Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
22 Апрель 2019, 20:00

Саҙаҡа һорау килешәме?

Урам, ер аҫты үткәүелдәрендә, мәсет алдарында ҡулдарын һоноп торған әбей-бабайҙар, сабый балаларҙы йыш күрергә тура килә. Саҙаҡа биреү мосолмандар өсөн фарыз ғәмәл һаналғас, мөмкин тиклем хәйер өләшергә тырышаһың. Кемдер ҡыуанып ҡабул итә, кемдер, киреһенсә, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтә, ә бөтөнләй өләшмәй китһәң, артыңдан насар һүҙҙәр яуҙырып ҡалыуҙары ла ихтимал. “Хәйер бирергә онотһалар, һорап алығыҙ” тигәнде ололарҙан ишеткәнем булһа ла, ҡайһы саҡта нәҡ шундай таптырыусыларға саҙаҡа бирһәң дә, күңел үҫеүен тоймайһың. Ә динебеҙ теләнселәргә яратҡандар хаҡында нимә ти икән?


Урам, ер аҫты үткәүелдәрендә, мәсет алдарында ҡулдарын һоноп торған әбей-бабайҙар, сабый балаларҙы йыш күрергә тура килә. Саҙаҡа биреү мосолмандар өсөн фарыз ғәмәл һаналғас, мөмкин тиклем хәйер өләшергә тырышаһың. Кемдер ҡыуанып ҡабул итә, кемдер, киреһенсә, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтә, ә бөтөнләй өләшмәй китһәң, артыңдан насар һүҙҙәр яуҙырып ҡалыуҙары ла ихтимал. “Хәйер бирергә онотһалар, һорап алығыҙ” тигәнде ололарҙан ишеткәнем булһа ла, ҡайһы саҡта нәҡ шундай таптырыусыларға саҙаҡа бирһәң дә, күңел үҫеүен тоймайһың. Ә динебеҙ теләнселәргә яратҡандар хаҡында нимә ти икән?
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) бер хәҙисендә: “Бәндә теләнселек ишеген асһа, Аллаһы Тәғәлә уға фәҡирлек ишеген асыр”, – ти. Әҙәм балаһы еңел генә ризыҡ табыуға ынтылып, ялҡауланып, хәйерселекте үҙенә кәсеп итһә, Аллаһы Тәғәлә уны фәҡирлек элмәгенә һала икән. Ислам дине кешеләрҙе хәләл хеҙмәте менән көн күрергә саҡыра, ә теләнселек менән тормош итеүҙе ғәйепләй. Ҡөрьән Кәримдә лә: “Һоранып йөрөгән кеше йөҙөндә тиреһе һәм иттәре йолҡонған хәлдә Ҡиәмәт көнөндә терелтелер”, – тиелә.
Хәйер һораусыларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, әлбиттә. Тәү сиратта кем ниндәй халәттә теләнселәнә икәнен асыҡларға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, урамға хәйерселәнергә бер кем дә рәхәт тормоштан сыҡмай. Күбеһе, ысынлап та, икмәк алыр өсөн аҡса йыя, ә ҡайһы берәүҙәр быны шөғөлгә, хатта “бизнес”ҡа әйләндереп ебәрә. Мәҫәлән, ҡала урамдарында көн дә билдәле урында бер үк хәйерселәрҙе осратырға мөмкин. Ҡайһы саҡта тышҡы ҡиәфәте менән меҫкенде хәтерләткән ундай кешенең ысынлап та фәҡир икәне шик уята. Баҡтиһәң, “хужа кеше” һәр кемде үҙ нөктәһенә аҡса йыйырға сығара. Ошо рәүешле ул үҙенең көнитмешен яҡшырта. Ә динебеҙҙә теләнселәүҙе сауҙаға әйләндереп, һәр көн шулай аҡса эшләү, балаларҙы ла әлеге юлда тәрбиәләү ҙур хата, гонаһ һанала. Бынан тыш өс көн йәшәргә етерлек аҡсаһы булған кешегә саҙаҡа һорауҙы тыя. “Әгәр ҙә кеше үҙе байып ҡалыу өсөн һоранырға өйрәнеп алһа, Ҡиәмәт көнөндә үҙенә утлы күмер һорап алған булып сыға”, – тиелә бер хәҙистә.
Әлбиттә, етеш тормош алып барған кеше үҙ ихтыяры менән теләнселәнеп йөрөмәй, был аҙымға сараһыҙлыҡтан баралыр. Шуға ла саҙаҡа биргән саҡта хәйерҙең бер ни ҡәҙәр өлөшө барыбер фәҡиргә етер тигән өмөт ҡала.
Шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙен хәстәрләү мөмкинлеге булып та теләнселәүҙе һайлаған кешеләрҙең, бушҡа мал йыйып, ялҡаулыҡҡа өйрәнеүен дә әйтеп үтергә кәрәктер. Күптәрҙә эшләмәйсә лә йәшәп була тигән уй нығынып, артабанғы рухи үҫешенә аяҡ сала.
Йома көндәрендә мәсет алдарында әбей-бабайҙарҙың ҡулдарын һуҙып, саҙаҡа һорап ултырыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Буш итмәгәндәрҙең хәйерҙәрен шунда уҡ доға ҡылып ҡабул итә улар. Ундайҙарҙың иманлы булыуҙары икеле. Сөнки Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған, намаҙ уҡыған мөьмин мосолмандар йома көндө йома намаҙын ҡалдырмай. Балаларҙың йәмәғәт транспорттарына инеп, доға уҡыуҙары ла шикле ғәмәл. Бөгөн хатта сихырсылар ҙа эштәрен “бисмилла” әйтеп атҡара. Күптәр динебеҙ менән ҡапланып, ошо рәүешле ышандырыу кеше психологияһына ныҡ тәьҫир итеүен аңлап мәжбүри эш итә.
Ҡөрьән Кәримдә: “Ысын фәҡирҙе һеҙ танымаҫһығыҙ”, – тигән аят бар. Хәҡиҡәттә ысынлап та мохтаж кеше үҙенең фәҡирлеген күрһәтеп бармай. Уны эҙләп табырға кәрәк. Ә беҙ урамда хәйер һорашыусыларҙы осратһаҡ, тиҙ генә саҙаҡа биреп китергә ашығабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй аҡсаһын машина тәҙрәһе аша ғына һуҙа. Был дөрөҫ ғәмәл түгел. Ошо рәүешле беҙ үҙебеҙҙең дә ялҡау икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.
Ә яҡын-тирәбеҙҙә ысынлап ярҙамға мохтаж мөмкинлектәре сикләнгән күпме сирлеләр, дарыу алырға аҡсалары булмаған әбей-бабай һәм күп балалы ғаиләләр бар. Ә урам ең һыҙғанып эшләрлек һау-сәләмәт ирҙәр, балаларын күтәргән ҡатындар менән тулы. Үҙебеҙгә кейем алғанда магазиндар буйлап йөрөп, матур, килешлеһен һайлаған кеүек, хәйер, саҙаҡа биргәндә ысын фәҡирҙе эҙләү зарур. Ни өсөн һуң саҙаҡа бирергә теләгәндә мохтаж кешене тапмай, кем тейә шуға һонорға тейешбеҙ? Әгәр хәйерҙе тәғәйен кешегә бирһәк, уның сауабы ла күберәк булыр ине. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәрҙең мохтаж бер ғаиләне табып, уға даими ярҙам итеп тороуҙары башҡаларға ла үрнәк булырлыҡ күркәм ғәҙәт.
Ислам динендә фәҡирҙәргә, меҫкендәргә ҡарата әйтелгән хәҙистәр, аяттар күп. Аллаһы Тәғәлә шундай аяттары менән беҙҙе тәрбиәләй. Ул: “Эй, мөьминдәр, саҙаҡаларығыҙҙы фәҡирҙәргә, мохтаждарға, бурыслыларға, йәтимдәргә, ауырыуҙарға бирегеҙ. Кешеләргә күрһәтер өсөн генә саҙаҡа-мал бирмәгеҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ышанмаған кафыр кеүек, хөсөтлөк менән кешене рәнйетеп хәйер бирмәгеҙ. Фәҡирҙәргә саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ, яҡшы булыр. Ә йәшертен бирһәгеҙ, һеҙҙең өсөн тағы ла хәйерлерәк. Аллаһы Тәғәлә гонаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ барыһынан да хәбәрҙар”, – тиелә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) бер хәҙисендә: “Иң хәйерле саҙаҡа – бурыслы кешегә бирелгән саҙаҡа”, – ти. Икенсе бер хәҙисендә иһә: “Әгәр бер кеше үҙенең мосолман ҡәрҙәшенең мәсьәләһен сисергә ярҙам итһә, Аллаһы Тәғәлә уныҡын сисеү менән дә шөғөлләнер”, – тип белдерә. Быны бер-беребеҙгә терәк булғанда, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе лә ярҙамынан айырмаҫ тип аңларға кәрәк. Шул сәбәпле элек ата-бабаларыбыҙ үҙ-ара ярҙамлашып тороу, өмәләргә йыйылып, иң мәшәҡәтле эштәрҙе бергәләп башҡарыу, өйҙәр күтәреү, туйҙар үткәреү кеүек игелекле эштәрҙе саҙаҡаға тиңләшерлек эштәрҙең иң сауаплыһы тип һанаған. Бындай игелекле ғәмәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер онотолоп бара, эште ҡәрҙәш кеҫәһенә ҡарап башҡарыуҙар ғәҙәте инә башланы. Беҙгә бер-беребеҙгә зыян һалыуҙа уҙышмаҫҡа, ә ярҙам итеүҙә ярышырға өйрәнергә кәрәк.
Мохтаждарға ярҙам иткән, әйләнгән һайын хәйер-саҙаҡа биреп торғандарҙы Хоҙай фани донъяла уҡ йән тыныслығы һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бүләкләй. Бер телем икмәк йә йотом һыу биреү ҙә саҙаҡа, ул ҙурлығы-бәләкәйлеге менән үлсәнә торған дәүмәл түгел. “Ярҙам көткәндәргә ҡул һонған һайын Аллаһы Тәғәләнең һағышығыҙҙы һәм хәстәрҙәрегеҙҙе кәметеүен тойорһоғоҙ. Мәрхәмәтлелек – динебеҙ дауаханаһындағы иң шифалы саралыр”, – тиелә Әл-Ҡәрниҙең “Нисек бәхетле булырға?” тигән китабында. Ә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) тағы ла бер хәҙисендә: «Мохтаждар файҙаһына зәҡәт биреү юлы менән мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, ауырыуҙарығыҙҙы хәйер таратып дауалағыҙ, бәләләрегеҙҙе доға менән бороғоҙ», – тигән.
Аллаһы Тәғәлә хаҡына ҡылынған ниндәй ҙә булһа изге эш, ғәмәл кешенең иманлылығын иҫбатлаусы күрһәткес. Мөмкинлек булғанда, изгелектәр ҡылырға, яҡындарыбыҙҙың фатихаһын алырға, ризығыбыҙҙы күбәйтергә, хәйерле тормошҡа аяҡ баҫырға ашығайыҡ.
Бурыс ауҙарынан ҡотолдорор доға
Аллаһүммә иннии әғүҙү бикә минәл һәмми үәл хәзәни, үәл әджзи үәл кәсәли, үәл бухли, үәл джубни, үә-далаи-ддәйни үәл ғоләбәти-рриджәәл.
Мәғәнәһе:
Эй Аллаһ, ысынлап та, мин һиңә күңел тынысһыҙлығы һәм һағыштан, көсһөҙлөктән һәм моңһоҙлоҡтан, һаранлыҡтан һәм тар күңеллелектән, бурысҡа батыуҙан һәм кешеләрҙең рәнйетеүенән ҡасып һыйынам.
Читайте нас: