Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
19 Июль 2021, 09:41

КЕШЕЛӘР НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТӘКӘББЕРЛӘНӘ?

Юҡ! Был ‒ һынау, ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.

КЕШЕЛӘР НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТӘКӘББЕРЛӘНӘ?
КЕШЕЛӘР НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТӘКӘББЕРЛӘНӘ?

Тәкәбберлеккә килтергән нәмәләр бихисап. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап үтәйек.

1. Мал-мөлкәт.

«Мәмерйә» сүрәһендә ике баҡсаһы булған кеше хаҡында ғибрәтле ҡисса бәйән ителә. Был кеше байлыҡ арҡаһында үҙен әллә кем итеп тота башлай. Шул арҡала Аллаһтың язаһына дусар була, үҙенең мул уңыш биреп торған баҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға.

Үҙенең байлығы арҡаһында тәкәбберләнгән Ҡарундың да тарихы билдәле. Хатта «ҡарунлыҡ» һүҙе беҙҙең телдә ҡомһоҙлоҡтоң мәғәнәләш һүҙенә әйләнгән. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Ҡарунды бөтә йорто, хеҙмәтселәре менән бергә ер йота.

Аллаһ Тәғәлә шулай ти: «Инсанға берәй зарар ҡағылһа, ул Беҙгә ялбара. Үҙебеҙҙән ниғмәт бирһәк, ул: “Дөрөҫлөктә, был миңә ғилем арҡаһында бирелде”, ‒ ти. Юҡ! Был ‒ һынау, ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй» («Халыҡ төркөмдәре» сүрәһе, 39:49).

2. Ғилем.

Ғилем эҫтәүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре бик тиҙ тәкәбберләнеп китә. Бүтәндәрҙе наҙанға һанау, уларға өҫтән генә ҡарау ‒ шуның сағылышы.
Ғилем арҡаһында тәкәбберләнеүҙең ике сәбәбе бар.

Беренсеһе ‒ ғилем алыуҙың асылын, маҡсаттарын аңлап етмәү. Хаҡ ғилем ‒ кешегә Аллаһты ла, үҙ-үҙен дә танырға булышлыҡ иткән ғилем. Хаҡ ғилемгә эйә кеше үҙен тыйнаҡ тота. Уға тәкәбберлек хас түгел. «Аллаһтың бәндәләре араһынан ғалимдар ғына Унан ҡурҡа», ‒ тиелә Ҡөрьәндә («Бар ҡылыусы» сүрәһе, 35:28).

Икенсе сәбәп шунан ғибәрәт: тәбиғәте менән әшәке булған ҡайһы бер кешеләр ғилемде исем өсөн генә ала ла, берәй нәмә ятлап өлгөрмәй, белемлелеге менән маҡтанырға тотона.

3. Изге ғәмәлдәр һәм ғибәҙәт.

Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең намаҙҙары, ураҙалары, саҙаҡалары һәм ғибәҙәттең башҡа төрҙәре арҡаһында тәкәбберләнә башлай. Бүтәндәр уларҙы бының өсөн ололарға, уларҙы маҡтап телгә алып торорға тейеш һымаҡ. Изге ғәмәлдәре арҡаһында тәкәбберләнгән кеше Йәннәттә урын алып ҡуйғандай ҡылана, бүтәндәрҙе иһә ахирәт бәхетенән төңөлдөрә.
Әбү Һурайра (Аллаһ унан риза булһын) Аллаһ рәсүленең ﷺ: «“Кешеләр һәләк булды!” тигән кеше ‒ һәләкәткә иң ныҡ дусар кеше», ‒ тигән хәҙисен риүәйәт итә (Мөслим).

Ғалимдар аңлатыуынса, бында тәкәббер кеше хаҡында һүҙ бара. Үҙендәге һәм кешеләрҙәге етешһеҙлектәр өсөн ҡайғырып, «Кешеләр һәләк булды!» тигән кешегә иһә был хәҙистә әйтелгән шелтә ҡағылмай, тип аңлата ғилем эйәләре.

Абдулла ибн әл-Мөбәрәк тигән ғалим (Аллаһ уға рәхимле булһын) Хорасан ҡалаһына һуғылған сағында заһитлығы менән дан алған бер кешегә инеп сығырға булған. Ләкин тегеһе ҡаршыһында ғалим тора тип уйламаған, уны һөйләшеп тә тормай бороп сығарған. Янындағы бер кеше: «Уның кем икәнен белмәйһеңме ни?» ‒ тип һорағас, был заһит бәндә: «Юҡ», ‒ тигән. «Был бит хәҙистәр фәнендә мөьминдәр әмире булған Абдулла ибн әл-Мөбәрәк!» тигән хәбәрҙе ишеткәс, йәһәт кенә тышҡа сыҡҡан да, ғалимды ҡыуып етеп, ғәфү үтенергә, аҡланырға тотонған. «Эй Әбү Ғабдрахман! Мине ғәфү ит, миңә берәй нәсихәт бир!» ‒ тип өтәләнгән ул ғалим алдында. Ибн әл-Мөбәрәк: «Өйөңдән ҡасан ғына сыҡһаң да, ҡарашың кемгә генә төшһә лә, үҙеңдән башҡаны яҡшыраҡ тип бел!» ‒ тигән.

4. Кешенең сығышы, нәҫел-нәсәбе.

Берәй затлы нәҫелдән сыҡҡан кешенең дә тәкәбберләнә, бүтәндәрҙе түбәнерәк күрә башлауы ихтимал. Аллаһ рәсүле ﷺ ғәрәп булмаған Билал ибн Рабаһтың әсәһенә тел тейҙергәне өсөн Әбү Зәрҙе (Аллаһ уларҙан риза булһын) шелтәләп, уға: «Һин әле яһиллыҡтан арынып бөтмәгәнһең», ‒ тигән. Тимәк, үҙ нәҫелең арҡаһында маһайыу ‒ яһилдарға хас сифат.

«Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлегеҙ ‒ иң тәҡүәлегеҙ», ‒ ти Аллаһ Ҡөрьәндә («Бүлмәләр» сүрәһе, 49:13). Ахирәт бәхетенә ирешеү өсөн кешенең ниндәй нәҫелгә ҡарауы мөһим түгел. Аллаһ кешене уның тәҡүәлелегенә ҡарап баһалай.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: