Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
26 Июнь 2021, 21:19

Ҡиәмәт көнөндә иң ауыр һорау ниндәй буласаҡ?

Ҡиәмәт көнөндә Аллаһының ҡолдары дүрт әйбер тураһында һоралмайса бер аҙым да атлай алмаҫтар.

Пәйғәмбәребеҙ (с.г.с.) әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһының ҡолдары дүрт әйбер тураһында һоралмайса бер аҙым да атлай алмаҫтар.
Улар түбәндәгеләр: үҙеңдең тормошоңдо нисек үткәрҙең һәм йәшлегеңде ниндәй маҡсаттарҙа сарыф иттең, ниндәй юлдар мал-тыуар таптың һәм уны нимәләргә сарыф иттең, белемеңде ниҙә ҡулландың». Икенсе бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ (с.г.с.) әйткән: «Һәр бер кеше - көтөүсе, һәм һәрбереһе үҙенең көтөүе өсөн һораласаҡ. Идара итеү - көтөүсе, һәм ул үҙенең көтөүе өсөн һораласаҡ. Идарасы - көтөүсе, һәм ул үҙенең ғаиләһе өсөн һораласаҡ. Ҡатын-ҡыҙ - көтөүсе, ул үҙенең балалары өсөн һораласаҡ. Ҡол - көтөүсе, һәм ул үҙенең хужаһының милке өсөн һораласаҡ. Һәрберебезнең көтөүсе түгелмени? Һәрбереһе үҙенең көтөүе өсөн яуап тотасаҡ» (Бохари, Мөслим).
Читайте нас: