Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
25 Ноябрь 2019, 00:00

49 көн

1960 йылдың 17 ғинуарында дүрт һалдаттан торған “Т-36” баржаһы командаһы, ҡеүәтле циклон үҙәгенә эләгеп, Курилдағы Итуруп утрауынан асыҡ океанға китә. Океандағы походтар өсөн түгел, ә каботаж – бер илдең порттары араһында ғына йөҙөргә тәғәйенләнгән бәләкәй судно дрейфта ике мең самаһы диңгеҙ миле үтеп, ҡырҡ туғыҙ көн буйы тулҡындар ихтыярында сайҡала. Бортта баштан уҡ аҙыҡ-түлек тә, һыу ҙа булмай, ләкин егеттәр кешелек сифаттарын юғалтмай, ныҡ тора.

Алыҫ Көнсығыштағы егеттәр тураһында бөтә донъя яҙа һәм һөйләй. Әммә легендар Beatles музыкаһы әле лә яңғырай, ә Әсхәт Йыһаншин, Анатолий Крючковский, Филипп Поплавский һәм Иван Федотовтың даны үткәндә ҡалды, уларҙың исемен бөгөн өлкән быуын кешеләре генә хәтерләй. Йәштәргә иһә яңынан һөйләргә кәрәк. 1960 йылдың 17 ғинуарында дүрт һалдаттан торған “Т-36” баржаһы командаһы, ҡеүәтле циклон үҙәгенә эләгеп, Курилдағы Итуруп утрауынан асыҡ океанға китә. Океандағы походтар өсөн түгел, ә каботаж – бер илдең порттары араһында ғына йөҙөргә тәғәйенләнгән бәләкәй судно дрейфта ике мең самаһы диңгеҙ миле үтеп, ҡырҡ туғыҙ көн буйы тулҡындар ихтыярында сайҡала. Бортта баштан уҡ аҙыҡ-түлек тә, һыу ҙа булмай, ләкин егеттәр кешелек сифаттарын юғалтмай, ныҡ тора.
Әйҙәгеҙ, был тарихты хәтергә төшөрәйек...
Данлыҡлы “49 көн” 1960 йылдың 17 ғинуарында башлана. Курил теҙмәләренең әле лә “бәхәсле” дүрт утрауының береһе – Итурупта дүрт егет хеҙмәт итә: татар Әсхәт Йыһаншин, рус Иван Федотов һәм ике украин: Анатолий Крючковский менән Филипп Поплавский. Дүрт һалдат, дүрт дуҫ 17 ғинуар иртәһен үҙйөрөшлө “Т-36” баржаһында ҡаршылай. Ташлы һай урын йөктәрҙе ярға сығарырға мөмкинлек бирмәй, “Т-36” иһә йөк суднолары өсөн үҙенсәлекле йөҙөүсе причал булып тора. Йөҙ тонналыҡ баржаның оҙонлоғо 17 метр, киңлеге ни бары 3,5 метр, ә батымы 1 мертҙан саҡ ҡына артыҡ. Ошондай габариттарҙан торған һәм тиҙлеге 9 узелға эйә “Т-36” ярҙан 200–300 метрға ғына алыҫлаша ала.
Егеттәр пограничниктар ҙа, хәрби моряктар ҙа түгел. Улар, ғөмүмән, моряк түгел – төҙөлөш батальонында хеҙмәт итәләр, тейәү-бушатыу эштәре менән шөғөлләнәләр: баржаларҙан йөк ҡабул итеп, ярға алып барғандар. Йәки киреһенсә. Тап 17 ғинуарҙа сираттағы йөк судноһы килергә тейеш була, егеттәр кесе сержант Йыһаншин етәкселегендә мунсанан туп-тура баржаға китә. Ярҙа хатта аҡса алалар, ләкин аҙыҡ-түлек алырға өлгөрмәйҙәр.
Төндә шторм башлана. Ғөмүмән, бөтә елдәргә асыҡ ҡултыҡта штормлы һауа торошо – ғәҙәти күренеш, ләкин быныһы бигерәк тә көслө була. Күп йылдар үткәндән һуң Анатолий Крючковский иҫкә алыуынса, “һанаулы ғына секундтар эсендә ҙур тулҡындар күтәрелде, беҙҙең баржа швартовка мачтаһынан ысҡынып китеп, ҡултыҡта тап һымаҡ өйөрөлөргә тотондо”. Баржаның таштарға һуғылыуынан ҡурҡҡан егеттәр ике дизелде лә ҡабыҙа.
Әсхәт Йыһаншин бына нимәләр һөйләй:
– 17 ғинуарҙа иртәнге туғыҙҙар тирәһендә трос өҙөлдө лә шторм беҙҙе ҡаяларға алып китте, беҙ командованиеға ҡултыҡтың көнсығыш яғында ышыҡланырға уйлайбыҙ, унда тынысыраҡ, тип хәбәр итеп өлгөрҙөк. Шунан рацияны һыу баҫты, яр менән элемтә юғалды. Киске етелә ел ҡырҡа үҙгәрҙе лә, беҙҙе асыҡ океанға һөйрәне. Өс сәғәттән һуң матростар дизелдәрҙә яғыулыҡ запасы бөтөп килеүен хәбәр итте. Мин ярға сығырға бойорҙом. Хәүефле аҙым, әммә һайланып тороп булмай ине. Тәүге ынтылыш уңышһыҙлыҡҡа осраны: Шайтан сопкаһы тип йөрөтөлгән ҡаяға бәрелдек. Мөғжизә менән генә ҡыйралманыҡ, таштар араһынан үтеп киттек, шулай ҙа баржа тишелде, машина бүлегенә һыу тула башланы. Ҡая артында – ҡомло яр, баржаны шунда йүнәлттем. Беҙ барып еттек тип әйтерлек. Баржаның төбө ергә тейҙе, ләкин шул саҡ солярка бөтөп двигателдәр һүнде, шторм беҙҙе океанға ҡыуҙы.
Әлбиттә, уларҙы эҙләйҙәр, эҙләмәйенсә булдыра алмайҙар. Метеошарттар мөмкинлек биргәндә. Ләкин эҙләүҙәргә ныҡышмалылыҡ етмәй: “Т-36” тибындағы бәләкәй генә судноның океан штормына сыҙауына ышаныусылар булмай тиерлек. Өҫтәүенә, шторм ваҡытында күмер тултырылған ҙур әрйә төшөп ҡала. Һуңынан уның ярҙа табылған ватыҡтары “Т-36” баржаһы кешеләре менән бергә һәләк булыуы тураһындағы версияға тап килә һымаҡ.
Ни өсөн һәм нисек булыуы хаҡында хәҙер фекер йөрөтөүе ҡыйын. Шулай ҙа факт факт булып ҡала: бер нисә көн рәттән ҡоторған ғинуар штормы баржаны – океандар өсөн тәғәйенләнмәгән, хәҙер инде үҙ аллы йөрөй алмай идараһыҙ ҡалған, ныҡ ҡына емерелгән, радио элемтәһенән мәхрүм, төбө тишек баржаны – Тымыҡ океандың икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә ҡыуып алып китә. Аҙаҡ бортында дүрт кеше булған судноның япон балыҡсылары “үлем ағымы” тип атаған ҡеүәтле океан ағымына эләгеүе асыҡлана. Һәр сәғәт, һәр минут “Т-36” баржаһын тыуған ярҙарынан алыҫлаштыра. Тағы ла бер ҡотолғоһоҙ осраҡ, был хаҡта егеттәр рубкала табылған “Красная Звезда” гәзитенән шунда уҡ тиерлек белә: мәҡәләлә океандың тап ошо өлөшөндә өйрәнеү ракеталары осороласағы әйтелә, шуға бәйле бөтә район йөҙөү өсөн хәүефле тип иғлан ителә. Был иһә уларҙың яҡын арала ниндәй ҙә булһа судноға осрау өмөтөн дә өҙә...
Тағы ла Әсхәт Йыһаншин менән әңгәмәнән:
– Үҙегеҙ йөҙөргә уйламанығыҙмы?
– Үҙеңә ҡул һалыу! Боҙло һыу, бейек тулҡындар, түбән температура... Һыу өҫтөндә ике минут та тора алмаҫ инек. Унан баржаны ташлап китеү уйыбыҙға ла инмәне. Ҡаҙна мөлкәтен әрәм-шәрәм итергә яраймы ни?
Бындай елдә якорға ултырып булмай, тәрәнлек тә мөмкинлек бирмәй. Өҫтәүенә, баржала бөтә нәмә боҙ менән ҡапланды, сылбырҙар туңды. Ҡыҫҡаһы, күҙ алдында юғалыусы ярҙарға ҡарауҙан башҡа бер ни ҙә ҡалманы. Ҡар яуыуын дауам итте, асыҡ океанда тулҡындар саҡ ҡына түбәнәйҙе, ул тиклем йолҡҡоламаны.
Бөтә көстө машина бүлегенән һыуҙы һурҙыртыуға йүнәлттек. Домкрат ярҙамында тишекте ҡапланыҡ, һыу үтеүҙе туҡтаттыҡ. Иртән яҡтырыу менән беренсе эш итеп ашарға нимә ҡалғанын тикшерҙек. Бер буханка икмәк, бер аҙ борсаҡ һәм тары ярмаһы, шторм ваҡытында машина бүлегенә сәселеп, мазут һеңдергән бер биҙрә картуф, бер банка май, ике ҡап “Беломор”, өс ҡап шырпы. Бөтә байлыҡ шул. Эсергә яраҡлы һыулы биш литрлыҡ бак штормда ватылды, дизелде һыуытырға тәғәйенләнгән техник һыу эстек. Ул тутлы ине, иң мөһиме – сөсө!
Башта беҙҙе тиҙ табырҙар, тип уйланыҡ. Йә ел йүнәлешен үҙгәртеп, баржаны ярға ҡыуыр. Шулай уйлауыбыҙға ҡарамаҫтан, мин шунда уҡ ризыҡҡа һәм һыуға ҡаты сикләү индерҙем. Донъя хәлен белеп булмай. Хаҡлы булып сыҡтым.
Тәүлегенә бер мәртәбә ашаныҡ. Һәр кемгә ике картуфтан һәм бер ҡалаҡ майҙан бешергән бер көрөшкә аш эләкте. Бар сағында ашҡа тағы ла ярма өҫтәнем, ул да бөттө. Һыуҙы ҡырыныу йыйылмаһының бәләкәй генә стаканынан көнөнә өс тапҡыр эстек. Ләкин тиҙҙән был норманы ла кәметергә тура килде.
Экономияның бындай сараларына мин рубкала “Красная Звезда” гәзите киҫәгенә осраҡлы тап булғас тотондом. Мәҡәләлә Тымыҡ океандың күрһәтелгән районында Советтар Союзы ракеталар осорасаҡ, шуға күрә, күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, унда март башына тиклем һәр төрлө граждандар һәм хәрби судноларға күренеү тыйыла, тип яҙылғайны. Мәҡәләгә төбәк картаһы ла теркәлгән. Беҙ егеттәр менән йондоҙҙарға һәм елдең йүнәлешенә ҡарап, үҙебеҙҙең тап... ракета һынауҙары үҙәгенә барыуыбыҙҙы төшөндөк. Тимәк, беҙҙе эҙләмәйәсәктәр.
Океан ағымы “Т-36” баржаһын Гавай утрауҙары яғына алып китә. Ғәмәлдә, әгәр яңы шторм ҡупмаһа һәм баржа батмаһа, ҡотолоуға өмөтләнергә булыр ине әле. Тағы ла. Етерлек аҙыҡ-түлек һәм сөсө һыу запасы булһа. Бер нисә аҙнаға, хатта айҙарға етерлек запас.
Беренсе булып папиростар бөтә. Быҡтырылған ит менән сусҡа майы ла бик тиҙ кәмей. Картуф бешереп ҡарайҙар, ләкин ул ауыҙға алырлыҡ та булмай. Шул уҡ мазут арҡаһында.
Тағы ла Әсхәт Йыһаншин әңгәмәһенән:
– Беҙ дрейфлауҙы дауам итәбеҙ. Уйҙарыбыҙ һәр ваҡыт ризыҡ тирәһендә өйөрөлә. Мин ашты бер картуф ҡына һалып, ике көнгә бер бешерә башланым. Дөрөҫ, 27 ғинуарҙа, тыуған көнөндә, Крючковский ашты артығыраҡ алды. Ләкин Толя өҫтәмә ашты яңғыҙы ғына ашауҙан баш тартты. Йәнәһе, тыуған көн тортын бөтә ҡунаҡтар менән дә бүлешәләр, шуға күрә һыйланығыҙ!
Нисек кенә һуҙырға тырышһаҡ та, 23 февралдә аҙыҡ-түлек бөттө. Совет армияһы көнө хөрмәтенә бына шундай төшкө аш килеп сыҡты... Беләһегеҙме, бер кем дә артыҡ киҫәк эләктерергә тырышманы. Ысынлап тырышһа ла, килеп сыҡмаҫ ине. Бөтәһе лә ҡат-ҡат иҫәпләнелгәйне. Һабын, теш таҙартыу пастаһы ашап ҡараныҡ. Ас кешегә барыһы ла бата!
– Көндәргә иҫәп алып барҙығыҙмы?
– Минең календарлы сәғәтем бар ине. Башта хатта катер журналы ла тултырҙым: экипаждың кәйефе, кем ни менән шөғөлләнгән. Һуңынан һирәгерәк яҙа башланым, сөнки бер ниндәй ҙә яңылыҡ булманы, ҡайҙалыр океанда сайҡалдыҡ, шул ғына. Беҙ уйлағанса, 8 мартта түгел, ә 7-дә ҡотҡарҙылар: кәбисә йыл һәм февралдә 29 көн икәнен онотоп, бер тәүлеккә яңылышҡанбыҙ.
Дрейфтың һуңғы көндәрендә әкренләп кенә аҡылдан яҙыу сигенә еттек, галлюцинация башланды. Палубаға сыҡманыҡ тиерлек, кубрикта яттыҡ. Кәребеҙ бөтөнләй ҡалманы. Аяҡҡа баҫырға маташаһың, башҡа күҫәк менән һуҡҡандай була, күҙ алдары ҡараңғылана. Аслыҡтан, көс булмауҙан был. Ниндәйҙер тауыштар, ят ауаздар, карап гудоктары ишеттек. Ысынында иһә быларҙың береһе лә юҡ ине.
Ҡыймылдарлыҡ хәлебеҙ барҙа балыҡ тотмаҡсы булдыҡ. Ҡармаҡ игәнек, башҡа ябай ғына ҡоралдар яһаныҡ... Ләкин океан туҡтауһыҙ ҡоторҙо, бер генә балыҡ та сиртмәне. Ниндәй иҫәр тутыҡ ҡаҙаҡҡа ҡыҙыҡһын инде? Бортҡа сығаһың, тулҡындар килтереп бәрә, һәм һин кирегә йүгерәһең... Тота алһаҡ, медузаны ашауҙан да баш тартмаҫ инек. Дөрөҫ, һуңынан баржа янында акулалар өйөрөлә башланы. Оҙонлоҡтары – метр ярым. Беҙ – уларға, улар беҙгә ҡараны. Бәлки, кемебеҙҙеңдер борт артына иҫтән яҙып ҡолауын көткәндәрҙер?
Бер нисә көндән беҙгә теге мазут һеңгән картуф та деликатесҡа әйләнде... Ҡалған аҙыҡ-түлекте һәм һыуҙы һаҡ тотонорға хәл иттек.
Үҙҙәренең командирына, Әсхәт Йыһаншинға, егеттәр иң мөһимен ышанып тапшыра: ашарға әҙерләп, бүлеп биреү. Ракеталар осороуҙың иғлан ителгән һуңғы көнөнә тиклем аяҡта ҡалырға иҫәп тоталар. Башта һәр кемгә ике ҡалаҡ ярма һәм ике картуф тура килә. Һуңынан – дүрт кешегә бер картуф. Көнөнә бер тапҡыр. Һуңынан – көн аша...
Һыуытыу системаһындағы һыуҙы эсәләр. Тәүҙә көнөнә өс тапҡыр өсәр йотом. Һуңынан был норма икеләтә кәметелә. Шунан был һыу ҙа бөтә, улар ямғыр һыуы йыйырға тотона. Ул һәр кемгә ике тәүлектә бер йотом тура килә...
Океанда яңғыҙ йөрөүҙәренә бер ай булып китә. Баржа ярҙарҙан йөҙҙәрсә милгә алыҫлаша... Ашарға бер нәмә лә ҡалмай.
Сирек быуаттан һуң Әсхәт Йыһаншин былай хәтерләй:
– Аслыҡ һәр ваҡыт интектерҙе. Һыуыҡ булыу арҡаһында баржала ҡомаҡтар ҙа юҡ ине. Булһалар, ашар инек. Диңгеҙ ҡоштары – альбатростар осто, беҙ уларҙы тота алманыҡ. Шулай нисектер хәлдән тайып ятам, ҡайышымды тартҡыслайым. Көтмәгәндә мәктәптә уҡытыусы апайҙың һайға ултырған матростарҙың аслыҡтан интегеүе тураһында һөйләүе иҫкә төштө. Улар мачтаның күнен һыҙырып алып, бешереп ашағандар. Ҡайышым күндән ине. Беҙ уны туҡмас кеүек иттереп киҫтек, ашҡа ит урынына өҫтәнек. Шунан рацияның ҡайышын ҡырҡып алдыҡ. Артабан итектәрҙән башҡа бер нәмә лә уйлап таба алманыҡ...
Күпте күреүселәр, бындай хәлдә кешеләр йыш ҡына аҡылдан яҙа, кеше булыуҙан туҡтай, тип һөйләй: паникаға бирелә, борт артына һикерә, бер йотом һыу, бер ҡабым ризыҡ өсөн бер-береһен үлтерә. Егеттәр иһә бер-береһенә ярҙам итеп, ҡотҡарылыуға өмөтләнеп, һуңғы көстәренә ҡәҙәр тора. Аслыҡты һәм сарсауҙы Иван Федотов башҡаларға ҡарағанда ауыр кисерә. Ул йыш ҡына бик ныҡ ҡурҡа, мендәре аҫтында балта тота. Бындай мәлдәрҙә уға иптәштәре ярҙамға килә: күңелен күтәрә, өмөтләндерә. Ә бит үҙҙәренең дә өмөтө бына-бына һүнергә тора...
“Итек тиреһенең тәме нисек?” – тип һорайҙар Анатолий Крючковскийҙан ярты быуаттан һуң.
– Бик әсе, еҫе яман. Ул саҡта тәм ҡайғыһы инеме ни?! Бер генә нәмә – ашҡаҙанды алдарға кәрәк. Тиренең үҙен генә ашап булмай – ныҡ ҡаты. Шуға күрә беҙ уны ваҡлап яндырҙыҡ. Кирза янғас, ағас күмере кеүек була, йомшара. “Деликатес”ты йоторға еңел булһын өсөн солидол һөрттөк. Ошондай бер нисә “бутерброд” беҙҙең тәүлек рационын тәшкил итте...
Ни эшләйһең? Гармун клавишалары аҫтынан тире – хромдың бәләкәй генә түңәрәктәрен таптыҡ. Уларҙы ла ашаныҡ. “Әйҙәгеҙ, егеттәр, быны юғары сортлы ит тип иҫәпләйек...” тигән тәҡдим дә индерҙем әле.
Хайран ҡалырлыҡ, хатта ашҡаҙандарыбыҙ боҙолоп интекмәнек. Йәш организм барыһын да һеңдерҙе!
Ғәжәп, ләкин улар араһында һуғышыу булмай, хатта береһе икенсеһенә бер тапҡыр ҙа тауыш күтәрмәй. Күрәһең, бындай хәлдә теләһә ниндәй конфликттың үлемгә алып барыуын аҡылға һыймаҫлыҡ эске һиҙем менән тойғандарҙыр. Ә улар йәшәй, өмөт менән йәшәй. Хәлдәренән килгәнсә эшләйҙәр: билгә хәтлем һыуыҡ һыуҙа тороп, трюмға даими ингән һыуҙы туҫтаҡлап түгәләр.
«Һуңғы көндәрҙә галлюцинация башланды. Әйтерһең, яҡында ғына тимерлек, кешеләр һөйләшә, машиналар геүләй. Палубаға күтәрелһәң, тирә-йүндә бушлыҡ, тотош һыу икәнен күрәһең, бына шунда ысынлап ҡурҡыуға төшәһең дә инде. Беҙ һөйләшеп килештек: әгәр беребеҙ артабан йәшәй алмағанын тоя икән, ул бәхилләшә һәм вәссәләм! Иң һуңғы булып ҡалғаныбыҙ исем-шәрифтәребеҙҙе яҙа. Тап ошо көндө яныбыҙҙан карап үтте. Уға сигналдар бирергә тотондоҡ, ләкин ара алыҫ булғанлыҡтан, беҙҙе күрмәнеләр. Был 2 мартта булды. Тағы ла бер судноны 6 мартта күрҙек. Ул да күрмәй үтеп китте...»
Ҡотолоу 7 мартта, кискә табан килә. Йәшәргә күп ҡалмаған була инде: уларҙың ғүмер оҙонлоғо – өс бөртөк шырпы, ярты сәйнүк сөсө һыу, ашалмаған һуңғы итек. Американың “Kearsarge” авианосецы самолеттары Мидуэй утрауынан төньяҡ-көнбайышта яҡынса 1 мең милдә күрә уларҙы. Шулай итеп, ярым батҡан, төбө тишек баржа Тымыҡ океанда Гавай утрауҙарына ҡәҙәр ярты юлға етеп, 1 мең диңгеҙ миле үтә – был да мөғжизәгә оҡшаған...
Ҡотолоу күктән, ике вертолет образында килә. Американдар палубаға бау ташлай һәм... пауза.
Әсхәт Йыһаншин:
– Улар ҡысҡыра, ә беҙ тегеләрҙең береһе палубаға төшөүен көтәбеҙ. Үҙ талаптарыбыҙҙы ҡуябыҙ: “Беҙгә аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ бирегеҙ, үҙебеҙ ҡайтып етәсәкбеҙ”. Тәүге вертолеттар торҙо-торҙо ла, яғыулығы бөткәс, осоп китте. Икенселәре килде. Ҡараһаҡ, офоҡта ҙур карап, авианосец күренде. Был вертолеттарҙың да яғыулығы бөткәс, карап менән бергә юғалдылар. Бына шунда беҙ ысынлап ҡурҡтыҡ та инде. Ике сәғәттән һуң карап беҙҙең янға яҡынлашҡас, иҫәрләнмәнек. Мин беренсе булып карапҡа күстем...
Бығаса күрелмәгән ғорурлыҡтың тәүге өйәнәге ябай ғына аңлатыла: ул мәлдә егеттәр үҙ яҙмышы тураһында түгел (ҡотҡарылыуҙары күренеп тора бит инде), ә үҙҙәренә ышанып тапшырылған социалистик милекте, йәғни “Т-36” баржаһының яҙмышын хәстәрләй. Йыһаншин американдарға аңлатырға була беренсе булып күсә лә инде: үҙҙәре менән авианосецҡа баржаны ла алырға ниндәй ҙә булһа күтәргес кәрәк. Нисек кенә сәйер булмаһын, баржаны күтәрергә авианосецта ни өсөндөр күтәргес табылмай. Йыһаншинға американдарҙың күп яфа сиккән баржаны икенсе судно алып китер тигән вәғәҙәһенә ышанырға тура килә.
Авианосецта шунда уҡ ашарға алып китәләр. Туҫтаҡҡа һурпа һалалар, икмәк бирәләр. Беҙ бәләкәй киҫәктәрҙе алдыҡ. Күрһәтәләр: тағы ла алығыҙ, тартынмағыҙ. Ләкин мин шунда уҡ егеттәрҙе иҫкәрттем: һәйбәт нәмә күп булмай, сөнки ас килеш күрмәҫтәй булып тығынһаң, аҙағы насар бөтә. Һуғыштан һуң Волга буйында үҫкәнмен бит әле...
Беҙгә таҙа эске кейем, ҡырыныу кәрәк-яраҡтары бирҙеләр, душҡа алып барҙылар. Йыуына башлау менән, аңымды юғалтып ҡоланым. Күрәһең, организм 49 көндә һуңғы сиккә эшләгәндер, ә бында көсөргәнеш кәмегәндер.
Өс көндән һуң уяндым. Янымда – иптәштәрем, улар күрше карауаттарҙа тыныс ҡына йоҡлай. Беренсе эш итеп баржа менән ҡыҙыҡһындым. Беҙҙе карап лазаретында ҡараусы санитар иңбаштарын ғына һикертте. Кәйефем төштө. (Әлбиттә, улар Йыһаншинды тулҡынландырмаҫҡа тырышҡан. Баржа әллә ҡасан юҡҡа сығарылған, сөнки американдар фекеренсә, уның бер ниндәй ҙә ҡиммәте ҡалмаған, ә уны ҡараусыһыҙ ҡалдырыу хәүеф тыуҙырасаҡ.) Эйе, беҙ иҫән ҡалдыҡ, бының өсөн кемгә рәхмәт уҡырға тейешбеҙ? Американдарға! Яуыз дошман булмаһалар ҙа, дуҫ та түгелдәр. Ул саҡта СССР менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәре шәптән түгел ине. Ҡыҫҡаһы, мин тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ ҡурҡыуға ҡалдым. Баржала ла Америка авианосецындағы һымаҡ ҡурҡманым. Беҙҙе Штатта ҡалдырырҙар, ҡайтырға рөхсәт итмәҫтәр, тип ҡотҡоға бирелдек. Рөхсәт итһәләр, Рәсәйҙә ни көтә? Ватанға хыянатта ғәйепләмәҫтәрме?
Америка авианосецында совет һалдаттары тураһында ҙур хәстәрлек күрәләр. Тотош команда, капитандан алып һуңғы матросҡа тиклем, уларҙы балалар кеүек ҡарай, улар өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Ауырлыҡта “35 – 40 фунт” юғалтҡан егеттәр аяҡтарында саҡ-саҡ баҫып тора, хатта үҙ аллы йөрөй алмай.
Авианосец Сан-Францискоға юллана.
Оҙаҡ аҙналар яңғыҙлыҡтан, сараһыҙлыҡтан, аслыҡтан һәм һыуһауҙан интеккән, тормош тарафынан иркәләнмәгән беҙҙең дүрт егет өсөн ысын бәхетле көндәр башлана. Даими табип күҙәтеүе аҫтында булалар, махсус диета буйынса ҡалаҡтан тип әйтерлек ашаталар. Көн дә иртән авианосец командиры килеп, сәләмәтлектәре менән ҡыҙыҡһына. Нисектер Йыһаншин унан: “Беҙҙе тапҡас та авианосец ни өсөн баржа янына килмәне?” – тип һорай. “Ә беҙ һеҙҙән ҡурҡтыҡ”, – тип шаярта адмирал. Кеселекле һәм алсаҡ американдар уларға карапта күңелһеҙ булмаһын өсөн барыһын да эшләй. Егеттәр ҙә бурыслы булып ҡалмай, уларға тиңе булмаған фокус күрһәтә: өсөһөн бер һалдат ҡайышы менән быуа.
– Океан аръяғында ҡалырға тәҡдим иттеләрме?
– Кире ҡайтырға ҡурҡмайһығыҙмы, тип һаҡ ҡына белештеләр. Йәнәһе, теләһәгеҙ, һыйыныр урын бирәбеҙ, шарттар тыуҙырасаҡбыҙ. Беҙ баш тарттыҡ. Алла һаҡлаһын! Совет патриотик тәрбиәһе. Бер ниндәй тәҡдимдәргә лә ҡыҙыҡмауыма әле булһа үкенмәйем. Ватан берәү генә, башҡаһы миңә кәрәкмәй. Һуңынан беҙҙең хаҡта, дүрт егет гармун ашап түгел, ә Штаттарҙа ҡалмауы менән дан ҡаҙанды, тип һөйләнеләр.
Дүрт егетте ҡотҡарыу тураһындағы хәбәрҙе АҠШ дәүләт департаменты совет илселегенә улар “Kearsarge” авианосецы бортына аяҡ баҫҡандан һуң бер нисә сәғәт үткәс тә еткерә. Авианосец Сан-Францискоға барған бер аҙна буйы Мәскәүҙә икеләнәләр: кемдәр улар – һатлыҡ йәндәрме, әллә геройҙармы? Совет матбуғаты аҙна буйы өндәшмәй, ә авианосецҡа күсеп, өс көн уҙғас, егеттәр менән элемтәгә ингән “Правда” хәбәрсеһе Борис Стрельников “телдәрен теш артында” тоторға кәңәш бирә. Улар булдыра алғанса тота ла...
Авианосец Сан-Францискоға килеп еткәндә, “ыңғай”ын һәм “ҡаршы”һын бизмәнгә һалғас, Мәскәүҙә, ниһайәт, бер ҡарарға киләләр: улар геройҙар! “Известия” гәзитендә 1960 йылдың 16 мартында баҫылған “Үлемдән көслөләр” тигән мәҡәлә совет матбуғатына бығаса күрелмәгән кампанияға старт бирә. Әлбиттә, Америка матбуғаты алдараҡ старт ала. Ҡыйыу дүрт егеткә бөтә донъяла ысын-ысындан дан йырлау әҙерләнә.
“...Стихия көстәренә ҡаршы көрәштә совет кешеләренең ҡаһарманлыҡ һәм рух көсөн сағыу күрһәткән һеҙҙең данлы батырлығығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Һеҙҙең батырлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм сыҙамлылыҡ хәрби бурысты һәйбәт үтәүҙең үрнәге булып хеҙмәт итә...
Ҡәҙерле ватандаштар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, Тыуған илгә тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем”, – тип әйтелә Н.С. Хрущевтың 16 марттағы телеграммаһында.
Шулай итеп, Ватан батырҙарын ҡаршыларға әҙерләнә. Ә әлегә – әлегә уларҙы Америка таң ҡалып ҡаршылай. Совет илселегенең һаҡ күҙәтеүе аҫтында. Сан-Францискола егеттәргә ҡаланың “алтын асҡысын” тапшыралар. Көнбайышса кейендерәләр. Модалы тар салбар, ялтырап торған модалы ботинка кейгән ябыҡ ҡына егеттәр ысын дендиға – ҡупшы кейенгән фырт егеттәргә әйләнә. Әйткәндәй, саҡ ҡына һуңыраҡ бына ошо салбарҙарға һәм модалы ботинкаларға “стилягалар” тип аталған совет андеграунды1 үҙ ҡарашын белдерә. Беҙҙең илдә рок-н-ролдың үҙенсәлекле визит карточкаһы – “Rock Around the Clock” көйөнә бихисап вариацияларҙа башҡарылған (аҡрын ғына тауыш менән, әлбиттә) таҡмаҡтар күпмелер ваҡыт бик популяр була. Аңлашылыуынса, бер ниндәй ҙә яҙмалар һаҡланмаған.
Шунан Нью-Йорк, “Куин Мери” лайнерында Атлантик океан өҫтөнән осоу, Париж, Мәскәүгә самолет, аэропортта тантаналы ҡаршы алыу: сәскәләр, генералдар, кеше төркөмдәре, транспаранттар һәм плакаттар. Уларҙың әҙәм ышанмаҫлыҡ, бөтә донъяны тип әйтерлек урап сыҡҡан сәйәхәте тамамлана.
«Мәскәүҙә тәүге көндәрҙә ҡурҡтым, Лублянкаға һөрһәләр, “Бутырка”ға ябып, язалай башлаһалар? Ләкин беҙҙе КГБ-ға саҡыртманылар, һорау алманылар, киреһенсә, самолет трабы янында сәскәләр менән ҡаршы алдылар. Советтар Союзы Геройы исеме лә бирергә йыйынғайнылар, шикелле, әммә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән генә сикләнделәр.
Беҙҙе оборона министры маршал Малиновский ҡабул итте. Барыбыҙға ла штурман сәғәте бүләк итте (“башҡаса аҙашмаҫ өсөн”), миңә өлкән сержант званиеһы бирҙе, һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙгә ике аҙналыҡ отпуск алдыҡ. Өйҙә ҡунаҡ булғас, Мәскәүҙә осрашып, Ҡырымға, Гурзуфҡа хәрби шифаханаға киттек. Йәнә барыһы ла беренсе класс буйынса! Унда генералдар менән адмиралдар ял итә, көтмәгәндә беҙ – һалдаттар! Тәҙрәләре Ҡара диңгеҙгә ҡараған номерҙар, туҡлыҡлы ашатыу... Дөрөҫ, ҡыҙына алманыҡ. Сисенеү менән, төрлө ятҡан фотоаппаратлы туристар уратып ала.
Юрий Гагарин йыһанға осҡансы беҙ донъяны шаулаттыҡ, шунан илдең һәм бөтә донъяның яңы геройы барлыҡҡа килде. Әлбиттә, беҙ уның данына яҡын да килә алмай инек. Хатта ынтылманыҡ та.
Бер йыл үтеп, ил Юрий Гагариндың исемен белгәс тә уларҙың даны һүнмәй. Гәзиттәр Ленинград янындағы диңгеҙ училищеһы курсанттары Йыһаншин, Поплавский һәм Крючковскийҙың ҡотлауын беренселәрҙән булып баҫа: “...Беҙ, ябай совет егеттәре, Тымыҡ океанда ҡоторған штормда 49 көнлөк дрейфҡа ҡаршы тора алдыҡ. Тап бына шуға күрә донъяла беренсе булып йыһанды яулаған Юрий Алексеевич Гагарин йыһанға осоуҙың бөтә ауырлыҡтарын еңеп сыға алды...”
Унда Иван Федотовтың ҡултамғаһы юҡ. Ул иптәштәре менән диңгеҙ училищеһына уҡырға инеүҙән баш тарта. Үҙенең Алыҫ Көнсығышына ҡайтып, 2000 йылда үлгәнсе, башҡаларҙан айырылып тормай, шунда тыныс ҡына йәшәй. Ни өсөн? Кем белә инде...
Әйткәндәй, ҡалғандар ҙа һәүетемсә генә йәшәй. Уларҙың береһе лә бер ниндәй айырым матди байлыҡтар һәм исемдәр алмай.
Тыуған илдәренә ҡайтып күп тә үтмәй һалдаттарҙы демобилизациялайҙар: Родион Малиновский егеттәр бурыстарын тулыһынса үтәгән тип иҫәпләй. Филипп Поплавский, Анатолий Крючковский һәм Әсхәт Йыһаншин командование тәҡдиме менән Ленинград диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Уны 1964 йылда тамамлайҙар.
Амур буйы егете Иван Федотов тыуған төйәгенә ҡайта, ғүмере буйы йылғасы булып эшләй. 2000 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Училищены тамамлағас, Ленинград янында урынлашҡан Филипп Поплавский ҙур диңгеҙ судноларында хеҙмәт итә, сит илдәргә йөҙә. 2001 йылда вафат була.
Анатолий Крючковский Киевта йәшәй, “Ленинская кузница” заводында оҙаҡ йылдар баш механик урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Әсхәт Йыһаншин, училищены тамамлағас, Ломоносов ҡалаһында авария-ҡотҡарыу отрядында механик булып эшкә урынлаша. Өйләнә, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. 2017 йылдың 20 июнендә 80-се йәшендә вафат була.
Әсхәт Йыһаншин: “Миңә ҡайһы саҡта бер ни ҙә булмаған һымаҡ тойола. Бер ниндәй ҙә эҙемтәләр тоймайым. Һаулығым яғынан да, матди яҡтан да. Аллаға шөкөр.
Беҙҙең хаҡта фильм төшөрҙөләр. Уға Владимир Высоцкий йыр яҙҙы. Стилягалар рок-н-ролл көйөнә Америка шлягеры һалды: “Зиганшин – буги, Зиганшин – рок, Зиганшин съел второй спог”. Миңә Эрнест Хемингуэй2 телеграмма ебәрҙе. Ален Бомбарҙан3 хат килде, Тур Хейердалдан4 да. Әлбиттә, бөйөк кешеләрҙең исемемде ишетеүе күңелле, ләкин мин шуны аңланым: төрлө хәлдәрҙең бергә тап килеүе арҡаһында ғына беҙ егеттәр менән дан алдыҡ.
Тормоштағы иң төп ваҡиға тураһындағы һорауығыҙ өҫтөндә йыш уйланам. Дөрөҫөн әйткәндә, ул көн булмаһа яҡшыраҡ булыр ине. Әгәр беҙҙе ул саҡта шторм океанға алып китмәһә, хеҙмәттән һуң мин тыуған ауылым Шенталаға ҡайтып тракторсы булып эшләүемде дауам итер инем. Тап бына шул шторм тормошомдоң аҫтын өҫкә килтерҙе. Ә икенсе яҡтан, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ни хаҡында һөйләшер инек һуң? Юҡ, үкенеү урынһыҙ. Яҙмыштан уҙмыш юҡ...”
R.S. Рәсми версия буйынса, әйтеп үткәнебеҙсә, “Т-36”-ның дрейфы 49 көн дауам иткән. Шулай ҙа даталарҙың дөрөҫлөгөн тикшереү башҡа һөҙөмтә бирә – 51 көн. Был ғәжәп хәлгә бер нисә аңлатма бар. Иң популярына ярашлы, “49 көн” тураһында совет лидеры Никита Хрущев беренсе булып әйткән. Ул әйткән рәсми мәғлүмәттәрҙе кире ҡағырға берәү ҙә батырсылыҡ итмәгән.

1. Андеграунд – күмәк кеше ҡатнашлығындағы мәҙәниәткә, рәсми сәнғәткә ҡаршы төшөүсе хәҙерге заман сәнғәтендәге ижади йүнәлештәр йыйылмаһы.
2. Эрнест Хемингуэй – Америка яҙыусыһы, журналист.
3. Ален Бомбар – француз табибы, биолог, сәйәхәтсе һәм сәйәсмән.
4. Тур Хейердал – норвег сәйәхәтсеһе, этнограф, археолог, яҙыусы.

Факил Мырҙаҡаев тәржемәһе.