Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
10 Ноябрь 2021, 16:10

Һәр ялтыраған алтын булмай

Мәҫәлән, кешене еүеш соҡорға төшөрөп ҡуйып, оҙаҡ ваҡыт ҡалған-боҫҡан ризыҡ ашатһалар, ул һау була аламы?

Һәр ялтыраған  алтын булмайҺәр ялтыраған  алтын булмай
Һәр ялтыраған алтын булмай

“Иғтибарлы булығыҙ, һәр кем үҙе һәм ҡуйылған бурыстары өсөн яуап бирәсәк. Тура юл менән барыусыға унан ситкә тайпылған зыян яһай алмаҫ”, – тиелә Изге Ҡөрьәндә. йәғни Йәнегеҙ өсөн яуаплылыҡ үҙегеҙҙә.
“Беҙ Юғары Көскә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышандыҡ” – Кешеләр араһында ошолай тиеүселәр бар. Әммә улар мөьмин түгел. “Ышанабыҙ тип әйтеп Хоҙайҙы һәм уға инаныусыларҙы алдарға теләйҙәр. Әммә үҙҙәрен алдағандарын ғына аңламайҙар”.

Мәҫәлән, кемдер докторлыҡ дәрәжәһен оҙайлы, ентекле, мөһим эше өсөн түгел, ә файҙалы бәйләнештәре ярҙамында ғына алһа, кемде алдай? Әлбиттә, тик үҙен. Ғалимдар араһындағы тәүге дискуссияла уҡ тейешле белеме юҡ икәнлеге асыҡлана. Эшенең баш һүҙе менән тышлығы бар, ә эсе буш, яҙғандары исем өсөн. Гәүһәр ялтырауығы бар, ә ҡиммәтле ташы юҡ.
Шуның кеүек, кеше үҙен иманлы һанап та, йөрәге иман нуры менән балҡымай икән, ул Хоҙай ҡушҡан эштәрҙе үтәүҙән алыҫ, намаҙ ҙа ҡыла алмай. Изге Ҡөрьән үҙ-үҙеңде алдауҙың, рухһыҙлыҡтың сәбәптәрен асып һала. “Уларҙың йөрәгендә – сир...”. (Изге Ҡөрьән, 2:10).
Хәҙер сирҙең үҙен һәм бар­лыҡҡа килеү сәбәбен асыҡларға тырышайыҡ. Мәҫәлән, кешене еүеш соҡорға төшөрөп ҡуйып, оҙаҡ ваҡыт ҡалған-боҫҡан ризыҡ ашатһалар, ул һау була аламы?
Әхлаҡһыҙлыҡ уратып алған мөхиттә йәшәп рухи яҡтан үҫешеүе бик ҡатмарлы. Эскелек, тәмәке, компьютер уйындары, ришүәт­селек, һатлыҡйәнлек, хыянат кеүек күренештәр урта­һында ҡайнағанда, рухи сәләмәт­лек тураһында һүҙ йөрөтөүе мөмкин дә түгел. Һауығыу өсөн был мөхитте үҙ итмәҫкә, унан сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Һәр кем үҙен ҡотҡарыу сараһын тапһын. Сир аҙып, бөтөнләй тормошоңа хужа булып алмаһын! Үҙ-үҙеңә битарафлыҡ арҡаһында ике донъяның да рәхәтлектәренән ҡолаҡ ҡағыуың бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас