Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
13 Июль 2021, 21:24

Ғәфү итә беләһеңме?

Бөгөнгө тормошобыҙ бик тығыҙ. Күрешергә түгел, телефон аша шылтыратып хәл белешергә лә ваҡыт ҡалмай.

Ғәфү итә беләһеңме?
Ғәфү итә беләһеңме?

Барыбыз ҙа ҡайҙалыр ашығабыҙ, эшләйбеҙ, яҡындар, туғандар тураһында онотабыҙ. Бөтә кешене лә донъя мәшәҡәте баҫҡан. Был ығы-зығы донъяһында Аллаһы Тәғәлә беҙгә туҡталып алырға, теге донъя тураһында уйланырға мөмкинлек бирә. Ул - намаҙ ваҡыттары, Рамаҙан айҙары.

Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.с.): "Һеҙгә намаҙ уҡыуҙан да, ураҙа тотоуҙан ҙурырак ғибәҙәтте күрһәтәйемме?"- ти. "Эйе, эйе, күрһәт беҙгә", - тиҙәр. Рәсүлебеҙ: "Ул диндәге ҡәрҙәштәр, туғандарҙың араларын яҡшыртыу, сөнки уларҙың аралары боҙолоу, динде юҡ итеү", - ти. Аллаһы тәғәлә ғәфү итеүселәрҙе ярата, сөнки Ул Үҙе лә ғәфү итеүсе. Шул турала онотмайыҡ.

Әгәр ҙә ике мосолман араһында низағ бар икән (ә ул күренмәйҙер ҙә, күңелдәрендә һаҡлайҙарҙыр), был турала таныш кешегә яйын, сәбәбен, асҡысын табып, кәңәш менән булһа ла, уларҙы дуҫлаштырырға кәрәк. Икенсеһе, әгәр ҙә һин башҡа мосолмандарға асыу һаҡлайһың, уны күрәһе, сәләм бирәһең килмәй икән, Аллаһ ризалығы өсөн уны ғәфү ит.

Беҙ күп һөйләшергә, кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә әйтергә яратабыҙ. Аллаһы Тәғәлә: "Күп һөйләшкәндәрҙең, күп бәхәсләшкәндәреҙең хәйерлеһе юҡ. Файҙалыһы - кешеләрҙең араларын яҡышыртыу", - тип әйтә. Ә кем быларҙы Аллаһ ризалығы өсөн эшләй, Раббыбыҙҙың иң бөйөк дәрәжәләренә ирешергә мөмкин.

Кеше һүҙе аңыбыҙға үтә. Бигерәк тә һөйләүсе бик оҫта булһа, аңлатып бирә алһа. Дөрөҫ, кешеләр араһын яҡшыртыу еңел эш түгел. Ҡайһы берҙә ошо яҡшыртыусы тегеләр күҙендә ғәйепле лә булып ҡала. Ләкин бынан ҡурҡырға ярамай. Сөнки һөҙөмтәһе яҡшы булмаһа, Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.с.) был ғәмәлде күп нәмәнән өҫтөн ҡуймаҫ ине. Ҡиәмәт көнөндә һин ярҙам иткән кеше һиңә: "Аллаһы рәхмәте яуһын", - тип әйтер. Әгәр ҙә ярҙам итмәгән булһаң: "Һин бөтә хөкөмдәрҙе белдең, ни өсөн ярҙам ҡулы һуҙманың?"- тип, һиңә һорау бирер.

Ике кешенең араһын яҡшыртыу шарттары бар. Тәүгеләре - был Аллаһ ризалығы өсөн эшләү. Икенсеһе - был ғәмәлде ихлас күңелдән эшләү. Өсөнсеһе - һинең әйткән һүҙҙәрең, төҙәтеүҙәрең дөрөҫ булһын. Аңламайса, был ике тоҫмал менән кеше араһына кереп, тағы ла барыһын да болғай күрмә. Сөнки бындай хәл дә булырға мөмкин. Башта яҡшылап уйла, һуңынан үлсә, бары тик шунан һуң ғына матур итеп был ғәмәлде эшлә. Булдыра алмаһаң, иң кәмендә доға ҡыл, йә йомшаҡ һүҙҙәр менән генә сиклән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: