Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
28 Ғинуар 2021, 19:20

Бөгөнгө менән бәхетле бул!

Ҡайһы саҡта кешеләр йәшәргә көс табыр өсөн, үҙҙәрендә теге йәки был маҡсаттарға ынтылыр дәрт уятыр өсөн төрлө тренингтарға йөрөй, махсус китаптар уҡый. Бәлки, уларҙың ниндәйҙер файҙаһы барҙыр. Бәлки, кемдәрҙер тап шундай тренингтарға йөрөп, тап шундай характерҙағы китаптар уҡып, үҙендә проблемаларын хәл итер, үҙ-үҙен ҡулға алып, аяҡҡа баҫыр көс табалыр. Әммә, ҡыҙғансыҡа ҡаршы, бындай тренингтар һәм китаптар күп осраҡта бизнес эшләүгә, аҡса һуғыуға ғына ҡоролған була.

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, мәңге ниҙер көҫәү, нимә менәндер ҡәнәғәтһеҙлек, тормоштан йәм тапмау – былар барыһы ла әлеге йәшәйешебеҙҙең бер билдәһе. Йәғни, депрессия үҙенә күрә бер заман афәтенә әүрелгән. Юҡҡа ғына уны, яман шештән ҡала килә, быуат эпидемияһы тип йөрөтмәйҙәр. Әллә артыҡ рәхәтлектән, нәфсебеҙҙе инде нимә менән ҡандырырға белмәй, депрессияға биреләбеҙ, бәләкәй генә шатлыҡтарҙы күрә белмәйбеҙ, гел генә буш өмөттәргә ынтылабыҙ, булғанына шөкөр итә белмәйенсә, артығын, күберәген теләйбеҙ. Бәғзеләр ипотека, кредиттарға баш-көйөләй сумып, ғүмер буйы иңдәрендә ауыр бер йөк йөкмәп, үҙ-үҙҙәрен күңел төшөнкөлөгөнә, бөтмәҫ борсолоуҙарға дусар итәләр.
Әлбиттә, депрессияға бирелеүҙең сәбәптәре лә төрлөсә булырға мөмкин. Кемдер тормошонда ниндәйҙер юғалтыу, тәрән тетрәнеү аша үтеп, шул арҡала көслө стресс кисереп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, тормоштан йәм тапмай башлай. Эндокринологик ауырыуҙар ҙа депрессияның сәбәбе булып торорға мөмкин. Ә кемдеңдер булмышы шундай: бөтмәҫ борсолоуҙар, үҙ-үҙеңә урын таба алмау – уларҙың көндәлек торошо. Гел генә үҙ-үҙен ғәйепләү, кәмһетеү арҡаһында кеше ошондай хәлгә килә.
Депрессияның күп кенә ауырыуҙарҙың, йә уларҙың көсәйеүенең сәбәбе булыуы ла бер кемгә лә сер түгел. Күп осраҡта кеше үҙ-үҙен бөтөрә, эстән “ашай”, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, көрәшерлек көс тапмай.
Ҡайһы саҡта кешеләр йәшәргә көс табыр өсөн, үҙҙәрендә теге йәки был маҡсаттарға ынтылыр дәрт уятыр өсөн төрлө тренингтарға йөрөй, махсус китаптар уҡый. Бәлки, уларҙың ниндәйҙер файҙаһы барҙыр. Бәлки, кемдәрҙер тап шундай тренингтарға йөрөп, тап шундай характерҙағы китаптар уҡып, үҙендә проблемаларын хәл итер, үҙ-үҙен ҡулға алып, аяҡҡа баҫыр көс табалыр. Әммә, ҡыҙғансыҡа ҡаршы, бындай тренингтар һәм китаптар күп осраҡта бизнес эшләүгә, аҡса һуғыуға ғына ҡоролған була.
Бөтә кешелекте нисек дөрөҫ йәшәргә, ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға, нисек итеп үҙеңде бәхетле тойорға өйрәтеүсе төрлө бестселлерҙар авторҙары күп кенә осраҡта был кәңәштәренән ситләшеп, яҙмыштарын бөтөнләй икенсе төрлө ҡоралар, үҙҙәрен бәхетһеҙлеккә дусар итәләр. Мәҫәлән, нисек итеп ғүмерҙе, никахты һәм ғаиләне һаҡлап алып ҡалыу тураһында алты китап яҙыусы Дерек Медина тормош иптәшен атып үлтерә. Көньяҡ Кореяның билдәле яҙыусыһы бәхет тураһындағы ике тиҫтәгә яҡын китаптың авторы, “бәхет адвокаты” Чхве Юн Хи алтмыш өс йәшендә, ҡаты ауырыуына түҙә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Үҙ-үҙҙәрен Раббыларынан мәхрүм итеп, “Аллаһыҙлыҡ”та хөкөм һөрөүсе быуындан хәйерле нәмә өмөт итәһе лә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был быуын баш-баштаҡланып гонаһ ҡылыуын үҙ хоҡуғы тип атай. Йәнәһе, ул – ирекле, үҙ яҙмышына үҙе хужа. Нимә теләй, шуны эшләй, дөрөҫ йәшәү ҡанундарын үҙе урынлаштыра, имеш. Ә кемдең ғаләмдәр Раббыһына ҡаршы китеп, Ул билдәләгән ҡанундарҙы, сиктәрҙе аша атлап бәхетле булғаны бар икән? Бының булыуы мөмкин түгел. Баш-көйөләй гонаһҡа батҡан, Раббыһын иҫкә лә алмаған, шөкөр итә белмәгән йән һис ҡасан тыныслыҡ таба алмаясаҡ. Гонаһтарҙан яраланып бөткән күңел, Раббыһына ҡайтмайынса тороп, бер ҡасан да үҙе дөрөҫ юлды таба алмаясаҡ.
“Раббығыҙ әйтте: “Миңә доға ҡылығыҙ, һәм Мин һеҙгә яуап бирермен” (40:60).
Донъялағы күп кенә бәләләр динһеҙлектән, Аллаһ билдәләгән ҡанундарҙы ҡабул итеүҙән баш тартыуҙан килә. Динебеҙ беҙҙе бөгөнгө көн менән йәшәргә, булғанына шөкөр итергә, донъяуи нәмәләргә артыҡ иғтибар бирмәҫкә өйрәтә. Был донъяла бар нәмә лә ваҡытлы ғына һәм бар нәмә лә Аллаһ ҡушҡан тәҡдир буйынса бара. Шуға күрә һәр бер нәмә өсөн борсолоп, үҙеңде бөтөрөргә кәрәкмәй. Һәр бер атҡан таң өсөн, биргән ниғмәттәре өсөн, тән ағзаларабыҙ теүәл булған өсөн Аллаһҡа рәхмәтле булырға тейешбеҙ.
“Рәхмәтле булһағыҙ, Мин һеҙгә өҫтәрмен” (14:7).
Кемгәлер рәхмәтле булыу өсөн, эсеңдәге керҙән арыныу зарур. Эсе тулы бысраҡлыҡ йөрөтөүсе башҡаларға рәхмәтле була алмай. Гел генә үткәндә ҡалған нәмәләр өсөн көйөнөү, үкенеү, ә киләсәккә әллә ниндәй буш өмөттәр бағлау бер кемгә лә бәхет, рәхәтлек тойғоһо килтермәйәсәк. Үткәне инде хаталары, үкенестәре, шатлыҡтары, ҡайғылары менән бергә бөткән. Ә киләсәктә ни булырын тик Аллаһ ҡына белә. Ни тиклем генә тырышмайыҡ барыһы ла беҙ теләгәнсә генә булмаясаҡ. Күпме тапҡыр үҙебеҙ теләгәнсә килеп сыҡмаған нәмәнең хәйерле нәмәгә әйләнеп киткәненә инанырға тура килә. Беҙҙең өсөн нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен бер Аллаһ ҡына белә.
“Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ” (2:216).
Беҙҙең иң ҙур хатабыҙ – үткән үкенестәр менән йәшәү, бөгөн һәм хәҙер бәхетле була белмәү, әллә буласаҡ, әллә булмаясаҡ киләсәккә ҙур өмөттәр бағлау. “Йортом булғас, балам тыуғас, эшкә урынлашҡас, ҡайҙалыр күсеп киткәс... бәхетле буласаҡмын” тигәнерәк уйҙар менән йәшәү дөрөҫ түгел. Бәхетле була белгән кеше бөгөн һәм хәҙер бәхетле була. Ә бәхеттең ҡәҙерен белмәгән кешенең, ғүмер буйы ниҙер көҫәп, башы зарланыуҙан сыҡмаясаҡ. Бәхетле булыу – ул эске торош. Ул – көнсөллөктән, алама уйҙарҙан, үҙеңә ҡағылмаған нәмәгә ҡыҫылыуҙан баш тартыу, рәхмәтле булыу, шөкөр итә белеү.
Ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, был донъя түңкәрелде, тормош тамам булды тигәнде аңлатмай. Күңелеңдә иман булғанда, Аллаһ Тәғәләнең һәр ваҡыт һинең менән булыуын аңлағанда ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәреүе еңелерәк. Йөрәгеңдә бушлыҡ урынлашып, Аллаһҡа ҡарата һөйөү булмайынса, Уның ярҙамына ышанмайынса йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Аллаһ Тәғәләгә ҡайғы-хәсрәт килгәндә генә түгел, рәхәтлек ваҡытында ла яҡын булырға кәрәк. Үкенескә күрә, әҙәм балаһының фитраһы шундай – беҙ еңеллек килгәндә Раббыбыҙҙы онотабыҙ ҙа ауыр саҡтарҙа ғына иҫкә төшөрәбеҙ. Ә Аллаһ һәр ваҡыт беҙҙең менән. Бигерәк тә ҡайғы килгәндә, ҡурҡыу тойғоһо ялмап алған мәлдәрҙә быны иҫтә тотоу мөһим. Аллаһ Тәғәлә бит былай тигән
“Ҡурҡмағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең менән, ишетәм һәм күрәм” (20:46).
Пәйғәмбәребеҙ ҙә (саллаЛлаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) ауыр хәлгә ҡалған ваҡытта эргәһендәге сәхәбәһен ошондай һүҙҙәр менән йыуата:
“Борсолма, сөнки Аллаһ – беҙҙең менән” (9:40).
Аллаһ алдыбыҙға теге йәки был һынауҙы ҡуйған икән, тимәк, беҙ уны үтеп сығасаҡбыҙ, был беҙҙең көсөбөҙҙән килә, бары тик сабырлыҡ күрһәтергә генә кәрәк. Раббыбыҙ шулай тигән:
“Аллаһ кешегә уның мөмкинселектәренән күберәк булған нәмәне һалмай” (2:286).
Бәхетле булырға яңы көн өсөн Раббыбыҙға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Аллаһ беҙҙе ҡалдырһа, ниғмәттәренән айырһа, ярҙамынан мәхрүм итһә, һис ҡасан да рәхәтлек, еңеллек тойғоһо кисермәйәсәкбеҙ. Күңел төшөнкөлөгөнән беҙҙе әллә ниндәй тренингтар ҙа, бестселлерҙар ҙа арындыра алмаясаҡ. Гонаһтарҙан ары торорға тырышып, тәүбәгә килеү, Раббыңа ҡайтыу, һәр ваҡыт бары тик Уға ғына һыйыныу – бына ошо ул күңел тыныслығы табыр сара.
Ҡайғы-хәсрәт килгәндә, һағыш-хафаға ҡалғанда уҡый торған махсус доғалар ҙа бар.
“Аллаһүммә рәхмәтәкә әржү фәләә тәкәлнии илә нәфсии тарфатә ғәйн, үә аслих лии шәънии күлләһү, лә иләәһә иллә әнт”
“Йә Аллаһ! Мәрхәмәтеңде һорайым. Мине күҙ асып йомған араға ла нәфсемә тапшырма һәм бар эштәремде лә тәртипкә килтер. Һинән башҡа илаһ юҡ”.
“Алаһүммә инии әғүҙүбикә минәл-һәмми үәл-хәзәни, үәл-ғәжзи үәл-кәсәли, үәл-бухли үәл-жубни, үә даләғәд-дәйни үә ғаләбәтир-рижәәл”
“Йә Аллаһ! Ысынлап та, мин борсолоуҙан һәм һағыштан, көсһөҙлөктән һәм рәхмәтһеҙ булыуҙан, ҡомһоҙлоҡтан һәм һаранлыҡтан, бурыс ауырлығынан һәм кешеләрҙең ҡыҫырыҡлауынан Һиңә генә һыйынам".
Нәркәс Алсынбаева.
Читайте нас в