Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
8 Сентябрь 2022, 21:36

Ярҙамды кемдән һорарға?

Нимәлер һорағығыҙ килә икән - Алланан һорау дөрөҫ буласаҡ: йә, Раббым, мине бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж итмә, тип, туранан-тура Аллаға теләк теләп йөрөгөҙ, Уға ғына тәүәккәл итегеҙ.

Ярҙамды кемдән һорарға?
Ярҙамды кемдән һорарға?

Ислам дине, биреүсе ҡул (йәғни, хәйер-саҙаҡа таратыусы) алыусы ҡулға ҡарағанда яҡшыраҡ, тип өйрәтә (“Әл-Бохари”, 5355). Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Изге эштәргә тотонолған хәйер-саҙаҡанан мөлкәт кәмемәй, киреһенсә, күбәйә генә; кем дә кем һораныу юлына баҫа, Аллаһы Тәғәлә уға фәҡирлек ишектәрен аса (ул кеше үҙен үҙгәрткәнгә ҡәҙәр) (“Әхмәт”, “Тирмиҙи”). Һораныу тигәндә, бында кешеләрҙән һорау күҙ уңында тотола. Алланы онотоп йәки унан һорап була икәнен дә аңламай, кешенән һорай икәнһең, һин гел кешеләрҙән һорап йәшәүгә мохтаж булаһың. Нимәлер һорағығыҙ килә икән - Алланан һорау дөрөҫ буласаҡ: йә, Раббым, мине бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж итмә, тип, туранан-тура Аллаға теләк теләп йөрөгөҙ, Уға ғына тәүәккәл итегеҙ. Ошолай эшләһәгеҙ, ихтыяждарығыҙҙы Ғаләмдәр Раббыһы ҡәнәғәтләндерәсәк, эштәрегеҙ ыңғай барасаҡ.

Азат КӨМӨШБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: