Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
9 Июль 2021, 10:00

Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле

Тәнҡиттәрҙе тыныс ҡына тыңлап ултырған оло улдары: — Эйе, шулайҙыр. Әммә ләкин уның берегеҙҙә лә булмаған бер өҫтөнлөгө бар, — тип әйткәс, бөтөн ғаилә бер тауыштан: — Ниндәй өҫтөнлөгө? — тип һораны.

Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле
Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле

Ғаилә ағзалары, киске аш ашау өсөн, өҫтәл артына йыйылған. Оло улдары күрше ҡыҙына өйләнергә теләгәнен хәбәр итте. Аталары
ризаһыҙлығын белгертеп:
— Уның атаһы фәҡирлектә йәшәне. Шуға күрә ҡыҙына бер нәмә лә ҡалдыра алманы, — тип әйтте.
Әсәләре иһә ҡушылып:
— Ул бит аҡса тота белмәй. Бөтөн эшләгән аҡсаһын бик тиҙ туҙҙырып бөтөрә, — тине.
Һүҙгә бәләкәй улдары ла ҡушылды:
— Ул бит футбол хаҡында ла бер нәмә белмәй.
Һүҙгә оло ҡыҙҙары ҡушылып китте:
— Һеҙ уның йөҙөн күргәнегеҙ бармы? Уның бите һипкелдәр менән тулған.
Кейәүҙәре лә үҙенең һүҙен әйтте:
— Уның бөтөн белгәне — телевизор ҡарау ғына бит.
Өләсәләре лә ҡалтырана-ҡалтырана:
— Ул бит төҫөн килтереп кейенә лә белмәй, — тип әйтеп ҡуйҙы.
— Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле, — тип ҡартаталары ла һүҙгә ҡушылды.
Тәнҡиттәрҙе тыныс ҡына тыңлап ултырған оло улдары:
— Эйе, шулайҙыр. Әммә ләкин уның берегеҙҙә лә булмаған бер өҫтөнлөгө бар, — тип әйткәс, бөтөн ғаилә бер тауыштан:
— Ниндәй өҫтөнлөгө? — тип һораны.
— Уның һеҙҙең кеүек туғандары юҡ, —
тип яуап ҡайтарҙы улдары.

Хөрмәтле дуҫтарым, кешенең кәмселеген күреү — ғорурлыҡ түгел. Киреһенсә, яҡшы яғын күреп, ыңғай баһа бирә белеү — ысын ғорурлыҡ.
Тормошта шуны күҙәтеп була: үҙҙәре кәмселектәр соҡорона төшөп батҡан уҫал һәм насар кеше ләр башҡаларҙағы яҡшы сифатты күрә алмайҙар. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: