Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
15 Май 2022, 22:35

Сәләхтең ғорурлығы улар!

Рияз менән Гүзәл 5 бала тәрбиәләй, үҙҙәренең өс  балаһы янына  балалар йортонан йәнә ике сабыйҙы  алғандар. Балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр булып үҫеп киләләр.

Сәләхтең ғорурлығы улар!
Сәләхтең ғорурлығы улар!

Бөгөн Ғаилә көнөндә ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре Рияз Дәүләт улы Солтановтарҙың ғаиләһе хаҡында һөйләге килә. Рияз Сәләх ауылында  татыу эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫеп, хәҙерге көндә лә ата-әсә нигеҙендә бергә матур ғүмер итәләр. 

Гүзәл менән Рияз  Солтановтар 2005 йылда өйләнешә. Гүзәл Мозафар ҡыҙы Салауат педагогия  колледжын да,   Силәбе  университетын да  ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Риаз Дәүләт улы –электрик. Һөнәре буйынса Себер тарафтарында 16 йыл эшләй Рияз. Аҙаҡ Себерҙән өй төҙөү ниәте менән ҡайтҡан тырыш егет хыялын тормошҡа ашыра. Унан һуң егәрле ғаилә ишек алдарына магазин төҙөп ултыртып,10 йыл ауыл халҡын ҡыуандырып, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ тауарҙар менән сауҙа итә.

 Гүзәл килен булып төшкәндән  17 йыл ҡайны-ҡәйнә менән татыу йәшәй.  Ҡыҙғанысҡа күрә, ярты йыл элек бейеме Фәниә еңгәй мәрхүм булып ҡала. Ҡайныһы Дәүләт ағайҙы матур ҡарайҙар, балаларымдан уңдым, бәхетлемен, тип шатланып риза булып ултыра! Рияз менән Гүзәл 5 бала тәрбиәләй, үҙҙәренең өс  балаһы янына  балалар йортонан йәнә ике сабыйҙы  алғандар. Балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр булып үҫеп киләләр.

Бына шундай матур, тырыш ғаилә йәшәй ауылыбыҙҙа. Ихата тултырып мал ҡарайҙар. Рияз ҡапҡаға тиклем үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйҙы. Ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләһен Ғаилә көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым, гел шулай матур, бәхетле булып оҙон оҙаҡ ғүмер итегеҙ.

Шәрифә Иҫәнбаева.

Йылайыр районы. 

Автор:
Читайте нас: