Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
25 Февраль 2022, 21:45

Үлеп китһәң, кешеләр һинең менән ошондай эштәрҙе башҡарасаҡтар

Иң беренсе исемең төшөп ҡалыр. Кешеләр үлгәнеңде белгәс: "Мәйет ҡайҙа"-тип һораясаҡ. Исемең менән өндәшмәйәсәктәр.

Үлеп китһәң, кешеләр һинең менән ошондай эштәрҙе башҡарасаҡтар
Үлеп китһәң, кешеләр һинең менән ошондай эштәрҙе башҡарасаҡтар

Уйланыр өсөн:

Үлеп китһәң, кешеләр һинең менән ошондай эштәрҙе башҡарасаҡтар:

1. Кейемдәреңде сисәсәктәр.
2. Йыуасаҡтар.
3. Кәфенгә төрәсәктәр.
4. Өйөңдән сығарасаҡтар.
5. Һинең яңы өйөңә (ҡәбереңә) алып китәсәктәр.
6. Ҡайһы бер кешеләр эштәрен ташлап һине һуңғы юлға оҙатырға, йыназаңа киләсәктәр.
7. Аяҡ, өҫ кейемдәреңде кешеләргә таратып бирәсәктәр.
8.Тормош туҡтап ҡалмаясаҡ. Эш урыныңды яңы кеше биләйәсәк. Йыйған байлығыңды балаларың таратып аласаҡ.

Иң беренсе исемең төшөп ҡалыр. Кешеләр үлгәнеңде белгәс: "Мәйет ҡайҙа"-тип һораясаҡ. Исемең менән өндәшмәйәсәктәр. Йыназа намаҙы уҡыр алдынан:"Йыназа уҡыр өсөн мәйетте килтерегеҙ" - тип әйтәсәктәр. Әхмәтте, йә иһә Хәмитйәнде килтерегеҙ тип әйтмәйәсәктәр. Ҡәбергә төшөргән саҡта: "Мәйетте алып бирегеҙ"- тип әйтәсәктәр. Исемең менән атамаясаҡтар.

Дәрәжәм бар, байлығым күп тип алданма. Был донъяның бер нәмә тормауын һәм яуап тотор көнөбөҙҙөң бөйөклөгөн ошо үлем килгән ваҡытта асыҡ аңларһың.

Һинең үлемеңә ҡайғырыусылар өс төркөмгә бүленер:
1. Һине белгән ябай кешеләр:" Аллаһ гөнаһтарын ярлыҡаһын"-тип кенә ҡотолорҙар.
2. Яҡын дуҫтарың бер-нисә сәғәт, йә иһә бер-нисә көн дауамында һине иҫләп ҡайғырырҙар һәм яйлап үҙҙәренең донъя мәшәҡәттәренә сумырҙар.
3. Ғәиләң һинең өсөн тәрән ҡайғыға сумыр. Ул ҡайғы бер-ике аҙна дауам итер. Бәлки бер-ике ай, бәлки йылдарға һуҙылыр.

Бына ошо рәүешле кешеләр араһында һинең тарихың тамам. Ысын донъяла үҙеңдең киләсәгең билдәһеҙ булһа, ҡатыныңды, балаларыңды, йыйған байлығыңды нимә көтөүе лә һинең өсөн сер булып ҡаласаҡ.
Бына һинең өр яңы тормошоң башланды. Ошо мәлдә "Һин ҡәберең өсөн, икенсе тормош өсөн нимә әҙерләнең" тигән һорау алдыңа килеп баҫасаҡ.
Был ҡасып ҡотолоп булмай торған ысынбарлыҡ. Был турала уйлау үтә мөһим. Шуға күрә ислам ҡанундарын өйрән. Мосолман дине өсөн мотлаҡ булған ғибәҙәттәрҙе ҡыл. Аллаһтын тыйғандарынан тыйыл. Күберәк сөннәтте үтәргә, йәшерен саҙаҡа бирергә һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙе эшләргә ашыҡ.
Ошо яҙғандарҙы Аллаһ хаҡы өсөн бүтәндәр менән бүлешһәң һинең өсөн бәлки яҡшыраҡ булыр. Кешеләрҙең :"Мәйет ҡайҙа"-тип әйтеүҙәренә ҡәҙәр сауаплы эштәр ҡылып өлгөр.

Рәфис Мостафин.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: