Эскелектән дауалау доғалары
     Эскелек ул бөтә бәлә-ҡазаның башы, күпме юғалтыуҙарға, әллә күпме үлемгә алып барған юл. Күпме бала атай-әсәһенең, күпме ата-әсә балаһының эскеселегенән тилмерә, ғаҙаплана. Был хәлдәр күңел бушлығынан, иманһыҙлыҡтан, тормоштан йәм, рәхәтлек тапмауҙан килә. Бының хәл-сәбәбе күптер, ә ҡотолоу юлы иманға, дингә килеү генә.
     Эскелектән ҡотҡарырҙай дауалар бар. Улар диспансерҙар, наркологик үҙәктәр, дарыуҙар. Шулай уҡ халыҡтың үләндәр менән дауалау сараларын ҡулланыу ҙа урынлы. Ләкин ауырыуҙың беренсе сиратта үҙ ихтыяры булмайынса, был бәләнең яҡшыға илтмәүен, тик түбәнгә генә тәгәрәйәсәген, ғүмерҙең заяға уҙҙырмаҫҡа кәрәген аңлау талап ителә. Һәр ғәиләнең үҙ әхләҡ тәртибен үҙгәртеү кәрәк. Әле ғәиләгеҙҙә хәмер ҡулланағыҙ, хәмерле мәжлестәргә йөрөйөгөҙ икән, был бәләнән ҡотола алмайһығыҙ.

Балаларығыҙға насар үрнәк күрһәтеп нәҫелегеҙ ҡороғанса был хәл дауам итәсәҡ. Үҙегеҙҙән башлағыҙ, өйөгөҙҙә хәмерҙе иҫкә төшөрә торған әйберҙәрҙе: шешәләрҙе, рюмкаларҙы ҡырып-һепереп түгегеҙ. Хәмер мәжлестәренә йөрөмәгеҙ, кеше һүҙенән ҡурҡмағыҙ, һеҙ Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн йәшәйһегеҙ. Кемдеңдер әсе һүҙҙе һиңә ни зыян һала ала? Шунан ҡурҡаһығыҙмы? Һайлағыҙ: иҫереп сусҡа һымаҡ аунап йөрөһөндәрме, әллә айныҡ баш менән шөкөр итер, ҡыуанып йәшәһендәрме? Эске менән интеккән кешенең күңеленә үтеп, ихластан һөйләшеп ярҙам итегеҙ. Тәүбә доғалары һәм Аллаһтан ярҙам доғаларын ихлас күңелдән ҡылығыҙ. Аҫта дауалау ысулдары.

     Өшкөрөү
     Эсеүҙән интегеүсене мәсеткә алып барыр кәрәк, бик булмаһа өйөндә лә был ғәмәлде үтәргә була. Ете кешенән торған Ҡөръән уҡыусы төркөм, был ултырғысҡа ултырған кешенең артынан тороп, аҙан менән башлап, «Йәсин» сүрәһен мөбингә тиклем уҡып, уға өрөр. Һәр береһе аҙан менән «Йәсин»де дауам итеп, мөбин һайын өшкөрөр. Бер Ҡөръән уҡыусы ла ете аҙан әйтеп һәр мөбин һайын өшкөрөр. ИншаАллаһ шифаһы тейәр.
     Хәмер эсеүҙе ташлатыу
     Ғәрәпсә «Йә» (ي) хәрефен юл һайын 10 ар мәртәбә 10 юлға яҙалар. Шунан һуң түбәндәге доғаны мисек, зәғфрән, гөлсәсәк һыуы ҡатнашмаһы менән бер ҡағыҙға яҙып, ул ҡағыҙҙы таҙа һауыттағы һыуға һалып ҡуялар. Бынан тыш, 1000 мәртәбә түбәндәге доғаны уҡып, шул һыуға тын менән өрөп барырҙар. Был һыуҙы хәмер эсеүсе кешегә эсерһәләр, иншаАллаһ тәүбә итәр һәм башҡа эскелеккә яҡын да килмәҫ. Был ысулды зина ҡылыусыға ла ҡулланалар. Бында ашай-эсә торған башҡа буяу ҡулланырға була.
     يَاهٍ يَوَهٍ  Йәәһий-йәүәһ  
     Хәмер-иҫерткестәр эсеүҙән интегеүселәргә шифаланыу саралары
     1-се ысул. Иҫерек кешенең маңлайынан бер бөртөк сәсен алып, шул сәс өҫтөнә 1000 мәртәбә был бәндә иҫереклектән ҡотолһа ине, тигән ниәт менән.
     «Йә Аллааһ, йә Шәһиид» тип доға ҡылырға кәрәк.
     2-се ысул. Ахшам намаҙынан фарызын үтәгәс, сөннәткә тотонғансы, асыҡлап, ниәтләп 300 мәртәбә
     «Йә Аллааһ, йә Һәәҙи» тигән зекер менән доға ҡылырға кәрәк. Шунан һуң, ахшам намаҙының сөннәтен дауам итергә кәрәк.
     3-сө ысул. Ниәтләп, берәр һауыт эсенә, тәрилкә булһын йәки табаҡ булһын, 40 мәртәбә يَا اَللَّهُ يَا تَوَّابُ «Йә Аллааһ, йә Тәүүәб», тип зәғфрән менән яҙып, яҙманы йәки Зәм-Зәм һыуына, йәки яҙ көнө яуған ямғыр һыуы менән сайҡарға кәрәк. Шулай итеп, 40 көн буйы эшләп, эскелеккә бирелгән кешегә был һыуҙы эсерергә кәрәк. Үҙ ихтыяры менән эсһә — бик яҡшы, эсмәһә инде, сәй аша, эсемлек һыуға ҡушып эсерелһә лә яҡшы, иншаАллаһ.
     Эскенән дауалау
     Эскелеккә бирелгән, отошло уйын уйнау, зина ҡылыу, алдашыу, әфиүн ҡулланыу (наркомания) кеүек боҙоҡ ауырыуҙарҙан ҡотолор өсөн 41көн буйына ас ҡарынға өшкөргән һыу эсергә кәрәк булыр. Өшкөрә торған һыу Зәмзәм һыуы булһа, бик яҡшы булыр (ҡала мәсеттәре эргәһендә хәләл киоскыларында бар). Зәмзәм һыуы булмаһа, уның урынына таң һыуын алырға мөмкин. Һыу өҫтөнә бер юлы ике йөҙ мәртәбә әл-Әғраф сүрәһенән 158-се аят уҡылыр:
قُلْ يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنِّي رَسُولُ اللَّهِ إِلَيْكُمْ جَمِيعًا الَّذِي لَهُ مُلْكُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ يُحْيِي وَيُمِيتُ فَآمِنُوا بِاللَّهِ وَرَسُولِهِ النَّبِيِّ الْأُمِّيِّ الَّذِي يُؤْمِنُ بِاللَّهِ وَكَلِمَاتِهِ وَاتَّبِعُوهُ لَعَلَّكُمْ تَهْتَدُونَ
   

     «Ҡуль йәә әй-йүһән-нәәсү иннии рәсүүлүл-лааһи иләйкүм джәмииғәнил-ләҙии ләһү мүлкүс-сәмәәүәәти үәл-ардыи ләә иләәһә илләә һүүә йүхйи үә йүмиитү фә'әәминүү билләәһи үә расүүлиһин-нәбиййил-үммиййил-ләҙии йүьминү билләәһи үә кәлимәәтиһи үәт-тәбиғүүһү ләғәлләкүм тәһтәдүүн».
     Әйт: «Эй һеҙ, кешеләр! Мин һеҙҙең бөгеҙгә лә – Аллаһының рәсүле. Күктәр менән Ерҙәге батшалыҡ – Уныҡы. Унан башҡа илаһ юҡ! Ул терелтә лә, үлтерә лә ала. Аллаһ менән Уның рәсүленә – Раббы һүҙҙәренә иман килтергән уҡымышһыҙ пәйғәмбәргә – инанығыҙ, уның артынан эйәрегеҙ. Бәлки, хаҡ юлға төшөрһөгөҙ! » – тиең.

     Алкоголизм, хәмер-иҫерткестәр эсеүҙән интегеүселәргә шифаланыу саралары
     Әлбиттә, иҫерткестәр ҡулланыусы кеше ихлас күңел менән шул афәттән ҡотолорға насип булһа ине тип, өмөт итергә тейеш.
     Ҡайһы бер ваҡытта түбәндәге ысулдарҙы йәшерен рәүештә эскелеккә бирелгән кешегә белгертмәйенсә лә, ҡулланыу мөмкин. Күпме ғәилә атаһ йәки әсәһе араҡы эскән сәбәпле тарҡалған, күпме бала етем ҡалған, иҫерек әҙәм балаһы күпме енәйәт. күпме хыянат ҡылған... Быларҙың иҫәбен бары тик Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә белеүсе...
     1-се юл. Зәғфрән менән тәрилкәгә йә табаҡ өҫтөнә 110 мәртәбә يَا اَللَّهُ يَا مُرْشِدُ йәә Аллаһ, йәә Мүршид тип яҙырға, шунан һауытты эсә торған һыу менән сайҡарға кәрәк һәм шул һыуҙы эске менән интегеүсе кешегә эсерергә кәрәк. Был ысулды 40 көн буйына ҡулланырға кәрәк.
     Был ысулды, шулай уҡ, эскенән интегеүсе кешегә белгертмәйсә лә эсерергә мөмкин. Был осраҡта, Аллаһы Тәғәләнән тейешле рәүештә доға ҡылып, ярҙам һорарға кәрәк. Шул тәртип менән өшкөргән һыуҙы, ябай һыу булараҡ, аш-һыу, сәй әҙерләгәндә лә ҡулланырға мөмкин. Һәм дә был һыуҙы ғаиләнең башҡа ағзалары ла ҡуллана ала.
     Әйтәйек, ғаилә башлығы эсә торған кеше икән, уға ошо өшкөрөлгән һыу менән аш-һыу бешерелгән икән, ул ашты ғаилә ағзаларының барыһы ла ашай ала, зыян юҡ, иншаАллаһ.
     2-ысул. Иҫерек кешенең кейә торған, таҙа күлмәге өҫтөнә ниәтләп 1001 мәртәбә Кул һууал-лаһ сүрәһен, 31 мәртәбә Аятүл-Көрси, 1000 мәртәбә Түнджинә салауатын уҡыу кәрәк. Ошо күлмәкте кейеүсе кеше, иншаАллаһ, был гонаһынан арынып, тәүбәгә килер.

     Түңджинә салауаты: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/t%d2%af%d2%a3dzhin%d3%99-salauaty.html#more-9054

Нәзир Сабитов.