Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
2 Май 2022, 07:40

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Рамаҙан айы күңелдәргә – иман, динебеҙгә ҡеүәт өҫтәне. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Был мөбәрәк байрамды еребеҙҙең күпселек өлөшөндә билдәләйҙәр. 

Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе. Ошо көндәрҙең яҡты уй-фекерҙәре һәм ынтылыштары, мәрхәмәтлелеге һәм изге эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә тамырланып, киләсәккә тоғро юлдаш  булһындар ине. Был яҡты байрам көндәрендә бөтәгеҙгә лә күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәрхәмәтлек  күрһәтһен!

Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, бәхет һәм тыныс тормош насип булһын! Изге башланғыстарығыҙҙа, иманлы эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: