Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
29 Июнь 2019, 22:01

Биргән һүҙеңдә тороу

Бөгөнгө замандаштарыбыҙҙы алһаҡ, үҙ һүҙендә торған ирҙәр, егеттәр бик аҙ. Ҡай берәүҙәр, аҡсаға алданып, үҙҙәренең иманын, ерен, илен, дуҫтарын һатырға ла әҙер. Хатта халыҡ араһында шундай әйтемдәр ҙә барлыҡҡа килгән: “Дуҫыңды юғалтҡың килһә, уға аҡса биреп тор”, “Биргән һүҙҙең үтәлеүен ярты йыл көтәләр” һ.б. Ә бит үҙ һүҙендә тора белгән иманлы ирҙәр барҙа ғына ил, халыҡ көслө була ала.


Бөгөнгө замандаштарыбыҙҙы алһаҡ, үҙ һүҙендә торған ирҙәр, егеттәр бик аҙ. Ҡай берәүҙәр, аҡсаға алданып, үҙҙәренең иманын, ерен, илен, дуҫтарын һатырға ла әҙер. Хатта халыҡ араһында шундай әйтемдәр ҙә барлыҡҡа килгән: “Дуҫыңды юғалтҡың килһә, уға аҡса биреп тор”, “Биргән һүҙҙең үтәлеүен ярты йыл көтәләр” һ.б. Ә бит үҙ һүҙендә тора белгән иманлы ирҙәр барҙа ғына ил, халыҡ көслө була ала.
Тоғролоҡ – ул пәйғәмбәрҙәр, изгелекле, хаҡ мосолмандар сифатылыр. Ысын мосолманда иң тәүҙә – Аллаһҡа, һуңынан Пәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм), аҙаҡ атай-әсәйгә һәм дуҫтарға ҡарата тоғролоҡ булырға тейеш.
Аллаһҡа ҡарата тоғролоҡ – ул һәр ваҡытта ла бер Аллаһҡа ғына шөкөр итә белеү, ихлас күңелдән иман килтереп, Ул ҡушҡан эштәрҙе эшләп, Ул тыйғандарҙан тыйылыуҙыр. Ерҙе һәм тәндәрҙе яратыр алдынан Аллаһы Тәғәлә иң тәүҙә беҙҙең йәндәрҙе яратҡан һәм уларҙан: “Минме һеҙҙең Раббығыҙ?” - тип һораған. “…Һәм йәндәр әйттеләр: “Эйе, беҙ шаһитлыҡ килтерәбеҙ: Һин генә беҙҙең Аллаһ” (Ҡөръәндән, “Кәртәләр” сүрәһе, 7:172). Был вәғәҙәнең мәғәнәһе: Аллаһты Аллаһ тип таныу, ә кешеләрҙең Уның ҡоло икәнен күрһәтеү. Кем дә кем Аллаһ алдында ошо вәғәҙәһен үтәй, шул ғына был доньяла һәм теге доньяла бәхетлеләрҙән булыр. “Иман килтергән кешеләр араһында Аллаһҡа биргән вәғәҙәләренә тоғро булыусылар бар, һәм улар араһында инде вәғәҙәләрен үтәгәндәр бар, һәм вәғәҙәләрен әле үтәргә ваҡыты килеп етмәгәндәр бар, әммә улар үҙ вәғәҙәләренә һис хыянат итмәйҙәр” (Ҡөръән, “Фирҡәләр” сүрәһе, 33:23).
Пәйғәмбәребеҙгә ҡарата тоғролоҡ – ул уға ҡарата булған мөхәббәттер. Иң иманлы, әҙәпле, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, пәйғәмбәрҙәрҙең Пәйғәмбәре кем? Мөхәммәт Мостафа (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм)! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғаләйһиссәләм тормошон өйрәнгән, уның сөннәте буйынса йәшәгән кешенең һәр көнө матур үтә, ҡылған эштәре кешеләргә үрнәк була, ә ул үҙе ике донья бәхетенә ирешә, иншаллаһ. Кем беҙгә дөрөҫ туҡланырға, атларға, йәшәргә өйрәтте? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғаләйһиссәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен үтәмәгәндәргә һәм үтәргә тырышмағандарға Аллаһы Тәғәлә шәфҡәтле булмай. Мөхәммәт ғаләйһиссәләм – Аллаһтың иң яратҡан ҡоло, яратҡан пәйғәмбәре. Аллаһтың яратҡан пәйғәмбәренең сөннәтенә тоғро булмай тороп, нисек Аллаһтың Рәхмәтенә ирешмәк кәрәк?
Ата-әсәгә ҡарата тоғролоҡ. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Йәннәт –әсәләрегеҙҙең аяҡ аҫтында”, - ти. Әсә кеше туғыҙ ай һине үҙенең йөрәк аҫтында һаҡлап йөрөтә, балам үҫһен, кеше булһын тип тырыша.
Бер илап ултырған сәхәбәнән: “Ниңә илайһың?” - тип һорағандар. Ул: “Оло йәштәрҙәге атай-әсәйем үлеп китте, Йәннәткә инә торған бер ишек минең өсөн ябылды”, - тигән.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙән (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) бер егет килеп: “Мин әсәйемде ҡартайған көнөндә тәрбиәләйем, уны ашатам, кейемдәрен йыуам. Уға үҙ рәхмәтемде кире ҡайтара алдыммы икән?” - тип һорай. “Юҡ, - тип яуап ҡайтара Аллаһ рәсүле. – Әсәйең һине, балам йәшәһен, аяҡҡа баҫһын, тип үҫтерҙе, ҡараны, ә һин уны үлере алдынан йыуатыр өсөн генә ҡарайһың”.
Икенсе егет килеп: “Мин әсәйемде хаж ҡылырға йыраҡ юлдарҙан үҙ арҡамда күтәреп алып килдем. Әсәйемде күтәреп Мина яланына Мөздәлифәгә барҙым, аҙаҡ – шайтанға таш атырға. Уны шулай күтәргән килеш Ҡибланы ете тапҡыр урап, аҙаҡ ете тапҡыр Сафа һәм Мәрүә тауҙарын ураным. Йә Аллаһ рәсүле, ошо эшем менән мин әсәйемә рәхмәтемде ҡайтара алдыммы икән?” - тип һорай. Мөхәммәт ғаләйһиссәләм: “Юҡ. Әсәйеңдең һине тапҡан сағында һыҙланыуы өсөн тамсы ғына ла рәхмәтен дә ҡайтара алманың”, - тигән.
Әсәйҙәрҙең мәрхәмәте, изгелеге баһалап бөткөһөҙ. Уларҙы ҡәҙер итеү һәр баланың оло бер бурысы булып тора. Быны үтәгән кешеләргә Аллаһтың Рәхмәте лә ҙур. Һәм онотмағыҙ: ата-әсәнең үҙ балалары өсөн уҡыған доғаларын Аллаһ һис шикһеҙ ҡабул ҡыла.
Туғандарға ҡарата тоғролоҡ – ул туғандарҙың хәлен белеп тороу. Хәҙистә: “Кем дә кем Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул үҙ туғандары менән аралашып йәшәһен”, - тиелә. Тағы ла бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) мосолмандарға шулай тигән: “Кем дә кем туғандары менән аралашып йәшәй, Аллаһы Тәғәлә ул кешене байытыр һәм ғүмерен оҙонайтыр”.
Тағы ла бер хәҙис. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) бер дәрестә ултырған саҡта үҙенең сәхәбәләренә: “Әгәр ҙә һеҙҙең арала үҙенең туғандары менән мөнәсәбәтен боҙған кеше бар икән, бында ултырмаһын. Ундай бер генә ир кеше булһа ла, ул йәмәғәткә Аллаһтың бәрәкәте тәтемәҫ”, - тип әйтә. Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, сәхәбәләр араһынан бер егет тороп сығып китә. Үҙенең әрләшкән ике туған апайына барып, уның менән татыулашҡас ҡына, кире Пәйғәмбәребеҙҙең дәресенә килеп ҡушыла.
“Минең ҡолом үҙенең туғандары менән араһын боҙмаһа, Мин дә уның менән араны боҙмаҫмын, ә туғандары менән араһын боҙһа, Мин дә уның менән араны боҙормон”, - ти Аллаһы Тәғәлә ҡудси хәҙистә. Әгәр ҙә кем дә кем Аллаһтың Рәхимлегенән сығырға уйлай икән, ул туғандары менән мөнәсәбәттәрен боҙһон. Ә кем дә кем Аллаһ Рәхимлегендә генә йәшәргә теләһә, туғандары уға насарлыҡ эшләгән хәлдә лә, уларға яғымлы йөҙ менән ҡарап, уларҙан насар һүҙҙәр ишеткән саҡта ла, яҡшы һүҙҙәр менән яуап ҡайтарырға тейеш. Туғандарың һиңә ҡаршы булған саҡта ла, уларҙың хәлен белеп тороу – иң сауаплы эш ул. Хәҙерге интернет, телефон, автомобиль булған заманда атай-әсәйзең, туғандарҙың хәлен белеп тороуы ауыр түгел. Тимәк, Аллаһтың Рәхимлегенә ирешеү ҙә еңеләйҙе. Аллаһы Тәғәлә – Әр-Рахман, Әр-Рәхим. Аллаһҡа яҡынайырға тырышҡан әҙәмдәр Уға табан бер аҙым эшләһәләр, Аллаһы Тәғәлә уларға табан биш аҙым эшләр.
Күршеләргә ҡарата тоғролоҡ – ул уларҙың хаҡын белеү һәм уны үтәү. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм): “Күршең ас ятҡанда һин туҡ килеш ятып йоҡлама”, - тигән. “Күршеләр иҫәбенә нисә өй керә һуң?” - тип һорағастар, Аллаһ рәсүле: “Ҡырҡ өй алдан, ҡырҡ өй арттан, ҡырҡ өй уң яҡтан һәм ҡырҡ өй һул яҡтан”, - тип яуап биргән.
Фәрештәләрҙең иң олоһо булған Ябраил фәрештә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәтте күршеләр хаҡы тураһында шул тиклем ныҡ өгөтләгән, хатта Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм): “Мин, күршеләрҙең бер-береһенең мираҫын бүлешергә лә хаҡтары барҙыр, тип уйлай башлаған инем”, - тигән.
Яҡшы иманлы күрше – был донъялағы ҙур бәхет. Ауылда эсмәгән, урлашмаған, бөтә эшкә лә оҫта булған мосолман күршеләр менән йәшәү ниндәй рәхәт, ҡалаларҙа ла эсмәгән, тауышланмаған, иманлы күршеләрҙе бирһен беҙгә Хоҙай! Һәм бер ҡасан да Пәйғәмбәребеҙҙең: “Ҡиәмәт көнөндә ҡаты һорау алырға иң тәүҙә бер-береһе менән ыҙғышып йәшәгән күршеләрҙе алып килерҙәр”, - тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ.
Йә Аллаһ! Беҙгә тоғроларҙан булырға ярҙам итһәң ине, беҙҙең һүҙҙәребеҙ эштәребеҙҙән айырылмаһа ине, ниәттәребеҙ тик Һинең Рәхмәтеңә генә ирешеүҙә булһа ине! Аллаһты Аллаһ тип белгән, Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәр тип белгән, әсәйҙе әсәй тип белгән, атайҙы атай тип белгән һәм күршеләрҙе күрше тип белгән иманлы халыҡ ит беҙҙе! Амин.

Илшат ҒАТИӘТУЛЛИН

Читайте нас: