Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Август 2022, 17:17

ШИФА - АЛЛАҺ ҺҮҘҘӘРЕНДӘ

Яңыраҡ Ишембайҙан яҙҙылар, һин тажзәхмәт менән ауырығас, нисек дауаланғаныңды яҙғайның, тип. Онотҡанмын. Әле бөгөн ВК-лағы диуарымда соҡоноп ултыра торғас, теге яҙмаға юлыҡтым. Бөгөн дә теге сир сигенергә уйламай - бәлки, берәйһенә файҙаһы тейер...

ШИФА - АЛЛАҺ ҺҮҘҘӘРЕНДӘ
ШИФА - АЛЛАҺ ҺҮҘҘӘРЕНДӘ

Яңыраҡ Ишембайҙан яҙҙылар, һин тажзәхмәт менән ауырығас, нисек дауаланғаныңды яҙғайның, тип. Онотҡанмын. Әле бөгөн ВК-лағы диуарымда соҡоноп ултыра торғас, теге яҙмаға юлыҡтым. Бөгөн дә теге сир сигенергә уйламай - бәлки, берәйһенә файҙаһы тейер...

ШИФА - АЛЛАҺ ҺҮҘҘӘРЕНДӘ

Кемгә нисектер, мин Аллаһ һүҙҙәрендә – Ҡөрьәндә һәр сир-зәхмәттән шифа барына мөкиббән китеп ышанам.
Тажзәхмәт сәбәпле күптәрҙе бөгөн нисек шәбәйеү, һауығыу мәсьәләһе борсой. Шылтыратып, яҙып миңә лә мөрәжәғәт итәләр, ниндәй аят-сүрләр ошо сирҙән ярҙам итә , тип һорайҙар.
Мин Ҡөрьән, ғәрәп теле белгесе лә, им-томсо ла түгел, әммә үҙебеҙҙең “Әбделмән” мәсетенә йөрөп ,остаздарыбыҙ Рәсүл хәҙрәт, Гөлнара Иҙей ҡыҙы, Лилиә Муса ҡыҙы, Вәзимә Баязит ҡыҙҙары ҡулында Ҡөрьән аят-сүрәләрен ғәрәпсә һәптеюҡ уҡырға өйрәнгән, әле булһа ғилем эҙләү өҫтөндә булған Аллаһ ҡоло.
Хәҙер ғалимдар ҙа таный – тотош Ҡөрьән дауа, шифа, сөнки ул – Аллаһ һүҙе. Ҡөрьән уҡып күңелгә тыныслыҡ, сирҙәреңә шифа табаһың.
Белоретта ковидгоспиталдә ятҡанда ла, ҡайтҡас та етешәр тапҡыр түбәндә яҙып китәсәк сүрә –аяттарҙы уҡыным. Уҡып торам, түшкә, үпкә тапҡырына һуҡҡылап (массаж эшләп) торам. Тын алыуы еңелләшә. Бер юлы зекер ҙә, Ҡөрьән уҡыу ҙа, массаж да.
Һәр кешегә айырым яҙмаҫ, аңлатмаҫ өсөн ошо үҙем дауаланған осорҙа уҡыған аят-сүрәләрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм: уҡығыҙ, ятлап алығыҙ, Аллаһ тапҡырында нәҡ Уның ярҙамы менән шифа табығыҙ!
Бөгөн күптәр температураһын төшөрә алмай яфа сигә. Был осраҡта “Әл-Әнбиә” (”Пәйғәмбәрҙәр”) сүрәһенең 69-сы аятын уҡыр кәрәк.
“Ҡульнәә йәә нәәру күүнии бәрдәү-үә сәләәмән ғәләә Ибрааһиим”. Тәржемәһе-тәфсире:
Беҙ: “ Эй, ут, Ибраһимға һалҡын һәи иҫәнлек бул!”-тип әйттек.
Был аяттың тарихын Ҡөрьән уҡығандар белә – Нәмрүд батша Ибраһим ғәләйһис-сәләмде яндыртмаҡ булып тәрән соҡор ҡаҙҙыртып, әрҙәнә-әрҙәнә утын әҙерләтеп, пәйғәмбәребеҙҙе шул соҡорға ташлата. Аллаһтың ҡөҙрәте менән Ибраһим ғәләйһис-сәләм уттан имен сыға.
Үпкәнән шифа аяттары ла бар:
Шшәрх (Әл-Инширах) (Ярып асыу) сүрәһе, 94-се сүрә тотошлайы.
Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
1.Әләм нәшрәх ләкә садрак.
2.Үә үәдағнәә ғәнкә үизрак.
3.Әлләҙиии әңҡада ҙаһ-рак.
4.Үә рафағнәә ләкә ҙикрак.
5.Фә иннә мәғәл-ғусри йусраа.
6.Иннә мәғәл-ғусри йусраа.
7.Фәиҙәә фәрағтә фәңсаб.
8.Үә илләә Раббикә фәрғаб.
Тәфсире: Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
1. Беҙ һинең күкрәгеңде ярып асманыҡмы ни?
2. Һәм һинең йөгөңдө алманыҡмы?
3. Ул һинең арҡаңа ауырлыҡ төшөрә ине бит.
4. Һинең исемеңде күтәрҙек һәм һәр иманлыға уны (һинең исемде) Беҙҙең (Аллаһтың) исеменән һуң әйтеүҙе инандырҙыҡ.
5. Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек килә бит.
6. Ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит!
7. Исламға дәғүәт, йыһат эштәренән бушағас, тырышып һәм арымай-талмай Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыл.
8. Һәр хәжәтеңде (кәрәгеңде) һорап Раббыңа йүнәл- доға ҡыл!
Тәфсирҙән күренеүенсә, был сүрәлә Аллаһ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә мөрәжәғәт итә. Тәүге ике аятта күкрәктәге йөк, Аллаһтың уны алыуы, шул йөктән бушандырыуы хаҡында һүҙ бара – шуға үпкәнән, түш ауыртыуҙарынан шифа аяттары булып тора.
Таа-һәә (20-се сүрә) сүрәһенең 25-28-се аяттары ла үпкә сирҙәре, балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда өшкөрөү аяттары булып тора, сөнки уларҙа ла “күкрәгемде киңәйт”, “эшемде еңеләйт” тигән һүҙҙәр бар.
25. Ҡаалә (был һүҙҙе әйтмәй ҡалдырһағыҙ ҙа була, сөнки Муса ғәләйһис-сәләм Раббыһына өндәште, тигән һүҙ)
25. Раббишрах лии садрии.
26. Үә йәссир лии әмрии.
27. Үәхлүл ғуҡдәтәм –мил лисәәнии
28.Йәфҡаһүү ҡаулии.
Тәфсире:
25. Муса үҙ Раббыһынан һораны:” Раббым, күкрәгемде киңәйт,
26. Һәм эшемде еңеләйт,
27.минең телемдәге төйөндө сис:
28. улар минең һүҙемде (послание) аңлаһындар.
Был аяттарҙы балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда, һөйләшмәгәндә уҡып өшкөрһәң дә файҙалы, сөнки “Минең телемдәге төйөндө сис” тигән һүҙҙәр бар.
Ошо аят-сүрәләрҙе, тәүҙә ниәт итеп, йәғни Аллаһтан үҙеңә, ауырыған кешегә шифа, һаулыҡ һорап, Әғүүҙү билләһи минәш –шәйтанир раджим Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим тип башлап уҡыу кәрәк (1, 3, 7-шәр, хәлдән килһә, 41-әр тапҡыр). Файҙаһы тейә, әгәр Аллаһҡа, уның шифа биреренә ысын ышаныу менән ышанһаң.
А.Ғарифуллина

Автор:
Читайте нас: