Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
8 Июль 2021, 19:25

Юрған улай-былай тартҡыланһа...

Бәлки, ҡыҙғанырлыҡ ҙур эш тә ҡылынмаҫ, шулай ҙа саҡ-саҡ ҡына эләгерлек сәбәп сыҡһа, шайтан бындай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындармай, ирҙе ҡатынына, ҡатынды иренә ҡаршы ҡоторта башлай.

Юрған улай-былай тартҡыланһа...
Юрған улай-былай тартҡыланһа...

Ир һәм ҡатын, ышаныслы, ныҡ мөнәсәбәттәр төҙөргә теләһә, ошо хәҡиҡәтте аңларға тейеш. Ғаилә ҡороусы йәштәр үҙе өсөн генә булған “МИН” төшөнсәһен артҡараҡ күсереп, “БЕҘ” тигән ғаилә мәнфәғәттәрен алға ҡуйһын ине. Кәләш йәки кейәү нимәлер эшләр, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, был беҙҙең араға нисек тәьҫир итер тип уйланһын, мотлаҡ бер-берегеҙ менән кәңәш итегеҙ. Кәңәшле эш тарҡалмай. Юрған улай-былай тартҡыланһа, бер кем дә йылына алмай. Шуның өсөн ғаилә юрғанын тигеҙ итеп ябыныу зарур.

Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлағыҙ

Яңы ғаилә ҡорғандан һуң һеҙгә кейәү, килен, еҙнәй, еңгәй тип һәм башҡа шундай ҡәрҙәшлек һүҙҙәре менән өндәшә башларҙар. Туғандарығыҙ артты, тимәк. Ҡайным, ҡәйнәм, ҡәйнеш, балдыҙ, бикәс, ҡайынбикә, ҡайнаға, тип әйтерлек туғандарығыҙ барлыҡҡа килде. Һинеке, минеке, тип зат айырмайынса, ике яҡ туғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, ҡәҙерләгеҙ. «Ата-әсәң һинән ҡәнәғәт икән, Алла ла һинән риза буласаҡ. Ата-әсәңде асыуландыраң икән, Алла ла һиңә асыулы буласаҡ” (“Тирмиҙи”). Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.), мөьминдәргә мөрәжәғәт итеп ошолай тине: “Мосолмандар, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлағыҙ, сөнки был ғүмерҙе оҙонайта һәм ризыҡты мул итә” (“Әл-Бохари”, “Мөслим”).

Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре - изге, шулай ҙа был мәсьәләлә лә сама белергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндең “Әл-Бәҡара” сүрәһенең 143-сө аятында, “Һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек”, тине. Ислам дине, ғөмүмән, һәр бер мәсьәләлә урталыҡта булырға өндәй, сиктән уҙмаҫҡа өйрәтә. Кейәү кеше балдыҙҙарын шаяртыуҙа, ҡатынының башҡа ҡыҙ туғандары менән һөйләшеүҙә артыҡ ҡыланмаһын, кәләшен көнләштереүгә юл ҡуймаһын. Килен кеше лә ҡәйнештәре менән мәрәкәләшеүҙе, ҡайнағалары менән аралашыуҙарҙы дөрөҫ алып барһын, ирен ҡыҙғандыра күрмәһен. Бәлки, ҡыҙғанырлыҡ ҙур эш тә ҡылынмаҫ, шулай ҙа саҡ-саҡ ҡына эләгерлек сәбәп сыҡһа, шайтан бындай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындармай, ирҙе ҡатынына, ҡатынды иренә ҡаршы ҡоторта башлай.

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) үҙенең хәҙисендә әйтте: “Иблис (шайтандар башлығы) тәхетен һыуға урынлаштыра һәм үҙенең ғәскәрен төрлө яҡҡа ебәрә. Ҙур фетнә, бола сығарыусы шайтандар иң яҡшылар рәтендә икән, улар Иблескә иң яҡын һанала. Бер шайтан Иблескә килеп, мин шундай-шундай ҡаңғырыш тыуҙырҙым, тип еткерһә, ул: “Һин бер нәмә лә эшләмәнең”, ти. Шунан икенсе шайтан бара ла: “Мин ир менән ҡатынды талаштырмайынса, уларҙан китмәнем” тип һөйләй. Иблес уны үҙенә яҡынайта ла, “Һин хәтәр шәпһең”, тип маҡтай икән” (“Мөслим”). Ир үә ҡатындың саф мөнәсәбәттәре – мосолман ғаиләһенең ныҡлы терәге. Шайтан бөтә көсөн ошо изге мөнәсәбәттәрҙе емерергә йүнәлтә. Шайтан ҡан кеүек кешенең бөтә тәне булай йөрөй ала (“Әл-Бохари”). Ул насар уйҙар уйлатып, нисек тә булһа ирле-ҡатынлыны бер-береһенә ҡаршы ҡоторторға тырыша. Шайтан тигән дошман бар икәнен белегеҙ, Алланан уға ҡаршы ярҙам һорағыҙ, бер-берегеҙҙе аңлашып йәшәгеҙ, йорттарығыҙҙа аяттар уҡығыҙ һәм Иблес һеҙгә зарар итә алмаҫ.
Азат КӨМӨШБАЕВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: