Ҡасандыр, мин бәләкәй саҡта уҡ, беҙҙең Иҫке Собханғол ауылы буйлап Кирәметдин тигән бабай өйҙән-өйгә инеп, доға ҡылып, сығып китә ине. Үҙе менән тоҡ йә моҡсай йөрөттө. Хужалар тинлек аҡса, икмәк йә башҡа ризыҡ бирәләр. Бабай уларҙы моҡсайына һалып, сәй йә аш мәле булһа, ипле генә итеп, артыҡ һүҙ һөйләмәй генә, рәхмәтен әйтеп, ашап-эсә. Уның исеме Кирәметдин икәнен һуңғараҡ ҡына белдек. “Кирас ҡарт” тип кенә йөрөтә инек уны. Бала-саға ныҡ шаярһа: “Ана, хәҙер Кирас ҡарт килеп, тоғона һалып алып китә”, – тип тыя торғайнылар.
Советтың көслө сағында, дин тыйылған мәлдә Кираметдин бабай динде ташламаны, Хоҙай барлығын халыҡҡа аңлатып йөрөр булды. Ул үҙе йөҙ йәшкә тиклем йәшәне. Олоғайған көнөндә яңынан ауыҙын тултырып тештәре сыҡҡан, тип тә һөйләнеләр.
Хәҙерге көндә элекке партия әһелдәре, эскесе, аҙып-туҙып йөрөүселәр ҙә диндар булып, муллаға әйләнеп бөттө. “Яһалма” муллаларҙың доға ҡылып өшкөрөүҙәре бер ниндәй еңеллек бирмәй, сөнки уларҙа дин тышҡы ғына, күңелдән түгел. Ә шулай ҙа динде бар йөрәге менән ҡабул иткәндәрҙең доға ҡылып өшкөрөүҙәре килешә, шуға ла уның ҡөҙрәтенә ышандыра. Сит кешенән түгел, ә үҙемдең баштан үткән ике ваҡиғаны бәйән итмәксемен.
Ҡыҙымдың улы Аҫҡарға бишенсе йәш барғанда башына сиҡан сығып интектерҙе. Бер урында сиҡаны ярылып, ҡара ҡан сығып йүнәлеүгә икенсе урында пәйҙә була. Ҡыш көнө ине. Тышҡа бүрекһеҙ сығып булмай. Ә баш кейеме кейһә, яраһы йәбешә, ярһыта, тән температураһы күтәрелә. Бала илай, йоҡлай алмай. Аҫҡарҙы ниндәй генә дарыуҙар менән дауалап та, арҙаҡлы медицина белгестәренә күрһәтеп тә ҡараманылар – файҙаһы булманы. Шул саҡта мин Дим биҫтәһендәге бер оло йәштәге апайҙың өшкөрөп, төрлө ауырыуҙарҙы еңеүен ишетеп ҡалдым. Кейәүем ни өсөндөр улын уға күрһәтергә ҡаршы торҙо. Ахырҙа, юрғанға урап, бәләкәй сана менән булһа ла, үҙем алып барам, тигәс кенә юҡҡа килде.
Апай баланы ҙур бер һандыҡ өҫтөнә һалды ла, 15-18 сантиметрлы сөйҙө ҡулына алып, уны малайҙың өҫтөнән йөрөтөп өшкөрә башланы. Өшкөрөп бөткәс, тағы ла ике тапҡыр килергә, унан өс көн дауамында дарыу, дауахана тураһында онотоп торорға ҡушты. Өшкөрөү килешһә, дүртенсе көнөнә ауырыуы ҡоҫҡолоҡ, эсе китеү менән сығып бөтәсәген әйтте. Малайҙы атай-әсәһе алып ҡайтып китте лә дүртенсе көн таң менән миңә шылтыратып, төн йоҡламауҙары, төнө буйы малайҙың ҡоҫоп сығыуы, хәҙер уны миңә килтереүҙәре тураһында хәбәр итте. Ейәнемде миңә ҡалдырыуҙары булды, эсе китә башланы. Шул мәлдән сиҡан сығыу киҫеп алған кеүек туҡтаны.
Икенсе ваҡиға былайыраҡ булды. Быйыл йәй мин “Йәйғор” шифаханаһында дауаланғайным. 10-сы көнөндә иҫемде юғалтып, ҡолағанмын. “Тиҙ ярҙам” менән мине 22-се дауахананың реанимацияһына оҙатҡандар. Кеҫә телефонымдан булған номерҙарға шылтыратып, минең хәлде хәбәр иткәндәр. Мәсетле районында йәшәп ятҡан Саимә тигән дуҫым да килеп еткән. Ул күп кенә Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә ул. Мин ятҡан реанимация бүлмәһе ишеге төбөнә баҫып, ярҙамы тейһен тип, “Йәсин” уҡый башлаған. Минең янға инергә йыйынған табип уның сәйер ҡылығын күреп, һуҡранып та алған. Әммә Саимә бер нәмәгә ҡарамай, шул урында ете ҡат “Йәсин” сыҡҡан. Унан теге табип минең иҫкә килә башлауым, тик әлегә һөйләшә алмауым тураһында әйткән, доғаның ярҙамы тейеүенә аптыраған.
Иҫһеҙ йығылыр алдынан өйөмә ҡайтып, тутыйғоштарым, канарейкаларымды ашатып, тәрбиәләп килергә әҙерләнә инем. Реанимацияла иҫемә килә башлағас, тап шул ҡоштар хәтеремә төштө. Һаман да шифаханаламын икән, тип үҙем ятҡан алтынсы палатаны эҙләйем.
Бына шулай бер ни һиҙмәй, хатта бер төш тә күрмәй, комала ятҡанмын. Мине был тормошҡа ҡайтарырға теләп, ете мәртәбә “Йәсин” сығыуҙарын белмәнем. Теге бала ла әбейҙең һауыҡтырырға теләп, өшкөрөүен аңламағандыр инде. Шулай ҙа доға ҡөҙрәте сикһеҙ, бындай осраҡтарҙа тап улар ғына ярҙам итеүен аңлайһың. Мин быға инанғанмын.