Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
23 Июнь 2021, 21:00

ҺУЛАР ҺАУАБЫҘ

Тын алыу процесы беҙҙең өсөн шул тиклем ғәҙәти бер нәмә булып күренә, уға хатта артыҡ иғтибар ҙа итмәйбеҙ

Һулаған һауабыҙ – беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән оло ниғмәт ул. Әйҙәгеҙ, бер нисә минут ҡына булһа ла ошо хаҡта уйланып алайыҡ. Шулай итеп, нимә һулайбыҙ беҙ?

Йыш ҡына фантастик фильмдарҙа «йыһан азаматтары» тарафынан космос киңлектәрендә йәшәргә яраҡлы яңынан- яңы планеталар табылып ҡына тора. Һәм һәр береһендә тиерлек бер ниндәй ауырлыҡһыҙ тын алыу өсөн атмосфераһы ла бар, үҙенә хас үҫемлектәр ҙә үҫә, төрлө бөжәктәре, ҡоштары осоп йөрөй... Хатта тышҡа сығып, төнгө күктәге ҡайһы планетаға ғына баҡма, бөтә ерҙә лә йәшәйеш бар кеүек тойола башлай. Әммә был уйлап сығарылған китаптарҙа һәм фильмдарҙа ғына шул. Ысынында иһә, әгәр ҙә беҙгә реаль космосты өйрәнергә тура килһә, бының тап киреһен күрер инек: тын алырлыҡ атмосфераһы булған бүтән планеталар юҡ, йәғни, беҙгә әле билдәле булған бөтә планеталарҙан тик Ер шары ғына йәшәр өсөн яраҡлы.

Ер шарының атмосфераһы 77 процентҡа – азоттан (N), 21 процентҡа – кислородтан (O), 1 процентҡа – углеродтан (C) һәм ҡалған 1 процентҡа бүтән газдарҙан ғибәрәт.

Бөгөнгө һүҙебеҙ кислород тураһында. Ерҙәге йәшәйеш өсөн иң мөһим ролдәрҙең береһен тап кислород уйнай, сөнки ул йәшәү өсөн энергия бүлеп сығарыусы күпселек реакцияларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, ул углерод берләшмәләре менән реакцияға инә, һөҙөмтәлә һыу (H2O), углекислый газ (CO2) һәм энергия бүленеп сыға.

Кешенең тын алыу системаһы ла кислородтан тыш була алмай. Үҙенә кәрәк кислородты беҙҙең организм һауанан ала.

Шул иғтибарға лайыҡ: һулар һауалағы кислородтың күләме – бик теүәл һәм нескә итеп үлсәнгән. Әгәр ҙә, әйтәйек, атмосферала кислородтың күләме саҡ ҡына күберәк булған булһа, йәшәйеште тәьмин итә алыр инеме ул? Юҡ! Кислород – реакцияға тиҙ инеүсән, тиҙ ҡабыныусан элемент. Фән шуны асыҡлаған: атмосферала кислородтың процент өлөшө 1 процентҡа артҡан һайын урман янғындарының килеп сығыу мөмкинлеге 70 процентҡа арта барасаҡ. Әммә, бәхетебеҙгә күрә, һауала кислородтың күләме үҙгәрмәй. Атмосфералағы кислородтың дәүмәле ниндәйҙер быға тиклем өйрәнелмәгән ғәжәйеп система – үҙен-үҙе тулыландырыу системаһы – ярҙамында бер үк килеш ҡала килә.

Кешеләр һәм хайуандар кислородты үҙләштереп, һулау өсөн яраҡһыҙ булған углекислый газ бүлеп сығаралар. Үҫемлектәр иһә киреһенсә –углекислый газды үҙләштерәләр һәм кислород бүлеп сығаралар. Ерҙәге тереклек нәҡ ошо системаға таяна. Был системаның эше бер секундҡа ла туҡтамай. Үҫемлектәр шулай атмосфераға миллионлаған тонна кислород бүлеп сығарып тора.

Ә хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, Ер шарындағы бөтә тереклек (кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр) углекислый газ үҙләштереп, кислород бүлеп сығаралар икән, ти. Ул сағында Ер шарында һәр ваҡыт янғындар булыр ине, бының өсөн хатта бер осҡон да етер ине. Һәм киреһенсә, әгәр ҙә кешеләр, хайуандар һәм үҫемлектәр кислород ҡына үҙләштереп, углекислый газ бүлеп сығара торған булһалар, бөтөн кислород юҡҡа сығыу сәбәпле Ерҙә йәшәйеш тә туҡтар ине.

Беҙ ғүмер буйы секунд һайын һулыш алып торабыҙ: үпкәгә һауа һурып индереп, аҙаҡ уны кире сығарабыҙ. Беҙҙең өсөн был – ғәҙәти күренеш, уға беҙ хатта иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Әммә һулыш алыу – бик ғәжәп, мөғжизәле процесс, һәм беҙҙең организмдың тын алыу системаһы шул тиклем камил барлыҡҡа килтерелгән. Был система автоматик рәүештә үҙ аллы эшләй. Үҙенә ҡасан күпме кислород кәрәк булыуын тәнебеҙ үҙе билдәләй. Мәҫәлән, йоҡлағанда, атлағанда – һирәгерәк, йүгергәндә иһә йышыраҡ тын алыуыбыҙ шунан. Тын алыу – ул тереклек өсөн иң мөһим процестарҙың береһе, сөнки организмдағы миллионлаған реакциялар кислород менән тәьмин итеүҙе талап итә. Әйткәндәй, бына ошо мәҡәләне һеҙ күҙҙәрегеҙҙәге миллион- миллион күҙәнәктәр аша күрәһегеҙ һәм уҡыйһығыҙ. Ә бит улар, үҙ сиратында, кислородтан алынған энергия менән туҡлана. Бөтә ҡалған ағзаларыбыҙ ҙа шулай кислородҡа мохтаж. Әгәр ҙә тәндә кислород кимәле бик түбән төшә икән, һеҙҙең аң юғалтыуығыҙ бар. Әгәр ҙә инде организмға бер нисә минут дауамында кислород бөтөнләй килмәй икән, үлем етә.

Һулыш алғас, кислород үпкәбеҙҙәге 300 миллион бәләкәй күҙәнәк- камераларға үтеп инә. Был камераларға тоташҡан капиллярҙар (ваҡ ҡына ҡан тамырҙары) уны шундуҡ һурып алып, тәүҙә уны баш мейеһенә, йөрәккә, шунан һуң тәндең бүтән өлөштәренә еткерәләр. Нимәгә үпкәлә 300 миллион бәләкәй камера, тип һорауығыҙ бар. Уларҙың маҡсаты – һауаның инеү һәм капиллярҙарға тейеү майҙанын ҙурайтыу. Тән күҙәнәктәре кислородты үҙләштереп, ҡанға углекислый газ бүлеп сығара (организмдағы углерод берләшмәләре ошо һулыш алған кислородта янып, был процестан энергия бүленеп сығып, тән күҙәнәктәре шул энергиянан үҙҙәренә көс алалар, яныу продукты – углекислый газ иһә организмдан сығарып ташланырға тейеш). Кислород «тейәп» килгән ҡан күҙәнәктәре, уны кәрәкле ағзаларға илтеп тапшырғас, хәҙер инде эшкәртелгән һауаны – углекислый газды «тейәп» алып, уны киренән үпкәгә илтәләр. Унан ул тышҡа өрөлә. Бөтә был процесс ярты секундтан да аҙыраҡ ваҡыт ала: таҙа кислород инә, бысраҡ углекислый газ сыға.
Әммә Аллаһы Тәғәләнең илаһи мөғжизәһе бының менән генә сикләнмәй әле. Һулаған һауабыҙҙың тағы бер мөһим сифаты – уның тығыҙлығы. Ул һулау өсөн идеаль. Үпкәгә еңел үтеү өсөн һауаның тығыҙлығы, баҫымы ла бик ҙур роль уйнай икән. Беҙ һулаған уртаса һауа баҫымы – 760 мм, тығыҙлығы – литрға бер грамм. Тын алған саҡта, һауа хәрәкәт иткән ваҡыттағы барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡты еңеү өсөн, үпкәләребеҙгә өҫтәмә энергия кәрәк. Әммә, атмосфераның үҙенсәлекле сифаттары арҡаһында, был ҡаршылыҡ бик ҙур түгел. Шуға ла беҙҙең үпкәләр һауаны аҙ көс сарыф итеп һурып ала һәм аҙ көс сарыф итеп кире этәреп сығара. Әгәр ҙә ҡаршылыҡ күберәк булған булһа, үпкәләргә тын алыу өсөн күберәк көс талап ителер ине. Миҫал килтерәйек. Шприц энәһе аша һыу һурып тултырыуы ауыр түгел. Ләкин һыу урынына бал тултырырға булһағыҙ, был күпкә ауырыраҡ буласаҡ. Сәбәбе ни? Сөнки балдың тығыҙлығы һыуҙыҡына ҡарағанда күберәк. Һәм әгәр һауаның да был күрһәткестәре юғарыраҡ булған булһа, тын алыуы шприц энәһе аша бал һурҙыртҡан кеүек ауыр булыр ине. Шулай уҡ, атмосфера баҫымының да мөмкин булған бөтә варианттарын иҫәпкә алғанда, беҙ көн иткән ҡатламдағы баҫым – йәшәү өсөн иң ҡулайлы баҫым.

Атмосфераның үҙенсәлекле составы организмыбыҙҙы тын алыу менән генә тәьмин итеп ҡалмай, зәңгәр планетабыҙҙың зәңгәр булып ҡалыуын да тәьмин итә. Әгәр ергә иң яҡын, йәғни иң аҫҡы һауа ҡатламындағы баҫым түбәнерәк була ҡалһа, һыуҙың парға әйләнеүе күберәк була. Атмосферала һыуҙың артыуы йылылыҡтың һаҡланыуына һәм бөтә планетала уртаса температураның артыуына килтерәсәк (парник эффекты). Әгәр ҙә инде баҫым, киреһенсә, юғарыраҡ булһа, һыуҙың парға әйләнеүе яйыраҡ барыр ине, һәм ҙур планетабыҙ бер оло сүллеккә әйләнер ине.

Ошо камил рәүештә иҫәпләнгән бөтә пропорциялар шуның хаҡта һөйләй: Ер шары – баштан уҡ йәшәү өсөн ҡулайлы итеп барлыҡҡа килтерелгән урын. Ошондай илаһи мөғжизәләр менән таныша-таныша, инде нисәнсе ҡат шуға инанабыҙ: беҙҙең Йыһан – тәртипһеҙ материялар тупланмаһы түгел, унда һәр нәмә үлсәнгән, һәр әйберҙең үҙ урыны һәм үҙ тәғәйенләнеше бар, бер ни ҙә осраҡлы ғына барлыҡҡа килтерелмәгән. «Ерҙе һеҙгә тора торған урын итеүсе һәм Күкте һеҙгә түбә итеүсе – Аллаһ. Ул һеҙгә билдәле бер ҡиәфәт бирҙе, һәм ҡиәфәтегеҙҙе гүзәлләштерҙе, һәм һеҙҙе яҡшы нәмәләр менән ризыҡландырҙы. Был – һеҙҙең Раббығыҙ, Аллаһ. Мөбәрәк булһын ғаләмдәр Раббыһы Аллаһ! Ул – Тере, Унан башҡа илаһ юҡ. Уның алдында динегеҙҙе ихласлап (таҙартып), Уға доға ҡылығыҙ. Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа дан!» (Ҡөрьән, «Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:64-65).
Читайте нас: