Аш доғаһы:
Ашҡа һис шикһеҙ, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип башларға,
бөтөргәндән һуң биргән ниғмәттәре өсөн “әлхәмдү лилләһ” тип Аллаға шөкрана
һәм хәмде-ҫәнә итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм
ризалыҡты белдерергә тейеш.
“Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә җәғәләнәә минәлмуслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһу.
Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур-раазиҡыын. Аллааһүммә
нәүүир ҡулүүбәнәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Үә әғтыйнә тәмәәмә ниғмәтикә үә
дәүәәмә ниғмәтикә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡә бихурмәти нәбиййикә. Үәлхәмдү
лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Ридаа ән лилләәһил-фәәтихәһ.”
(Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан, эсерткән һәм мосолман
булыуыбыҙҙы насип әйләгән Аллаһҡа маҡтау булһын.Эй, Аллаһым!
Аштарыбыҙға бәрәкәт бир. Быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ҡыл.
Беҙгә хәләл ризыҡ бир, сөнки Һин ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе,
Аллаһым! Күнелдәребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мәрхәмәтле ит һәм беҙҙән разый бул.
Беҙгә ниғмәтеңдең дәуамын һәм тамамын әйлә, йә Рабби! Пәйғәмбәрең,
хөрмәтенә, маҡтау булһын Ғәләмдәрҙең Раббыһы-Аллаһҡа. Уның ризалығы өсөн
“әл-Фәтихә”.)