Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
10 Июль 2021, 12:05

Атай- әсәйеңә доға ҡылаһыңмы?

Беҙҙең иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙ. Улар – был яҡты донъяға килеүебеҙгә сәбәпселәр.

Атай- әсәйеңә доға ҡылаһыңмы?
Атай- әсәйеңә доға ҡылаһыңмы?

Беҙҙең иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙ. Улар – был яҡты донъяға килеүебеҙгә сәбәпселәр.

Бәләкәй бала ваҡытыбыҙҙа, төн йоҡоларын ҡалдырып, беҙҙе баҡҡандар. Бер аҙ үҫә төшкәс, киреләнеүҙәребеҙгә сабыр итеп, беҙҙе яҡшы итеп тәрбиә биргәндәр. Ауырып китһәк, көнө-төнө беҙҙең өсөн борсолоп, яныбыҙҙан китмәйсә дауалағандар. Үҙҙәренә бик ауыр булһа ла, «балам интекмәһен, мохтажлыҡ кисермәһен, кеше араһында кәм-хур булмаһын» тип, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, беҙҙе ашатып-эсертеп, өҫ-башыбыҙҙы ҡарап, бөтә кәрәк-яраҡ алып биреп торғандар...

Ата-әсәләрҙең барыһы ла үҙ балаһын ел-ямғыр тейҙермәй ҡаҙерләп үҫтерә. Балалары өсөн изгелек теләп, иҫәнлек-һаулыҡ һорап, гел доға ҡылырға тырышалар. Беҙ ҙә атай-әсәйҙәребеҙгә һәр саҡ изгелек кенә килтерәйек һәм улар өсөн һәр саҡ изге доғала булайыҡ. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръәнендә ата-әсәләргә доға ҡылырға бойороҡ ителә:

Ата-әсәләр өсөн доға:
رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا
(Рабби-рхәмһүмәә кәмәә раббайәәнии ҫағиираа)
«Раббым! Ярлыҡа уларҙы, улар бит мине бала саҡтан үҫтерҙе»

📚 («Исра» сүрәһе, 24се аят).

🤲 Әйе, улар беҙгә доға ҡылған кеүек, беҙ ҙә улар өсөн һәр ваҡыт доға ҡылырға тырышайыҡ. Атай-әсәйҙәрбеҙ өсөн, был донъяла – был донъя яҡшылыҡтарын, ахирәттә теге донъя яҡшылыҡтарын һорайыҡ. Атай-әсәләребеҙ доғабыҙҙан бер ҙә ҡалдырмайыҡ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: