Шоңҡар
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Август , 21:05

КҮҘ ТЕЙЕҮ ХАҠ

Күҙ тейәме ни ул, нип ныҡыша бәғзеләр. Тейә шул. Минең тормошомда булғаны бар.

КҮҘ ТЕЙЕҮ ХАҠ
КҮҘ ТЕЙЕҮ ХАҠ
Күҙ тейәме ни ул, нип ныҡыша бәғзеләр. Тейә шул. Минең тормошомда булғаны бар.
...Бер мәл ( ул саҡта хиджәбтә түгел инем әле) ҡара ерлеккә ҡусҡарҙар төшкән кизе-мамыҡ ҡына материалдан күлдәк алдым. Баймаҡтағы һеңлем Гөлнара беҙгә ҡунаҡҡа килгән ине. “Аһ, ҡалай матур күлдәк алып кейгәнһең!”-тине был. Себерҙәге апайым отпускыға ҡайтҡас, беҙҙә бер туған ҡыҙҙар йыйылған инек. Туҡта, мәйтәм, күрше Рәйфә апай Мәһәҙейҙә лә күрше булды, ищеү етмәһә Диләрә апайымдың әхирәте, уны ла саҡырайыҡ, тип күршеләргә юлландым. Барып ҡапҡаһын асып инеүем булды, шул ҡапҡаның бер тимеренәме-сөйөнәме эләгеп, күлдәк итәгем 90 градус ҙуур мөйөш яһап йыртылып та ҡуйҙы. Гөлнараның күҙе тейҙе.
Тағы бер осраҡ. Әлеге лә баяғы шл һеңлем килгән. Ул йылды ҡорорлоҡ булды. Мин сөгөлдөр-кишергә көн һайын мул итеп һыу ҡойғас, тегеләр япырайып үҫеп ултыра ине. “Ҡалай сөгөлдөрҙәрең уңған, минекеләр сәпсим хөртәмеш ул”,- тине был. Уларҙы оҙатыуға, үлгән иренең рухына хәйер биреп Ҡөрьән уҡытам тип, бер еңгәй килеп инде. Яҙа-йоҙа бер биш минут ваҡыт үткәндер. Тегене оҙата сығыуға ( ҡапҡа асыҡ ҡалып) әллә ниндәй һыйырҙар инеп, түтәлдәрҙең иҙмәһен иҙеп тапап, сөгөлдөр, кишерҙәремде йолҡоп һелтәп бөткән.
Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙисендә әйткән:” Минең өммәтемдең күпселеге, Аллаһ яҙған тәҡдирҙән ҡала, күҙ тейеүҙән үләсәк”, -тип. (Бохари, Әхмәд, Мәлик, Ән-Насаи).
Күҙ тейеү нимә һуң ул? Кеше бөгөн бөтә нәмәлә ярыша: кейемдә, ашап-эсеүҙә, байлыҡ күрһәтешеүҙә, хатта балалары менән дә. Һәр кешенең башҡа кешенең уңышына, шатлыҡ-ҡыуанысына, матди байлығына ҡыуаныуы, һоҡланыуы ихластан, ысын күңелдән һәм ул кешегә бәрәкәт, уңыш теләп түгел. Кемдәлер үҙебеҙҙә булмаған нәмәне (йәки үҙебеҙҙәгенән артыҡты) күреп беҙ, бәғзе ваҡыт хатта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, доға ҡылабыҙ (доға тел менән әйтелергә, әйтелмәй эстән уйланырға ла мөмкин). “Аһ, бынауҙың күлдәге минекенән матур, фәләндең балаһы ҡалай байып киткән, ә минеке юҡ!”-тигәнерәк уйға төшәбеҙ, тел менән дә әйтеп ебәрәбеҙ. Шул мәлдә күҙ тейә лә инде.
Шуға ла бит элек кеше нимә эшләр булһа ла бөтә донъяға яр һалмаған, йәшергән.Йәшерен эштә лә хәйер бар. Иманлы кеше берәйһенең яҡшы нәмәһен күрһә:” Сүбхәналлаһ, мәшәә Аллаһ!”-тип, Аллаһ исемен зекер иткән,тегегә бәрәкәт һораған. Хәҙер йөҙҙөң 99-ы был һүҙҙәрҙе әйтмәй, кешегә Аллаһтан бәрәкәт теләмәй. Ҡоролай һоҡлана.
Интернетты үҙебеҙҙең күрһәтергә яраған, ярамаған нәмәләр менән тултырабыҙ. “Лайк” ҡуйып лайҡылдайбыҙ, комментарийҙар яҙабыҙ, балаларыбыҙҙың һәр ҡыланғанын “сторис”ҡа ҡуябыҙ – ошоноң менән күҙ тейеүгә, ауырыуға, хатта үлемгә дусар итәбеҙ (Аллаһ һаҡлаһын).Күп ҡатын-ҡыҙ бөгөн яулыҡһыҙ, хиждәбтә лә түгел – улар тағы ла нығыраҡ һаҡлауһыҙ. Яланбаш, ярым шәрә фотоларға меңәрләгән ҡараш-уҡтар ҡаҙала, күҙ, һоҡ тейә.
Күҙ тейеүҙең һөҙөмтәһе бөгөн үк беленмәҫ-күренмәҫ, бәлки, ул киләсәктә яман сир, бәхетһеҙ яҙмыш, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблема булып ҡайтыр – бер Аллаһ белә.
Күҙ тейеүҙән һаҡланыу саралары бар – бөтә нәмәңде кеше күҙенә, иғтибарына “тәҡдим итмәү”, тәһәрәтле йөрөү, намаҙ, Ҡөрьән уҡыу, доға ҡылыу. “Әғүүҙү би-кәлимәти Лләһи-т-тәммәти мин шәрри мәә халәҡ” (Аллаһтың камил һүҙҙәре ярҙамында ул (Аллаһ) тыуҙырған яуызлыҡтан һыйынам).
Һоҡлана белеп һоҡланайыҡ, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла күҙ тейеүҙән һаҡлайыҡ, йәмәғәт!
А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Автор:
Читайте нас в