Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
24 Ғинуар 2021, 15:10

Балалар өсөн доға ҡылыу

Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһа, кем һорар, доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һораусыларҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата!!!!!!!!!



????РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп үҙгәрт, балаларыбыҙ Һине яратыусыларҙан булһындар һәм һине яратыуслырҙы яратһындар!!!!!

????Йә Аллаһ, балаларыбыҙға был донъяла ла, ахирәттә лә кәрәкле, файҙалы булған белем бир, ул белем уларға Һине яратырға һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәп йәшәп, мәңгелеккә киткәндә иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен!!!!!!!!

????Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, һидәйәт һәм иман байлығы, үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән Үзең һаҡла!!!!!!!!!!

????Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре менән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир!!!!!!!!

????Йә РАББЫМ,балаларыбыҙҙы түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ китерһен!!!!!!!!

????Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел,тулы иман бир!!!!!!!

????Йә Аллаһым, балаларыбыҙ Ҡиәмәт Көнөндә йәннәткә инеү өсөн беҙҙең дәлилдәребеҙ булһындар. Әəəмиин!!!!!
Читайте нас: