Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Май 2019, 19:23

Иман психологияһы

Бөгөн күптәр психолог ярҙамына мохтаж. Ысын мәғәнәһендә бәхетһеҙлеккә тарығандарҙан алып оҙайлы декрет ялында ултырған йәш әсәйҙәргә хәтлем. Әммә күңелендә иман нығынған кешегә ул белгестәрҙең кәрәге бармы икән? Сөнки динебеҙҙең үҙ психологияһы. Кеше ауырлыҡтарҙы һынау итеп ҡабул итә белһә, булғанына шөкөр ҡылһа, үҙен хәллерәк йәшәгәндәр менән сағыштырмаһа, тирә-яҡтағы яманлыҡтан ғибрәт алһа, көфөр итһә, йән тыныслығы, көс табыр.

Бөгөн күптәр психолог ярҙамына мохтаж. Ысын мәғәнәһендә бәхетһеҙлеккә тарығандарҙан алып оҙайлы декрет ялында ултырған йәш әсәйҙәргә хәтлем. Әммә күңелендә иман нығынған кешегә ул белгестәрҙең кәрәге бармы икән? Сөнки динебеҙҙең үҙ психологияһы. Кеше ауырлыҡтарҙы һынау итеп ҡабул итә белһә, булғанына шөкөр ҡылһа, үҙен хәллерәк йәшәгәндәр менән сағыштырмаһа, тирә-яҡтағы яманлыҡтан ғибрәт алһа, көфөр итһә, йән тыныслығы, көс табыр. Сабыр, түҙемле булыр һәм һәр ваҡыт Аллаһ яҡлауын тойор.

Иманды нығытыусы сифаттар:
- кешеләргә йылы өләшкән ихлас йылмайыу;
- матур мөнәсәбәттәргә күпер һалған йылы һүҙҙәр;
- мохтаждарҙы ҡыуандырып Аллаһ ризалығын алыу;
- Ҡөрьән уҡыу. Уның аша тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыу;
- Хоҙайҙы һәр саҡ күңелдә йөрөтөү. Доға ҡылыу, гонаһтарға ысын күңелдән үкенеү, уларҙың кисерелеүен һорау;
- балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләү;
- асыҡ, ҡыҫҡа, үтә күренмәле кейемдәр кеймәү;
- юғары ҡиммәттәрҙе хөрмәт иткән, иманлы, белемле ҡатын-ҡыҙ менән дуҫлашыу;
- атай-әсәйгә йылы мөнәсәбәт, туғандар менән ара өҙмәү, күршеләрҙе хөрмәт итеү, етемдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмау;
- фәһемле, ҡыҙыҡлы китаптар уҡыу.
Иманһыҙҙарға хас сифаттар:
- буш бәхәстәр, ғәйбәттәр менән ваҡытты әрәмгә уҙғарыу;
- аҡсаға хырызлыҡ, мәғәнәһеҙ рәүештә байлыҡ йыйыу;
- кешеләрҙең етешһеҙ яҡтарын эҙләү, бер-береңде яманлау;
- вайымһыҙ, буш ҡыуыҡ әҙәмдәр менән ваҡыт сарыф итеү, шулай уҡ күп ваҡытты байрамса үткәреү;
- гигиена талаптарын үтәмәү, өйҙәге тәртипһеҙлек;
- тыйылған харам эсемлектәр, тәмәке, наркотиктар ҡулланыу;
- үткәндәрҙә булған хаталарҙы йыш иҫкә төшөрөү;
- аҡсаны тыйылған нәмәләргә сарыф итеү;
- намаҙ, ураҙаны ҡалдырыу.
Был хаҡта уйланыу мөһим
- Аллаһы Тәғәлә һорағандарға ярҙам бирер, ысын күңелдән үкенеп тәүбәгә килгәндәрҙе ғәфү итер, Уға яҡынайыуҙан бер кемгә лә, бер ҡасан да зарар юҡ, тик файҙа ғына;
- көсһөҙҙәргә итәғәтле булығыҙ, аҡсаһыҙҙарға ярҙам итегеҙ, күңелегеҙҙә асыу йөрөтмәгеҙ. Асыуһыҙ кеше һаулыҡлы була;
- һәр ваҡытта ла оптимист булып ҡалығыҙ, сөнки Юғары Көс һеҙҙең янда;
- гел хәйерлеһен теләгеҙ. Ни өсөн тигәндә, кешегә нимә хәйерле икәнен тик Аллаһ белә;
- йәштәрегеҙҙе һөртөгөҙ, зарҙарығыҙҙы ситкә ҡыуығыҙ. Аллаһ тураһында уйлағыҙ, ул һеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ;
- был донъя кемдәргәлер гел бәхет өләшә тип яңылышмағыҙ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Бөтә нәмәһе булып та һис бойоҡмаған, эсе бошмаған бер әҙәм дә юҡ;
- һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ;
- борсолғандың хатаһын төҙәткәнен йә ҡайғырғандар юғалтҡанын тапҡанды ишеткәнегеҙ бармы? Ауыр һынауҙар, хәсрәттәр көтмәгеҙ, һаулыҡҡа, тыныслыҡҡа, бәрәкәткә ышанығыҙ. Аллаһы бойорһа, барыһы ла яҡшы булыр;
- йөрәгегеҙҙәге күралмаусанлыҡ утын һүндерегеҙ, һеҙҙе ҡасандыр ҡыйырһытҡан кешеләрҙе ғәфү итегеҙ;
- ғөсөл ҡойоноу, тәһәрәт алыу теләһә ниндәй борсолоуҙы дауаларлыҡ ҡиммәтле дарыу – шуны онотмағыҙ. Быларға өйрәнеү өсөн китаптар етерлек;
- хуш еҫле сәскәләргә генә ҡунған бал ҡорто һымаҡ, гел яҡты уйҙар, яҡшы ниәттәр менән йөрөгөҙ;
- һеҙ кеше ғәйебен, етешһеҙлеген тикшереү өсөн ваҡыт әрәм итергә тейеш түгел;
- бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллаһ һәр кемдең дә янында. Ҡурҡҡандарға тағы ла күберәк һынауҙар ебәрермен тигән Ул;
- көнләшеү шәхесте үлтерә, ә ҡыҙғаныу дөрләп янған утҡа тиң;
- бөгөн әҙер түгелһегеҙ икән, иртәгә лә бер нәмә лә эшләй алмаясаҡһығыҙ. Иртәгәне көтмәгеҙ;
- буш бәхәстәр, ғәйбәт ҡупҡан урындан тыныс ҡына китегеҙ;
- һеҙҙең әхлаҡ һәм тәртибегеҙ балҡып торған баҡсанан да матурыраҡ булһын;
- гел изге эштәр ҡылығыҙ – бәхетле булырһығыҙ.
- көнсөлдәрҙе, һеҙгә яуызлыҡ эшләгән дошмандарығыҙҙы Аллаһ ҡарамағына тапшырып, онотоғоҙ ҙа ҡуйығыҙ;
- хәләл булмаған рәхәтлектәр, ләззәт аҙағынан оло юғалтыуҙар, үкенеүҙәр, бәхетһеҙлек килә – шуны гел иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Бәхет байлыҡта түгел...

Бернард Шоу былай тигән: “Мин ҡасандыр ысын мәғәнәһендә ярлы булдым тип әйтә алмайым. Һәр ваҡыт ҡәләмем менән икмәк таптым, Британ музейының ҙур китапханаһына, Трафальгар майҙанындағы иң шәп галереяға йөрөү мөмкинлегем булды. Тағы нимә өсөн аҡса туҙҙыра алыр инем икән? Тәмәкегәме? Тартмайым. Шампанғамы? Эсмәйем. Һуңғы мода буйынса тегелгән костюмдар алыуғамы? Ул саҡта байҙар үҙ һарайҙарына кисәләргә саҡыра башлар ине. Был миңә кәрәкме? Юҡ. Аттар һатып алыуғамы? Улар хәүефле. Машиналармы? Уларҙы йәнем һөймәй. Хәҙер ошоларҙың барыһын бер юлы һатып алырлыҡ аҡсам бар, ләкин ихтыяжым шул уҡ. Бәхет байлыҡта түгел ул. Миңә уҡыр өсөн китап, уйланыр өсөн – картина, яҙыр өсөн тема кәрәк.

Рәхмәт тойғоһо

Бәхеттең иң еңел рецебы, нервыларҙы тынысандырыуҙың иң шәп ысулы – Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыу. Уйлап ҡарағыҙ әле: Ул беҙгә ишетеү, күреү, уйлау, һөйләшеү, йөрөү һәләте, күптәргә талант, далан биргән. Балалар, йәшәр урын насип иткән! Ҡайһы берәүҙәр ошо ниғмәттәрҙе һиҙмәй ҙә. Асарбаҡ, ҡот осҡос ғәрип, сирлеләрҙе күрһәләр үҙ хәлдәре өсөн шөкөр итерҙәр ине. Хатта палаткаларҙа, балсыҡ хижиналарҙа, сүллектәге ағас аҫтында йәшәгәндәр ҙә рәхмәтле булыр ине, валлаһи. Беҙҙе камил итеп яратҡан Аллаһы Тәғәләне данлау, уға сикһеҙ рәхмәтле булыу мөһим. Йән, тән ауырыуҙары менән ыҙаланғандар, күреү, йөрөү һәләтен юғалтҡандар, балаһыҙ ҡалғандар менән сағыштырығыҙ үҙегеҙҙе. Күршенекенән шәберәк йорт йыһаздары, машина, дәрәжә тип ҡыумағыҙ!

Бәхетле ҡатын

Орисон Свит былай тип яҙған: “Наполеон Европаны баҫып алырҙан алда уҡ Жозефинаға өйләнеп шәп иткән. Уның иғтибарлы мөнәсәбәте, арыу холҡо иренең эшенә ыңғай йоғонто яһай. Был ҡатын бөтәһен дә үҙенең бәхете менән нурландырған, ялсыларына ла ауыр һүҙ әйтмәгән, бойормаған”. Ысынлап та, кешенең изгелеге янындағыларҙы бәхетле итә. Күркәм холоҡ иҫ киткес көскә эйә. Ә ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын был сифат көсәйтә генә. Әсә кеше бәхетле икән – балалар ҙа шат, ирең дә ҡәнәғәт. Мәҫәлән, ошондай ҡатындар ҙа була: ире ҡыуанып эштән ҡайта, бала-сағаһы ла шау-гөр килеп өҫтәл артына ултыра. Рәхәтләнеп һөйләш, көлөш, әлхәмдүлилләһ, ризыҡ етерлек. Тик ҡатын ошо мәлде генә көткәнме ни! Балалары алдында хужалыҡ мәсьәләләре, көнкүреш мәшәҡәттәре, эштәге проблемалар тураһында хәбәр ҡуйырта, ирен игәй башлай. Был саҡта тамаҡҡа аш үтәме икән? Сабыйҙар күңелһеҙ генә ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылай ҙа тиҙерәк тороп китә һала, ирҙең дә ашағаны таштыр. Ҡатын ғаиләһен бәхетһеҙ итә, шулаймы?

Риза булыу

Дейл Карнеги былай тип яҙа: «Бер осор минең көсөм етмәҫтәй мәсьәлә килеп сыҡты. Ҡайғырҙым, төн йоҡоларым осто, йәнем көйҙө, ҡыҫҡаһы, ни эшләргә лә белмәнем. Шулай бер йыл үтте. Мәсьәлә үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм мин яҙмышыма күндем. Баштан уҡ үҙемде шағир Уолт Уитмен тәҡдим иткәнсә тотһам яҡшыраҡ булғанлығын аңланым. Бына нимә ти ул: “Ҡараңғылыҡты, стихия бәләләрен, аслыҡ, бәхетһеҙлекте хайуандар һәм ағастар кеүек ҡабул итеү һәйбәтерәк. Ун ике йыл көтөү көттөм һәм бер һыйырҙың да көтөүлек янғанға, үлән ҡойто булғанға, үгеҙҙең икенсе һыйыр янына киткәненә борсолғанын күргәнем
булманы. Хайуандар бөтә бәләләрҙе лә тыныс ҡабул итә. Шуғамылыр, уларҙа нервы ауырыуҙары, ашҡаҙан язваһы сире бик һирәк осрай”.
Был донъяла бөтә нәмә Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса хәл ителә. Унан уҙып бер ни ҡылыу мөмкин түгел.

Алтынгөл.

Көн дә уҡыла торған доға

Күҙ тейеүҙән ҡурсалау өсөн уҡыла торған доға

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Бисмил-ләһ. Аллаһүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ.
Мәғәнәһе: “Бисмилләһ. Эй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығын, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр”.

***

Ҡөрьәндән бер аят

“Эй, беҙҙең Рабыбыҙ! Үҙемде, ата-әсәмде һәм барса мөьминдәрҙе ярлыҡа. Ҡиәмәт көнөндә хурлыҡҡа төшөрә күрмә”.

“Ибраһим” сүрәһе, 41-се аят.

Читайте нас: