Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Май 2022, 14:39

Ғәйбәт – оло гонаһ

“Яҡшы һүҙ һөйлә, йә өндәшмә,” – тип юҡҡа ғына әйтелмәгән.

Ғәйбәт – оло гонаһ
Ғәйбәт – оло гонаһ

“Ғәйбәтсе Йәннәткә инмәҫ,” – тиелә хәҙистә. Һәр бер ишеткәнеңде һөйләп йөрөү, кеше тикшереү, йәғни, ғәйбәт – Исламдағы иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Тимәк, уның өсөн Тамуҡ уты ғазабы ҡаралған. Әммә, үкенескә күрә, ғәйбәт сәйнәү, ләстит һатыу йәшәйешебеҙгә үтеп инеп, шул тиклем киң тамыр йәйгән, ҡаныбыҙға һеңгән, беҙ уныхатта һиҙмәйбеҙ ҙә. Кемдеңдер тормошон, ғәйеп-хаталарын, холоҡ-фиғелен тикшереү – ғәҙәти хәл. Ә бит уйламаҫтан әйткән бер генә һүҙеңдең дә гонаһҡа әйләнеүе мөмкин. Сәғәттәр буйы кеше тикшереп, ләстит һатыуҙан йәм табыу хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.

Ҡөрьәндә һүҙ ташып йөрөү, кеше артынан тикшеренеү үлгән ҡәрҙәшеңдең итен ашау менән сағыштырыла:

“Эй һеҙ иман килтереүселәр! Күп төрлө фараздарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер фараздар гонаһ. Бер-берегеҙҙе эҙәрлекләмәгеҙ һәм бер-берегеҙҙең артынан ғәйбәт таратып йөрөмәгеҙ. Кемегеҙгәлер үлгән ҡәрҙәшенең итен ашау оҡшар инеме ни? Һеҙ бынан ерәнәһегеҙ бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ – тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, Рәхимле!” (“Әл-Худжурат”, 12).

Бер кемдең дә мәйет итен сәйнәгеһе килмәҫ ине, эйе бит? Әммә тәмләп-тәмләп ғәйбәт сәйнәүҙән күптәр баш тартмай. Күҙ алдына килтерегеҙ: өлөшләп-өлөшләп мәйет итен сәйнәгәндән тешегеҙ араһында ит ҡалдыҡтары тороп ҡала. Ниндәй ерәнес күренеш, эйеме?! Шуның кеүек үк, ғәйбәт һөйләү ҙә әшәке күренештәрҙең береһе.

Нимә ул – ғәйбәт? Ул – мосолман ҡәрҙәшең хаҡында уға оҡшамаҫтай хәбәр әйтеү. Мәҫәлән, тышҡы йөҙөндәге, холоҡ-фиғелендәге етешһеҙлектәрҙе атау, уның ғаиләһе, өйө хаҡында күңеленә ятмаҫтай һүҙ әйтеү, уның ҡылыҡ-ғәмәлдәрен тикшереү. Мосолман ҡәрҙәшеңдең физик етешһеҙлектәре булһа, уны эләкләп күрһәтеү тағы ла әшәкерәк.

Әгәр ҙә кемдеңдер ниндәйҙер ҡылығын, эшләгән эштәрен кәрәкһеҙ, шелтәгә лайыҡ тип тапһаң, был хаҡта уның үҙенә әйтеү, йомшаҡ ҡына нәсихәт биреү дөрөҫ булыр. Бар кеше алдында уны йөҙөнән алып битәрләү яраған эштәрҙән түгел. Сөнки уның быны ауыр ҡабул итеүе, рәнйеүе бар. Ә нәсихәт икәү булғанда ипләп кенә бирелә.

Ни өсөн ғәйбәт гонаһ һанала һуң? Ғәйбәт йөрөтөү – кешеләр араһын боҙоусы факторҙарҙың береһе. Бер-береңдең ғәйебен тикшереп, хәбәр таратып, һүҙ ташып йөрөү дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлекте ҡаҡшата, шик-шөбһә тыуҙыра, ышанысты юғалта. Ә бит ғәйбәт һөйләүселәр дөрөҫтө генә һөйләп ҡалмай, арттырып ебәрергә лә мөмкин. Тағы килеп ғәйбәт сәйнәп, ләстит һатыуға күпме ваҡытын әрәм итә әҙәм балаһы.

Ғәйбәт – алдап, булмағанды бар итеп һөйләү, тип уйлау хата фекер. Берәү Аллаһ Рәсүленән (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Әгәр ҙә мин һөйләгән нәмә ҡәрҙәшем дә ысынлап та булһа?” – тип һораған. Ул: “Әгәр ҙә һин әйткән нәмә унда булһа, һин уға ҡарата ғәйбәт эшләйһең. Әгәр ҙә һин әйткән нәмә унда булмаһа, һин уға яла яғаһың,” – тип яуап биргән.

“Яҡшы һүҙ һөйлә, йә өндәшмә,” – тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Күп һүҙ һөйләүҙән, ғәйбәт һөйләнелгән урындарҙан ары тороу хәйерле. Иғтибарыңды юҡҡа йәлеп иткәнсе, башыңды буш менән ватҡансы, юҡты ләпелдәп тел талдырғансы, шым ҡалыуың мең артыҡ. Гонаһ ҡылыу өсөн бер генә һүҙ ҙә етә бит.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: