Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Февраль 2022, 17:06

Иң көслө доға

Бер ҡарттан :– Донъяла ниндәй доға иң көслөһө һәм уны Аллаһы Тәғәлә мотлаҡ ишетәсәк? – тип һорағандар.

Иң көслө доға
Иң көслө доға

Бер ҡарттан :
– Донъяла ниндәй доға иң көслөһө һәм уны Аллаһы Тәғәлә мотлаҡ ишетәсәк? – тип һорағандар.
Ҡарт йылмайып былай тигән:
– Ике кеше әҙәм аяғы баҫмаған утрауҙа пәйҙә булған һәм улар доға ҡылған. Һәр береһе үҙенсә... Уларға ризыҡ кәрәк булған. Теге икәүҙең берәүһенә Аллаһы Тәғәлә күпләп ризыҡ биргән. Ә икенсеһенә бер нәмә лә эләкмәгән.
Тәүгеһе тәғәмен икенсеһе менән йомарт бүлешкән. Өшөгән былар. Һалҡындан һаҡланыр өсөн урын эҙләгәндәр. Уныһын да тегеһе тапҡан, ә быныһы – юҡ. Ул йылы урынды ла икәүләп бүлешкән.
Хәҙер икеһе лә Аллаһы Тәғәләнән был утрауҙан имен-аман ҡотолоу өсөн кәмә һораған. Уныһына ла ризыҡ һәм һалҡындан һаҡланыр урын тапҡан кеше барып юлыҡҡан. Һәм, әлбиттә, ул бәхетһеҙ юлдашын үҙе менән алған.
Утрауҙан ситләшкәс, береһе икенсеһенән:
– Аллаһы Тәғәлә нимә һораһаң, шуны бирҙе. Һин ниндәй доға уҡының ул? – тип һораған.
Тегеһе иһә былай тип яуаплаған:
– Мин унан бары һиңә ярҙам итеүен генә һораным. Шуға ла доғам ҡабул булды. Иң көслө доға ул мөхәббәт тойғоһо менән уҡыла. Аллаһы Тәғәләгә, яҡыныңа...
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк тиҙәрме әле? Йәнә беҙҙең халыҡта “мөхәббәтле” тигән һүҙ бар... Кемгәлер үлеп ғашиҡ булыу хаҡында түгел ул. Ошо хикмәттәге ише эскерһеҙ, изгелекле кешеләргә ҡарата әйтәрләр уны. Аллаһы Тәғәлә шул сифаттарҙан яҙҙырмаһын ине беҙҙе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: