Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
17 Март 2022, 13:06

Һүҙ менән имләй ул

− Дин ҡанундары буйынса йәшәгән кешегә һәр бер һүҙгә иғтибарлы булыу, йәғни ауыҙҙы үлсәп асыу зарур. Ислам тураһында һөйләгән журналисҡа айырыу­са... Һайлаған темаңдың әһәмиәтле булыуы ла мөһим. Ошо йәһәттән һеҙгә нимә ярҙам итә?

Һүҙ  менән  имләй ул
Һүҙ менән имләй ул

Бөгөнгөләй хәтеремдә, был мө­ләйем ҡыҙ редакциябыҙ бүл­мәһенә аяҙ күктә балҡыған ҡояштай йылмайып килеп инде, көләс йөҙөнән сихри нурҙар һибелгән кеүек. Баҡһаң, үҙе Башҡорт дәүләт универ­ситетының башҡорт филоло­гияһы һәм журналистикаһы факультетында  ситтән тороп белем ала икән­. Әбйәлил ерен­дә тыуып үҫкән­гәлер, теле һутлы, һүҙгә маһир булып сыҡты.
Сәлиәне шундуҡ ҙур теләк менән эшкә алдылар. Шу­лай итеп, журналис­тика­лағы хеҙмәт юлын  Сәлиә Мөхәмәт­ғә­лина “Cә­ләм” йыр-мәғлү­мәт кана­лының алып барыу­сыһы, хә­бәрсеһе булып башланы.
Шул көндән апаруҡ һыу ағып, танышып, аралашып йәшә­үебеҙгә лә бер мөсәл булған икән.

 

Тәү көндән беҙҙе Сәлиәбеҙ эскерһеҙлеге, күңел яҡтылығы, бәхетлеләргә генә хас әҙәплелеге, мөнәсәбәттәрҙә, холоҡ-фиғелдәрҙә их­лас, ярҙамсыл булыуы менән арбаны. Тышҡы матурлығы хаҡында һүҙ ҙә юҡ, “Йома” тапшырыуының алыш­тырғыһыҙ журналисы һәм алып барыусыһы Сәлиәгә һоҡланмаған кеше юҡтыр.  Янында эшләгән бөтә­һе исеменән ҡыйыу рәүештә әйтә алам: был балҡыш яһалма түгел, уның йылыһы барыһына ла етә. Исеме лә ғәрәпсәнән “йыуатыусы” тигәнде аңлата бит. Һөйкөмлө мөслимәнең матур холҡона, мөғәмәләһенә һоҡланып, күптәрҙең дингә иғтибары, хөрмәте артты, уның гүзәл өлгөһөндә намаҙға баҫып, ураҙа тотоусылар ҙа бихисап, шуларҙың береһе мин үҙем. Әл-хәмдү лил-ләһи!  Журналислыҡ хеҙмәтенән тыш, ватсап һәм телеграм-каналда онлайн аша Ҡөрьән дәрестәре алып бара, былтырҙан башлап “Көмөш шишмә” мәсетендә балалар уҡыта. Сәлиә менән беҙ бөгөн  белем алыуҙың мәртәбәһе, балалар тәрбиәһе, дин, әхлаҡ темалары өҫтөндә эшләгән журналистың эш үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшәбеҙ.
− Сәлиә, ислам динендәге ҡатын-ҡыҙ өсөн ғилем мөһим урындамы?
− Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн белем мөһим урынды биләй. Мосолман кешеһе башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Ул күпкә аҡыллы булырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә лә Ҡөрьәндә әйтә бит: “Ҡөрьән фекер итә белеүселәр өсөн”, − тип. Кешенең фекерләү даирәһе киң булған һайын уның фекерләү ҡеүәһе лә арта. Тормош, йәшәйеш тураһында фекер иткән һайын, Аллаһтың барлығын, берлеген, уның бөйөк­лөгөн, ҡөҙрәтен тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Шуның  өсөн мосолман бер яҡлы ғына түгел, төрлө яҡтан үҫешергә, бер урында тапанып тормаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, үҙ йортоңда ирең өсөн ҡыҙыҡлы булаһың. Кешенең иманы ла ҡеүәтләнә бит инде. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән: “Мосолмандың иң матур ғәмәле − аҙ булһа ла дауамлы башҡарған эше”. Шуға көн һайын әҙләп-әҙләп булһа ла ғилемебеҙҙе арттырып тороу зарур. Был ниндәйҙер  диплом алып, төрлө дәрәжәләргә ирешер өсөн түгел. Балалар тәрбиәләүҙә, донъяуи, йәмәғәт эштәрендә лә беҙ бар яҡтан да өлгөрөргә тейеш бит. Шуға ла, фекерләү ҡеүәһе артһын тиһәк, беҙгә туҡтауһыҙ ғилем эстәргә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺﷺ).  тағы бер һүҙен килтерәм: “Был донъя өсөн теге донъяны ташлама”. Дингә килеү − ул бит үҙ-үҙеңде төрлө яҡтан ҡыҫыу түгел, беҙ юғарыраҡ дәрәжәле юлда һәр яҡлап оҫта булырға тейешбеҙ.
− Телевидениелағы мәшәҡәтле эшегеҙ менән Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға дини белем биреү курстарын алып барған кеше. Мөғәллимә Сәлиә тәүҙә онлайн-формат аша уҡытты. Телеграм-канал аша Ҡөрьән өйрәнеп буламы? Бындай ысул оло апайҙар өсөн уңайлымы?
− Эйе, был эште Аллаһтың рәхмәте менән уйламаған ерҙән, ҡапыл ғына башлап ебәрҙем. Тәүҙәрәк, уҡытыр алдынан мәҙрәсә бөтөргә кәрәк, тигән фекерҙә инем. Бер ваҡыт таныш хәҙрәт ағай былай тип сығыш яһаны: “Мосол­мандарҙа ике сиктән сығып киткән кеше бар: берәүҙәр, минең ғилемем етмәй, мәҙрәсә бөтмәгәнмен, кешене өйрәтергә әле иртәрәк, тип, оҙаҡ йылдар дауамында һуҙа-һуҙа, үҙҙәре дин тота, тирә-яҡтағыларға өйрәтмәй, икенселәр иһә саҡ ҡына бер нәмә белеп алалар ҙа, ғалим кеше кеүек, өйрәтә башлайҙар, ошо йәһәттән икеһе лә яңылыша, хаталана”, − тине. Шуға мосолман бер яҡшы нәмә белде икән, ул уны матур итеп үҙенең үрнәге аша еткереп, дәғүәт ҡыла белергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ (ﷺﷺ) сөннәте буйынса, хикмәтле аҡыл менән фәһемле юлдар аша, үҙ миҫалыңда еткереү кәрәк, әлбиттә. Былтыр пандемия сәбәпле аралашыуыбыҙ туҡтап торғас, мин үҙемдең әхирәттәремә, әйҙәгеҙ, кемдәр ғәрәп хәрефтәрен белмәй, таныштыра башлайым әле, тип тәҡдим яһаным.
Изоляция ваҡытында мөмкинлек тә, ваҡыт та бар, ватсапта бер нисә ҡыҙ өсөн төркөм ойоштороп ебәрҙем дә өйрәтә башланым. Ә улар үҙҙәренең таныштарын саҡырҙы уҡыуға, төркөмгә өҫтәлә баралар, мин аптырап киттем. Күңелдә яуаплылыҡ хисе уянды: “Йә Аллаһ, мин бит кемдәрҙең кем икәнен дә белмәйем, беләләрҙер, кемдең ғилеме бар, камиллашыр өсөн килгәндер, мин бит бөтөнләй белмәйем”. Бер ваҡыт бөтә китаптарымды асып һалдым, таныш хәҙрәттәрҙе эшкә ектем: әйҙә, һеҙ мине еренә еткереп өйрәтегеҙ, тип. Кешене өйрәтә-өйрәтә, үҙең өйрәнә башлайһың, тигән кеүек, йөҙҙән ашыу апайҙар, ҡыҙҙар өҫтәлеп, ватсап төркөмөндә Ҡөрьән дәресен башлап ебәрҙем инде. Үҙем дә уҡырға индем, бөгөн Рәсәй ислам университетының икенсе курсында белем алам. Видеояҙмалар ҙа яҙҙырырға тура килде, күрһәтергә кәрәк бит, хәрефтәр нисек яҙыла, әйтелешен (мәһрәжен) аудиолар менән аңлатам. Үҙебеҙсә, ябай итеп, башҡортсалап өйрәтә башланым. Өйрәнергә теләүселәр артҡандан-арта барҙы. Ватсап төркөмөнөң уңайһыҙлығы: бөтә видео, аудиоматериалдар телефондың хәтерен тултырғас, телеграмдың барлығын белеп, шунда күсергә булдым. Телефондың хәтеренә тәьҫир итмәй ул. Был ысулды һайлағас, оло кешеләргә уңайһыҙ булды. Улар бит телефонды яҡшылап белмәй. Шылтыраталар, көймәйенсә тыныс ҡына аңлатырға тырышам. Шулай бер курс уҡып сыҡтылар. Шунан икенсе төркөм йыйҙым. Быйылғы октябрҙә өсөнсөгә туплармын тип торам. Нимәһе шатландыра? Шул ҡыҙҙар-апайҙар араһынан: “Бына, Сәлиә, бер ваҡытта ла, Ҡөрьәнде ҡулыма алып уҡырмын, тип уйламағайным, хәҙер уны асып уҡый алам”, − тип шатланып, күҙ йәштәре менән шылтыратҡан инәйҙәр өсөн шул тиклем һөйөнәм.“Кем ислам динен өйрәнеүҙә көс һала, Аллаһы Тәғәлә уның донъя эштәрен яйға һала”. “Аллаһы Тәғәлә менән мөнәсәбәтеңде яҡшыртһаң, донъя эштәреңде Үҙе яйға һалыр”, − тигән хәҙистәр бар. Ошо дәрестәрҙе башлап ебәргәс, унан башҡа ла һорауҙар бирә башланылар дин тураһында, намаҙ, ураҙа, тәһәрәт алыу тураһында. Шул осорҙа телефоным ҡайнап торҙо. Тағы бер төркөм асырға мәжбүр булдым. “Динебеҙҙә йәшәү мәғәнәһе” тип атаным уны. Әлеге көнгә тиклем һорауҙарға яуап биреп барам. Ватсапта, телеграмда бөтәһе бергә 900-ҙән артыҡ кеше тора.
− Быйылғы йыл һеҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле: “Көмөш шишмә” мәсетендә курстар асып ебәрҙегеҙ, апаруҡ тәжрибә лә туплағанһығыҙҙыр...
− Аллаһтың Ҡөҙрәте менән Дим биҫтәһендәге “Көмөш шишмә” мәсетендә Әхмәт хәҙрәт Фәйзуллин менән таныштыҡ. Теләгем тормошҡа ашты − тормош иптәшемде осраттым. Ә ул унда балалар һәм өлкәндәр өсөн дини мәктәп ойоштороп ебәргән, шунда уҡытып йөрөй. Шул дини мәктәпте төшөрөргә барғайным инде. Уның, хәләл ефетемде осратып, ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн алып барһын ине, тигән хыял-теләге булған. Өйләнешкәс тә шул апайҙарҙың төркөмөн мин етәкләп алып киттем. Шулай итеп, былтыр беҙ тәжүид ҡағиҙәләрен үтеп бөтөп, быйыл тағы бер дауам итеүселәр төркөмөн йыйырға ниәт бар.
− Мосолман ҡыҙҙары танышҡанда иң башта әхирәттәренән намаҙға баҫыу, хижәп кейеү сәбәбен һораша башлай. Һеҙҙе дини ҡанундар буйынса йәшәү рәүешенә нимә алып килде?
− Дин юлына килеү ҡапыл ғына булмайҙыр ул. Анализлай башлаһаң, бәләкәй саҡтан ошо юлға килеүеңде аңлайһың. Минең дингә килеү тарихын һөйләһәң, бик оҙон. Ике төп этәргес хәл тураһында ғына әйтәм. Береһе − насар: “Сәләм” тапшырыуында эшләгән мәлем. Иртәнге эфирға килгән саҡта бер яуыз кешенең ҡулына эләктем, шул ҡыҫҡа ғына мәлдә йәшен тиҙлегендә доға ҡылынды: “Аллаһым, ошо кешенән ҡотҡарһаң, Һинең юлыңда ғүмерлеккә бурыслы булыр инем”, − тип әйткәндән һуң, ул мине ҡапыл алып осорҙо һәм шунда уйлағаным күңелемдә нәҙер һымаҡ булды бит инде. Ә икенсеһе: Рамаҙан айында беҙҙең баш мөхәррир дин тураһында берәй сюжет эшләргә ҡушты. Нишләптер мин унда ризалашып, эргәләге “Ғофран” мәсетенә барырға булдым. Ғосман хәҙрәт Хамматовҡа килдем дә, үҙем ни һорарға ла белмәйем, дин тураһында мәғлүмәтем дә юҡ бит инде. Шунан: “Хәҙрәт, иртәнге программабыҙға ныҡ ауыр булмаған темаға һөйләп бирегеҙ әле”, − тигән булдым. Хәҙрәт: “Ярай, әйҙә нимә хәрәм, нимә хәләл икәнен аңлатам”, − тине. Ул ваҡытта минең өсөн “хәләл” һүҙе тик ризыҡ менән бәйле ине. Интервью бөткәс: “Ә ҡайҙа мин кейем, дини китаптар төшөрә алам?” − тип һораным. Хәҙрәт бер номер бирҙе лә, Сипайлово биҫтәһендәге сауҙа үҙәгендә урынлашҡан кибеткә ебәрҙе. Барҙыҡ, камера менән төшөрә башланыҡ. Ул саҡта минең башымда, изге Ҡөрьән китабы китап кәштәһендә генә торорға тейеш, уға тейергә һәм асырға ярамай, тигән фекер булды. Шул ваҡытта кибет хужабикәһе янына килеп: “Резеда апай, Ҡөрьәнде нисек аңлайҙар ул, уның башҡортсаһы булмаймы ул?” − тип һораным. Ул көлөп ебәрҙе лә: “Әйҙә, мин һиңә рамаҙан айында бүләк итәм”, − тип Илшат ағай Хафизовтың йәшел тышлы “Ҡөрьән тәфсире” тигән китабын алып бирҙе. Мин ни эшләргә белмәйем, ҡалтырап төштөм, был бит изге китап, уны тоторға хаҡым юҡ, тигән хис уянды. Сумкамды асҡанмын да, тетрәнгес хис менән: “Ошонда ғына һалығыҙ!” − тинем. Резеда апай ҡарап торҙо ла миңә тәһәрәт һәм ғөсөл ҡойоноу хаҡында башҡорт телендә нәшер ителгән китап һуҙҙы. “Ҡөрьәнде тотор алдынан тәһәрәтле, ғөсөллө булырға кәрәк”, − тигәс, ҡайтып етеү менән эй йыуынырға керештем, тәһәрәт алырға өйрәндем. Шул кисен үк китапты асып, уҡый башланым. Кейәүгә сыҡмағанмын, балалар әлегә юҡ, бер үҙем генә, башкөллө сумдым. Ниңә ул Ҡөрьәндә “Һыйыр”, “Ҡырмыҫҡалар”, “Үрмәксе” сүрәләре бар, тип аптырайым үҙем. Изге ҙур китап өсөн ошо һүҙҙәр килешмәгән кеүек ине. Шунан инде тетрәнеп илай-илай уҡыным. Шунан намаҙға баҫтым. Ошо яҙманы әҙерләгән саҡта Аллаһтың ҡөҙрәте менән шундай сәбәп һәм бүләк булды, мең рәхмәт!
− Сәлиә, намаҙға баҫып, яулыҡ ябыныу менән, эшегеҙ ҙә алышынды шикелле, шулаймы?
− Эйе. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә ҡағылышлы аяттарҙы уҡығас, уның бурыс икәнен белгәс, тулыһынса кейенергә булдым. Шунан яулыҡ ябынып килгәс, бергә эшләгән етәкселәр ҡабул итмәй, сисергә тәҡдим итте, 2009 йылда телеүҙәктә ундай ҡыҙҙар юҡ ине әле. Эштән китәм, тинем. Телевидениенан ебәргеләре килмәне. Әлбиттә, һәйбәт эшләйһең, ебәрмәйбеҙ, тигәндәре ҡыуандырҙы. Әммә мин Аллаһ юлын һайланым. Эштән киттем. Бер ай буйына Өфөлә ятҡас, ул ваҡытта телевидение буйынса директор урынбаҫары Ғәлим Яҡупов мине яңынан саҡырып алып, һөйләшеп ҡараны, булдыра алмағас, мине Морат ағай Лоҡманов янына ебәрҙе. Шул бәхетле көндән башлап бына инде нисәмә йыл “Йома” тапшырыуында эшләп йөрөйөм.
− Дин ҡанундары буйынса йәшәгән кешегә һәр бер һүҙгә иғтибарлы булыу, йәғни ауыҙҙы үлсәп асыу зарур. Ислам тураһында һөйләгән журналисҡа айырыу­са... Һайлаған темаңдың әһәмиәтле булыуы ла мөһим. Ошо йәһәттән һеҙгә нимә ярҙам итә?
− Журналист ҡына түгел, һәр мосолман дин юлына баҫыу менән үҙенең әҙәбен, әхлағын ҡарарға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт(ﷺﷺ): “Мин һеҙгә холоҡто камиллаштырыу, әҙәпте арттырыу өсөн ебәрелдем”, − тигән бит. Шуға, йәшәй-йәшәй (13 йыл дин юлындамын), ниндәй темаға, һорауға нығыраҡ иғтибар итергә кәрәклеген аңлай башлайһың. Тәү сиратта холҡобоҙ төҙәлергә тейеш. Намаҙға баҫып, ураҙа тотоп, кешенең холҡо үҙгәрмәй икән, был ғибәҙәтеңдә ниндәйҙер зәғифлек бар, тимәк, ул дингә ни өсөн баҫҡанын аңлап еткермәй. Беребеҙ ҙә камил түгел. Һәр беребеҙҙең үҫешкән осоро бар. Тәүҙә бер ҡараш йөрөтәһең, аҙаҡ икенсе кимәлгә күсәһең, шуға ла һәр беребеҙ һәр ваҡыт камиллашыу юлында булырға тейеш. Намаҙға баҫҡас та рәтләнеп китмәйбеҙ әле, элекке холоҡ та үҙебеҙ менән, телде лә тәрбиәләргә кәрәк. Ә ҡатын-ҡыҙға күп яҡтан үҙен тыя белергә кәрәк. Шулай уҡ, ирҙәр ҙә. Аллаһы Тәғәләнең Рәхмәте − миңә яҡшы кеше (етәксем Морат Лоҡманов) менән эшләргә насип итте. Эшләй башлағандан бөтә һорауҙарымды уға бирәм. Ул бит хәҙрәт кеше, мине гел нәсихәтләй. Ҡыҙыҡ, уға һорау бирәһең дә, ул тура яуап бирмәй, ниндәйҙер миҫал, булған хәлде һөйләп бирә, ә һин аҙаҡ уйланаһың: нимә әйтергә теләне икән, тип (йылмая). Кинәйә, хикмәт менән аңлата белеүе шул тиклем оҡшай миңә! Шунан тора-бара кеше менән аралашҡанда, дәғүәт юлында шул тиклем һаҡ булырға кәрәк икәнлеген аңлай башлайһың. Нәзәкәтлек менән, психолог һымаҡ кешенең кимәлен белеп, һөйләшә белергә кәрәк. Дингә килеүсе халыҡтың һорауҙары ла күп. Ябай итеп, ҡатмарлаштырмай ғына аңлатырға тырышабыҙ. Социаль селтәрҙәрҙән дә күҙаллап бараһың. Үрҙә әйтеп киткән төркөмдәремдә лә ҡыҙҙарҙан бер үк һорауҙар күп килә, шунан да кешене нимә ҡыҙыҡһындырғанын аңлай башлайһың, шуларға таянып, яҙмалар эшләргә тырыштым. Әлбиттә, журналисҡа халыҡ менән эшләү бик мөһим.
− Башлыса ниндәй һорауҙар менән өндәшәләр һеҙгә?
− Халыҡҡа ябай әйберҙәр тураһында ҡат-ҡат һөйләргә тура килә. Күберәк: “Ирем эсә, ниндәйерәк доға уҡыйым икән?” “Кейәүгә сығыр өсөн ниндәй доға ҡулланырға?” − кеүек һорауҙар килә. Тиҙ генә әпсен-төпсөн доға уҡыйһың да шул ваҡытта уҡ хәл яҡшырып китә, тип уйлай халыҡ. Күптәр еңел генә юл эҙләй, рухи үҫешкә, ғилем арттырыуға тырышлыҡ һалғыһы килмәй. Дин юлы − Аллаһҡа яҡынайыу юлы икәнлеген аңлап етмәй әле ул. Бер урында ултыра. Шуға ла нисек Аллаһты яратырға өйрәнергә, ҡәлбте нисек таҙартырға, нисек телде тыйып өйрәнергә, нисек ғәйбәттән тыйылырға, иреңә ниндәй итәғәт күрһәтергә өйрәнергә тигән кеүек һорауҙарҙы бик аҙ бирәләр, балалар тәрбиәһе тураһында ла аҙ һорайҙар. “Мине сихырлағандар, нисек сихырҙан һаҡланырға?” “Ҡайҙа ҡот ҡойҙорорға мөмкин?” “Тырнаҡтарымды киҫһәм, ҡайҙа ташлайым?” “Сәсемде ҡырҡһам, яндырырға яраймы?” Иң күбе, беләһегеҙме, нимә тураһында һорайҙар? “Иренемде буярға, ҡашымды үҫтерергә, керпегемде оҙонайтырға яраймы?” “Яулығымды артҡа ғына бәйләп йөрөһәм буламы?” Дингә килгәндә, бәләкәй генә нәмә лә дөйәләй күренә, яңылышып барыуҙан ҡурҡаһың, шуға көймәйем, тыныс ҡына яуап бирәм. Бөтәһенә лә яуап бирергә тырышам. Иң көслө теләгем – әхлаҡи яҡтан үҫеш, ғилем, ҡәлб тураһында ла уйланһындар ине.
− Эш тә эш, ә балаларыңа ваҡыт ҡаламы?
− Балаларға ваҡыт булдырырға тырышам. “Йома” тапшырыуына килгәс, ярты ставка ғына биргәйнеләр. Ҡыуандым, сөнки белә инем: ҡатын-ҡыҙҙың төп эше – өйҙә. Ярты көн эшләйем дә ҡайтып китәм. Аҙаҡ ғаилә мәсьәләһе ҡатмарлашып китеп, айырылғас, тулы ставкаға күстем. Өлгөрөргә тырыштым. Өлкәнем − Хәниф, бәләкәсем − Хәким. Улар менән мәсеттәргә, йома намаҙҙарына йөрөргә ты­рыш­тым. Башта “Хәмзә” мәсетенең йәкшәмбе мәктә­бендә дини белем алдылар. Әл-хәмдү лил-ләһи, кейәүгә сыҡҡас, хәҙер инде иптәшем Әхмәт хәҙрәттең дини мәктәбенә йөрөйҙәр. Өйҙә иһә, йоҡлар алдынан алмаш-тилмәш сүрәләрҙе уҡып яталар, аш алдынан доғалар, иғтибарымды шулай уҡ әхлаҡи яҡҡа ла йүнәлтергә тырышам. Бәләкәй балалар бөтә нәмәне ихласыраҡ ҡабул итә.
− Атай-әсәйҙәрҙе ныҡ борсоған һорауҙарҙың береһе − ул балаға дини белем биреү, исламға хөрмәт һәм һөйөү уятыу. Хәниф менән Хәкимде тәрбиә­ләгәндә, нимәгә баҫым яһайһығыҙ?
− Өлкәнем үҫмерлек осорон кисерә. Һәр осорҙоң – үҙенең алымдары. Матур итеп, баланың күңелен һындырмай ғына динебеҙгә һөйөү тойғоһон атай-әсәй уятырға тейеш инде. Бергәләп сүрәләр, доғалар ятлайбыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, был яҡшы, әммә бала уларҙың эстәлеген, тәржемәһен аңламаһа, тиҙ арый. Беҙгә иң мөһиме − шул доғаның нимә икәнен аңлатыу, аҙағыраҡ теле менән әйттерергә өйрәтеү. Мәҫәлән, тамаҡ ялғағандан һуң аш доғаһын ҡайһы саҡта яҙа-йоҙа ғына әйтеп тороп китәләр. Мин шунан, улым, һин нимә тураһында әйттең әле, тип һорайым. Ул, әллә, ти бит инде. Шунан: “Йә Раббым, беҙҙе ашатҡаныңа, эсергәнеңә, беҙҙе мосолман итеп йәшәткәнеңә рәхмәт”, − тип үҙ телебеҙҙә әйттереп, аңлатып ҡуям. Ғөмүмән, тәү нәүбәттә балаларҙы фекерләргә өйрәтергә бурыслыбыҙ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, аш алдындан ризыҡ тураһында һөйләшкәндә, емеш-еләктең нисек өҫтәлгә килеп ятҡанын ҡыҙыҡлы итеп, өйҙә бесәй булһа, уның турала, төрлө яҡтан һөйләргә кәрәк! Урамда бөжәк күрҙек икән, шул турала, һәр нәмәлә Аллаһтың барлығын, бөйөклөгөн таныған саҡта, был балала ғүмерлеккә ҡалалыр инде тим.
Аллаһҡа һөйөү уятыу. Беҙҙең бала саҡта икмәк валсығы иҙәнгә төшөп китһә, ҡурҡа торғайныҡ. “Алла бабай башыңа һуға!” − тиҙәр ине. Мин, ҡурҡып, уны ҡурҡыныс итеп, язалаусы, әрләүсе тип ҡабул иткәнмен. Ә Аллаһтың 99 исеме араһынан бер ҙә ҡурҡыныс сифаты, өркөткөс исеме лә юҡ бит! Бөтәһе лә гүзәл исемдәр. Йомарт, йомшаҡ, хикмәтле, ғәзиз, дуҫ... Балаларға уның сифаттары тураһында һөйләп аңлатып торорға кәрәк. Шундай ысулдар менән генә күңелдәрендә орлоҡ шыттырырға мөмкиндер, тип уйлайым. Ә инде көсләп нимәнелер өйрәтергә, күберәк доға, сүрәләр ятлатырға тырышыуҙан тора-бара бала ялҡып китеүе ихтимал.
Шунан инде әҙәп. Иң әүәл, өйҙә ололарға хөрмәт уятыу, үҙ телебеҙҙә һөйләшеп тороу. Әлбиттә, ҡала ерендә был ауыр, минең менән башҡортса ғына һөйләшегеҙ, тип гел иҫтәренә төшөрөп торам. Ҡай саҡта башҡортса яуап биргәндәрен оҙаҡ ҡына көтөп торам, сөнки тел дә — Аллаһтың хикмәте, бүләге, туған телең менән күп нәмә күсә. Уның мөмкинлеген аңлатып бөтөп булмайҙыр тим. Әсә һөтө, тел менән күп нәмә инә. Шунан балаларға: “Был һинең ағайың, улай итмә”, “Был һинең ҡустың, татыу булығыҙ!” − тип, туғанлыҡ ептәрен нисек һаҡларға, нәсихәти формала әсәйҙе, атайҙы хөрмәт итеү тип әхлаҡ яғынан төрлөсә тәрбиәләргә тырышам. Еңел түгел, әммә бала саҡтарында тырышһаҡ, аҙаҡ үҙҙәренә лә йүнәлеш табырға еңел булыр, сөнки балаларҙың Аллаһтан бирелгән аманат икәнлеген беҙ беләбеҙ һәм тәрбиәгә тырышлығыбыҙҙы һалырға тейешбеҙ.
− Башҡа шөғөлдәргә, хобби кеүек нәмәгә ваҡыт та ҡалмайҙыр инде, Сәлиә?
− Ырғаҡ менән бәйләргә яратам. Күберәк ҡыш көнө бәйләйем, сөнки ваҡыт унда икенсерәк тиҙлектә үтә. Быйыл, нишләптер, йәйгеһен дә бәйләге килеп китте. Өҫтәлгә япма эшләнем. Теләк булһа, бөтә нәмәгә лә ваҡыт ҡала. Ҡайһы саҡта ваҡыт та күп һымаҡ, әммә бер нәмәгә лә өлгөрмәйһең, ә башҡа ваҡытта әллә күпме эш башҡарып сығыла. Мин тик ятыуҙы яратмайым. Бер үк ваҡытта бер нисә эште алып барырға яратам. Мәктәптә уҡығанда һүрәт төшөрөргә яраттым.
− Күп мосолман өсөн иң ауыры, минеңсә, үҙ туғандарыңда, яҡындарыңда дингә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу. Нисек уйлайһың, Сәлиә?
− Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺﷺ) тормошо — асыҡ миҫал. Иң ауыры уға үҙенең туғандарын, тоҡомон, ҡурайыш ҡәбиләһен дингә саҡырыу булған. Шуға ла бында ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарып ҡуймаҫҡа инде! Дингә баҫҡанда, беҙгә тәүҙә аҡ һәм ҡара ғына бар, шул саҡта яңылышлыҡтар эшләп ебәрмәҫкә кәрәк. Максимализм осоро бер мәл генә, шул осорҙа диндән биҙҙереп бөтөүебеҙ ихтимал. Нишләргә һуң? Нисек кенә булһа ла, сабырлыҡты йыйып, Аллаһ ризалығы өсөн эшләйем тип ниәтләргә кәрәктер. Туғандар менән аралашҡанда ла, атай, әсәй икәнлеген онотмаҫҡа, тәү сиратта туғандарың менән бәйләнеште өҙмә, тигән хәҙискә таянып, үҙебеҙ шул тиклем һаҡ булырға, тыныс ҡына үҙ динебеҙҙе тоторға, артыҡ бәйләнмәҫкә, кәңәш һораһалар, әйтергә тейешбеҙ. Яҡындарыбыҙ бит беҙҙе күҙәтә, бөтәһенә лә иғтибар итә. Ҡабул итеү генә түгел, дингә өйрәнеүҙәре бик яй барыуы ихтимал. Дин ҡанундары буйынса йәшәү − ул тәбиғи тигәнде һеңдерергә кәрәк. Мәҫәлән, мине башта туғандарым: “Һин карьера эшләр урынға бөтәһен ташлап, абыстай булғанһын”, − тинеләр. Ваҡыт үткәс, мин генә түгел, эргә-тирәлә күптәр яулыҡ ябына башланы, намаҙға баҫыусылар артты. “Ә, был ғына ала ҡарға түгел, башҡалар ҙа бар. Ҡара әле, эсмәй-тартмай, намаҙ уҡый, бер ҡурҡынысы ла юҡ икән”, − тип барыбер уларҙың ҡараштары биш-ун йыл арауығында яйлап ҡына үҙгәрә. Ә беҙҙән иһә һәр ваҡыт улар өсөн доға, доға, доға! Сөнки үҙеңде лә, ҡасандыр диндән йыраҡ булған кешене, Аллаһы Тәғәлә аяҡҡа баҫтырған. Шуға Раббының бөйөклөгөнә шикләнмәҫкә, доға менән һорарға кәрәк инде. Ә туғандарым араһынан кемдер минең аша дингә килде тип бөтөнләй әйтә алмайым. Минеңсә, юҡ, бәлки, барҙыр, ә мин әлегә тиклем белмәйемдер. Ә дуҫтар араһында – Әл-хәмдү лил-ләһи! Бына яңыраҡ бер ҡыҙыҡай: “Сәлиә апай, мин һеҙҙең төркөмдә торам, һеҙҙең тура эфирҙарҙы ҡарай-ҡарай, намаҙға баҫтым, яулыҡ ябындым”, – тип яҙып ебәрҙе. Ниндәй ҙур шатлыҡ! Аллаһҡа рәхмәт! Шул саҡта Рәсүлебеҙҙең (ﷺﷺ) һүҙҙәре иҫкә төшә: “Әгәр ҙә һинең арҡылы кемдер намаҙға баҫһа, быны донъялағы бар ниғмәттәр менән алыштырырлыҡ түгел”. Шуға күрә хикмәт, миҫал, матур тел менән дингә һөйөү уятыу инде.
− Беҙҙең баҫманы уҡыған мосолмандарға ниндәй теләктәр еткерергә уйлайһығыҙ?
− Мөслимә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә әйтәм инде. Һуңғы ваҡытта эсемде бошорған бер күренеш бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең мөслимәләр араһында яулыҡты бер кейеп, бер сисеп йөрөү модаға инеп китте. Йә булмаһа, яулыҡ ябынып йөрөй-йөрөй ҙә, сисеп ташлағас, быға тиклем булмаған холоҡһоҙлоҡ, яланғас аяҡтарын, күкрәктәрен күрһәтеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы күрәһең дә, әстәғфируллаһ, тиһең. Уның йөрәгенә динебеҙҙең тамсыһы ла инеп өлгөрмәнеме икән тип йән әрней аҙаҡ. Баштағы яулыҡҡа ябай сепрәк итеп кенә ҡарамағыҙсы, мөслимәләр, уның хикмәте шул тиклем ҙур. Ябынған ҡатын-ҡыҙҙа шул тиклем нур бар, ул атлап түгел, осоп ҡына йөрөй һымаҡ, яулығын сисһә, сәсен күрһәтә башлаһа, шул тиклем йәмһеҙгә әйләнә, минең өсөн шәп-шәрә кеүек ҡала. Бөркәнеү күп нәмәнән һаҡлай бит! Зәхмәт, сихыр-михыр ғына тимәйем. Аллаһтың рәхмәтенә төрөнөп йөрөйһөң һин! Тотош мөслимәләрҙең йөҙөк ҡашы һин! Ә инде, әгәр яулығыңды сисеп ташланың йәки бер кейҙең, бер систең икән, башҡа кешелә, шулай ярай икән, тигән фекер тыуҙыраһын. Йә булмаһа, ябынһа ла еткереп ябынмаусылар бар. Хәҙер яулыҡ мөслимәләрҙә генә түгел, модаға ла ингән бит. Сөнки яулыҡ кәүҙәне һомғол, зифа күрһәтә. Ҡыҙҙарыбыҙ, тюрбан ябынып, күлдәк кейеп йөрөнөм дә, биҙәндем, алҡалар таҡтым да, хижәплемен, тип уйлай күрмәһендәр. Киреһенсә, матурлыҡты ҡаплап йөрөр урынға һеҙ уны асып һалдығыҙ, матурлығығыҙға баҫым яһанығыҙ! Үҙегеҙҙең күрһәтмәй торған ерегеҙҙе астығыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙ Аллаһтың ҡушыуын еренә еткереп үтәйексе. Социаль селтәрҙәргә ундай фотоларығыҙҙы һалмағыҙ. Бөтә мөслимәләр тураһында ла уйлағыҙсы. Беҙ тотош йәмәғәт булырға тейешбеҙ! Билдәле кеше булһаң, һиңә иғтибар тағы ла арта. Ул саҡта бөтәһен дә тағы ла иғтибарлыраҡ, еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Миҫал булып йөрөйһөң. Шуға ла мин тапшырыуҙа ла тырышам инде: яулығым дөрөҫ ябынылған булһын, битемдә артыҡ косметика юҡ, алҡалар күренеп тормай, яулыҡтың да күкрәккә төшөп тороуын ҡайғыртам. Сөнки беҙгә ҡарап башҡа ҡыҙҙар фәһем, дәрес ала, һәр беребеҙ уйланайыҡ! Яулыҡ ябынып, беҙ ҙур эш эшләйбеҙ. Аллаһтың ҡушыуын үтәйбеҙ.
− Сәлиә Хөрмәтулла ҡыҙы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, яҡшылыҡҡа, ғилем алыуға әйҙәүсе ғәмәлдәр эшләргә, йөкмәткеле һәм барыбыҙ өсөн файҙалы тапшырыуҙа мәңгелек ҡим­мәттәрҙе иҫебеҙгә төшөрөп, сауаплы хеҙмәт кенә алып барырға яҙһын, ин ша Аллаһ!

Светлана ӘБСӘЛӘМОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: