Балаларҙы “эшкинмәгән”, “йыбытҡы” тип әрләгән атай-әсәйҙәр бар арабыҙҙа. Белгестәр бындай һүҙҙәрҙе әйтеүҙән ҡырҡа тыя.
Һәр кемгә “йүнһеҙ”, “аңра” тигәнерәк һүҙҙәргә ҡарағанда “булдырғанһың бит” , “афарин” кеүегерәктәрен ишетеү күңеллерәктер ул. Бирелгән исемлекте иҫегеҙҙә тотһағыҙ, һеҙҙең балаларығыҙҙан да шәп кеше булмаҫ.
Әйтергә ярамаған 10 һүҙбәйләнеш:
мең тапҡыр әйттем бит инде һиңә; шуны хәтерләү ҡыйынмы ни һиңә; бөтә кешеләр ҙә шулай, ә һин... һин ниңә мине тыңламайһың; атайыңа (әсәйеңә) оҡшаһаң; Әйтелергә тейешле 10 һүҙбәйләнеш:
һин бик матурһың (ҡыҙҙарға), бытырһың (малайҙарға) һинең менән миңә рәхәт һәм еңел; һин мине һәр саҡ дөрөҫ аңлайһың; минең һинән дә яҡын кешем юҡ; мин һиңә генә ышана алам; мин бер ваҡытта ла һинең һымаҡ эшләй алмаҫ инем;