылдар элек театрға йыш йөрөй инем, шунан һуң егерме йыл буйы аяҡ баҫмаҫ булдым. Һыуындым. Ун йыл элек тағы ла бер нисә тапҡыр барҙым, яңы спектаклдәр ҡуйғандар, тик режиссура, актерҙар уйнауы һәм декорация менән костюмға ҡарата ҡараштарын бер тамсы үҙгәртмәгәндәр. Яҙ ултыртҡан орлоҡ аҡ ҡарға тиклем тәки шытып сыҡмаған, серегән. АПТЫРАЙЫМ...
“Культура” каналында Кирилл Разлоговтың театр һәм кинематография тураһындағы тапшырыуҙарын яратып ҡарай инем. Яңыраҡ Facebookта уның менән дуҫлашып, маҡтаған спектаклдәрен күреп АПТЫРАНЫМ...Башҡа уның тапшырыуҙарын ҡарамайым.
91-се йылдарҙа халыҡҡа хеҙмәт хаҡы түләмәй аптыраттылар. Аҡса булмағас эшкә йәйәү барып йәйәү ҡайта инем, төшкө ашҡа – ҡытай туҡмасы. Ә урамда ҡиммәтле иномаркалар күбәйә башланы. АПТЫРАНЫМ...
Өҫтәлдә асыҡ көйө шиғырҙар йыйынтығы ята ине, уҡыһам – Пушкин, тышлығын ҡараһам – Шиллер. Улар бер-береһенә бик оҡшаш булып сыҡты, тик кем кемгә оҡшата? АПТЫРАНЫМ...
40 йылдар элек Венгриянан “Икарус” автобустары һатып ала башланылар. Мине тәү күреүҙән үк дизайны, уңайлығы, йомшаҡлығы һәм етеҙлеге менән таң ҡалдырҙы. Беҙҙең илдә хәҙер сығарылған автобустар ул кимәлде һаман да ҡыуып етә алмай әле. АПТЫРАЙЫМ...
Һунғы кризис мәлендә беҙҙең илдә миллиардерҙар һаны, кәмеү урынына, ике тапҡырға тиклем артты. АПТЫРАЙЫМ...
Урта быуат рыцарҙары ҡатын-ҡыҙға ҡарата бик итәғәтле булған, тип иҫәпләйбеҙ. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙы яулап алыр өсөн улар бер-береһен үлтерергә әҙер ине: кем өҫтөнлөк ала, һылыуҡай шуныҡы була, тик уның хисе тураһында бер кем дә уйламай. АПТЫРАЙЫМ...
Мин бала саҡта радионан көнө-төнө беҙҙең йәмғиәт донъяла иң бәхетлеһе, иң байы тип маҡтаһалар ҙа, ауыл магазины мунса ҙурлыҡ ҡына, ундағы тауарҙар ассортименты бигерәк ярлы: сейле-бешле әсе ҡара икмәк, ташҡа әйләнгән перәник, уҡмашып бөткән карамель, балыҡ консервалары менән кәрәсин һәм кер һабыны, ҡаҙау һатыла ине. Хәҙер шул ваҡытта Америкала төшөрөлгән документаль фильмдарҙы күреп АПТЫРАЙЫМ: ундағы бай супермаркеттар беҙҙең илгә яңыраҡ ҡына килеп етте. Эй, яратабыҙ маҡтанырға.
Минең рәсемдәрҙә йыш ҡына киләсәк хәлдәр һүрәтләнгәнен күреп АПТЫРАНЫМ.
1991 йылда мине Якутск ҡалаһына Бөтә донъя ҡумыҙ конгресына ебәргәйнеләр. Ҡалала енәйәтселек көслө тип, теплоходта йәшәттеләр. Ресторанда бик яҡшы ашаттылар. Бер мәл йәшенеп ҡала магазинына кергәйнек, унда ҡара икмәктән башҡа бер ни ҙә һатылмай. АПТЫРАНЫМ...
Шул уҡ конгреста бер моңһоу ғына ҡатын-ҡыҙ күҙгә ташланды, гел бер үҙе, аралашыусыһы юҡ. Башҡортостандан килгән бер нисә кеше үҙ-ара һөйләшеп ултыра инек, был ҡатын “О, башҡорттар» тип ҡыуанып беҙҙең янға ултырҙы, һөйләшеп киттек, бер-беребеҙҙе еңел аңлайбыҙ икән. Зәки Вәлидиҙен яратҡан уҡыусыһы булып сыҡты))) АПТЫРАНЫМ...
Әрмелә имтихан ваҡытында билет һорауына бик шәп яуап биргәйнем, сөнки һорауҙы яҡшы белә инем. Күсереп алғанһың, тип икеле ҡуйҙылар. АПТЫРАНЫМ..
Александр Матросовтың ысын исем-фамилияһы Шәкирйән Мөхәмәтйәнов икәне тураһындағы материалды “Комсомольская правда” гәзите баҫыуҙан баш тартты, үҙәк телевидение документаль фильмды күрһәтмәне. АПТЫРАЙЫМ...
Сәнғәт институтында уҡығанда кис ултырып шәл бәйләүсе апайҙарҙы төшөргәйнем, композиция буйынса уҡытыусы Рәшит Нурмөхәмәтов: “Нишләп һин спекулянттарҙы төшөрҙөң, лутсы сталевар һыу эскән дә, ауыҙын еңе менән һөртөп тора, тип төшөр”, – тине. АПТЫРАНЫМ...
Әрменән ҡайтҡас комсомолға учетҡа кире баҫманым. Институттың комсоргы минең учет карточкаһын хеҙмәт иткән частан ҡайтартып алып һине кире учетҡа ҡуябыҙ ҙа, мәсхәрә итеп комсомолдан ҡыуабыҙ, тине. АПТЫРАНЫМ...
Совет власының ҡыҙыу сағында 1 май хөрмәтенә ауыл халҡын теҙеп баҫтырҙылар ҙа обком секретары Шакировтың радионан тура телмәрен тыңлаттылар. Минең башта шундай уй барлыҡҡа килде – ни эшләп аҡыллы кешеләр ошо мәғәнәһеҙ һүҙ бутҡаһын рәхәтләнеп тыңлай икән? АПТЫРАНЫМ...
1971 йылда СССР менән Канада араһында хоккей буйынса донья чемпионаты бара, бөтә һалдаттар телевизор ҡырында аҡырышып-баҡырышып ултыра, ә мин ситтә йөрөйөм, шул “совоктар” еңелһә ярар ине. АПТЫРАЙЫМ...
Бала тыуғас атай кеше үҙен үтә бәхетле итеп тоя бит инде, ә мин, киреһенсә, ҡайғырҙым, сөнки кешеләр араһында йәшәүе бик ҡыйын. АПТЫРАТТЫММЫ?...
Пионер һәм комсомол ойошмалары кешене үтә ғәҙел итеп тәрбиәләгән кеүек ине, шуға ҡарамаҫтан, коррупция өлкәһендә донъяла алдынғы сафтарҙа барабыҙ. АПТЫРАЙЫМ...
Элек партияға ҡаршы һүҙ әйтергә ярамай ине, хәҙер – дингә. АПТЫРАЙЫМ...
Большевиктар мине аҡгвардеец тип үсекләй ине. Мин уларға аҡ та түгел, ҡыҙыл да түгел, ә кеше, тип яуаплай торғайным. Хәҙер мин христиан да, мосолман да түгел, тиһәм, кешеләр яратмай. АПТЫРАРҺЫҢ...
Швейцария Германия менән сиктәш булыуына ҡарамаҫтан, Икенсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашмаҫҡа әмәлен табып халҡын, иҡтисадын үлемдән ҡотҡарҙы, ә беҙҙең ил шуның тап киреһен эшләне. АПТЫРАЙЫМ...
Беҙҙең мәктәптә исем-фамилияғыҙҙы бер кем белмәйәсәк тип вәғәҙә итеп, ниндәй предметты яратаһың, ә ҡайһыныһын яратмайһың, тигән инша яҙырға ҡушҡайнылар. Мин математиканы «она суха и скучна» тип яҙғайным, математика уҡытыусыһы миңә ҡарата мәктәпте тамамлағансы асыу һаҡланы, X класты бөткәс сығарылыш имтиханына индермәне. Һаман АПТЫРАЙЫМ...
Ҡатыным министрҙар ашханаһында һауыт-һаба йыуыусы булып эшләне, мин дә өс баланы эйәртеп ярҙамға килә торғайным. Киске сәғәт 7-нән һун ашхана ябыла һәм беҙҙән башҡа бер кем дә ҡалмай, шул ваҡытта залдан кешеләр, һауыт-һаба шалтырауы, йүткереү-көлөүҙәр тауышы ишетә инек. АПТЫРАНЫМ...
Бер мәл төшөмә үлгән ҡәйнәм инеп ҡатынымды үҙе менән алып китте, мин һалҡын тиргә батып уянып киттем, шунан кинолағы кеүек кадрҙарҙы артҡа өйрөлтөп ҡатынымды уйымда үҙ янымда ҡалдырҙым, ҡәйнәм бер үҙе китте. Бер аҙҙан поликликаға киткән ҡатынымды юғалттым. Милицияға, дауаханаларға, моргтарға шылтыраттыҡ, табылманы. Мин инде ысынлап та кәләшем “ҡәйнәм менән киткәндер” тип уйлап бик ныҡ ҡайғырҙым. Төнгө беренсе яртыла ғына беҙҙең өй янындағы кардиология үҙәгенә шылтыратып таптыҡ, реанимация бүлегендә ята икән. Һауығып сыҡты, Аллаға шөкөр, һаман да иҫән-һау. Уй төштән көслөрәк икән. АПТЫРАНЫМ...
Ҡатыным үҙенә укол ҡаҙағайны, урыны шешеп дауаханала ятып ике операция эшләтте, тик файҙаһы булманы. Имсе менән мулланың да ярҙамы теймәне. Аптырағандан үҙем бер нисә тапҡыр ауыртҡан ерен һап-һау итеп күҙ алдыма килтерҙем. Шунан һун әллә минән, әллә нимәнән үҙенән-үҙе һауыҡты. АПТЫРАНЫМ...
Бер ваҡыт биле ауыртып китте, тороп йөрөй алмай башланы, шулай уҡ имсе, мулла һәм табиптарҙан файҙа булмағас, уйымда уның ике умыртҡа һөйәген айырып, ҡыҫылған нерв тамырын бармаҡ менән тартып сығарҙым. Һауыҡты. Бәлки сәбәбе мин түгелдер. АПТЫРАНЫМ...
Рустар беҙҙен арала бер нисә быуын йәшәп тә, башҡортса бер һүҙ ҙә белмәй. АПТЫРАЙЫМ...
Боронғо Рим шағиры Овидий Назон беҙҙең дәүерҙең 16-сы йылында 60 йәшендә үлгән, шиғырҙары гел мөхәббәткә бағышланған. 2 мең бала үлтерелеүе тураһында бер һүҙ юҡ, тимәк ул ялған мәғлүмәт, шулай уҡ 200-се йылда йәшәгән тарихсы Тацит Иса пәйғәмбәр тураһында бер һүҙ яҙып ҡалдырмаған. АПТЫРАЙЫМ...
Совет заманында халыҡҡа фатир етешмәй ине, хәҙер тыуым кәмей, үлем арта, ә фатир барыбер етешмәй. АПТЫРАЙЫМ...
Кешегә насарлыҡ эшлә лә, минән ғәфү үтен, яңынан саф кеше булырһың. АПТЫРАЙЫМ...
Кешелек иң беренсе кешенән – европеоид Әҙәмдән килеп сыҡҡан, тибеҙ, ә негрҙар, һары тәнле, ҡыҙыл тәнлеләр кемдән килеп сыҡҡан? АПТЫРАЙЫМ...
Әрмегә 20 майҙа киттем, ике йылдан һун 20 майҙа ауылға килеп төштөм. АПТЫРАЙЫМ)))...
Нух бәйғәмбәр ерҙә йәшәгән һәр бер йәнлекте парлап үҙе эшләгән кәмәлә тотҡан, тиелә. Кәмәнең оҙонлоғо – 133,5, киңлеге – 22,25, бейеклеге 13,35 метр. Ер йөҙөндә меңәрләгән төр йәнлек йәшәй, шуларҙы тотоп кәмәгә ябыу өсөн 100 көн ваҡыты үткән. Ҡоштар һаны 8635, һөт имеүселәр – 3500, бөжәктәр – 1 500 000, микробтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел . Шул хәтлем йәнлекте бер үҙе нисек табып, үҙе менән нисек эйәртеп алып килә алған һәм бәләкәй генә кәмәгә нисек һыйҙырҙы икән? Уларҙы 40 көн буйы ашатыр өсөн аҙыҡ-түлек тә әҙерләргә кәрәк, урынлаштырырға тағы ла урын кәрәк. Бүтән континенттарҙа көн итеп, европала йәшәмәгән йәнлектәр бик күп, океанды нисек итеп йөҙөп сыҡты икән? АПТЫРАЙЫМ...
Автобуста ир-егеттәр ултыра, ауыр сумка күтәргән ҡатын-ҡыҙ баҫып тора. АПТЫРАЙЫМ...
Туҡталышта төкөрөктәрҙән баҫыр урын юҡ, йәш балалар шунда яңылыш эләгеп йығыла. АПТЫРАЙЫМ был ир тигәндәргә...

Илдар ТУЙМАҠАЕВ.
Читайте нас: