Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
17 Сентябрь 2020, 18:05

Гүр саҙаҡаһы мәжбүриме?

Гүр саҙаҡаһын бирәһең килһә — бирәһең, бирергә теләмәһәң — юҡ. Уны бирмәү гонаһ түгел.


Гүр саҙаҡаһына бәйле булған һорауға килгәндә, бында төрлө фекер йөрөй. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул саҙаҡа, хәҙистәр – дәлилдәр бармы? Нисек бирелә һәм гүр саҙаҡаһына ни тиклем аҡса кәрәк? “Элек кеше үлгәс, гүр саҙаҡаһына һарыҡ бирәләр ине. Шуның тәртибе тураһында яҙһағыҙ ине" һәм башҡа ошоға бәйле күп һорауҙар барлыҡҡа килә.
Берәүҙәр:
— Шәриғәтебеҙҙә гүр саҙаҡаһы биреү тигән шарт (талап) юҡ. Гүр саҙаҡаһын алыу ҙа, шулай уҡ, биреү ҙә дөрөҫ түгел – тип әйтәләр.
Икенселәре:
— Гүр саҙаҡаһы ул нәфел саҙаҡаһына ҡарай тиҙәр. Ирекле саҙаҡа – теләһәң бирәң, теләмәһәң юҡ, бының өсөн гонаһ юҡ. Бирһәң, әжере мәрхүмгәлә ирешә, һиңә лә сауап була тиҙәр.
Элек мәйетте ерләү эшен үҙ өҫтөнә алған, уны оҙатҡанда булышҡан өсөн, хәҙрәткә биргән нәфел саҙаҡаны, тора бара икенсе төрлө исемләп, гүр саҙаҡаһы тип, тере һарыҡ менән биргәндәр. Шуның менән бергә һарыҡты тауыҡ менән дә, йә он-ризыҡ менән дә алыштырғандар. Был — халыҡтың хәҙрәткә ниндәйҙер бер ҙә ярҙам күрһәтеүе кеүек булған. Кемдәр белмәй, имамдарға ул ваҡытта ла, хәҙер көндәрҙә лә хөкүмәттән һәм йәки башҡа бер ерҙән эш хаҡы бирелмәй. Улар Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бушлай эшләүселәр. Шулай уҡ мәсеттәрҙә ошо имамдар ҡарамағында, дәүләт тарафынан бер ярҙамһыҙ динебеҙҙе, иманыбыҙҙы ҡеүәтләүсе Аллаһ йорттары.
Борон төрлө төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәре араһында гүр саҙаҡаһын биреү ғәҙәте бик таралған булған. Мәйетте зыяратҡа күтәреп алып килеүселәргә һәм ҡәбергә төшөрөп ҡуйыусыларға һөлгөләр (таҫтамал) бирелә. Мәйетте ҡәбергә ҡуйғансы, мәйет янында, уның гонаһтары кисерелһен өсөн гүр саҙаҡаһы бирелә ине (ғәҙәттә бер ҡуйҙы, йәки һарыҡ баһаһындағы аҡса, йәки бер тоҡ он, йә тауыҡ, йә ҡаҙ, йәки йомортҡа бирелә ине). Был ҡәбер саҙаҡаһы бирелеп, йәки бирелмәгән осраҡта мәйеттең туғаны: «Мәйеттең гонаһтары кисерелһен, тип шул тиклем гүр саҙаҡаһын биреп ҡуярмын», — тип һүҙ биреп, доға уҡыла һәм мәйет ләхеткә ҡуйылып күмелә ине. Ҡайһы бер ерҙә гүр саҙаҡаһы итеп бирелгән хайуанды мулла үҙенә ала, ҡайһы бер ерҙә ул хайуандың ите, вафат булған мәрхүмдең рухына бағышлап үткәрелә торған Ҡөръән ашында бешерелгән. Был саҙаҡа ерләгән ваҡытта бирелмәгән булһа, үлгән кешенең өсөн уҡытҡанда бирелергә тейеш ине. Һәр ерҙә, һәр төбәктә үҙ тәртибендәге йолалары бар. Тик был хаҡта Ҡөръән Кәрим китабындала һәм хәҙистәрҙә лә яҙылмаған. Шуға был гүр саҙаҡаһына бәйле мәсьәләләрҙә ҡаңғырыш булмаһын.
Күргәнебеҙсә, был төр саҙаҡа халыҡ ғөрөф-ғәҙәте булып тора, ләкин кеше үҙенең вафат булған туғаны йә танышы өсөн уның исеменән саҙаҡа биреп ҡуйһа, бының өсөн биреләсәк сауаб мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙылыр. Шуға күрә ошондай маҡсат менән саҙаҡа бирергә уйлаһа, бер ниндәй зыян булмай. Саҙаҡаның аҙы, күбе юҡ, иң мөһиме ихлас күңелдән, Аллаһ ризалығы өсөн, тип биреп ҡуйыу. Бар эш ниәткә ҡарап баһалана тип әйтелә бит. Бик ҙур итеп, һарыҡ һәм башҡа мал-тыуар биргәнсе, ихлас күңел менән, мохтаж кешеләргә кейем-һалым, ризыҡ, аҡса бирһәң, йәки мәсет файҙаһына саҙаҡа биреп ҡуйһаң бик хәйерле була. Уны мәйетте ерләгәнсе, йәки уның өсө, етеһе йә иһә ҡырҡы еткәнсе биреп ҡуйыу тейешле тигән һүҙҙәр юҡ.
Мәйет өсөн гүр саҙаҡаһы биреү мәжбүриме тигән һорауға яуап биргәндә, иң алда шуға иғтибар биреп китәһе килә. Ислам диненең шәриғәтендә саҙаҡаларҙың күп төрлө булыуын беләбеҙ, әммә «гүр саҙаҡаһы» тип аталған айырым саҙаҡа юҡ. Ислам дине бер генә ғалим фекерендә ҡоролмаған, ныҡлап тикшелелеп Ҡөръән Кәримгә таянып, сөннәт-хәҙистәрҙән алынып, пәйғәмбәребеҙҙең йәшәү рәүешенән алып, төрлө аңлатмалар менән тулыландырылған. Әммә бөтәһе бер уртаҡ фекергә килеп, шулай булырға тейеш тигәндәр.
Гүр саҙаҡаһы буйынса ул беҙҙең яҡтарҙа: Башҡортостанда, Татарстанда һәм Ҡаҙағстанда таралған урындағы йола ғына. Кемдәрҙер был гүр саҙаҡаһын хуплай, ә билдәле элекке дин ғалимы Шиһабетдин Мәржәни «Әл-барк әл-вәмид» китабында уны бидғәттәр (дингә индерелгән яңылыҡтар) төркөмөнә индерә. Бынан аңлашылғанса, бындай саҙаҡаны биреү дин яғынан талап ителмәй, бер ерҙә ғәмәл ғәҙәт-йола булып үтәлә икән, уны шул ерҙә йәшәгән халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте итеп кенә ҡабул итергә, диндең бер өлөшө тип танымаҫҡа кәрәк тиҙәр.
Гүр саҙаҡаһын биреү ислам динендә мәжбүри ғәмәл түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләһиссәләмдең дә ул турала тура хәҙистәре юҡ тиҙәр. Быны халыҡ үҙе уйлап сығарған йолалыр тиҙәр. Гүр саҙаҡаһын бирәһең килһә — бирәһең, бирергә теләмәһәң — юҡ. Уны бирмәү гонаһ түгел. Имамға хәйер бирмәйҙәр икән, ул уға үпкәләргә тейеш түгел. Ул был ғәмәлдәрҙе яҡынын юғалтҡан кешегә ярҙам итеү йөҙөнән, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, унан әжер-сауап өмөт итеп эшләй. Әгәр ҙә саҙаҡа алыу өсөн генә башҡара икән, уның ниәте донъяуи байлыҡҡа ирешеү өсөн генә була. Хәлеңдән килә икән самаһына ҡарап, нәфел саҙаҡаһы итеп бир, әммә мулла уны һорап алырға тейеш түгел.
Әммә, әгәр был мулла мәсеттә имам булып йөрөй икән, уға мәсетте тоторға ярҙам кәрәк. Күп муллалар хатта үҙ аҡсаларын шул мәсет файҙаһына тотона, һеҙҙә бит өйөгөҙҙә йәшәп шуның хаҡын түләп, ҡарап тораһығыҙ, мәсеттәргә лә шулай сығымдар талап ителә. Мәсет өсөн, дин юлына биргән саҙаҡаның әжере бик ҙур.Унда уҡылған намаҙҙар һайын, ҡысҡырылған аҙан һайын мәрхүмдәргә лә һәм үҙегеҙгә лә сауап бара.
Нәзир САБИТОВ, имам-хатиб.
Читайте нас: