Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Сентябрь 2022, 21:50

Сир-зәхмәттән һаҡлаусы доға

 Ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн, Аллаһ Тәғәләгә һыйынырға һәм ошо доғаны йыш уҡырға ҡушалар.

Сир-зәхмәттән һаҡлаусы доға
Сир-зәхмәттән һаҡлаусы доға

Ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн, Аллаһ Тәғәләгә һыйынырға һәм ошо доғаны йыш уҡырға ҡушалар
ТҮНЖИНӘ (МҮНЖИӘ) САЛАУАТЫ.
ТҮНЖИНӘ салауаты - донъялағы бөтә ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаусы иң яҡшы салауат (доға) һанала

Ниндәй ниәт менән уҡыуығыҙҙы белдерегеҙ.
(мәҫәлән, "үҙемде һәм яҡындарымды коронавирустан һаҡлау, был бәләнең тиҙ арала юҡҡа сығыуы өсөн Түнжинә салауатын уҡырға ниәт иттем").

"Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд. Саләәтән түнжиинәә биһәә мин джәмииғиль-әһүәәли үәл-әәфәәт. Вә тәҡды ләнәә биһәә джәмиғәль-хәәжәәти үә түтаһһирунәә биһәә мин джәмииғис-сәййи′әәт. Үә тәрфәғүнәә биһәә әғләд-дәражәәти үә түбәллиғунәә биһәә әҡсаль-ғаайәәти мин джәмииғиль-хайраати фил-хәйәәти үә бәғдәл-мәмәәт."

Мәғәнәһе:

(Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға икһеҙ-сикһеҙ салауат һәм сәләм булһын. Аллаһым беҙҙе һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡар, бөтә ихтыяждарыбыҙҙы бөтөрөп, беҙҙе гонаһтарҙан һәм насарлыҡтарҙан таҙарт! Беҙҙе юғары дәрәжә һәм урындарға күтәр! Аллаһым! Был салауаттар һәм был сәләмдәр хөрмәтенә был доньяла ла һәм үлгәндән һуң да уңыштарға ирешәйек.)

Түнжинә салауатының файҙалары түбәндәгеләр:

1. Был доғаны уҡыған кешегә донъялағы бар афәттәрҙән ҡотолоу, сирҙәргә шифа, ауырлыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙан сығыу юлы табылыр.

2. Донъя һәм ахирәт (мәңгелек тормош) ихтыяждары (хәжәт, мохтажлыҡтары) үтәлер.

3. Быны уҡыған ике донъяла ла, юғары, өҫтөн дәрәжәләргә ирешер.

4. Һәр төрлө яманлыҡтан (яуыз кешеләр һәм ендәрҙең зарарынан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан) һаҡланыр.

5. Был доғаны уҡыған кеше бер ниндәй ҙә дошмандан еңелмәҫ, бер йән эйәһенән дә зыян күрмәҫ, һәр саҡ еңеүсе булыр.

6. Уны уҡыған кешенең өҫтөнә бәрәкәт яуыр.

Доғаны уҡыған кеше тәһәрәтле булырға тейеш.

 
Автор:
Читайте нас: