Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
14 Июль 2021, 22:13

Иҫән ҡалһам, намаҙ уҡыр инем...

Бер яҡтан ҡараһаң, шатлыҡҡа тулы тормош, икенсе яҡтан, ул һөйөнөстәр араҡы менән “йыуыла”...  

Иҫән ҡалһам, намаҙ уҡыр инем...
Иҫән ҡалһам, намаҙ уҡыр инем...

“Ике донъя бар, тип яҙып ҡуй...” Яҡты донъяларҙың серен белеп тә, аңлап та бөтөрөрлөк түгел... Минең аңлауымса, һиҙемләүемсә, беҙҙең эргәлә параллель донъя бар: ул Илаһи көс бөтә донъябыҙҙы ҡора, беҙҙе йәшә­тә, эшләтә һ.б. Быға үҙем инандым...

Мин башҡаларҙан айырылып бармаған ҡәҙимге кешемен. Ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, ҡалаға сығып китеп, белем алдым, тормошҡа сыҡтым. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Тик ирем ме­нән биш йыл ғына йәшәнек. Эсә, һуғыша баш­лағас, айырылыштыҡ. Баш ҡалала унда-бында күсеп йөрөп, тамам ялҡҡас, улым менән икәүләшеп тыуған яғыма әйләнеп ҡайттыҡ. Тәүҙә апайымдарҙа йәшәнек. Һуңынан минән өлкәнерәк, тәүге ҡаты­нынан айырылған бер ирҙе осратып, уға кейәүгә сыҡтым. Уның донъяһында йәшәй башланыҡ.
 

Башта, әлбиттә, беҙҙең турала төрлө ғәйбәт, яман һүҙҙәр һөйләнеләр. Тик ирем үҙенең туғандарынан да, минекеләрҙән дә һүҙ әйттермәне, ҡыйырһытманы, улымды үҙенең балаһы кеүек ҡабул итте, тәрбиәләне. Яйлап, бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы, ҡәҙимгесә йәшәп алып киттек. Хәҙер икенсе балабыҙ – ҡыҙыбыҙ бар. Бер ҡарауға, кешенән кәм-хур йәшәмәйбеҙ, улымды бергә үҫтерҙек, ул иремде “атай” тип кенә тора, уҡыттыҡ, әле армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә, быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Иптәшемдең тәүге ҡатынынан балалары, ейәндәре беҙгә килеп йөрөй, сыр-сыу килеп, ғауғалашып ултырған юҡ, һәүетемсә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр. Үҙем эшләйем, ике юғары белемем, яратҡан һөнәрем бар. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тырышам, бигерәк тә тәмле-татлы итеп бешеренергә, бәйләргә, китап уҡырға яратам. Бергәләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар, бал ҡорттары ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән тапҡан малға, донъяға ҡыуанып йәшәгән булабыҙ. Беҙҙән кеше өҙөлмәй: балалар, ейәндәр (иптәшем­дең тәүге ҡатынынан), туғандар, таныштар, дуҫтар килеп-китеп тора, Аллаға шөкөр. Бөтәһенә лә асыҡ йөҙ күрһәтергә, ихлас ҡунаҡ итергә, күңелдәрен күрергә тырышабыҙ...
 

Тик һуңғы ваҡытта ошондай табындар эскелеккә ҡорола башланы. Мәжлестәр күңелле үтә, әлбиттә, тик иртәгәһенә “эскегә һалышмаһам ярай ине” тигән уйҙар мейене телгеләп, ныҡ ҡурҡыта башлай. Ошондай табындарҙан һуң эстән генә Хоҙайҙан мине яман ризыҡтан айырыуҙы һорай инем. Быйыл сейә бигерәк күп булды, бик күп компот әҙерләнем, һәр банканы япҡан һайын “Эскеһеҙ табындарға яҙһын” тип теләйем, сөнки эскелек көн дә булмаһа ла, аҙна һайын ҡабатланып торҙо: тыуған көндәр, эштәге уңыштар, яңы машина-әйберҙәр йыуыу, отпуск, ял итеүҙәр һ.б. Бер яҡтан ҡараһаң, шатлыҡҡа тулы тормош, икенсе яҡтан, ул һөйөнөстәр араҡы менән “йыуыла”...
 

Бына бер көн йыраҡтан бик оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдашыбыҙ, әхирәтебеҙ ялға ҡайтып төштө. Һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡ булдыҡ, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрҙөк, бик матур ғына кис ултырып ташланыҡ. Ирем эштән һуң ғына ҡайтты, эскелек табынын күреп, кәйефе төштө. Мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Әйтһәң, ғауға сығасаҡ, шуға ла ҡунағымды оҙатҡас, өҫтәлде әкрен генә йыйыштырып, йорт-ҡураны ҡарап, ҡош-ҡортто ашатып, йоҡларға яттым.
 

Бер мәл төнгө сәғәт өстә “Эсеп үлгән, эсеп үл­гән” тигән бик шат һәм тантаналы итеп ҡыс­ҡы­рышҡан тауыштарға уяндым да кемдең эсеп үл­гәнен аңламай ыҙаландым. Ә тауыштар артҡандан-арта барҙы, уларға башҡалар ҙа ҡушылды. “Эх, иренә әйтмәне, ҡыҙын детдомға бирмәһә ярай ине!” “Улына ла хәбәр итмәне (улым Мәскәүгә эшкә киткәйне), сәғәт өс, Мәскәүҙә – бер, хәҙер шылтыратһа ла була инде, тик нимә тип әйтер икән уға?” “Эй, бахырың, әллә күпме компот эшләне, үҙе эсә лә алманы...” Ошондай тауыш­тар­ҙы ишеткәс, минең турала һүҙ барғанын аң­ланым. Береһен дә күрмәйем, тик эргәмдә йөрөгән, һәр аҙымымды күҙәткән, һәр һулышымды тойған “кемдеңдер” бөтә тормошомдо тәфсирләп, әсенеп һөйләгәнен тойҙом. Үҙем аңлайым, ишетәм, күҙем асыҡ, тик бер нәмә лә эшләй алмайым. Ул тауыштар һуңғы ваҡытта күргән төштәрҙән эпи­зодтарҙы ла иҫкә төшөрҙө, “Эсергә ярамағанлығын, иманға килеүеңде беҙ һиңә төштәреңдә лә аңла­тырға тырыштыҡ, аңламаның...” тип үпкә белдер­ҙеләр. Уларҙың тауышына тағы кемдәрҙеңдер (шайтандарҙың икәнен аңланым) “Эсеп үлгән, эсеп үлгән!” тигән шатлыҡлы тауыштары ҡушылды.
 

Күҙ йомолһа, ауыҙ асыла, эстән бер нәмәне һура башлаған кеүек тойола. Инде күҙ йомолдо тигәйнем, алты йәшлек ҡыҙым ныҡ итеп сәсемдән тартты, күҙемде асып ҡараһам, ул бер нәмә булмағандай, эргәмдә иҙрәп йоҡлап ята. Тауыштар тағы дауам итте: “Ярай, үлгән тип кешеләр килер, былай өйө, постеле таҙа ғына, оят булмаҫ!” “Эх, йыуынып, тәһәрәт алып ятһа ярай ине, йән сыҡ­ҡанда ғәүрәттәр ҙә сыға, бысранаһың” тигән тауыштан һуң, тороп, йыуынып ятырға булдым. Ни ғәләмәт, мин атлап йөрөмәйем, аяғым иҙәнгә теймәй, бына-бына осоп китермен кеүек, аптырап, иҙәнгә ҡаты итеп баҫып ҡарайым, иҙәнде тоймайым. Шулай ҙа йыуынып, таҙарынып яттым, таңғы сәғәт 5 етеп килә ине. Төн буйы йоҡламаған кеүек­мен, хәлем дә ныҡ бөткәйне, арығайным, ике сәғәт йәнемде тартҡысланылар, йолҡҡосла­нылар. Ни булһа ла булыр, тип ята бирҙем. Шунда миңә ап-асыҡ итеп үҙемдең ике йөҙөмдө күрһәт­теләр: бе­ре­һе – матур кейемдә, оҙон йәшел күл­дәктә, мә­сет­кә китеп барам, икенсеһе – эсеп, йөҙөм күгә­реп бөткәйне. “Мин дә үлдем, буғай” тигән уйҙар менән теге донъяға китергә ризалаштым. “Тере ҡалһам, намаҙға баҫыр инем!” тинем дә күҙҙәремде йомдом...
 

Иртән уянғас, иҫән ҡалыуыма оҙаҡ ышанманым. Тәндең, йәндең ныҡ итеп әрнеп һыҙлауына ҡара­май, тороп, ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән булыша баш­ланым. Төнгө мәхшәр күҙ алдында тик тора, бөтә деталдәренә тиклем иҫләйем. Шулай шаңҡып бер көн йөрөнөм дә, йома еткәс, ҡыҙым менән мә­сеткә киттек. Йома намаҙына тиклем арыу ғына ваҡыт булһа ла, халыҡ күп ине, кемдер ҡорбан сал­дырған, бай табын ҡорғайнылар. Шунда миңә “Бына Хоҙай һинең мәсеткә килеүеңә ҡалай ҡыуана, бай табын-өҫтәлдәр менән ҡаршы ала” тигән һүҙ­ҙәр ишетелгәндәй булды. Кешеләр килә торҙо, на­маҙҙарын уҡый торҙо. Ә минең күҙҙәрҙән туҡ­та­тып та, тыйып та булмаған күҙ йәше аҡты ла аҡты...
 

Ошолай шаңҡып ҡайттым мин мәсеттән. Ике көндән һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе ауылға атланы, әсәйем янына, намаҙ уҡырға өйрәнергә! Әсәйемә түкмәй-сәсмәй бөтәһен дә һөйләнем, ул тыңланы ла ауылдағы мәсеткә, аҡшам намаҙына алып китте. Намаҙлыҡҡа баҫыу менән үҙемде яңы тыуған саф, таҙа, гонаһһыҙ сабыйҙай хис иттем, бәхетемдән осоп киткәндәй булдым. Шундай еңел­лекте, рәхәтлекте, илаһилыҡты күптән татыма­ғанымды аңланым. Шул кистә әсәйем менән бергә йәстү, витр намаҙҙарын уҡыныҡ. Мин ул төндә ауылда йоҡлай алманым, минән төнө буйы “Әл-Фатиха” сүрәһен “ятлаттылар”, уянам да доға ҡабат­лайым, ҡайһы ваҡыт доға әйткән тауышыма үҙем уянып китәм. Шулай итеп, “Әл-Фатиха” сүрәһен ятланым! Һуңынан башҡа доға-сүрәләрҙе лә шулай йоҡлағанда ятланым, шуға ла еңел булды. Бер аҙна тирәһеләй ирем намаҙ уҡығанды белмәне, белгәс, әҙерәк әрләште, риза булмай маташты, тик һуңынан килеште.
 

Әкренләп намаҙ уҡый башлағайным, ике эш тәҡдим иттеләр. Ике урында эшләп, намаҙын уҡырмы икән, тигән Хоҙайҙың бер һынауы булдымы, әллә ике эш хаҡы алам тигән нәфсе ҡотҡоһомо – аңламаным. Ике эштән арып-талыуҙар, ғаилә, балалар, бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре булһа ла, намаҙҙы ташламаным. Быйыл 10 августа намаҙға баҫыуыма бер йыл булды! Намаҙға баҫыу ғына тип әйтеү булмаҫ ине быны, күңел тыныслығы табыуға, яҡты донъяларҙы яңынан таныуға, Хоҙайҙан әйтеп бөтмәҫлек көс-ҡеүәт алыуға бер йыл булды! Намаҙ һайын Хоҙайҙан ошо доғалы, иманлы, намаҙлы тормоштан мине айырмауын теләйем, һорайым. Иншалла, шулай буласаҡ та! Әсәйем дә бит беҙгә шундай изге теләктәр теләгән, Аллаға шөкөр, биш балаһы бөтәһе лә белемле, намаҙ уҡый белә, иманлы тормошта йәшәй, ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән әсә кешегә!
 

Был ваҡиғанан һуң бер хәҡиҡәтте аңланым: беҙҙең эргәлә фәрештәләре, шайтандары, иблис­тәре булған параллель донъя бар. Беҙ уларҙы күрмәһәк тә, улар беҙҙе белә, күрә, киҫәтә, ҡоторта... Һәм беҙ был донъяға һынау тотоу өсөн генә кил­гән­беҙ – теге донъяла ожмахҡамы, тамуҡҡамы элә­ге­үебеҙ бөгөнгө эштәребеҙҙән, ғәмәлдәре­беҙ­ҙән, ғибәҙәттәребеҙҙән тора! Тик Хоҙайҙың ҡеүәте менән, изге доға-аяттар аша беҙ был донъя­ның матурлығын, мәғәнәһен күрә лә, тоя ла алабыҙ, шу­ға ла тик Хоҙайға һыйынырға, табы­нырға тейеш­беҙ, иншалла, шулай булһын! Әйт­кәндәй, минең кинәт намаҙға баҫыуым бик күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, кемдер аптыраны, кемдер аңламаны, кемдер сәйерһенеп ҡараны, ә миңә уларҙың фе­кере барыбер ине, тик Хоҙай ғына сәйерһенмәһен, ситкә типмәһен тип теләнем, теләйәсәкмен дә!
 

Ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, мәр­хүм атайым төшөмә инде. Бик ашығып: “Һин яҙып ҡуй, ике донъя бар тип яҙып ҡуй!” – тине. Бына, ата­йымдың һүҙен үтәнем, ике донъя бар, тип яҙып ҡуйҙым...
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: