Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Июль 2021, 12:49

Ҡиәмәт көнө алды билдәлеме?

Ҡиәмәт көнө алдынан ирҙәрҙең һаны кәмер, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны, киреһенсә, артыр, тигәнде ишеткәнем бар. Был ысынлап та шулаймы?

Ҡиәмәт көнө алды билдәлеме?
Ҡиәмәт көнө алды билдәлеме?

Ҡиәмәт көнө алдынан ирҙәрҙең һаны кәмер, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны, киреһенсә, артыр, тигәнде ишеткәнем бар. Был ысынлап та ла шулаймы? Бөгөн тап шундай һүрәт... Был ҡиәмәт көнө алдының бер билдәһеме?

Рәмил хәҙрәт: “Әбү Муса риүәйәт ҡыла: “Рәсүлүллаһ (с.г.в.): "Әле һин ирҙәрҙең һаны кәмеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ишәйеп китеүен һәм бер ир-ат артынан ҡырҡ ҡатын-ҡыҙ йөрөгән ваҡытты күрерһең", – тине.

Һеҙгә үҙем Рәсүлуллаһтан ишеткән бер хәҙисте әйтәһем килә: "Ҡиәмәттең яҡынайыуын күрһәтеүсе билдәләрҙең береһе шул булыр: Ислам диненә иғтибар кимер, ике йөҙлөлөк көсәйер, зинасылыҡ артыр һәм ир-аттарҙың һаны кәмер, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны күбәйер, хатта илле ҡатын-ҡыҙға бер генә ир-ат тура килә торған булыр".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: