Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Март 2019, 13:47

Тибет медицинаһы аҡылы

Тибет медицинаһында “ауырыу” (болезнь мәғ.) тигән төшөнсә юҡ. Беҙҙең ауырыу тигәнебеҙҙе ламалар (табиплыҡ итеүсе) организмдың тигеҙлеге юғалыу тип атай. Тигеҙлек булдырыу өсөн, беренсенән, организмда Чи энергияһының дөйөм күләмен арттырыу мөһим, икенсенән, ошо энергияның бөтә организмға таралыуын тәьмин итеү (циркуляцияһын көйләү).

Тибет медицинаһында “ауырыу” (болезнь мәғ.) тигән төшөнсә юҡ. Беҙҙең ауырыу тигәнебеҙҙе ламалар (табиплыҡ итеүсе) организмдың тигеҙлеге юғалыу тип атай. Тигеҙлек булдырыу өсөн, беренсенән, организмда Чи энергияһының дөйөм күләмен арттырыу мөһим, икенсенән, ошо энергияның бөтә организмға таралыуын тәьмин итеү (циркуляцияһын көйләү). “Чи” төшөнсәһе фәлсәфәүи яҡтан ауыр аңлатыла, мистик мәғәнәгә эйә… “Иң дөйөм осраҡта Чи – тын алыу һәм туҡланыу процесында, шулай уҡ йыһан тәьҫиренән алынған энергия. Уның тергеҙелеүе – тибет медицинаһының төп көсө. Чи энергияһы булған кеше сәскә ата, юғалта барыусы – үлә”, – тип нарыҡлай улар.


Ауырыуҙың дөйөм сәбәптәре

Тибет медицинаһына ярашлы, барлыҡ ауырыуҙарҙың һәм яфаларҙың сәбәпсеһе – мәғлүмәтһеҙлек. Унан эҫенеү (страсть) ҡабына, эҫенеү үҙ сиратында асыу тыуҙыра, һөҙөмтәлә күңелһеҙләнеү барлыҡҡа килә. Ошо өс (эҫенеү, асыу, күңелһеҙләнеү) төшөнсә “өс ғүмер башланғысы”на – “ел”, “үт” һәм “лайла”ға нигеҙ һала.

“Ел”.

Ҡылыҡһырлама: “тупаҫ”, “еңел”, “нәҙек”, “ҡаты”, “хәрәкәтсән”.

Функцияһы: тын алыш, тойоу ағзалары һәм хәтер эшмәкәрлеге менән идара итә, аяҡ-ҡул хәрәкәтенә көс бирә.

Кеше тибы: бәләкәй буй, бөкрөрәк, ябыҡ, ҡуңыр йөҙлө, күп һөйләй, ҡомарлы уйындар, йыр, көрәш ярата, аҡылы тотороҡло түгел, уяу йоҡоло, ғүмере ҡыҫҡа һәм ярлы, ҡылығы буйынса грифҡа, ҡарғаға йәки төлкөгә оҡшаған.

“Үт”.

Ҡылыҡһырлама: “эҫе”, “ҡырҡыу”, “еңел”, “йомшаҡ”, “майлы”, “дымлы”, “һаҫыҡ”.

Функцияһы: аҙыҡ үҙләштереү (асығыу һәм һыуһау тойғоһо) менән идара итә, тән температураһын һаҡлай, тиренең төҫөн һәм йылыны көйләй, аҡыл ҡыйыулығын бирә, һәр башланғыста ла аң энергияһына тәьҫир итә.

Кеше тибы: уртаса буйлы, һөйәге һәм сәсе һарғылт төҫтә, ныҡ тирләй һәм насар еҫ килә, йыш һыуһай, асыға, тапҡыр аҡыллы, яндырай, ғорур, тормошо һәм етешлеге уртаса, шәрбәтте, ҡырҡыу, һалҡынса ашамлыҡтарҙы өҫтөн күрә, холҡо буйынса юлбарыҫҡа, маймылға оҡшаш.

“Лайла”.

Ҡылыҡһырлама: “майлы”, “һалҡынса”, “ауыр”, “йомшаҡ”, “тотороҡло”, “йәбешкәк”.

Функцияһы: аңды һәм тәнде сыныҡтыра, йоҡоға булышлыҡ итә, тирене, туҡымаларҙы, сәсте дымландыра, быуындарҙы тоташтырып, нығыта, эске ағзаларҙың һәм тән өлөштәренең йомшаҡлығын тәьмин итә, тәнгә – ныҡлылыҡ, аңға түҙемлек бирә.

Кеше тибы: эре һөйәкле, һимереүгә һәүәҫ, быуын һәм һөйәктәр йомро формала, тире төҫө асыҡ йә аҡһыл тоноҡ, һыуһау менән асығыуҙы еңел кисерә, тыныс аҡыллы, оҙаҡ һәм тәрән йоҡлай, ғүмере оҙон һәм етеш, әсе, ҡырҡыу, ҡурыштырыусан аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Ҡылыҡтары менән арыҫлан йәки буйволға тартым.

“Ел”, “үт” һәм “лайла” кеше организмында бер-береһе менән тигеҙ нисбәттә һәм үҙгәрешһеҙ икән, ауырыу үҙен белдермәй, әммә ошо өсәүҙең береһе өҫтөнлөк ала башлаһа йә урынын алмаштырһа, шунда уҡ үҙенә яраҡлы билдәләр менән тейешле ауырыу барлыҡҡа килә.

Тырнаҡтар буйынса тикшереү

Тибет медицинаһында организмдың тигеҙлеген юғалтыуҙың (йәғни ауырыуҙың) 400-ҙән артыҡ осрағы һанала. Уларҙы асыҡлау йәһәтенән ҡырҡтан ашыу диагностика ысулы бар. Боронғо Ҡытайҙа тәүге тикшереүҙе тырнаҡтарҙың торошона ҡарап һәм нөктәләр буйынса үткәргәндәр. Был ысул бөгөн бик популяр, сөнки уны һәр кем үҙ аллы башҡара ала.

Иғтибар менән тырнаҡтарығыҙҙың формаһына, үлсәменә, өҫкө һыҙатына күҙ һалығыҙ, һығылмалымы, йомшаҡмы, һыныусанмы йә нескәме икәнен билдәләгеҙ.

Әгәр тырнаҡтар ҡоро, тиҙ һыныусан, кәкре (ырғаҡҡа оҡшаған) булһа, организмда - “ел”; ә йомшаҡ, алһыу булып, бер аҙ ялтырап торһа - “үт”; тырнаҡтар ҡалын, ныҡ, үтә ялтырап торһа, “лайла” өҫтөнлөк итә.

Тырнаҡтағы оҙон һыҙыҡтар аҙыҡтың насар эшкәртелеүен бәйән итә, ә арҡыры улаҡтар алама туҡланыу йә аҙған сир хаҡында һөйләй.

Ҡайһы ваҡыт ҡабарынҡы, алға сығып, һуғанбашҡа (барабан таяҡсаларына) оҡшап торған тырнаҡтар осрай. Был йөрәк һәм үпкәнең насар эшләүен аңғарта.

Тырнаҡтар ҡалаҡ формаһында булып, соҡорайып торһа, организмға тимер етмәй тип аңларға кәрәк.

Аҡ таптар иһә цинк менән кальцийҙың етешмәүен белдерә. Сығанаҡ бармаҡтағы аҡ таптар – бөйөргә, һуҡ бармаҡтағылары үпкәгә кальций ултырыуы тураһында һөйләй.

Тырнаҡ айы буйынса тикшереү

Хәҙер “айға” (тырнаҡ төбөндәге ярым ай формаһындағы аҡ тап) күҙ һалығыҙ.

Күп тәмәке тартҡан кешеләрҙең һәм үпкәһе сире менән яфаланғандарҙың тырнаҡ айы ғәҙәттә нәҙек һәм бәләкәй була. Әйткәндәй, көнсығыш медицинаһы буйынса, баш бармаҡта “ай” булмаһа, ул кешенең аҡылы теүәл түгеллеге хаҡында һөйләй. Шулай ҙа күпселектең баш бармағында ай бар. Ә бына бүтәндәре менән хәл нисек?

Һуҡ бармаҡтағы ай йыуан эсәктең хәлен сағылдыра тип иҫәпләнә. Әгәр ай нәҙегәйһә йә бөтөнләй юғалһа, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Елһенеү процестары, гинекология ауырыуҙары шулай уҡ һуҡ бармаҡта сағылыш таба.

Урта бармаҡ тырнаҡтары ҡан тамырҙары системаһы өсөн яуаплы. Әгәр бында ай булмаһа, тимәк кешенең артериаль ҡан баҫымы, ҡара ҡан тамыры (вена) һәм капиллярҙары менән барыһы ла яҡшы түгел.

Сығанаҡ бармаҡ тырнағының ағы эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлеген “һүрәтләй”. Айҙың булмауы иһә матдәләр алмашыныуының һәм лимфа системаһының боҙолоуын аңлата.

Сәтәкәй бармаҡ тырнағындағы ай йөрәк һәм нәҙек эсәк хәле өсөн яуаплы. Бына ни өсөн олоғая килә иң тәүҙә сәтәкәйҙәге ай юғала икән. Нәҙек эсәк шлаклана һәм һөҙөмтәлә ай юҡҡа сыға. Былар барыһы ла эске секреция эшмәкәрлеген ҡаҡшата (сығанаҡ бармаҡтағы тырнаҡ айы нәҙегәйә), кире үҙгәрештәрҙе йөрәк күтәрә алмай (урта бармаҡ айы юғала), һәм иң аҙаҡта йыуан эсәк бирешә.

Тырнаҡ айының күкһел төҫтә булыуы – бауыр, ҡыҙыл төҫ алыуы йөрәк эшмәкәрлегенең ҡаҡшауына ишара.


Тырнаҡтың төҫө буйынса ауырыу билдәләрен асыҡлау

Һау кешелә алһыу төҫтәге тырнаҡ булһа; һарғылт төҫ – бауыр ауырыуы билдәһе; асыҡ ҡыҙыл төҫ эритмия хаҡында һөйләй; зәңгәр-шәмәхә төҫө тыумыштан йөрәк боҙоғо (порок) булғанда күҙәтелә; тырнаҡтағы аҡ таптар үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоу ихтималлығын иҫкәртә, ә һарғылт таптар мейе эшенең ҡаҡшау билдәһе булараҡ сығыш яһай; күкһел төҫ йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһын белдерә; тоноҡ ялпаҡ тырнаҡтар – аҙ ҡанлылыҡ, анемия, организмға тимер һәм витаминдар етмәү билдәһе; бөйөр өҫтө биҙенең ҡабығы ҡаҡшағанда тырнаҡтар аҡ төҫкә инеүе мөмкин; тоноҡ алһыу йә үтә күренмәле төҫ анемия, ҡандағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итә; һарғылт аҡ (молочно-белый) төҫ – бауыр циррозы; ҡара – яурын артерияһының тромбозы һәм диабетик гангрена булғанда күҙәтелә; көлһыу төҫкә тырнаҡтар малярия өйәнәге тотҡанда инә; аҡһыл зәңгәр төҫкә инһә, невропатолог һәм гастроэнтерологка күренергә ваҡыт; күкһел тырнаҡтар ҡанда кислород етмәү сәбәпле, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеге насарайыуы билдәһе. Хәлһеҙлек һәм тын ҡыҫылыу менән оҙатылып килеүе ихтимал. Тырнаҡ төҫөнөң үҙгәреүе бауыр һәм үт ҡыуығы, инфекция ауырыуҙары менән бәйле булыуы ихтимал, никотиндың йоғонто яһауы ла бар. Баш бармаҡ тырнағы төбөндәге зәңгәрһыу йә йәшкелт төҫ аҙыҡ эшкәртеүҙә ҡыйынлыҡтар барлығына ишара; үтә ҡыҙыл тырнаҡтар ҡандың ҡыҙыл тәнсәләренең артыҡ икәнен аңлата.

Әгәр тырнаҡтар насар үҫһә, эндокринологка мөрәжәғәт итеү зарур. Ғәҙәттә бындай үҙгәрештәр ҡалҡан биҙе ауырыуҙары булғанда күҙәтелә.

Тырнаҡтарҙың һыныусанлығы тимер, кальций кеүек минераль матдәләрҙең, В һәм D витаминдарының етешмәүенән килә.

Күп йыллыҡ тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ниндәй ҙә булһа ауырыуҙың иң тәүге билдәһе тап тырнаҡтарҙа сағыла. Ауырыуҙың билдәләре барлыҡҡа килерҙән күпкә алда улар мөмкин булған сир хаҡында мәғлүмәт еткерә. Шулай ҙа диагностикалауҙың бер генә ысулында туҡталып ҡалырға ярамай, ә бер нисә ысулды сағыштырып ҡарап һығымта яһау мөһим. Был йәһәттән, бит, тел, танау тороштары буйынса тикшереү алымдары менән киләһе һандарҙа таныша алырһығыҙ.

Л. ҒӘЙНИТДИНОВА.

Читайте нас: