Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
26 Июль 2019, 19:55

Көнсөллөк — йөрәк ағыуы

Аллаһы Тәғәлә “Фәләҡ” сүрәһендә юҡҡа ғына: “Һәр көнсөл кешенең яуызлығынан Аллаһҡа һыйынам”, – тип әйтергә ҡушмағандыр. Тимәк, көнсөллөктән дә насар сифат юҡ, юғиһә Аллаһ ул хаҡта телгә алған булыр ине. #Иманнуры

Аллаһы Тәғәлә “Фәләҡ” сүрәһендә юҡҡа ғына: “Һәр көнсөл кешенең яуызлығынан Аллаһҡа һыйынам”, – тип әйтергә ҡушмағандыр. Тимәк, көнсөллөктән дә насар сифат юҡ, юғиһә Аллаһ ул хаҡта телгә алған булыр ине.

Көнсөллөк ислам динендә хәрәм, ҙур гонаһтарҙың береһе һанала. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Иман менән хөсөтлөк бер кешелә булмаҫ”, – тип әйткән. Иманы камил кеше көнләшмәҫ, монафиҡ йәки зәғиф иманлы ғына быны булдырыр. Хәтәм әл-Әсәм «Минхәдж әл-ғәбидин» китабында: “Башҡа кешеләргә изгелек теләмәүсе иманлы түгел. Башҡаларҙы тәнҡитләүсе ғибәҙәт ҡылыусы түгел. Ғәйбәтсе үә кеше артында һөйләүсе ышаныслы булмаҫ. Көнләшеүсе ярҙамһыҙ ҡалыр”, – тигән. Кеше барыһын хурлап йөрөп, дуҫтарһыҙ ҡала, шунлыҡтан уға ярҙам итеүселәр табылмай, унан ситләшәләр.

Кеше күңелендә хәсәд (ҡара көнсөллөк) һәм ғибтәһ (аҡ көнсөллөк) йәшәүе ихтимал. Аҡ көнсөллөк – үҙенә лә, кешегә лә ниғмәт, изгелек теләү. Ә хәсәдтең асылы —тәкәбберлек, Аллаһы Тәғәлә менән риза булмау. Ҡара көнсөллөк менән сирләгәндәр үҙен башҡаларға ҡарағанда юғарыраҡ ҡуя, лайыҡлыраҡ тип иҫәпләй. Кешеләге ниндәй ҙә булһа ниғмәттең (байлыҡ, мөлкәт, сәләмәтлек, матурлыҡ, көс һ.б.) үҙендә булыуын йәки бөтөнләй юҡҡа сығыуын йә иһә уларҙың үҙенә күсеүен теләй.

Был донъяла бөтә әҙәмде лә ҡәнәғәтләндереп була. Тик көнсөлдәргә генә бер ваҡытта бер нәмә лә етмәйәсәк, доғалары ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителмәйәсәк, сөнки ҡылғандары тик яуызлыҡ. Шуға күрә изге ғәмәл йыйыр урынға улар тик гонаһ туплап йөрөй. Кешенең ниғмәттәре юҡҡа сығыуын теләгән кеүек, хөсөт йәндәрҙең Ҡиямәт көнөндә булған бөтә әжер-сауаптары ла юҡҡа сығасаҡ. Мөхәммәт (с.ғ.с): “Байлығы булмаған кеше Ҡиямәт көнөндә намаҙ, ураҙа, зәҡәт менән һәм шул уҡ ваҡытта кемделер әрләгән, кемгәлер яла яҡҡан йәки башҡа төрлө гонаһтары менән дә киләсәк. Уның барлыҡ изгелектәре зыян күргәндәргә бүлеп биреләсәк. Әгәр ҙә әжер-сауаптары әҙәм хаҡтарын ҡайтарғансы бөтһә, тимәк, уларҙың гонаһтары ла көнсөл кешегә күсәсәк һәм һуңынан ул йәһәннәмгә атыласаҡ”, – тип әйтә. Мин-минлек, дан артынан ҡыуыу һөҙөмтәһендә бәндәнең зиһене зәғиф­ләнә, рухына кәмселек килә. Шуға ла Мөхәммәт (с.ғ.с): “Көнсөллөктән һаҡлана күрегеҙ. Ут утынды ашаған кеүек, көнсөллөк тә эшләгән изгелектәрҙе, сауаптарҙы ашайҙыр”, – тигән. Бынан тыш көнсөл кеше үҙен дә эстән яндыра һәм күңел тыныслығын юғалта, донъяның матурлығын күреүҙән ҡолаҡ ҡаға.


Донъялағы иң беренсе гонаһ – ул көнсөллөк

Көнсөллөк мөнәсәбәт өҙөлөүенә, дошманлашыуға, бер-береңде күрә алмауға, ғәйбәт һөйләүгә, зыян ҡылыуға, хатта үлтереүгә алып барыуы ихтимал. Хөсөтлөк хатта яҡын туғандарҙы ла айыра, бөтөнләй көфөрлөккә сығара. Күктә лә, ерҙә лә иң беренсе ҡылынған гонаһ шулай уҡ көнсөллөк менән бәйле.

Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде балсыҡтан бар иткәс, барлыҡ фәрештәләргә уға сәждә ҡылырға ҡуша. Бөтәһе лә уның әмерен үтәй, әммә бер Иблис кенә сәждә ҡылыуҙан баш тарта. Ул башҡалар кеүек Аллаға ғибәҙәт ҡылыусы, ғилемле булған, тик Аллаһ Әҙәмгә өҫтөнлөк биргәс, күңеленә көнсөллөк, тәкәбберлек инеп оялай. Шул сәбәпле Әҙәмгә һәм уның балаларына мәңгегә дошман булып ҡала һәм уларҙы тура юлдан яҙҙырыу өсөн барыһын да эшләй.

Ҡөрьәндәге тағы ла бер миҫал итеп Әҙәмдең Кабил һәм Хабил исемле ике улы хаҡындағы ҡиссаны әйтеп үтергә кәрәк. Егет ҡорона ингән был ике туған алдына өйләнеү мәсьәләһе килеп баҫа. Аталары Кабилға Хабилдың игеҙәк һеңлеһен, ә Хабилға Кабилдың игеҙәк һеңлеһен ҡатын итеп билдәләй. Тик Кабил был ҡарар менән риза булмай, Хабилға ҡатын булыр ҡыҙҙы үҙенеке иткеһе килә. Был аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолоу өсөн Әҙәм уларға Аллаһҡа ҡорбан килтерергә ҡуша. “Аллаһ кемдең ҡорбанын ҡабул итә, шул хаҡлы булыр”, – тигән. Шулай итеп, Хабил – бер дөйәне, Ә Кабил, игенсе булыу сәбәпле, бер өйөм бойҙайҙы ергә ҡуя. Шул ваҡыт күктән аҡ болот төшөп, Хабилдың ҡорбанын алып китә. Был – Хабилдың ҡорбаны ҡабул ителде һәм уның хаҡлы булып сыҡты тигәнде аңлата. Ахырҙа көнләшеүҙе еңә алмаған Кабил ҡәрҙәшенең ғүмерен ҡыя. Шулай итеп, Кабил донъялағы иң беренсе кеше үлтереүсе була.

Шулай уҡ Йософ пәйғәмбәрҙе лә, аталары уны нығыраҡ ярата тип, ағайҙары көнсөллөк арҡаһында үлтерергә теләй һәм, ахыр сиктә, уны ҡоҙоҡҡа ташлай.


Ни өсөн кешеләр бер-береһенән көнләшә?

1.Дошманлыҡ һәм нәфрәт. Был көнсөллөктөң иң ҙур сәбәбе. Бер кешенең икенсеһен ҡыйырһытыуы, насарлыҡ ҡылыуы асыу, нәфрәт уята, ә ул, үҙ сиратында, үс алыуҙы талап итә. Әгәр ҙә ниәт тормошҡа ашмаһа, ул көнләшеү хисенә әйләнеп китеүе ихтимал.

2. Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн күреү. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйған берәү янында “мин-минлек” менән ауырыған, унан ғилеме, байлығы, дәрәжәһе, эш урыны менән юғарыраҡ тороусыны күрә алмай.

3. Кешеләр менән идара итеүҙе яратыу. Хакимлыҡ итергә яратыусы эргәһендә берәйһен көндәш күрһә, ул мотлаҡ көнсөллөк ҡолона әүереләсәк.

4. Аллаһы Тәғәлә тарафынан башҡа кешегә ниғмәт бирелеүен теләмәү. Ҡайһы бер кеше идара итеүҙе лә яратмай, кемгә булһа ла нәфрәт хисе лә һаҡламай, әммә йәне һаран булыу сәбәпле, башҡаларға ниғмәт теләмәй. Аллаһ Тәғәлә: “Кем дә кем йәненең һаранлығынан һаҡлана, шул кеше уңышҡа ирешеүселәрҙән булыр”, – тип әйтә.


Көнсөллөктән һаҡланып йәшәү кешене йәннәткә алып бара

Был ҡәлеб ауырыуынан ҡотолоу өсөн уны сир итеп танырға һәм дауаларға кәрәк. Быға тик зекер, доға, ғилем һәм Аллаһтың ризалығын алыу юлы менән генә ирешергә мөмкин. Кешеләрҙең байлыҡтарына иғтибар итмәй йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә кемгә ниғмәттән мул өлөш сығарырға, кемгә әҙерәк өләшергә икәнен Үҙе белә. Берәүгә мөлкәт бирмәгән икән, тимәк, шулай хәйерле тип һанай. Барыһы ла Аллаһтың хикмәте менән эшләнә. Сөнки кемдер байып, кешелек сифатын юғалта, ә кемдер, киреһенсә, ярлыланһа боҙола. Бынан тыш көнсөллөк “ҡушҡан” ғәмәлдең киреһен эшләргә, йәғни әгәр ҙә хөсөтлөк ғәйбәт һөйләргә этәрһә, кешене маҡтарға, әгәр тәкәбберлек күрһәтергә этәрһә, ул ваҡытта үҙеңде ябай тоторға кәрәк.

Бөгөнгө көндә һәммәбеҙгә лә донъя байлығы артынан түгел, ә хәйерле эштәр ҡылыуҙа ярышыу, Аллаһтың тәҡдиренә риза булып, уның рәхмәтенә ирешеү, йәннәткә инеүсе ғәмәлдәр эшләү зарур.



«ӘЛ-ФӘЛӘҠ» СҮРӘҺЕ

Бисмилләәһи-ррахмәәни-рраххиим! Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. Миң шәрри мәә халәҡ. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб. Үә миң шәрриннәффәәҫәәти фил-ғүҡәд. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

Мәғәнәһе: «Әйт: «Таң Раббыһына һыйынам, Ул барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан, ҡараңғылыҡты ҡаплаған ваҡыттағы яуызлығынан, төйөндәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан, хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡыттағы яуызлығынан!»
Читайте нас: