Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
10 Февраль 2022, 15:01

Рыяһыҙ йәшәп буламы?

Был сир әҙәм балаларына йоғоп, уларҙы һәләкәткә илтеүе ихтимал.

Рыяһыҙ йәшәп буламы?
Рыяһыҙ йәшәп буламы?

Кешеләр араһында бөгөн күҙгә күренмәҫ “рыя” тигән хәтәр ауырыу таралды. Уны хатта табиптар ҙа дауалай алмай. Был сир әҙәм балаларына йоғоп, уларҙы һәләкәткә илтеүе ихтимал. “Рыя” тип тирә-яғыбыҙҙағы дуҫ-туғандар, таныш-белештәр һәм хатта бер таныш булмаған кешеләр күрһен, маҡтаһын, ғәжәпләнһен тигән уй-ниәт менән ҡылынған ғәмәлдәрҙе атайҙар.

Донъяла батшалыҡ иткән әлеге сир бигерәк тә радио-телевидениены, интернет селтәрен үҙ итте. Беҙ тартынмай эфир, экрандар аша ҡылған ғәмәлдәребеҙ,игелектәребеҙ хаҡында бар ғаләмгә һөйләп барабыҙ. Бөтә ынтылыуыбыҙ – күберәк аудиторыяға үҙебеҙҙе күрһәтеп өлгөрөү, уларға оҡшарға тырышыу. Социаль селтәрҙәрҙә лайктар артынан ҡыуыу ошоға асыҡ миҫал.

Ислам динендә ярлыҡанмай торған оло ширек тигән гонаһтар бар. Ул Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш (ширек) ҡылыу тигәнде аңлата. Ә кесе ширек – оло ширеккә алып барыусы юл. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с.): “Өммәтем өсөн иң ҡурҡынысы – кесе ширек. Ә кесе ширек – рыя була. Кеше маҡтаһын, дәрәжә өсөн ҡылған ғәмәл. Эшегеҙҙе кем өсөн башҡараһығыҙ, Ҡиәмәт көнөндә әжерен дә шунан һорағыҙ, ул һеҙҙе йәннәтле итер”, – тип яуаплай.

Ысынында иһә беҙҙе тик Аллаһы Тәғәлә генә йәннәтле итә ала. Шуға ла беҙҙең ҡылған ғәмәлдәребеҙ ҙә тик уның ризалығы өсөн генә башҡарылырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бының асылына төшөнөп етмәй.

Рыя төрҙәре

Тән рыяһы. Кеше тәнендәге берәй урынын Аллаһ ризалығы йәки рәсүлебеҙҙең сөннәтен үтәү өсөн түгел, ә бәлки, донъялағы урын, мал йәиһә башҡа маҡсат өсөн файҙаланыу. Мәҫәлән, кеше маңлайында сәждә ҡылыу эҙен ҡалдырырға теләп, намаҙҙы махсус рәүештә ҡаты ерҙә уҡыһа, бындай ҡылыҡ рыяға инә һәм бер ниндәй ҙә әжер-сауапҡа эйә була алмай.

Кейем рыяһы. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә күркәм, бәндәләрендә лә күркәмлекте һөйә. Шуға уның ризалығы өсөн ғәүрәтте ҡаплап йөрөү маҡсатында ҡупшы кейенеү тыйылмай. Мәҫәлән, матур кейенеп йөрөүең кешеләрҙе дингә өндәү маҡсатына буйһондоролған икән, күлдәгеңдең дә, аяк кейемеңдең дә башҡаларҙан айырылып тороуы мөмкин. Әгәр инде ниәтең, киреһенсә, диндән яҙҙырыу булһа, кейемеңдә рыя, хәрәм бар тигән һүҙ.

Һүҙ рыяһы – һөйләгән һүҙҙең асылына ныҡлап төшөнмәй, кеше күрһен тип һүҙ тотоу. Мәҫәлән, ҡөрьән уҡыу мәжлесендә йә маһайып йә кемделер уҙҙырып ебәрәм тип, көсәйеп ҡысҡырып уҡыу. Йәки ислам ҡанундарын үтәмәй, башҡаларға вәғәз һөйләү ҙә рыянан һанала.

Ғәмәл рыяһы – кеше күрһен тип махсус рәүештә ҡылған ғәмәлдәр. Мәҫәлән, әжерле саҙаҡаны йәшереп бирер урынға бөтәһенә күрһәтеп тапшырыу ғәмәл рыяһына инә. Ислам динендә “Уң ҡулың менән биргән хәйерҙе һул ҡулың күрергә тейеш түгел” тип әйтелә.

Ҡайһы бер кешеләр өйҙәрендә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырып, мәсеттә, кеше алдында ғына уҡыйҙар. Кеше өсөн генә намаҙ уҡыған ғәмәл-ғибәҙәт рыянан һанала. Ғибәҙәттәге рыя, йәғни намаҙ, ураҙа, хаж ҡылыу, зәҡәт түләү, саҙаҡа биреүҙә ихласлыҡ юғала икән, уның өсөн бер ниндәй сауап булмай, киреһенсә, гонаһ ҡына яҙыласаҡ. Былар барыһы ла Аллаһы ризалығын алып, Йәннәтенә инеүгә сәбәп булһын өсөн уҡылырға тейеш.

Рыяның барлыҡҡа килеү сәбәптәре

  1. Иман зәғифлеге. Иманы көсһөҙ кешеләр ширек ҡылырға мөмкин, сөнки ул гонаһтарға ҡаршы торорға һәләтле түгел.
  2. Маҡтағанды яратыу.Кешене маҡтаған һайын уның мин-минлеге арта, үҙе менән ғорурлана башлай, боҙола, тәккәбергә әйләнә.Тирә-йүндәгеләрҙән хуплау, һоҡланыу һүҙҙәрен ишетәм тип, тағы-тағы рыя эшләргә ынтыласаҡ.
  3. Тәнҡиттән ҡурҡыу. Кемдер берәү намаҙын “Кешеләр миңә һүҙ әйтмәһендәр, мине тәнҡитләмәһендәр” тип кенә уҡыуы ихтимал. Кеше һүҙенән ҡурҡып, ҡатын-ҡыҙҙың яулыҡ ябыныуы ла рыяға этәрә ала. “Мин бик күп мәжлестәрҙә һыйландым, ә үҙем берәүҙе лә саҡырманым. Мине яманлап һөйләмәһендәр, уларҙың ауыҙҙарын ябайым әле” тигән уй менән мәжлес үткәреүселәр ҙә юҡ түгел. Ауыҙ астырыу әжерле эш булһа ла, уның ниәте изге булмауы ҙур гонаһҡа илтеүе бар.

Рыя һаналмаған ғәмәлдәр

ü Кеше күрһен тигән ниәт менән эшләмәгән ғәмәл өсөн маҡталыу.

ü Берәү икенсе кешенең изге ғәмәл ҡылғанын үрнәк күреп, үҙе унан да артығыраҡ ғибәҙәт ҡыла башлау.

ü Ғибәҙәтте биҙәнеп, еҫле майҙар һибеп ҡылыу.

ü Гонаһтарыңды йәшереү.

ü Кешеләргә ғилем биргәндә улар мәғрифәтле булһындар тигән ниәт менән кеше алдында алған шөһрәт (танылыу).

Рыя ҡылыусыны нимә көтә?

Рыя ҡылыусы кеше еңеллек өмөт итә алмай. Беренсенән, ул кеше кесе ширек ҡылған булып һанала. Шулай булғас, иң беренсе уның рыянан булған барлыҡ ғәмәлдәре ҡабул булмай. Миҫал өсөн, кеше маҡтаһын өсөн Ҡөрьән уҡыһа, кешенән ҡурҡып мәжлес үткәрһә, намаҙ уҡыһа – былар барыһы ла рыянан һаналып, ут яндырған ағас шикелле, юҡҡа сыға. Икенсенән, рыясыға гонаһ яҙыла һәм, өсөнсөнән, Ҡиәмәт көнөндә Йәһәннәмдә ғазапҡа дусар була.

Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.): “Йәһәннәмгә иң беренсе сиратта өс кеше: беренсеһе – ғилемен Аллаһ ризалығы өсөн түгел, дәрәжәле булыу маҡсатында ҡулланған ғалим; икенсеһе – үҙе тураһында кешеләр хайран ҡалып һөйләһендәр өсөн һуғышҡа китеп, үлтерелгән кеше, өсөнсөһө – мал йыйып, тирә-яҡҡа данын таратыу маҡсатында мәсет-мәҙрәсә төҙөткән кеше – аяҡ баҫасаҡ”, – тип әйтә.

Рыянан ҡотолоу өсөн беҙгә ни эшләргә?

Рыя ул кешенең эсендә йәшәгән сир. Уны Аллаһы Тәғәлә менән рыя ҡылыусы үҙе генә белә. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа бар, дауаланығыҙ, үлемгә генә дауа юҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған. Рыянан ҡотолам тиһәң, һәр ғәмәл алдынан үҙ-үҙеңдән: “Мин быны кем ризалығы өсөн эшләйем?” – тип һорарға кәрәк. Әгәр Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн булһа, ғәмәлде үтәргә мөмкин, әгәр юҡ икән, уны ҡылып гонаһ йыйғансы, эшләмәү хәйерлерәктер.

Бынан тыш дини ғилемебеҙҙе арттырыу, йәғни Ҡөрьән менән хәҙисте дөрөҫ итеп өйрәнеү һәм көн һайын: “Йә, Раббым Аллаһ! Һин мине рыянан һаҡла”, – тип Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыу зарур.

Рыя – насар ғәмәл. Әммә унан да зыянлыраҡ – ширек. Рыясының – рыянан ҡылған ғәмәлдәре, ә ширек ҡылыусының иманы юҡҡа сығасаҡ. Уның менән бергә бөтә изгелектәр ҙә ҡабул булмаясаҡ. Иманыбыҙҙы һаҡлап, рыя ҡылмайынса йәшәргә тырышайыҡ.

Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.

Маҡтауҙарға ҡаршы доға

"Аллаһүммә лә түәхиҙии бимә -йәкулүнә үәғфир ли мә лә йәғләмүнә үәжғәлни хайран миммә йәҙуннүн."

Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Уларҙың әйткән һүҙҙәре өсөн мине язаға тарттырма. Уларға билдәле булмаған ғәйептәрем һәм етешһеҙлектәремде ярлыҡа, улар уйлағандан яҡшыраҡ булырға ярҙам ит.»

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: