Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Март 2019, 13:42

Тәрбиә

– Ағай, беләһегеҙме ни өсөн ул ваҡытта ололарҙы – оло, йәштәрҙе йәш тип белгәндәр? – тим.– Юҡ, – ти ағай.– Сөнки һеҙҙе иманлы атай-әсәйҙәр тәрбиәләгән. Улар һеҙҙе “Ҡөрьән” һәм бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте буйынса үҫтергән. Ололарҙы хөрмәт ит, күршең ас булғанда туҡ көйө йоҡларға ятма, урлашма, кеше хаҡын боҙма, тип өйрәткән.

Башҡортостаныбыҙҙың район дауаханаларының береһендә медицина тикшереүе үтеп йөрөгән саҡта, шундай хәл килеп тыуҙы. Ҡайһылыр табиптың бүлмәһе алдында бик ҙур сират теҙелгәйне. Берәүҙең дә үҙ урынын биргеһе килмәй. Шул саҡ, оло йәштәрҙәге бер ағай килеп инде лә: «Беҙҙең заманда ололарҙы хөрмәт иттеләр», – тип ҡысҡырып, сиратта тороусыларҙың ризаһыҙлығына ҡарамай, табип бүлмәһенә инеп китте. Әлеге ағай сыҡҡас, уны ситкә саҡырып алдым да:


– Ағай, һеҙ йәш саҡта йәштәр ололарҙы хөрмәт итә торғайнымы? – тип һораным.

– Эйе, – ти ул.

– Ағай, беләһегеҙме ни өсөн ул ваҡытта ололарҙы – оло, йәштәрҙе йәш тип белгәндәр? – тим.

– Юҡ, – ти ағай.

– Сөнки һеҙҙе иманлы атай-әсәйҙәр тәрбиәләгән. Улар һеҙҙе “Ҡөрьән” һәм бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте буйынса үҫтергән. Ололарҙы хөрмәт ит, күршең ас булғанда туҡ көйө йоҡларға ятма, урлашма, кеше хаҡын боҙма, тип өйрәткән.

Бабай, уйланып ҡына:

– Эйе шул, – ти.

– Ә һеҙ йәштәрҙе нисек тәрбиәләнегеҙ? Ололарҙы хөрмәт итмәгән бөгөнгө йәштәрҙе кем үҫтергән һуң? – тип һорағас, бабай, бер ни ҙә өндәшмәй, боролоп китеп барҙы.

Ислам дине ҡанундарына таянып йәшәгәндә халҡыбыҙ, ысынлап та, бәхетле тормош иткән. Ауылдарҙа алтышар балалы ғаиләләр гөрләп торған. Халыҡ байлығына үҙе хужа булған. Һәм иң ҙур байлыҡ – ул иман байлығылыр.

“Ҡөрьән”дең «Ғимран ғаиләһе» сүрәһенең 19-сы аятында былай тиелә: «Ысынлап та, Аллаһ ҡаршыһындағы дин – Ислам дине». Шул уҡ сүрәнең 85-се аятында иһә: «Кем дә кем Ислам диненән башҡа үҙенә икенсе дин эҙләй, уның ул дине ҡабул ителмәҫ һәм ул Әхирәттә отолоусыларҙан булыр» – тигән һүҙҙәр бар.

Ислам диненең төп маҡсаты – кешеләрҙе бәхетле итеү. Дин тотоусы кешеләр ике донъяла ла бәхетле булыр. Бөйөк Аллаһы Тәғәлә Уның Үҙенә генә табыныуҙы кешеләргә фарыз ҡылды, кешеләргә күктәрҙәге һәм ерҙәге күп нәмәне буйһондорҙо. Ә кеше һиҙеп, сағыштырып, аңлаһын өсөн, Ул уға аҡыл бирҙе.

Һәм дә кеше иманын ҡеүәтләһен өсөн, Аллаһ Үҙенең Рәхмәте менән бәйғәмбәрҙәр ебәреп торған. Улар, иң яҡшы кешеләр булараҡ, ҡалғандарға үрнәк булды, тура, дөрөҫ юл күрһәтте. Һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) өммәтендә булғас, беҙҙең “Ҡөрьән” китабыбыҙ бар, Аллаға шөкөр. Әммә ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп кешеләр быны белә тороп та, үҙҙәренең нәфселәре, донъя байлыҡтары артынан ҡыуып, аҙашып ҡалдылар. Ундай кешеләр бик күп, һәм шулай аҙашҡан хәлдә был донъянан күсеп киткәндәр ҙә бик күп. “Ҡөрьән”дә «Һыйыр» сүрәһенең 18-се аятында улар тураһында шулай әйтелә: «Һаңғырауҙар, телһеҙҙәр, һуҡырҙар…»

Беҙҙең халыҡта бер матур сифат бар – ул ярҙамсыллыҡ тойғоһо, тирә-яҡта булған кешеләргә, туғандарға, күршеләргә тура юлды күрһәтеү. Әгәр ҙә һеҙ берәй һуҡырҙың йәки бәләкәй баланың тәрән соҡорға табан китеп барыуын күрһәгеҙ, йүгереп барып уны туҡтатырға тырышасаҡһығыҙ. Шулай уҡ, Аллаһтың хаҡ динен тотҡан иманлы ҡәрҙәштәребеҙ ҙә мәңгелек упҡынға табан барған күршеләрен, туғандарын һаҡлап алып ҡалырға тырыша. «Мин белгәнде белһәгеҙ, һеҙ бер ҡасан да көлмәҫ инегеҙ», – тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) миғраж мәлендә йәһәннәмде күреп ҡайтҡандан һуң. Эй кешеләр, Ҡиәмәт көнө һәм йәһәннәм ғазаптарының ниндәй икәнен белһәк, беҙ бер ҡасан да ҡысҡырып көлмәҫ инек һәм сәждәнән баш ҡалҡытмаҫ инек.

Изге “Ҡөрьән” китабының «Ғимран ғаиләһе» сүрәһендә Аллаһ әйтә: «Һеҙҙең аранан шундай йәмәғәт булыр: улар һеҙҙе яҡшылыҡҡа саҡырыр, изгелеккә өндәр һәм насарлыҡтан тыйып торор, улар – уңышҡа ирешкәндәрҙән» (104-се аят). Ә «Асыҡ аңлатылдылар» сүрәһенең 33-сө аятында: «Кешеләрҙе Аллаһ юлына саҡырған, үҙе яҡшы эштәр башҡарған һәм «Ысынлап, мин – мосолмандарҙан!» тигән кешенең һүҙенән кемдең һүҙе яҡшыраҡ булыуы мөмкин һуң?» – тип ҡәтғи һорай.

Хәҙерге заманда күп кеше донъяуи ҡараш менән генә йәшәй. Яҡшы өй, яҡшы машина, яҡшы телефон артынан көндәр буйы йүгереп, кредиттарға батып бөтөргә әҙерҙәр. Әммә ундай уйҙар менән йәшәү кешене упҡынға төшөрә, хур итә. Изге “Ҡөрьән” китабында Аллаһы Тәғәлә күп осраҡта кешеләргә шулай мөрәжәғәт итә: «Эй, һеҙ, аҡылдары булған кешеләр!» – ти, йәки шулай һорай: «Әллә һеҙ төшөнмәйһегеҙме, уйланмайһығыҙмы, аңламайһығыҙмы?» Кешеләр, уйланығыҙ, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ: «Мин һинең менән булдым, ә һин кем менән булдың?» – тип һорар бит.

Ә беҙ, мосолмандар, һәр ваҡыт яуаплылыҡ тураһында уйлап, ҡурҡып йөрөргә тейешбеҙҙер: «Халҡыбыҙға “Ҡөрьән”дең гүзәллеген, бөйөклөгөн алып барып еткерә алырбыҙмы?» – тип, «Аллаһ әмерҙәрен, бәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен еренә еткереп күрһәтеүсе миҫал була алырбыҙмы?» – тип, «Ислам диненең әҙәп-әхлаҡ күркәмлеген, сафлығын, иман бөйөклөгөн кешеләргә аңлата алырбыҙмы?» – тип.

Ысын мосолман булыр өсөн йөрәгеңде уятырға, уйланыуҙарға, сағыштырыуҙарға бирелергә кәрәк. Сөнки Аллаһ Үҙенең “Ҡөрьән”ендә кешеләрҙе күп ваҡыт шуға өндәй. «Хаж» сүрәһендә: «Әллә улар, уйлана алған йөрәктәре, ишетә алған ҡолаҡтары булып, Ер йөҙө буйлап йөрөмәнеләрме ни? Ысынлап, күҙҙәр һуҡыр булмай, әммә күкрәктәрҙәге йөрәктәр һуҡыр була», – ти (46-сы аят). Ә «Мал-тыуар» сүрәһенең 99-сы аятында иһә, мәҫәлән: «…Беҙ һыуҙан үҫемлектәр үҫтерәбеҙ, уларҙан рәтләп-рәтләп орлоҡтар сығарабыҙ; һәм хөрмә ағасынан – емешле тәлгәштәр һәм йөҙөм ағасынан – баҡсалар; һәм зәйтүнде һәм анарҙы үҫтерәбеҙ – бер-береһенә оҡшаштарын һәм оҡшаш түгелдәрен. Емеш биргән саҡта ул емештәргә һәм уларҙың өлгөрөп бешеүҙәренә ҡарағыҙ! Ысынлап та, был бит иман килтергән кешеләр өсөн асыҡ аяттар!» – ти.

Мосолмандар – улар яҡшылыҡҡа саҡырыусылар, насарлыҡтан, боҙоҡлоҡтан тотоп тороусылар, улар атай-әсәйҙе хөрмәт итергә өйрәтеүселәр, туғандар менән аралашып, күршеләреңдең хәлен белеп торорға өндәүселәр. Изге “Ҡөрьән” китабы һәм бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте кешене әҙәплелектең бөйөк кимәлдәренә күтәрә. Билдәле ғалим Хәсән Басри (рахимәһүллаһ) уның тураһында ғәйбәт һатҡандарға бүләктәр ебәрә торған булған. “Ҡөрьән”дә, «Асыҡ аңлатылдылар» сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Яҡшылыҡ менән яманлыҡ берҙәй түгел, яманлыҡты яҡшылыҡ менән кире ҡаҡ, һәм һинең менән дошманлашҡан кеше һинең яҡын дуҫыңа әйләнер» (34-се аят).

Аллаһым, иманлыларҙың иманын арттыр, хәйерле белем, көс, ҡеүәт бир! Халҡыбыҙҙың йөрәген, күҙҙәрен, ҡолаҡтарын асып, тура юлға баҫтыр, юҡҡа сығарма. Амин.

Илшат ҒАТИӘТУЛЛИН

Күңелгә насар уйҙар килгән саҡта уҡыла торған доға

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Әғүҙү бил-ләһи минәш-шәйтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә русүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.

Мәғәнәһе: “Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ”.

Читайте нас: