Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә : “ Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа бирелеп, беҙ Аллаһының ҡолы, тағын Аллаһ Тәғәләғә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ ышанабыҙ, беҙҙе бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Алланан килдек, тағын кире Аллаһыға ҡайтасаҡбыҙ.