"Ул бер-береһе менән осрашҡан ике диңгеҙҙе тоташтырҙы. Араларында тотҡарлыҡ бар ‒ улар уны үтә алмай"
«Мәрхәмәтле» сүрәһе, 55:19-20.
Ысынлап та, ғалимдар иҫбатлауынса, береһенең һыуы ‒ сөсө, береһенеке әсе булған ике диңгеҙ бер-береһе менән ҡушылмай икән. Мөғжизәме был? Мөғжизә! Мөхәммәт пәйғәмбәр иһә (ﷺ) караптарҙа йөҙөп йөрөмәгән. Бындай мөғжизәне ул, Аллаһ Тәғәлә уға хәбәр итмәһә, бер нисек тә белә алмаған.