Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
16 Май 2022, 19:24

БӘХЕТКӘ ЫНТЫЛЫУСЫЛАР ӨСӨН УН КӘҢӘШ

Дин ҡəрҙəштəреңдең хəлен еңелəйт: «Кем мосолманды был донъяның бер ҡайғыһынан ҡотолдора, шуны Аллаһ Хөкөм көнөнөң бер ҡайғыһынан ҡотолдорор».

БӘХЕТКӘ ЫНТЫЛЫУСЫЛАР ӨСӨН УН КӘҢӘШ
БӘХЕТКӘ ЫНТЫЛЫУСЫЛАР ӨСӨН УН КӘҢӘШ

 1. Таң атыр алдынан бер аҙ ултырып Раббыңа ялбар һəм истиғфар (ғәфү үтенеү) ҡыл: «... таң алдынан истиғфар итəлəр» («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:17).

 2. Яңғыҙлыҡта уйланып алыр өсөн үҙеңə ваҡыт һайла: «улар күктəр менəн Ерҙең бар ителеүе хаҡында уйлана» («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:191).

 3. Тəҡүəлелəр менəн əңгəмəлəш: «Үҙеңде иртə (таң атҡандан алып ҡояш ҡалҡҡанға тиклем) һəм кис (ҡояш байырҙан алда) Раббыларына доғалары менəн ялбарып, үҙенең изге эштəре сəбəпле Уның Йөҙөн күрергə телəүселəр менəн бергə тот» («Мəмерйə» сүрəһе, 18:28).

 4. Аллаһты зикер ит: «Эй һеҙ, иман килтергəндəр! Аллаһты күп зикер итегеҙ!» («Берлəшкəн ғəскəрҙəр» сүрəһе, 33:41);
«... һəм Аллаһты күп тапҡыр зикер итегеҙ, бəлки һеҙ уңышҡа ирешерһегеҙ» («Улъялар» сүрəһе, 8:45).

 5. Фарыз һəм нəфел (өҫтəмə) намаҙҙарыңды иғтибар һəм Аллаһ алдында баҫалҡылыҡ менəн ҡылырға тырыш: ✨«Уңышҡа иреште мөьминдəр, намаҙҙарында баҫалҡы булыусылар (күңелдəре менəн тулыһынса намаҙға бирелеп, уны ҡылыуҙа тышҡы тынлыҡ һаҡлаусылар)» («Мөьминдəр» сүрəһе, 23:1–2).

 6. Ваҡыты-ваҡыты менəн эҫе көндəрҙə ураҙа тотоп ал: «Ул ашау-эсеүҙəн һəм шəһүəттəрҙəн Минең өсөн баш тарта».

 7. Иғтибарыңды туплап һəм уҡығаның тураһында уйланып Ҡөрьəн уҡы: "Улар Ҡөрьəн хаҡында уйланмаймы ни?"✨ («Мөхəммəт» сүрəһе, 47:24).

8. Хəйер-саҙаҡаңды башҡалар күрмəҫлек итеп бир: «һул ҡулы уң ҡулы нимə биргəнде белмəй».

 9. Дин ҡəрҙəштəреңдең хəлен еңелəйт: «Кем мосолманды был донъяның бер ҡайғыһынан ҡотолдора, шуны Аллаһ Хөкөм көнөнөң бер ҡайғыһынан ҡотолдорор».

 10. Был донъя ниғмəттəренə ҡарата битараф бул һəм улар менəн самалап файҙалан: «Ə Ахирəт тормошо донъя тормошона ҡарағанда хəйерлерəк тə, дауамлыраҡ та (мəңгелек) бит» («Әл-Әғлә» сүрəһе, 87:17).

"Ваҡыт!"

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: