Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
29 Ғинуар 2022, 21:54

Шәриғәттә һәр нәмәнең хаҡы бар…

Туғандар, ҡарындаштар, бер ағастың ботаҡтары кеүек, бер тамырҙан сығып, бер тәрбиә һәм бер ризыҡ менән үҫкәс, улар араһында билдәле бурыстар һәм хаҡтар ҙа бар.

Шәриғәттә  һәр нәмәнең хаҡы бар…
Шәриғәттә һәр нәмәнең хаҡы бар…

Ғаилә усағы туған-тыумаса
менән ҡеүәтле

Туғандар һәм яҡындарҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте – күркәм холоҡ, әхлаҡ күрһәткесе. Бала нәҫел-нәсәбен бәләкәйҙән белеп, улар менән татыу йәшәргә өйрәнеп үҫергә тейеш.
“Ете быуынын белмәгән – етем”, “Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ”, “Туғаныңдан биҙмә – нәҫелең ҡорор”, “Ят – ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке – ташламаҫ”, “Туғанын хурлаған – дошман ҡулына төшкән” тигән ата-бабаларыбыҙҙан килеп еткән мәҡәл, ҡарһүҙҙәр шуға асыҡ миҫал. Ҡанбабалар туғанлыҡ ептәренә, үҙ-ара бурыстарға үҙҙәре лә бик яуаплы ҡараған һәм йәш быуынды ла өйрәткән. Шуға ла олоно – оло, кесене кесе итә белеү башҡорт балаһына орсоҡтай сағынан һеңдерелгән. Атай-әсәй, ағай-апай, ҡусты-һеңле, еҙнә-еңгә, инәй-бабай, олатай-өләсәй, ҡоҙа-ҡоҙағый ише туғанлыҡ һүҙҙәре аша бала һәр ҡайһыһы менән үҙен нисек тоторға кәрәклеген, улар алдында ниндәй бурысы, ниндәй хаҡы барлығын билдәләй. Ҡыҫҡаһы, «субординация» тойғоһо шул ябай ғәмәлдән баш ала. Мәҫәлән, “Атайыңдан оло кеше менән уйнап һөйләшмә” тигән тыйыу кешегә кескәйҙән үҙебеҙҙең урыныбыҙҙы белергә, аралашыу манераһын аңларға ярҙам итә.
“Брат браттың донъя көткәненә не рад” тигән һүҙҙәрҙе, моғайын, һеҙгә лә ишетергә тура килгәндер. Уны хәҙерге динһеҙ заман емеше тип баһалау урынлылыр. Сөнки ул, беренсенән, туған телебеҙҙә яңғырамай, икенсенән, был Ислам әхлағына тап килмәгән күренеш. Һәйбәт тәрбиә алған кеше “Туғандарың – ҡулың менән аяғың, дуҫтарың – таяныр таяғың” икәнен һис онотмаясаҡ.
Туғандар – атай-әсәйҙән ҡала иң яҡын кешеләребеҙ, уларҙы беҙ үҙебеҙҙе яратҡан кеүек яратырға тейешбеҙ. Үҙ туғанын ихтирам итмәүселәр башҡаларға ла хөрмәт менән баға алмаҫ.
Бер туғандар атай-әсәһенән ҡалған мөлкәтте лә тигеҙлек, ризалыҡ менән бүлешергә, туған хаҡын мал хаҡына алмашмаҫҡа бурыслы. Бай туғандар мохтаждарына ярҙам итеп торорға тейеш, дин буйынса ҡаралған зәҡәт-саҙаҡаһын да уларға биреү сауаплыраҡ һанала. “Туған туғандың маллыһын ярата” тиеү буштан сыҡмаған.
Ғаиләләге өлкән ҡарындаштар кескәйҙәре өсөн яуаплы. Пәйғәмбәребеҙ: “Атаһы булмаған бала өсөн ағаһы атай урынына һаналалыр. Апаһы – әсәһе урынына”, – тигән, йәғни “Оло ҡәрҙәштәрҙең бәләкәй ҡәрҙәштәр алдындағы хаҡы атаның балаһы алдындағы хаҡы кеүектер” тип билдәләнгән динебеҙҙә.
Өйөбөҙҙә беҙгә хеҙмәт итеүселәр өсөн дә динебеҙҙә хаҡтар билдәләнгән. Уларға үҙ ашағаныбыҙҙан ашатыу, ғаилә ағзаһы кеүек ҡабул итеү, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү, иҫәнлек-һаулыҡтарына, рух тәрбиәләренә иғтибар итеү – беҙҙең дин һәм әхлаҡ бурысыбыҙ.
Шулай итеп, һәр мосолманға туған-тыумасаға ҡарата ғаилә хистәре менән бағыу, туғанлыҡ дәрәжәләренә күрә ихтирам итеү, мохтаждарына ярҙам күрһәтеү, гүр эйәләренә зыярат ҡылыу кеүек изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәргә кәрәк.

“Күршеңә гүзәл мөғәмәлә ҡыл,
иманлы булырһың”

Ислам динендә туған хаҡынан һуң күрше хаҡы тора. Пәйғәмбәребеҙ “Күршегә хөрмәт итеү әсәгә хөрмәт итеү кеүек тейешлелер” тигән бойороғо менән күрше булғандарға үҙ-ара ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ғүмер кисереүҙе нәсихәт итә. Шулай итеп күршеләр менән туғандар бер дәрәжәлә тора тиерлек.
Ғәрәп теленән “күрше” һүҙенең аҫыл мәғәнәһе – золомға осраған, ауырлыҡҡа ҡалған бер кешегә ярҙам итеүсе зат тигәнде аңлата. Хәҙрәти Ғәли ҡысҡырғанда тауышы ишетеләсәк ҡәҙәр арала йәшәгәндәрҙе күрше итеп ҡабул итә торған булған. Ә хәҙрәти Ғәйшә тирә-яғында йәшәгән 40 кешене күрше тип һанаған. Күршелек өйҙәрҙең йәнәшә терәлеп тороуынан ғына ғибәрәт түгел, шулай уҡ транспортта, эштә, уҡыуҙа, хатта яныңда ултырған кеше лә күрше һанала. Ярҙам итеү, хәйер биреү кеүек ғәмәлдәрҙе ҡапҡаһы иң яҡын булған күршенән башларға кәрәк.
Аллаһы Тәғәләгә һәм әхирәткә иманы булған кеше күршеһенә һәр саҡ игелек күрһәтер, сөнки күрше ас, үҙе туҡ булған кеше камил иман эйәһе була алмай, тип билдәләнә динебеҙҙә.
Иманлы кеше булыу өсөн күрше хаҡын белеү һәм үтәү шарт. Уның өс төрлө хаҡы бар: беҙҙең диндә булмаған күршенең бер хаҡы – күршелек хаҡы; мосолман булған күршенең ике хаҡы – ислам, күршелек хаҡы, ә ҡәрҙәш-туған булған күршенең өс хаҡы – ислам, күршелек һәм нәҫел хаҡы бар.
Ябраил фәрештә, Пәйғәмбәребеҙгә һабаҡ бирергә килгәс, күрше хаҡында күп нәсихәттәр бирә. Пәйғәмбәребеҙ: “Ябраил фәрештә миңә күрше хаҡында шул ҡәҙәр күп нәсихәттәр бирҙе, күршемде вариҫым итер тип уйланым”, — тигән. Пәйғәмбәр сәхәбәләре күрше хаҡын һәр ваҡыт үтәргә тырышҡан. Хатта уларҙың башҡа диндән булыуы ла кәртә булмаған. Ғүмәрҙең улы Ғабдуллаһтың йортонда бер һарыҡ һуйылғас, ул: “Минең йәһүд күршемә лә өлөш сығарығыҙ” – тип үтенгән.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ҙә былай тип васыят иткән: “Бер ҡаҙан аш бешергәндә һыуын күберәк ҡой, һуңынан күрше өйҙәрен ҡара. Хәлдәренә күрә бер миҡдарҙа улар өсөн дә өлөш сығар”, – тигән. Үҙеңә ашарға бешергәндә күршеңә лә өлөш сығарыу ҙур сауаптан һанала. Мәҫәлән, ҡоймаҡ ҡойғанда, ике ҡалаҡ онон күберәк ҡушып, шунан сыҡҡан өс ҡоймаҡты балаларың күршегә индереп сыҡһа, улар ҙа бәләкәйҙән күрше хаҡын белеп үҫер, игелекле булырға өйрәнерҙәр. Ярай ҙа бөгөнгө көндә ауылда бер-береһенә сәләм бирешеү, ҡунаҡҡа, өмәләргә йөрөшөү кеүек күркәм ғәҙәттәр әлегә һаҡланып килә, ә ҡалала стена артында кем йәшәгәнен белмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Халыҡ араһында буласаҡ кейәү йәки килендең кем булыуын белергә теләһәң, күршеңдән һора, тигән һүҙ йөрөй. Туған-тыумаса ғаиләләге хәлдәре менән таныш булмаҫҡа йәки яҡындарын һатмаҫҡа ла мөмкин. Ә күрше был йәһәттән һәр ваҡыт хәбәрҙар.
Пәйғәмбәребеҙ бер кешегә: “Изге әҙәм бул”, – тигән. Ул: “Үҙемдең изге эштәме, әллә яуыз эштәме икәнемде нисек беләйем?“ – тип һорай. Пәйғәмбәребеҙ: “Үҙең аңларһың: күршеләрең насар кеше тиһәләр, тимәк, һин насар әҙәмһең”, – тип яуаплаған.

Ысын мосолман кешеһенә күршеләренә ҡарата яҡшы мөғәмәлә булыу ғына аҙ, ул яуызлыҡтарға сабыр итә белергә лә тейеш. “Күрше хаҡы бар” тип уның яманлыҡ күрһәтеүҙәренә күҙ йомоу, ғәфү итеү һеҙҙең иманлы булыуығыҙҙың күрһәткесе.

Иман яңыртыу доғаһы

Һәр бер мосолман кис һайын шул көндө гонаһ эшләүе-эшләмәүе, берәй ҡарындашын алдау-алдамауы тураһында уйланырға тейеш. Әгәр шундай хәлдәр була ҡалһа, тәүбә ҡылырға һәм икенсе көндө был хатаны төҙәтергә ашығырға кәрәк.

أَسْتَغْفِرُ اللهَ  أَسْتَغْفِرُ اللهَ  أَسْتَغْفِرُ اللهَ  الكَرِيمَ الَّذِى لَآ إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْحَيَّ
القَيُّومَ وَأَتُوبُ إِلَيْهِ تَوْبَةَ عَبْدٍ ظَالِمٍ لِنَفْسِهِ لَا يَمْلِكُ لِنَفْسِهِ مَوْتًا وَلَا حَيَاةً
وَلَا نُشُورًا . وَأَسْئَلُهُ التَّوْبَةَ وَالْمَغْفِرَةَ لَنَا إِنَّهُ هُوَ التَّوَّابُ الرَّحِيمُ

“Әстәғъфируллааһә әстәғъфируллаһә әстәғъфирул-лааһәл-кәриимәлләзии ләә иләәһә илләә һүәл-хәййүл-каййүүмә вә әтүбү иләйһи тәүбәтә ғабдин заалимин линәфсиһии ләә йәмликү линәфсиһии мәүтән вә ләә хәйәәтән вә ләә нүшураа. Вә әс-әлүһүт-тәүбәтә вәл-мәғъфиратә ләнәә иннәһүү һүәт-тәввәәбүр-рахиим”.

“Аллаһым! Был йәшемә еткәнсегә ҡәҙәр минең ҡулымдан, телемдән, башҡа ағзаларымдан белеп йәки белмәйенсә берәй хата эшләү йәки баш тартыу, яла яғыу һәм башҡа шундай ҙур һәм кескәй гонаһтар эшләгән булһам, мин уларҙың барыһынан да тәүбә иттем, тағы эшләмәҫкә ҡарар иттем. Гонаһтарымды ғәфү ит, сөнки Һин гонаһтарҙы кисереүсеһең!
Пәйғәмбәрҙең беренсеһе Әҙәм, һуңғыһы Мөхәммәт ғәләйһиссәләм. Икеһенең араһында килеп киткән бөтә пәйғәмбәрҙәргә инандым, иман килтерҙем, барыһы ла хаҡтыр. Телем менән ҡабатланым, күңелем менән раҫланым”.

Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: