– Машинағыҙҙы алмаштырырға ваҡыттыр ул...
Һуңғы ваҡытта “тимер ат”ымды яңыртырға кәңәш биреүселәр йышайҙы. Таныш ҡатын да иҫкәртергә, өгөт-нәсихәт биреп алырға онотмай. Үҙе машина йөрөтмәһә лә, шул тиклем белеүен әйт әле.
– Яңыртырға кәрәк, яңыртырға. Алһаң, тегене ал, үкенмәҫһең!
Ысынлап та, шаҡтай ваҡыт үтеп киткән шул. Таушала ла башланы. Бер көн юлда боҙолоп та ултырғас, “ат”ымды һатып, икенсене алырға булдым. Шулай берме, икеме ай үткәс, танышым:
– Һинең машина менән нисегерәк ул? – тип әйтеп ҡуйҙы. Һиҙеп торам: кемдер аша ишеткән.
– Икенсене алдым, хәҙер бер ай самаһы була инде.
– Ҡара, әйтмәй ҙә бит әле.
– Машина алдым тип маҡтанып йөрөп булмай ҙа инде.
– Тегенеһен күпмегә һаттың?
– Кит, ни эшләп улай бик осһоҙға бирҙең?! Һоҫолғанһың бит. Ул машинаңды ыжламай ҙа төгән һумға осорорға була ине. Алданғанһың, алданғанһың. Унан ниндәй машина алдың?
– Үҙебеҙҙеке. – Маркаһын әйттем.
– Шуны алдыңмы ни? Ниңә? Алғас-алғас, бүтәнде һайлайҙар уны. Үҙебеҙҙекенә ышаныс бармы ни?! Хәҙер онтала башлай бит ул. Бына мин әйтте тиерһең.
Был һүҙҙәрҙән әллә нисек булып китте. Бына-бына ауылға юлға сығырға йыйынам. Кәйефем бер аҙ ҡырылһа ла, өндәшмәнем. Танышым йәнә төпсөнә башланы.
– Ҡар-а-а-а! – Ул күҙен упайтып текләп ҡараны. – Ҡара машина шул тиклем тиҙ бысрай ҙаһа. Тик ултырған еренән бөтә саңды үҙенә йыя. Йыуып өлгөрөп булмай. Ә йыуғас, машина тиҙ серей.
Бер аҙ ултырғас, танышым тағы һүҙ башланы.
– Йәй ҡара машинала яман ҡыйын. Мунса кеүек бешереп алып бара. Ярай, әле ул тиклем эҫе түгел. Йәй айҙары етһен әле бына, белерһең.
Танышымдың һүҙҙәренән әле үк үҙемде ҡайнар ҡояш аҫтында ултырған кеүек хис иттем. Ә һеҙ, дуҫтар, миңә ни тип әйтер инегеҙ?