Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
20 Июль 2021, 18:00

Йыһан

– Йә Хоҙайым! Ҡыҙымдың ошо ауырыуҙарын миңә генә күсерсе? – тип инәлде уға.– Ул иҫән ҡалһын, ғазаптарын үҙем генә кисерәйемсе!.. Шул саҡ Йәмилә ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: ҡыҙҙың һулышы юҡ ине.

Йыһан
Йыһан
Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН
Хикәйә
 
Үҙәк өҙгөс һыуыҡ. Бер-береһенә ҡағылыуҙан ҡурҡҡандай таралып баҫҡан ҡайындарҙың ботаҡтарын бәҫ һырыған, елеккә үтә торған һыуыҡтан олондарына ҡәҙәр тир бәреп сыҡҡан үҙҙәренең. Ел дә иҫмәй, исмаһам, бәлки был ҡәҙәр үк моңһоу булмаҫ ине. Ә былай... бигерәк дәһшәтле тынлыҡ һәм эс бошорғос аҡлыҡ...
Юҡ икән! Текәлеп ҡараһаң, ҡар аҡлығына, ҡара төртөк булып, ҡайын алҡалары һибелгән. Ҡайын алҡалары түгел, ҡанаттары ҡайырылып, күктән йығылып төшкән яралы ҡоштар... Бер аҙ күҙәтеп торһаң, ҡар үҙе лә ҡарағусҡыл булып күренә башлай...
Шул саҡ, тынлыҡты боҙоп, баш осонан ғына һайыҫҡан осоп китте. Оҙаҡ та тормаҫтан, әллә ниҙәр ҡырған ҡиәфәт сығарып, әйләнеп килде лә ҡарт ҡайын башына ҡунды. Шул арала ҡышҡы күктең биҙәге – ала ҡарға ла эшем эйәһеләй ашығып, әле теге, әле был яҡҡа шәпләп осҡоларға тотондо.
Яҡында ғына ыңғырашып ҡар шығырланы.
 
***
Йомшаҡ ҡар ҡатламы бөткәс, Солтан, ағас көрәген ситкә ҡуйып, ҡулына осло тимер көрәк алды. Уны ниндәйҙер бер ярһыу көс менән ергә батырҙы. Тимер көрәк ҡаты ҡарҙы киҫеп үтте лә туң ҡатламына килеп төртөлдө. Солтан янындағы ҡайынға һөйәп ҡуйылған ломға үрелде.
“Дыңңңң!” Ҡатҡан ергә бәрелгән тимер лом зыңғылданы, дерелдәк ҡалтырау Солтандың бармаҡтары, ҡулы аша беләгенә күсте, бөтә кәүҙәһенә таралды.
– Йә Хоҙайым!
Һыуыҡтан күгәргән ирендәре аша һытылып сыҡҡан иңрәү ауазы уны ҡабат ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы, бәҫләнгән керпектәрен бер-береһенә уҡмаштырып, эре күҙ йәше тәгәрәп сыҡты. Сыҡты ла, шунда уҡ боҙға әйләнеп, күҙен томаланы.
– Йә Хоҙайым! Ни өсөн? – Солтандың зәңгәрләнеп кипкән ирендәре тауышһыҙ ғына хәрәкәткә килде. Был һүҙҙәрҙе янындағы Йәлил ҡарт ишетмәне.
 
***
Кейәүенең ломға таянып, тораташтай ҡатып ҡалыуын, ниндәй уйҙарға сумыуын былай ҙа, һүҙһеҙ ҙә аңлай, бик аңлай Йәлил ҡарт.
– Үҙем барам. Үҙ ҡулдарым менән төшөрәм, – тине ул. Уға ҡаршы килмәнеләр.
Ана, ҡарарға ла ҡыҙғаныс үҙенә: бишмәт төймәләре ысҡынған, бүрегенең ҡолаҡсыны күтәрелгән. Үҙенән бөркөлөп пар сыға: әйтерһең ут ҡапҡан да, быҫҡып яна. Эстән яныуы тышҡа ла сыҡҡан бахырҙың. Йәлил ҡарт кейәүен тәү ҡат күргәндәй күҙәтте лә һиҫкәнеп ҡуйҙы: әле ҡасан ҡына үҫмер егеттәй күренгән Солтанға ни булған? Бер йыл элек кенә утыҙын тултырған кейәүен 18 йәшлек егет-еләнгә тиңләп йөрөй ине, бөгөн иһә ул ҡырҡты үткән ирҙе хәтерләтә. Йәлилдең күҙе кейәүенең ҡолаҡсыны күтәрелгән бүреге ситенән күренеп торған, көмөш төҫөнә ингән сәсенә төштө. Сал сәсле ағай ҡиәфәтендә ине ул бөгөн. Күҙ төбөндәге төрлө яҡҡа юл ярған күләүектәй эҙҙәр уны донъя күргән ир-аттарҙай олоғайтҡан ине. Өҫтәүенә һаҡалын да бер нисә көн ҡырмаған.
Йәлил ҡарттың йөрәк тапҡырын ниндәйҙер бер нескә ҡыл семеттереп алды. Ауыр, бик ауыр ине уға тораташтай ҡатып ҡалған кейәүен был ҡиәфәттә күреү.
 
***
Солтан ҡул һырты менән керпектәренә эленгән боҙсоҡтарҙы һөртөп алды. Ҡайныһының хәсрәткә сумып, тын ҡалыуын күргәс, айнып киткәндәй булды. Былай ҙа йөрәге гел борсоп торған 60 йәшлек ҡартты ошондай хәлдә күреү ҡыҙғаныс ине. Күпме әйтте уға Солтан:
– Ҡайным, өйҙә ҡал, мин үҙем... – тине. Ярҙамға килгән күрше-тирә ирҙәрен дә: – Рәхмәт, ағай-энеләр. Һеҙгә был хәсрәтте кисерергә яҙмаһын. Үҙем генә ҡалайымсы, – тип, кире борҙо.
Ирҙәр, баштарын эйеп, кире боролдо, Йәлил ҡарт иһә баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы:
– Өйҙә ҡала алмайым, кейәү, – тине. Солтан ҡаршылашманы.
Улар, мәрткә киткәндәй, оҙаҡ ҡына бер-береһенең аяҡ остарына текәлеп торғандан һуң, һиҫкәнеп уянғандай, эшкә кереште.
...Усаҡ яғып ерҙе йылытҡас, Солтан ярһып-ярһып туңды соҡорға тотондо. Туң тәрәнгә киткән. Үҙенә ташланған дошманды һөңгө осона алып төрткөләгәндәй, ул тиле көс менән тимерҙе боҙланып ҡатҡан тупраҡҡа батырҙы. Кейәүе бар ярһыуын тимергә күсергәс, Йәлил ҡарт инде тәрәнәйә барған соҡорҙан сығып, аҡ ҡар өҫтөнә ырғытылған тупраҡты тәртип менән өйгөләштереп кенә торҙо.
Ул кейәүен аңлай, үҙ-үҙен белештермәй эшләүенең сараһыҙлыҡтан һәм бер туҡтауһыҙ бимазалаған һорауҙарҙан ҡотолоу өсөн икәнлеген самалай ине.
Был хәлдең буласағын ул күптән һиҙенде, көттө. “Тормош аҡ һәм ҡаранан тора, – тип ҡабатлай ине атаһы. – Һөйөнөстәрҙе көйөнөстәр алыштыра. Ғүмер-ғүмергә шулай булған. Шуға күрә шатлыҡ-ҡыуанысың артһа, мал-мөлкәтең яҡшы ишәйһә, һис шикһеҙ, унан өлөш сығыр, саҙаҡа бир, мохтаждарға ярҙам ит. Артығын ҡыланһаң, итәктән килеп тота ул. Юғиһә, көйөнөстәрең һөйөнөстәреңдән дә ҙурыраҡ булырға мөмкин...”
Һуңғы йылдарҙа намаҙлыҡтан төшмәгән атаһының һүҙҙәре бер ҡолаҡтан инде, икенсеһенән сыҡты. Эштәре иһә бик көйлө бара ине Йәлилдең. Әйтерең бармы – бик тә уңайға тәгәрәй ине.
Ҡазанға терәлеп, инде мөрйә төтөндәре ҡалаға табан боролоп сыға башлаған ауылдарҙы берләштергән совхоз таралған ваҡытта, баш хисапсы булып эшләгән Йәлил шаҡтай ҙур майҙанды тәшкил иткән ерҙе бушҡа ғына, дөрөҫөрәге, етәксе менән килешеп, үҙләштереп алды. Әкиәттәге кеүек, күҙ асып йомған арала, ҡала ситендәге йорттар ауыл башындағыларҙың күршеһенә әйләнде лә ҡуйҙы. Шунан башланды инде...
Йәлил епшек ҡарҙа тәгәрләп ҙурая барған йомарлам һымаҡ көнләп-сәғәтләп хаҡы күтәрелгән ерҙәрҙе һатырға тотондо. Беренсе участканан ингән бер моҡсай аҡсаны күреп, ҡатыны Сания менән икеһенең дә күҙҙәре маңлайға менде. Әммә яҡшыға тиҙ эйәләшәһең бит... Йәлил тиҙ арала йыйнаҡ ҡына өйө янына ике ҡатлы затлы коттедж төҙөттө. Әрмән егеттәре нигеҙенән алып ишек тотҡаларына тиклем үҙҙәре яһаны – Йәлил, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, өйрәткеләп кенә йөрөнө. Банкта һандары арта барған хисап кенәгәһе, Санияның һандыҡ төбөндәге ҡатлы-ҡатлы ситсалары эсенә йәшеренгән шаҡтай ҙур төргәге иҫенә төшкән һайын, ул ләззәтләнеп һыҙғырғылап ҡуя ине. Һыҙғырған һайын бәлә түгел, ҡулға аҡса килде.
Унан машинаға сират етте. Тегендәй-бындай менән генә ваҡланманы, Японияла йыйылғанын ҡайтартты. Ер хаҡының артыуына һөйөнөп йәшәгән арала, оло малайҙары мәктәпте тамамлап ҡуйҙы. Уны аҡса түләп юғары уҡыу йортона индерҙеләр. Ул арала ҡала, ауыл ситендәге йортто үтеп, элекке совхоз ҡырҙарына күсте.
Унда – ҡасандыр бойҙай, арыш, арпа башаҡтары тирбәлгән баҫыуҙарҙа – хәҙер алабута ҡотора. Был сүп үләндәре үҙҙәренең ниндәй ҡиммәтле ерҙә баш төрткәндәрен белһәме? Тиҙҙән улар ҙа ҙур-ҙур йөк машиналары, крандар аҫтында ҡалып һытылды, иҙелде. Инде хәҙер, ҡасандыр мул уңыш менән ҡыуандырған баҫыу ерендә алабута, шайтан таяғы, әрем, дегәнәк, бәпембә кеүек сүп үләндәре түгел, төрлө-төрлө проекттағы, береһе – һары, икенсеһе – ҡыҙыл, өсөнсөһө аҡ кирбестән, бер нисә ҡатлы, бейек ҡоймалы, тимер ҡапҡалы йорттар хужа. Улар берәм-берәм ҡалҡа торҙо – Йәлил ауыҙын йыртып тигәндәй килгән аҡсаларҙы ипләп кенә урынлаштыра торҙо. Берҙән-бер улына фатир бүләк итте. Ул түбәле булыуға, сират апалы-һеңлеле ҡыҙҙарға етте. Малайы – ҡатынлы, ҡыҙҙары ирле булып, барыһы ла етеш тормошта йәшәй башлағас, инде ял көндәрендә өй тултырып ейәндәр йүгерешеп йөрөгәндә, Йәлил һуңғы ер участкаһын һатып ебәрҙе. Һатып ебәреүен ебәрҙе, тик бына һөйөнөстән балҡып йөрөйһө урынға, тиктомалдан атаһының һүҙҙәре иҫенә төштө лә, йөрәген ниндәйҙер шом биләп алды:
– Тормош аҡ һәм ҡаранан тора. Һөйөнөстәрҙе көйөнөстәр алыштыра...
Шул көндән Йәлил ҡарттың йәнен эстән ниҙер кимерә, бимазалай башланы. Ә танау төшөрөрлөк урын юҡ: тормоштары майлағандай бара. Балалар үҙ ояларын ҡорҙо. Кемдәрҙер мең ғазап менән донъя көткәндә, уларға бәхет ишелеп төштө. Йәлил елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен алдан самалап, яңы заманға шыма ғына ҡулайлашып, шул ағым ыңғайына йөҙөп китте.
Ә инде ер участкалары менән иҫәп-хисап яһағандың икенсе көнөнә үк, беренсе тапҡыр тигәндәй, элекке ауылдаштарын, хәҙер инде ҡаланың бер биҫтәһендәге күршеләрен, күҙ уңынан үткәрҙе. Ҡасандыр гөрләп торған совхоздың элекке трактористары, агроном һәм башҡа һөнәр эйәләре нисек йәшәй һуң? Был һорауҙан Йәлилдең кәйефе ҡасты. Эйе, бөгөн күбеһенең тормошо китек. Көндәрҙән бер көндө улар кәрәкһеҙгә сығып, эшһеҙ, ерһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалды.
Йәлил ҡарт, күңелһеҙ уйҙарынан тиҙерәк ҡотолорға теләп, ҡатыны Санияға өндәште:
– Ҡарсыҡ, үҙең беләһең, һуңғы йылдарҙа балда-майҙа йөҙҙөк. Инде балаларҙың үҙ тормошо, беҙгә булғаны етә, һуңғы ер участкаһынан килгән аҡсаны әллә элекке совхоз эшселәренә тигеҙләп бүләһе инде... Бик булмаһа биҫтәлә мәсет төҙөтәйекме? – тине.
Тәүге мәлдәрҙә, ер һатыуҙан ҙур аҡсалар килгәс:
– Йәлил, быларҙың бер өлөшөн етемдәр, ҡарттар йорттарына ебәрмәйбеҙме? – тигән Сания һуңыраҡ ундай һорауҙарҙы бөтөнләй онотто. Был юлы ла ул Йәлил ҡартты пыр туҙҙырҙы:
– Ниндәй эшселәр? Ниткән совхоз ул? Һин уларҙың артыңдан: “Ҡараҡ!” – тип ҡалыуҙарын оноттоңмо ни? Бүлешәм, имеш. Хәҙер, йүгерҙем, ти. Ул алкаштарың мәсеткә йөрөр, тип өмөт итәһеңме? Алйот уйҙарыңды башыңдан сығарып ташла. Ана, балаларың, ейәндәрең тураһында уйла. Яңы ғына Йыһан донъяға ауаз һалды. Шул ҡыҙсыҡ тыуыу хөрмәтенә Солтан кейәү менән Йәмилә ҡыҙыбыҙға тотторабыҙ аҡсаны. Ә ул булғанды таратмаҡсы. Һай, ни һөйләнә берәү! – Сания иренә асыулы ҡараш ташланы. – Ҡара һин уны, әндрәй ҡаҙнаһы бар тиерһең үҙендә!..
Ошо һөйләшеүҙән һуң, Йәлил ҡарттың йөрәгенә шом үрләне лә инде...
 
***
...Туң бөткәс, Солтан эште тиҙ тотто. Инде ләхет алаһы ғына ҡалды.
Ошо ләхет эсенә ул үҙе инеп ятыр ине, валлаһи! Тик уға ғазаптарҙың тағын да әсерәген кисерергә яҙған икән.
– Ни өсөн? Ниндәй гонаһтарым өсөн? – тип бышылданы уның ирендәре.
Юҡһа, барыһы ла ал да гөл кеүек ине. Йәмиләгә өйләнгәндән һуң, уның тормошо ҡапыл үҙгәрҙе. Фатирһыҙ интеккән егет ҡатынының ҡала үҙәгендәге өс бүлмәле фатирына күсенде, ул арала аҡсалы ҡайныһы машина ла бүләк итте.
Солтан бай, мул тормошҡа тиҙ өйрәнде. Йылына өс тапҡыр сит илгә, диңгеҙ буйына барыу уның өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде. Быға тиклем автосервиста машина төҙәтеү менән шөғөлләнгән Солтанға слесарь эше бармай кеүек тойолдо. Йәмиләнең ағаһының фирмаһына завхоз булып урынлашҡас, ул йомро ғына ҡорһаҡ та үҫтереп ебәрҙе.
Барыһы ла гөрләп барҙы, тик Солтан ҡәнәғәт булған һайын, Йәмилә үҙгәрә барҙы. Ҡатынының өҙлөкһөҙ мыжыуы, унан бигерәк бер туҡтауһыҙ өйрәтеүҙәре ирҙең мин-минлелегенә тейә башланы. Өҫтәүенә үҙе бала алып ҡайтырға ла ашыҡманы.
– Беҙҙең бер генә ҡыҙыбыҙ буласаҡ. Донъялағы иң сибәр, иң нәфис ҡыҙ. Тик... Әле түгел. Үҙем өсөн йәшәп ҡалғым килә.
Йәмиләнең үҙ һүҙен шулай ҡәтғи, ҡаршы өндәшмәҫлек итеп әйтеүе Солтанды иҙә, эстән тылҡый ине. Үҙен меҫкенгә сыҡҡан, кәрәкһеҙ әҙәм итеп тоя башланы.
Донъянан тамам туйып, илке-һалҡы йөрөгән көндәрҙең береһендә, Йәмиләнең ағаһында сәркәтип булып эшләүсе Сиринәнең:
– Ирҙәр солтаны һин, Солтан! – тип муйынына аҫылыныуы булды, ул уның биленән ҡосаҡлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бары күлдәк һиҙәптәрен ҡаптырғанда ғына ни булғанына тамам төшөндө.
Шул көндән Солтан тағын да баҫылды, кәйефһеҙләнде, тормошоноң тамам йәме китте. Көн дә күҙен уйнатып, ҡашын һикерткән Сиринәне бөтөнләй күралмаҫ булды.
Ул тормошон үҙгәртергә ҡарар ҡылды. Бер ҡайғыһыҙ, яйлы тормоштоң мәңге шулай дауам итә алмаясағын күңеле менән һиҙә ине ул.
Әммә... барыһы ла ҡабаттан ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы – ҡатынының ҡайнарланып бышылдаған һүҙҙәре уны яңынан тормошҡа ҡайтарғандай булды:
– Солтан, беҙҙең бәпәйебеҙ буласаҡ!..
 
***
Зал яғында мыңғыр-мыңғыр ҡарсыҡтар һөйләшә. Ярым бышылдап, аяҡ осона ғына баҫып йөрөргә тырышыуҙары тамам елеккә үтте. Кемдәр улар? Нимә эшләйҙәр был өйҙә? Ниңә улар Йәмиләгә ҡарап күҙҙәрен һөрткән була?
Ҡатындың фекере тамам сыуалды. Бер уйлағанда, ул барыһын да аңлай кеүек: был аҡ яулыҡлы әбейҙәрҙең нишләп йөрөүҙәренә төшөнә лә һымаҡ, бер ара үҙенең ҡайҙа икәнлеген дә онота...
...Солтандың көндән-көн бойоға барыуын күреп-һиҙеп торҙо Йәмилә. Ир затына бала кәрәклеген бик яҡшы аңлай ине ул. Юғиһә тормоштары ал да гөл: йәп-йәш булһалар ҙа, бөтә нәмәләре етеш. Әммә... бала ғына юҡ. Инде утыҙға яҡынлашҡан Йәмилә ысынлап хафаға ҡалды: әгәр бер ҡасан да балаға уҙмаһа? Үҙе иһә Солтанды:
– Үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалайыҡ әле, – тип йыуатты.
Йәмилә үткәндәге гонаһы шулай язалар, тип башына ла килтермәне.
Солтан менән йәшәй башлағас та уҙҙы ул балаға. Тик 22 йәшлек ҡатындың бер ҙә бала йүргәгенә батҡыһы килмәй ине. Бысаҡ аҫтына ингәндә лә уны-быны уйлап торманы. Тик... көндәрҙең береһендә уның төшөнә бер һөйкөмлө ҡыҙсыҡ килеп инде. Төш көн дә ҡабатлана башланы... Башта ҡыҙарып байыған ҡояшты хәтерләткән түңәрәк күренә. Ул әйләнә-әйләнә лә, һөйкөмлө ҡыҙсыҡҡа әүерелә.
– Әсәйем! – тип ауаз һала ҡыҙ бала.
– Ҡыҙым! – тимәксе була Йәмилә, тик тауышы сыҡмай. Ҡулын һуҙа – ҡыҙ йыраҡлаша. Һәм... ул шыбыр тиргә батып уяна.
Унан ҡатын мендәр ситен тешләп һулҡылдарға тотона...
...Ҡапыл яҡында ғына танау мышҡылдатҡан тауыш ишетелде. Ул һиҫкәнеп боролдо: әсәһе икән. Яулыҡ сите менән күҙ йәшен һөртә, яурындары бер төшә, бер күтәрелә. Йәмилә, бер нәмә аңламайса, уны ҡосаҡлап алды.
 
***
 
Күҙен бер нөктәгә төбәп, тораташтай ултырған Йәмиләгә күҙ ташлаған һайын, әсәнең йөрәге өҙгөләнде. Нимә эшләр был бала? Тамам бөтөрөнмәҫме? Ниңә уға ғына төштө һуң был әсе һынау?
...Әйткән ине шул Йәлиле: “Тормош былай уҡ көйлө барырға тейеш түгелдер ул”, – тип. Һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты.
– Ҡарсыҡ, һуңғы ер участкаһын һатҡан аҡсаны совхоздың элекке эшселәренә бүлеп бирәйек, йә биҫтәлә мәсет төҙөтәйек, – тигәс тә, эй туҙынған ине Сания. Ҡапыл: “Әллә шунда яңылыштыммы ҡаршы төшөп? Аллаһ шуға һынау ебәрәме?” – тигән уй мейеһен ярып үтте әсәнең. Шуның әжереме был? Терһәкте тешләйһе ине лә...
Шул саҡ Санияның ҡолағына мулла абзыйҙың доға һүҙҙәре килеп инде:
– ...Әллааһүммәжғальһү ләнәә фәратан вәжғальһү ләнәә әжран вә зүхъран вәжғальһү ләнәә шәәфиған мүшәффәған... 1
 
***
...Солтан ҡыҙы Йыһандың... – тигән һүҙҙәр Йәмиләне шунда уҡ айнытып ебәрҙе. “Йыһан!”
– Күрһәңсе, ниндәй сибәр бала! Шул ғүмер эшләп, бындай матур йөҙлө баланы күргәнем юҡ ине. – Акушер ауыҙынан әлеге һүҙҙәрҙе ишеткәндә, Йәмиләнән дә бәхетле кеше булмағандыр донъяла.
Нисек көтөп алдылар бит уны! Солтан да күҙгә күренеп үҙгәрҙе, ҡанаттар үҫеп сыҡтымы ни! Йәмиләнең ослайып торған ҡорһағынан һыйпап, ул:
– Әсәһе, мин балалар магазинына инеп сыҡтым әле. Бик матур карауат күрҙем. Ҡарап ҡайтырбыҙ, йәме? Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тегендәй-бындай карауатта ғына ятмаҫ бит инде. Солтан ҡыҙы бит ул. Ап-аҡ сатыр ҡорорбоҙ, – тип ҡайҙа баҫҡанын да белмәй, һөйөнөп-осоноп йөрөнө.
Йыһан, әкиәттәге кеүек, ай үҫәһен көн үҫеп, күҙгә күренеп матурланды. Шатлыҡтың иге-сиге юҡ һымаҡ ине.
Әммә... Бер көндө тәпәй баҫып китергә маташҡан ейәнсәре менән мәж килгән Йәлил ҡарттың:
– Йәмилә ҡыҙым, Йыһанды табиптарға күрһәтмәйһегеҙме? Йөрөшө нисектер сәйер кеүек...– тигән һүҙҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе.
Йыһан тигәндә үҙ-үҙен аямаған Йәмилә атаһына күтәрелеп бәрелде:
– Нимә булған минең ҡыҙыма? Нимәгә уға табип? – тип балаһын күкрәгенә ҡыҫты ла суп-суп битенән, эйәк аҫтынан, ҡулдарынан үбергә тотондо.
– Теләһә нимә һөйләп ултырма белмәгән башың менән!.. – Сания апай ҙа ҡыҙына эйәреп, ҡартын әрләп таштаны. – Атлап китергә маташҡан һәр бала шулай абына инде ул.
– Ярар, әйтеп кенә ҡараным да баһа! – Йәлил ҡарт, ни саранан бисара тигәндәй, яурын һелкетте. – Һис тә ғәйеп итеүем түгел, өс бала үҫтерҙем, биш ейән ҡараным. Береһе лә былай тәпәй китмәне. Аяғына баҫыуға, йөҙөн һыта ла кинәт артына ултыра. Шуға аптырауым...
– Үткән аҙнала ғына хирургта булдым. Бер генә кәмселеге лә юҡ...
– Эй, уларға ышанып бөтөп буламы ни хәҙер? Баш күтәрмәй яҙалар-яҙалар ҙа, ҡарап-нитеп тә тормайынса, фәлән дарыухананан дарыу алып эсергә ҡушалар – шуның менән шул. – Солтандың был һүҙҙәре Йәмиләне тағы ла ярһытты.
– Ни эшләп кейәүле-ҡайнылы икәүләшеп гонаһһыҙ сабыйға ҡаныҡтығыҙ һуң әле? – тип үрһәләнде ул.
Шул саҡ иҙәндә имгәкләгән Йыһан ололарға табан боролдо ла балҡытып йылмайҙы. Шуның менән барлыҡ шик-шөбһәләр ҡойолдо ла төштө. Йәлил ҡарттың ғына күңелендә нимә икәнлеген әйтеп булмай торған ауыр тойғо ҡалды. Тик, бер ауыҙы бешкәс, был хаҡта ул бер ҡасан да ләм-мим һүҙ ҡуҙғатманы.
...Ә бер көндө... шул ҡәһәр һуҡҡан көндө... күп илауҙан тауышы ҡарлыҡҡан Йәмилә шылтыратты: Йыһандың башында яман шеш тапҡандар... инде аҙыуҙың сигенә етеп килә икән...
...Шул көндән Йәмиләнең ҡара көндәре башланды: улар Йыһан менән дауаханаға йәшәргә күсте.
– Метастаза умыртҡаларға тарала башлаған, – тине табиптар.
Ә үҙе... Таҙа күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәрен туп-тура төбәй ҙә йылмайырға тырыша. Ике йәшлек баланың сабырлығына иҫ китмәле: ошо хәлендә лә әсәһенең борсолоуын кәметергә теләй бит ул. Йәмиләнең күҙ йәштәре тамам кипте.
Бер төндө... Йәмилә ҡапыл уянып китте һәм, ғәҙәтенсә, янында ятҡан Йыһанды барланы, бит осонан үбеп алды. Бала иҙрәп йоҡлай. Йәмилә тағын тауышһыҙ ғына үкһене. Йыһандың юрғаны асылған ине, шуны рәтләне, ҡулын күкрәгенә ҡуйҙы:
– Йә Хоҙайым! Ҡыҙымдың ошо ауырыуҙарын миңә генә күсерсе? – тип инәлде уға.– Ул иҫән ҡалһын, ғазаптарын үҙем генә кисерәйемсе!..
Шул саҡ Йәмилә ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: ҡыҙҙың һулышы юҡ ине.
– Бала үлә! – тип бар тауышына яр һалды. Уҡтай атылып палатанан коридорға сыҡты: – Балам үлә! Ҡотҡарығыҙ! Тиҙерәк килегеҙ!
Уның тауышына башҡа палаталарҙан ҡайтауаз әйләнеп килде: карауат пружиналары ыңғырашты, берәм-берәм ишектәр асылды...
Дежурҙа тороусы шәфҡәт туташы йүгереп килеп етте. Тиҙ генә яһалма һулыш аппаратына тоташтырҙы, укол ҡаҙаны. Бер аҙҙан Йыһан һиҙелер-һиҙелмәҫ тын ала башланы.
Икенсе көндө ҡыҙын дауалаусы табип палаталарына инде.
– Кисә төндә ҡыҙығыҙ үлем сигендә булған. Йоҡлағанда... – Ул һүҙен нисек дауам итергә белмәй торҙо. – Ғәфү итегеҙ, Йәмилә Йәлиловна... Әммә дөрөҫөн әйтергә тура килә... Уны ҡабат терелтеү кәрәк инеме икән? Сабыйҙың йоҡлағанда, интекмәйенсә йән биреүе үҙе өсөн дә, ғөмүмән, һәммәбеҙ өсөн дә еңелерәк булыр ине...
Йәмиләнең сикә тамырҙары шәп-шәп тибергә тотондо.
– Һеҙ... – тине ул ҡалтыранып, – Һеҙ аңлайһығыҙмы...ул бит минең ҡыҙым... Йыһаным, берҙән-берем... – Тағы ниҙер әйтергә теләне ҡатын, әммә бер-береһенә бәрелеп шаҡылдашҡан тештәр араһында һүҙҙәре ҡыҫылып ҡалды.
– Аңлайым, – тине табип, тыныс ҡына. – Әммә уның хәле ауыр. Бик ауыр. Хәҙер ул үлем менән тартҡылаша, бик тилмереп үләсәк.
Йәмилә табипҡа ташланыуҙан үҙен саҡ тыйып ҡалды.
– Мин һеҙгә уны Мәскәүгә алып барырға кәңәш итәм. Метастаза умыртҡаларына таралған инде, ул аяғына баҫмаясаҡ. Был осраҡта беҙ көсһөҙ. Мәскәүҙәге операциялар ярҙам итер, тип тә ышандырмайым. Ятып ҡалғансы атып ҡалмайһығыҙмы ғына, тиеүем...
Мәскәү өмөтләндерҙе лә, шул уҡ ва­ҡыт­та бөтә ҡанаттарҙы киҫеп тә ташланы – улар тура Йәлил ҡарт өйөнә ҡайтты һәм... көндәрҙе, сәғәттәрҙе, минуттарҙы һанай башланы.
Йыһандың тартышыуын, ыңрашыуын күреү-ишетеү – үҙе үк үлемгә тиң ине. Йәлил ҡарттың һиҙелер-һиҙелмәҫ бөкрөһө тамам дуғаланды, әле ҡасан ғына көҙгө ҡаршыһында яңы күлдәктәрен бер кейеп, бер сисеп көйәҙләнгән Сания апайҙың өҫтөндә таушалып бөткән сәскәле халат ине – ул тамам әбейҙәр ҡиәфәтенә инде. Солтан ҡабат “телһеҙ Муму”ға әйләнде. Йәмилә иһә һәр төндө тулған ай балҡыған күк йөҙөнә төбәлеп ялбарҙы:
– Хоҙайым, ҡыҙымды бөгөн генә алып китмә! Ауырыуҙарын миңә күсер. Мин унһыҙ йәшәй алмайым...
Ә бер көндө... Йыһан тәпәй баҫырға маташҡан көндәрҙәге кеүек, балҡып йылмайҙы һәм... шул йылмайыу уның йөҙөндә яғылып ҡалды...
Йәмилә шунан һуң нимә булғанын бөтөнләй хәтерләмәй. Күҙ алдында ана шул йылмайған Йыһан тора. Ул иһә... теге... төштәге ҡыҙға оҡшаған ине...
***
– Мәйетте өйҙән аяғы менән алып сығығыҙ. Зыярат ҡапҡаһынан башы менән индерегеҙ. – Ҡайҙан килеп сыҡҡан бында мулла вазифаһын башҡарыусы Вәзих ҡарт?
– Ҡыҙым, һуңғы тапҡыр ҡарап ҡалайыҡ инде, – тине Сания апай, ҡыҙының ҡулынан алып.
Йәмилә ихтыярһыҙ уға эйәрҙе.
Кескәй генә ап-аҡ кәфенлек төргәге. Йәмилә, йылмайыуы юйылмаған Йыһанды күреп, һиҫкәнеп китте.
– Ҡыҙым! Ҡыҙым! – тип ҡабатланы уның мөғжизә өмөт иткән ирендәре һәм ул балаһы өҫтөнә бөгөлөп төштө.
Тирә-яҡтағылар тертләп китте. Сания апай Йәмиләнең ҡулынан тотто. Зыяраттан ҡайтып еткән Йәлил ҡарт менән Солтан да Йәмилә янына килеп баҫты. Иренең күҙ йәштәре тәгәрләй – уларҙы һөртөргә йыйынмай ҙа ине ул.
– Ҡыҙым, Йыһан, ниңә өндәшмәйһең? – тип өҙгөләнде Йәмилә.
Сания апай уны һөйрәп тигәндәй ситкә алып китте. Ирҙәр мәйетте күтәреп сығырға ҡуҙғалды.
– Ҡайҙа алып бараһығыҙ ҡыҙымды? Йыһанды ҡалдырығыҙ! – тип йәшһеҙ үкһене әсә.
 
***
...Шығырт-шығырт...
Һыуыҡтан ҡыуырылған ҡар ҡатламы ыңғырашып ауаз бирҙе. Солтандың күҙ алдын томан ҡаплаған кеүек. Ул мәйет һалынған табутты тотоп түгел, уға тотоноп бара. Ҡулын ысҡындырһа, һис шикһеҙ, гөрһөлдәп ҡар көртөнә ауыр ине.
– Ҡәбергә кем төшөрә? – Был һорауҙы ишетеп, Солтан һиҫкәнеп уянғандай булды. Мулла һораған икән.
– Мин... – тине Йәлил ҡарт.
Кемдер ҡыҫҡа баҫҡыс ҡуйҙы. Ҡарт ағас баҫҡыстан әкрен генә кескәй ҡәбергә төштө.
Аҡ кәфенгә төрөлгән баланы ҡулына тотторҙолар.
Солтан ситкәрәк барып, бер ҡайынға һөйәлде.
– Ҡайным...
Ләхет таҡталарын теҙеп маташҡан Йәлил ҡарт һиҫкәнеп, башын күтәрҙе:
– Ә?
– Ҡайным, һалҡындыр инде унда, эйеме? – Солтандың күҙҙәре шундай ихлас ине.
Йәлил ҡарттың күңелен ҡурҡыу биләп алды: алышынмағандыр бит кейәүе?
– Ҡайным, Йыһан туңмаҫмы икән? Ул бит кескәй генә, өҫтөн һәйбәтләп яптыңмы? – Кейәүенең Йыһандыҡы һымаҡ зәңгәр күҙҙәренә баҡты ла, сабыр Йәлил ҡарт та түҙмәне – илап ебәрҙе. Улар менән килгән ирҙәр ҙә күҙҙәрен бер-береһенән йәшерҙе.
– Минһәә халәҡънәәкүм2. – Мулла ҡәбергә бер ус тупраҡ һипте. – Вә фииһәә нүғыйдүкүм3. – Икенсе усындағын да ташланы. – Вә минһәә нүхърижүкүм тәәратән үхъраа4. – Өсөнсө тапҡыр ташлағас, көрәктәр эшкә кереште.
Аҡлыҡта ҡарайып ятҡан тупраҡ өйөмө бер урындан икенсеһенә күсте...
 
***
Үҙәк өҙгөс һыуыҡ. Бәҫ һырыған ботаҡтарын аҫҡа эйеп, олондары һалҡындан тирләп сыҡҡан ҡайындар тын ҡалған.
Зыярат ҡапҡаһы янына машина килеп туҡтаны.
Солтан ҡапҡанан эскә үтте. Төп юлдан тапалған тар һуҡмаҡҡа боролдо ла кескәй генә кәртәләү эсендәге таш ҡаршыһына килеп баҫты.
– Ҡыҙым, – тине ул ғәҙәтенсә, – хәлең нисек? Туңып ятмайһыңмы? Минең һиңә шатлаҡлы хәбәрем бар. Беҙ... беҙҙең бәпәйебеҙ буласаҡ. Һинең энекәшең...
Солтандың һүҙен бүлеп, биҫтәнең яңы мәсетендә аҙан яңғырай башланы:
– Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр...5
Солтан яратып ҡәбер ташын һыйпаны ла:
– Тыныс йоҡла, ҡыҙым. Мин иртәгә лә килермен, көт мине, – тип тар һуҡмаҡтан төп юлға ҡуҙғалды.
– Һөйләштеңме ҡыҙыбыҙ менән? Яңылыҡтарҙы еткерҙеңме? – тип ҡаршы алды уны Йәмилә.
– Әйттем, – тине Солтан. – Мин уға: “Һиңә энекәш алып ҡайтабыҙ”, – тигәндә мәсеттә аҙан әйтә башланылар. Тимәк, ул да һөйөндө...
– Аҙан әйтеүсенең тауышын таныным – ул атайым ине, – тине Йәмилә.
Машина һалмаҡ ҡына ҡуҙғалды. Аҡлыҡта зәңгәрһыу булып күтәрелгән төтөн борғаланды-борғаланды ла, ҡар өҫтөнә һуҙылып ятты. Кескәй генә кәртәләү янында күтәрелеп килгән йәш ҡайын ботағындағы бәҫ, Солтан һулышынан иреп, тамсы булып ташҡа тамды.
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: