Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Июль 2019, 14:02

БАЙЛЫҠ – ХӘРӘМ ТҮГЕЛ

Ҡайһы бер таныштарым мосолмандарҙың ниндәй булырға тейеш, йәки түгел икәнлеге хаҡында бәхәсләшергә ярата. Моғайын, үҙегеҙ ҙә шул турала уйланғанығыҙ барҙыр. Ысынлап та, ниндәй булырға тейеш бөгөнгө мосломан? Бигерәк тә тирә-яғыбыҙҙағы капиталистик, ярым атеистик һәм бөтә нәмәне лә тик зыңлап тороусы тәңкәләр менән иҫәпләүсе йәмғиәттә? Бай булырға. Бөгөн изге эштәр башҡарыу, туған-тыумасаңа ярҙам итеү, халыҡ алдында абруй ҡаҙаныу өсөн байлыҡ кәрәк.

Тирә-яғымда булып ятҡан ваҡиғаларға тыныс аҡыл менән, икенсе күҙлектән ҡарау һәм төшөнөү ихтыяжы бар ине. Ә ваҡиғалар ысынлап та ҡыҙыҡ…

Ҡайһы бер таныштарым мосолмандарҙың ниндәй булырға тейеш, йәки түгел икәнлеге хаҡында бәхәсләшергә ярата. Моғайын, үҙегеҙ ҙә шул турала уйланғанығыҙ барҙыр. Ысынлап та, ниндәй булырға тейеш бөгөнгө мосломан? Бигерәк тә тирә-яғыбыҙҙағы капиталистик, ярым атеистик һәм бөтә нәмәне лә тик зыңлап тороусы тәңкәләр менән иҫәпләүсе йәмғиәттә? Бай булырға. Бөгөн изге эштәр башҡарыу, туған-тыумасаңа ярҙам итеү, халыҡ алдында абруй ҡаҙаныу өсөн байлыҡ кәрәк.
Байлыҡ – хәрәм түгел. Белһәгеҙ, заманында Абдурахман ибн-Ауф исемле сәхәбә булған. Ул, Исламға хәтлем дә төбәктәренең иң бай сауҙагәрҙәрҙең береһе һаналған. Абдурахман ибн-Ауф, мәжүсиҙәр мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлап, асыҡтан-асыҡ үлтерә башлағас, Мәккәнән сығып китеүселәр араһында була. Ул башҡа ҡасҡындар менән бергә, дошман һәм юлбаҫарҙарҙың туҡтауһыҙ янауы аҫтында ҡыҙған сүллек аша 430 саҡрым юл үтеп, Мәҙинә ҡалаһына күсенеп килә. Йәғни һижрә ҡыла. Әлбиттә, бөтә туғандарын һәм мөлкәтен Мәккәлә ҡалдырып киткән кешегә яңы урында саҡ ҡына булһа ла ярҙам итергә кәрәк: Рәсүлуллаһ (пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Абдурахманды буласаҡ мосолман дәүләтенең өсөнсө хәлифе Ғосман бин-Ғаффан менән таныштыра. Ғосман сәхәбә Абдурахмандың ауыр хәленә ҡарап (өйө лә, малы ла, хатта кейер кейеме лә юҡ), уға аҡса килтерерлек сығанаҡ итеп үҙенең емеш-еләк баҡсаһын бирергә уйлай. Әммә сауҙагәр-фәҡир бүләкте ҡабул итеү урынына баҙарға юл күрһәтеүен һорай. Ялһыҙ-талһыҙ бер йылдан һуң, ул 700 дөйәнән торған зиннәтле тауарҙар каруанын Сүрийәгә оҙата. (Борон Ғәрәбстанда 2 дөйәһе булған кеше лә ныҡ бай һаналған). Үлер алдынан Абдуррахман пәйғәмбәребеҙҙең бөтә ҡатындарына ла йөҙөшәр мең көмөш дирхәм, Аллаһ Тәғәлә юлында изге эштәр ҡылыу өсөн 50 000 алтын динар, ә ҡалған аҡсаларын хәйер-саҙаҡа итеп таратырға васыят итә.
Абдурахман 75 йәшкә етеп гүр эйәһе булғас (һижри 32 йыл; миләди 652 йыл), арҡаҙаштары уның васыятын тормошҡа ашыра. Тәүге ике теләк үтәлгәндән һуң, ҡалған аҡсаларҙы өләшкәндә, һәр кешегә меңешәр динар өлөш сыға! Сәхәбә ҡаҙнаһы алтындарын бер нисә көн дауамында балталар менән сабып бүлешәләр. Бынан тыш бай сәхәбә үҙ ғүмерендә 30 000-дән ашыу ғаиләне ҡоллоҡтан һатып алып азат итә. Исламға килеүенең тәүге йылдарында уҡ изге эштәргә – 4000, бер аҙҙан 40 000 динар фиҙа ҡыла. Һижри иҫәпләү буйынса 13 йылда (миләди 634 йыл) Абдурахман ибн-Ауф бөтә мосолмандарҙың да Хаж ҡылыуы өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә. Йәғни уларҙы урынлаштырыу, ашатып-эсереүҙе ойоштороу, төрлө шарттар тыуҙырыу бурыстарын үҙ иңенә ала. Хатта, ҡайһы бер ике йөҙлөләр уны маҡтаныуҙа һәм кеше һүҙе өсөн генә тырышыуҙа ғәйепләйҙәр. Әммә Рәхимлеләрҙән Рәхимле хәҡиҡәтте белә: тап шул байлығы, йомартлығы һәм башҡа күркәм сифаттары өсөн Үҙенең ҡолон тере сағында уҡ ожмах вәғәҙә итеп ҡыуандыра.
Бөгөн мосолмандар байлыҡты алдашмай һәм урлашмайынса ла тупларға мөмкин икәнлеген күрһәтеүсе булырға тейештәр. Тап шуның менән “дәғүәт” (кешеләргә Ислам нигеҙҙәрен өйрәтеү, иманға саҡырыу) тип аталған динебеҙ шартын башҡарыу мөмкин. Ә ниәт-теләктәрегеҙ ҙә “Аллаһ ризалығы өсөн” булһа – был, иншалаһ, Уға ғибәҙәт һаналыр.

Абдулла АБДРАХМАНОВ.

Вставка: Абдурахман ибн-Ауф әйткәндәр:
Гонаһтарҙан ситләшеп намыҫымды һаҡларға һәм, Хоҙай Тәғәлә юлында сарыф итеп, Уға яҡынлашырға мөмкинлек биргән мөлкәт – иң яҡшыһы.
Ҡасандыр нужа күргәнебеҙҙә сабырлыҡ ҡылдыҡ, ә хәҙер, нужабыҙ үткәйне, сабырлығыбыҙ ҙа үтте.
Кем берәйһенең ниндәйҙер гонаһ ҡылғаны хаҡында ишетеп, шул турала һүҙ таратып йөрөй, үҙе лә шул уҡ гонаһты ҡылған тип һаналасаҡ.
Рәсүлебеҙҙең тәүге хәләл ефете – Хәҙисә лә (Хәдиджә бинт Һүвәйлид) заманында сауҙа менән шөғөлләнгән, кеше яллап каруандар оҙатҡан, сит яҡтарҙан ҡыҙыл йөнлө дөйәләр ҡайтартҡан. Ә ҡыҙыл дөйәләр, хәҙерге затлы автомобилдәр кеүек, иң ҡиммәтле тауарҙарҙан һаналған. Мәккәлә дәрәжәле эшҡыуар булараҡ танылыу ҡаҙанған аҡыллы, ваҡиғаларҙы алдан күҙаллай белеүсе Хәҙисә матурлығы менән дә эргә-тирәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырылып торған. Ул үҙенең бөтә байлығын, мәжүсиҙәр Мәккәләге мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлау йылдарында, пәйғәмбәребеҙ арҡаҙаштарының ғаиләләренә аҙыҡ-түлек һәм төрлө кәрәк-яраҡ һатып алыуға, Ислам динен ҡабул иткән ҡолдарҙы азат итеүгә тотона.

ЫСЫН НАМАҘ

Хикәйәт

Йәмле йәй иртәһендә бер падишаһ ярандары менән һунарға сыға. Бик күп кейек аулай һәм ау ҡомарында бар донъяһын онота. Шул сәбәпле төшкә хәтлем һарайына ҡайтып өлгөрмәй, ваҡыты еткән намаҙҙы арҡаҙаштары менән урманда уҡырға ҡарар итә. Был ваҡытта эргәләренән ҡайғыһынан аҡты ҡаранан айырмаҫлыҡ хәлгә еткән ҡатын юғалған балаһын эҙләп китеп бара икән. Ул намаҙ уҡыусыларға килеп бәрелә һәм ҡурҡышынан ҡуйы ағастар араһына инеп ҡаса. Падишаһтың был хәлгә ныҡ асыуы килә, әммә намаҙын бүлмәй дауам итә. Шулай ҙа эстән генә “алабарман ҡатынды язаларға кәрәк” тип уйлап ҡуя.
Һунарсылар намаҙҙарын тамамлап ҡайтыу юлына сыға. Шул ваҡыт ҡаршыларына тағы теге ҡатын осрай: балаһын тапҡан, бәхетле йөҙө ҡояш кеүек балҡып килә, ти. Уны шунда уҡ ҡулға алалар. Асыуы ҡабарып киткән падишаһ бахырҡайға:
– Ниңә намаҙ уҡыусыларға ҡамасауланың?! Ниңә үҙеңдең хакимыңды хөрмәт итмәнең?! – тип яр һала.
Ҡатын үҙен уратып алған яугирҙәрҙән ҡурҡһа ла, ҡайҙандыр көс табып яуап ҡайтара:
– Ғәфү итегеҙ, мин бәләкәс баламды юғалтҡайным. Уны эҙләгән сағымда һеҙҙе аңғарманым, өҫтөгөҙгә килеп мендем. Падишаһым, һеҙ намаҙығыҙҙы шул хәтлем онотолоп уҡый инегеҙ. Иғтибарығыҙҙы бүлеп ҡуйыуҙан, ҡамасаулауҙан ҡурҡып, тиҙерәк эргәгеҙҙән китергә тырыштым. Һәм “Был изге кеше Аллаһ менән аралашҡан сағында, моғайын, минең килеп бәрелгәнемде һис тоймағандыр” тип өмөт иттем…
Шул ваҡыт падишаһ уйға ҡала: ысынлап та, бөтә күңеле менән бирелеп намаҙ ҡылыусы – Аллаһ Тәғәлә алдында тороусыға тиң. Шул ваҡытта башҡа әйберҙәргә иғтибар итеү дөрөҫмө икән? Тимәк, был ҡатын минең иманымдың кимәлен күрһәтте. Уны язаларға түгел, ә бүләкләргә кәрәк…
Читайте нас: