Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
8 Июль 2021, 12:37

Карауатында бер ир йоҡлап ята

 - Ни эшләп үҙемдең карауатымда ятҡан кешенән ҡурҡып торам әле, - тип, бөтә батырлығын йыйып, теге кешене һелкетергә тотондо. Ныҡ ҡына һелкеткәс теге кеше уянды ла: - Һиңә нәмә кәрәк? – тип, ҡырыҫ ҡына һораны.

Карауатында бер ир йоҡлап ята
Карауатында бер ир йоҡлап ята

 Вәсилә бөгөн беренсе көн дауаханала. Төнлә уянып китте лә, был ваҡытта кем йөрөр, тиһең! - тип, халат та кейеп тормай, бәҙрәфкә китте. Палатала ҡараңғы. Асыҡ ишектән саҡ ҡына, бер телем булып яҡтылыҡ төшә. Кире палатаға килеп инһә, уның карауатында бер ир йоҡлап ята.

- Оҙаҡ та йөрөгән кеүек булмағайным, ҡайһы арала килеп ятып, йоҡлап та китте икән? Кеше йөрөгәне лә тойолмағайны, - тип, иҫе китте. Карауатының бер яғынан икенсе яғына ҡараны, аптыраны. Карауатта ятҡан ирҙе уятырға ла ҡурҡты:

- Йә аҡылға еңелерәк кеше булыр. Ә бәлки урамдан берәй берәҙәк кереп ятҡандыр, - тигән ҡурҡыныс уйҙар үтте уның башынан. Йоҡо күлдәгенән генә, өшөй ҙә башланы.

- Төнө буйы былай тороп булмай бит инде. Уятып сығарып ебәрергә кәрәк был кешене, – тип, аяғынан аҡрын ғына һелкетеп ҡараны. Ә ул уянырға ла уйламаны, икенсе яғына боролоп ятты. Вәсилә тамам аптыраны, асыуы килде.

- Ни эшләп үҙемдең карауатымда ятҡан кешенән ҡурҡып торам әле, - тип, бөтә батырлығын йыйып, теге кешене һелкетергә тотондо. Ныҡ ҡына һелкеткәс теге кеше уянды ла:

- Һиңә нәмә кәрәк? – тип, ҡырыҫ ҡына һораны.

- Бына һиңә кәрәк булһа! Үҙемдең урыныма, үҙем ята алмайым! Етмәһә екерә, - тип уйланы ла, киҫкен тауыш менән:

- Тороғоҙ! Төшөгөҙ карауаттан! – тип, бойорҙо. Ә кеше ҡуҙғалырға ла уйламаны. Вәсиләнең тамам асыуы ҡабарҙы. Ул күрһәтәйем әле күрмәгәнеңде, хәҙер барыһын да аяҡҡа баҫтырам! - тип:

- Ҡарауыл! – тип, ҡысҡырып, утты яҡтыртып ебәрҙе. Бөтә карауаттарға ла ирҙәр кереп теҙелешеп ятҡан, ҡатындар ҡайҙа икән? – тип, тамам аптырашта ҡалды. Әллә төш күрәме икән? - тип, үҙен семетеп алды.

Юҡ, төш түгел! Барып шәфҡәт туташын уятырға кәрәк! - тип, тиҙерәк палатанан сығып китте. Сыҡһа эргәләге палатаның ишеге ярым асыҡ.

- Бәй! Бына бит уның палатаһы. Вәсилә йүгереп барып керҙе. Уның урыны буп-буш, бер кем дә юҡ. Ул күреп ҡалмаһындар тип, тиҙерәк үҙененең урынына барып ятты. Былтыр дауаланғанда беренсе палатала ятҡан ине, быйыл унда ирҙәр ята. Ә ул элекке ғәҙәте менән шул палатаға барып кергән икән.

Рәйлә НАҘАРҒОЛОВА.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: