Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Май 2019, 14:18

“Кешеләр Рамаҙан айының өҫтөнлөктәрен белһә... уның мәңге һуҙылыуын теләр ине”

Рамаҙанда Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, шайтандар сылбырҙар менән бәйләнә. Сөнки улар әҙәм балаларына ғүмерҙәрен оҙон итеп күрһәтергә, “Изге ғәмәлдәрҙе ҡартайған көнгә ҡалдыр, ә әле күңел асып ҡал”, – тип төрлө хәйләле юлдар менән тура юлдан тайпылдырырға тырыша. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә иблис һәм нәфес ҡотҡоһона бирелмәһен өсөн мосолмандарға яңынан-яңы мөмкинлектәр – Рамаҙан айы, намаҙҙар, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу һәм ятлауҙар, Ҡәҙер кисе, тәрәүих, фытыр саҙаҡалары бирә.

Быйыл 6 май көнө ҡояш байыу менән Изге Рамаҙан Шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Уны «ун бер айҙың солтаны» тип йөрөтәләр. Рамаҙанда Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, шайтандар сылбырҙар менән бәйләнә. Сөнки улар әҙәм балаларына ғүмерҙәрен оҙон итеп күрһәтергә, “Изге ғәмәлдәрҙе ҡартайған көнгә ҡалдыр, ә әле күңел асып ҡал”, – тип төрлө хәйләле юлдар менән тура юлдан тайпылдырырға тырыша. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә иблис һәм нәфес ҡотҡоһона бирелмәһен өсөн мосолмандарға яңынан-яңы мөмкинлектәр – Рамаҙан айы, намаҙҙар, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу һәм ятлауҙар, Ҡәҙер кисе, тәрәүих, фытыр саҙаҡалары бирә.

Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айында Әҙәм балаларын ай дауамында итәғәтлектә һынай. Ураҙаның тышҡы асылы – сәхәрҙән ҡояш батҡансы һыу-ризыҡтан, енси мөнәсәбәттән тыйылыу булһа, рухи асылы – ай дауамында барлыҡ гонаһлы ҡылыҡтарҙан: әрләшеүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән, ялғандан һәм зыян килтерә торған башҡа эштәрҙән йыраҡлашып, бар булмышыбыҙ менән Раббыбыҙ ризалығына ирешеүҙән ғибәрәт.
Был изге айҙа ураҙа тотоу бәлиғ булған һәр мосолманға мотлаҡ. Мосафирҙарға, ауырыуҙарға, оло йәштәгеләргә, ауырлы йә сабый имеҙгән ҡатын-ҡыҙға изге ғәмәлде кисектереп торорға рөхсәт ителә. Ураҙаларҙы үтәй алмаған сирле кешеләр уны ҡышҡы айҙарҙа тотһа, физик мөмкинлектәре булмаған бик ҡарт кешеләрҙең аҡса йәиһә саҙаҡа биреүе мөмкин. Ислам динендә әҙәм балаһына ауырлыҡ һәм яйһыҙлыҡтар килтереү юҡ. Һаулыҡ-сәләмәтлекте бөтөрөп ғибәҙәт итеүҙе Аллаһы Тәғәлә бер ҡасан да теләмәгән.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. бер хәҙисендә: "Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп һәм уның әжеренә өмөт итеп Рамаҙан айында ураҙа тотоусыға уның бар булған әүәлге гонаһтары ғәфү ителәсәк", – тип әйтә. “Иман килтереп” тигән һүҙ ураҙа тотоусы имандың бөтә терәктәренә – Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, фәрештәләргә, изге китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә, Ҡиәмәт көнөнә һәм тәҡдиргә шик-шөбһәһеҙ инаныу, фарызды, хәләлде, харамды айырыу тигәнде аңлата. Тимәк, үрҙә телгә алынған шарттар үтәлгәндә, кеше Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә өлгәшеү менән бергә үҙенең гонаһтары юйылыуына ла өмөт итә ала.
Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе быйыл 31 майға тура килә. Ул ҡояш байығандан алып таң атҡанға тиклем дауам итәсәк. «Әл-ҡәдр» (ҡөҙрәт) сүрәһендә: «Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡтыр», – тип әйтелә, сөнки был кис Рәсүлебеҙгә Ҡөрьән Кәрим тапшырыла башлай. Шуға ла ҡәҙер кисендә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә күктәрҙән төшкән фәрештәләр Аллаһтан сәләм еткерер.
Изге Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә ирешеп, Уның ризалығын алып, гонаһ-кәмселектәрҙән таҙарынырға насип итһен.

Сафия ИСЛАМОВА әҙерләне.

Ураҙа тотоу буйынса бер нисә ябай күрһәтмә:
● Рамаҙан айы башланғас, йәғни 6 май ҡояш байығас, беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ. Рәсемдә сәхәрҙең ахыр ваҡыты (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) күрһәтелгән.
● Сәхәрҙе намаҙ ваҡыты етеүгә йәки ҡояш ҡалҡыр алдынан ике сәғәт элек тамамларға кәрәк.
● “Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ. Кем дә кем сөннәтте үтәмәй, йәғни сәхәргә тормай, шул сауаптан мәхрүм була.
● Аҙан тауышын ишетеү менән ауыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, йотоп ҡуйырға кәрәк.
● Сәхәр аҙағынан ниәт әйтелә, доға ҡылына. Әгәр ҙә “Рамаҙан ураҙаһын тоторға” тип әйтергә онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә мөмкин.
● Рамаҙан айында намаҙға тиклем зекерҙә булыу, Ҡөрьән уҡыу йә салауаттар әйтеү – сауаплы ғәмәл.
● Намаҙ уҡымаһағыҙ ҙа ураҙа тотоу Аллаһы Тәғәләнең бер әмерен үтәү һанала.
● Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итергә мөмкин. Әммә бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай.
● Ҡояш байығас, киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс, ураҙанан сығып, ауыҙ асыла. Уны ифтар тип йөрөтәләр.
● Ауыҙ берәй һыу, тоҙ йәки емеш менән асыла, унан доға ҡылына.
● Намаҙҙа булған ҡәрҙәштәр ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәтте үтәй, һуңынан ризыҡлана.
● Ураҙа байрамы көнө алдынан сәхәр ашалмай һәм ураҙаға ниәт ҡылынмай. Иртәнсәк байрамға сәй эсеп йәки емеш ашап барырға мөмкин. Ниәт әйтеүселәр киске ахшамға тиклем ризыҡтан тыйыла.
Ураҙа ниәте доғаһы:
«Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисал лилләәһи тәғәәләә».
Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласлығым менән таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым.
Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға:
«Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Читайте нас: