Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
20 Июль 2021, 08:35

Ғәфү итсе мине...

Тәңрем! Ҡөҙрәтеңдән, ярҙамың­дан ташлама, беҙ һинең ярҙамыңа мох­тажбыҙ.

Ғәфү итсе мине...
Ғәфү итсе мине...

Парса
Тып та тып тамсы тама! Ҡояш ал­тын сәстәрен һүтеп, ерҙең селтәр ҡар юрғанын һүтергә ашыға. Ер керпектәрен асып, иркәләнеп кенә, йылы нурҙарға уралып күҙен аса ла, ҡояшҡа рәхмәт әйтә. Шөкөр ҡыла! Ҡоштар ҡанатында яҙҙар ҡайта! Мин һинең менән! Ләкин һиңә үҙемдең рәхмәтемде әйткә­нем булманы. Күпме яҙҙарҙы бергә ҡаршы алдыҡ, Йәйбикәнең табынында йәйләнек, миҙгелдәргә тотоноп, дауылдар йүгәнләргә лә, тауҙар күсереп ҡуйырға ла көсөбөҙ етер кеүек ине бит. Беҙ көслө йәшәнек, өмөтлө инек һинең менән! Ауыҙлығыңды сәйнәп, бәйгеләрҙә еңелеп, күбектәргә батып, хәлһеҙ­ләнеп абынып ауған аттай хис итәһең, буғай, үҙеңде! Һин берсә туҡтап, берсә һуңғы көстәреңде йыйып, бәргеләнеп тибергә тотона­һың, ярҙам һорап бәргеләнәһең түгелме? Ниҙәр булды һуң һиңә? Оло ҡояш, һанһыҙ йондоҙҙар, ғаләм һыйған, оло донъя һыйған. Беләм, күпме кисерештәр, хыянаттар, нахаҡ һүҙҙәр ҡамсылауҙан үрһәләнеүсе һин булдың бит. Аңла­йым һине. Саф хистәрем ярҙарына һыймаған ташҡындар булып ташты, вулкандар булып атылды ла оло тойғоларымды йондоҙҙар итеп күккә һибеүсе лә тәбиғәттең матурлығына табынып, талпынып йәшнәргә көстәр биреүсе лә һин булдың бит, аҡыллы, сабыр йөрәгем!
Хәҙер ғүмеремдең көҙгө ҡояшы офоҡтарға бәрелеп, һуңғы нурҙа­рын сәсеп, һүнергә йыйынғандай хис иттем үҙемде, һин ярҙам һорағандай, берсә тынып, берсә тулҡындар менән ярға алып ташлаған балыҡтай, үрһәләнәһең, йөрәккәйем! Мин ғәйепле, һине һаҡла­мағанмын икән! Ғәзиздә­рем­де юғал­тыуҙар менән күтәргеһеҙ ҡара ҡайғы­ларымды, барыһын да, барыһын да һинең арҡылы ғына үткәрҙем шул. Нескә ҡылдарың нисә тапҡырҙар ялғанғандыр әрнеүле әсе йәштәремде түгеп илағанда, ә һин ниндәй йәштәрең йотоп үкһенең икән һуң, йөрәгем? Һаҡламаным шул, иғтибарһыҙ булдым һиңә. Мин тыныс ҡына ятам, ә һин ярһып тибәһең дә, йәнә тынып ҡалаһың. Ауырҙыр һиңә, хәл­дәреңде аңлайым да, ләкин ярҙам итә алмайым! Аңлайым хәлеңде — ары­ған­һыңдыр, хисле йөрәккәйем. Ғәфү итсе, һаҡламаным үҙеңде. Беләм, кәрәк-кәрәкмәгән дарыуҙар менән һине ағыулағанмындыр, төнгө йоҡоларымды йоҡламайынса, һине йонсотҡанмындыр. Ә һин түҙҙең, йомарт, кеселекле, кешелекле, са­быр ҡалбәм минең. Һиңә рәхмәт­лемен! Мең рәхмәтлемен!

Һинең тамырҙарыңа ялғанып сабый­ҙарым яралды. Яҡты донъяға тауыш биреп тыуғансы ике йөрәк тибешен тойоп йәшәүсе мин инем бит! Күкрәк сит­лектәренә һыя алмайынса ҡыуаныусы ла һин бит! Һинең менән генә барын да кисерҙек, оло йөрәгем!
Үҙ аҡылыңды үҙеңдеке итеп, кеше­ләрҙең ҡайғы-хәсрәттәрен күтәрешеп, шатлыҡтар, изгелектәр өләшергә ашығыусы ла һин булдың түгелме һуң? Улар һине аңламанылар. Юҡ, аңламанылар, йөрәгем! Шуға күпме өҙгөләндең... Бел! Йөрәктәре таш булған тимер ситлек эсендәге мүкләнгән йәнһеҙ йөрәклеләр арабыҙҙа күп икән шул, күп. Йәмһеҙ, ғәмһеҙ, тәкәббер йөрәклеләргә шаҡып аса алмаған саҡтар күп булды. Һин барыһын да ғәфү иттең, кисерҙең дә, әрнеүле, әсе йәшебеҙҙе йотоп, яҡшылыҡ ҡылырға ашыҡтың түгелме ни? Түҙҙең, туҙҙың, алтын йөрәгем! Һинең шундай йомарт, йылы, йырлы булыуыңды ла бик һуң аңланым.
Ғәфү итсе мине, туҡтама! Мин һинһеҙ йәнһеҙ кәүҙә генә, күҙҙәреңде йоммасы, үтенәм! Баҡ­сы, яҙ ҡайтты оло донъяға! Еркә­йебеҙ уяна, ҡыуана. Ишетәһеңме, йөрәгем! Беҙ икәү оло хистәр кисерҙек! Беҙ бәхетле инек бит! Ҡылған эштәребеҙ өсөн рәхмәттәр күп ишеттек: ҡанат-ҡаурыйҙар осорға көс, дәрт бирҙе... Үҙ көстәребеҙ менән хәләл ризыҡтар табып ҡыуандыҡ. Барыһына ла шөкөрҙәр ҡылып — доғала булдыҡ түгелме ни һинең менән? Аллаһ Тәғәләбеҙ ғәфү итһен белеп тә, белмәйсә лә ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн икебеҙҙе. Бына йәнә тибәһең, бәләкәй йөрәгем, мин ишетәм: “Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ” тип тибәһең дә баһа! Устарыма алып, йылы тыным менән өрөп, әрнеүҙәреңде еңеләйтер инем, йыуатып, иркәләп, һөйөр инем дә бит — минең дә һинһеҙ хәлем, көсөм юҡ! Яңағымдан йәшем ағып төшә, һине ҡыҙғанып үкһейем, ғәфү итсе мине, булдыра алһаң, йомарт йөрәгем! Ашыҡма әле туҡтарға — күҙҙәреңде йоморға иртәрәк әле. Ниңә, ниндәй энәләр сәнсә һуң һиңә? Ауыр кисерештәр энәгә әйләнеп ҡалдылармы әллә? Һин ярҙам һорап үрһәләнәһең, йөрәккәйем! Алтын йөрәгем! Тыныслан!

Тәңрем! Ҡөҙрәтеңдән, ярҙамың­дан ташлама, беҙ һинең ярҙамыңа мох­тажбыҙ.
Аллаһ Тәғәләм! Һин яратҡан, бар иткән тереклек, донъяң уяна! Йөрәгем, ишетәһеңме, туҡтама! Тибеүеңдән туҡ­тама, үтенәм! Ҡайтҡан яңы йырыңды тыңлайһы бар бит әле. Моңдо отоп йыр­лайһы, парлап ҡайтҡан ҡошсоҡ­тарҙың оя ҡорғандарын күреп ҡыуанаһыбыҙ бар бит, йөрәгем!..

Дилә БУЛГАКОВА,

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: