Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
16 Сентябрь 2022, 19:40

АҘАШМАЙЫҠ, ЯҠТАШТАР!

Ата-əсəйҙəрҙең ҡəберенə зыярат ҡылып, шунда уҡ уларға “аят бағышлап”, унан тыш əруахтарҙың “өсөн", “етеһен”, “ҡырҡын”, “йыллығын” уҡытыу мəжлестəренə ихлас йөрөй инем. Хатта ҡала янындағы бер ауылға имам булып барыу мөмкинселеге лə күренгелəй башлағайны. Əммə...

АҘАШМАЙЫҠ, ЯҠТАШТАР!
АҘАШМАЙЫҠ, ЯҠТАШТАР!

Был мәҡәләне ашыҡмай, һәр һүҙен күңелгә һеңдереп, аңлап һәм асыҡ аҡыл менән дөрөҫлөгөнә инанып уҡырға саҡырам. Ысынлап та, башта күңелгә һеңдереүе, аңлауы һәм тормошта ҡулланыуы ауыр булыр, әммә ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәй тороп беҙ үҙебеҙҙе ысын мосолман тип һанай алмайбыҙ. Ә ысын мосолман - ул йылына бер нисә тапҡыр аят уҡытыусы түгел, ысын мосолман - ул Ҡөръән һәм пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) сөннәте буйынса йәшәүсе.

АҘАШМАЙЫҠ, ЯҠТАШТАР!

Əссəлəмү ғəлəйкүм үə рахмəтуЛлаһи үə бəракəтүһ, хөрмəтле «Ваҡыт!» гəзите мөхəрририəте. Һеҙгə оло ғына йəштəрҙəге бер уҡыусығыҙ яҙа. Үҙем менəн булған бер ваҡиға хаҡында һөйлəп китергə рөхсəт итегеҙ.

Байтаҡ йылдар инде баш ҡалала йəшəүемə ҡарамаҫтан, ауылда йəшəгəн туғандарым, таныштарым менəн бəйлəнеште өҙмəйем. Инде əллə ҡасан уҡ етмеште ҡыуа килгəн кеше булараҡ, форсат сыҡҡан һайын яҡында ғына ятҡан туған ауылыма ҡайтып, атай-əсəйҙəрҙең ҡəберенə зыярат ҡылып, дини йолаларҙы ҡалдырмай үтəп йөрөгəн саҡ.

Бынан бернисə йыл элек, сираттағы тапҡыр ауылыма ҡайтҡанда, күптəн түгел генə дингə килгəн бер йəш кешене осратырға тура килде. Дөрөҫөрəге, танышымдың улын. Элек ауылда абруйлы мулла булған унын олатаһын да яҡшы белəм. Бер аҙ хəл-əхүəл һорашҡас, динебеҙ хаҡында һүҙ сыҡты...

Үҙем шуға тиклем һəүетемсə генə намаҙ уҡырға өйрəнеп, «Ғибəдəти ислəмийə»,
«Ислам дине йолалары» китаптарынан, шулай уҡ, ҡасандыр атайым менəн әсəйемдəн ишеткəн буйынса дин фəнен бер аҙ өйрəнгəйнем инде. Хатта ғəрəп хəрефтəрен дə үҙ-аллы өйрəнеп, таный башлағайным. Таныш-тоноштарым үҙҙəренең əруахтарына “аят уҡытыу” йə иһə балаға исем ҡуштырыу сараларына ла саҡырғылай. Мəғəнəһен белмəһəм дə, «Əл-Фатиха», «Əл-Ихлас» сүрəлəрен, «Əл-Бəҡара» сүрəһенең тəүге бер-нисə аятын да ятлап алғайным. Taғы ла бер-нисə бəлəкəйерəк сүрəне лə инде яттан белгəн оло кеше булараҡ, мин үҙемде “ҡəҙимге мулла булырлыҡ” тип хис итə лə башлағайным.

Ата-əсəйҙəрҙең ҡəберенə зыярат ҡылып, шунда уҡ уларға “аят бағышлап”, унан тыш əруахтарҙың “өсөн", “етеһен”, “ҡырҡын”, “йыллығын” уҡытыу мəжлестəренə ихлас йөрөй инем. Хатта ҡала янындағы бер ауылға имам булып барыу мөмкинселеге лə күренгелəй башлағайны. Əммə...

Əлеге егетте осратыу менəн минең дингə ҡарашым бөтөнлəйгə тиерлек башҡа юҫыҡҡа йүнəлгəндəй булды. Ентеклəберəк һөйлəйем əле.

...– Олатайың дини кеше ине, ҡустым.
Йыл һайын уның вафат булған көнөндə уға аят уҡытып тор, – тип уға ололарса үҙемдең кəңəшемде бирмəй ҡалдыра алманым.
– Бындай нəмə диндə юҡ бит, ағай, – тимəһенме бер саҡ был егетем!
– Нимə – юҡ!
– Үлгəндəрҙең “йыллығын уҡытыу” тигəн нəмə диндə юҡ. Улар өсөн Аллаһ Тəғəлəгə мөмкин тиклем күберəк доға ҡылырға, йə иһə улар исеменəн мохтаждарға саҙаҡа бирергә генə ҡушылған. Əммə уның өсөн дə айырым даталар билдəлəнмəгəн...
– Нисек инде, йыллығын уҡытыу – юҡ?.. Əруахтарҙың тағы “өсөн”, “етеһен”, “ҡырҡын” уҡытыу ҙа юҡ, тип əйтерһең...
– Юҡ.
– Һин бушты һөйлəйһең, ҡустым. Мин мулла ғаилəһендə тыуып үҫкəн кеше. Хəҙер үҙем ауыл муллаһымын тиһəң дə ярай...

Мин егеткə хатта бер аҙ асыулана ла башланым.
– Ағай, – тине тағы Хəбир ифрат тыныс ҡына (үҙе башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, Себер яҡтарында тыуып үҫеп, һаман да шул сит өлкəлə йəшəү сəбəпле урыҫ телле булған был егеттең исемен, əлбиттə, үҙгəртеп яҙам). – Бына һин, Вəлихан ағай, үҙең əйтмешлəй, мулла булып, əруахтарға аяттар уҡып мəжлестəргə йөрөйһөң, ə был бит ысынлап та, Ислам динендə бөтөнлəй юҡ. Былай эшлəргə Пəйғəмбəр (ﷺ) ҡушмаған, ə ул (ﷺ) вафат булғандан һуң, бик күп ваҡыт үткəс, кешелəр быны үҙҙəре уйлап сығарып дингə индергəн. Шуға күрə был – бидəғəт, йəғни диндə ҡəтғи тыйылған эш була.

Бына һиңə! Аптыратты бит егетең. «Бидəғəт» һүҙен дə ғүмеремдə тəүгə ишетеүем. Əгəр ошо һүҙҙəрҙе мин берəй бөтөнлəй дин тотмаған кешенəн ишетһəм, бəлки, ғəжəплəнмəҫ тə инем. Ə был егет бит Ислам динен тулыһынса тотоуы, үҙенең биш намаҙын ҡалдырмай уҡыуы хаҡында ла əйтте. (Ул саҡта мин үҙем намаҙҙарҙы əленəн-əле, даими булмаған рəүештə уҡый инем)!

– Нисек инде булмаһын ти, был бит беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған динебеҙҙең ошоғаса һаҡланып килгəн берҙəн-бер тигəндəй изге йолаһы! Шуныһы ла булмаһа, динебеҙҙəн нимə ҡала инде?..

Минең бирешергə иҫəп юҡ.

– Ислам диненең тик ике генə сығанағы бар: Ҡөрьəн һəм Пəйғəмбəребеҙ Мөхəммəттең (ﷺ) Сөннəте, йəғни уның (ﷺ) һүҙҙəре һəм ғәмәлдәре. Ана шул сығанаҡтарҙа булғандан тыш уйлап сығарылған барлыҡ ғəмəл бидəғəт була.

«Һəр бидəғəт – аҙашыу. Ə һəр аҙашыу – Утта!», – тип ниндəйҙер хəҙисте лə килтерҙе Хəбир. – Ə инде кеше үлгəн көнгə ҡарата махсус рəүештə йыйылышып, аяттар уҡып, аш ашап ултырыу кəрəклеге хаҡында Ҡөрьəндə лə, хəҙистəрҙə лə бер ни ҙə əйтелмəгəн.

Бер аҙҙан əүлиəлəр хаҡында hүҙ сыҡты.
– Фəлəн-фəлəн хəҙрəттең ҡəберенə барып зыярат ҡылғаның булдымы? – тим Хəбиргə. – Алыҫ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, мин үҙем унда барғылап торам. Кешелəр унда күп йөрөй. Һəр төрлө ауырыуҙарына шифа өмөт итеп килгəндəре лə байтаҡ...
– Ҡəберҙəрҙе зыярат ҡылырға Пəйғəмбəребеҙ (ﷺ) рөхсəт иткəн, – тип ризалашҡандай булды егет, – əммə мин унда булғаным юҡ.
– Форсат сыҡмайыраҡ торамы?
– Юҡ, – тине Хəбир, – уның өсөн түгел.
Оҙаҡламай үҙебеҙ ҙə ҡəбер əһелдəре
буласағыбыҙ хаҡында иҫебеҙгə төшөрөү маҡсаты менəн генə ҡəберҙəрҙе зыярат ҡылырға рөхсəт ителгəн. Уның өсөн əллə ҡайҙа ятҡан ҡəберлеккə йөрөү кəрəкмəй. Иң яҡындағы мосолман зыяратына барһаң, шул етə.

Бер аҙҙан егет:
– Үлгəн кешелəрҙең терелəргə бер ниндəй ҙə тəьҫире һəм ярҙамы тейə алмай. Киреһенсə, улар үҙҙəре терелəрҙең доғаларына мохтаж, – тип өҫтəп ҡуйҙы.
– Һинең олатайың йөрөй торғайны бит...
– Их, ағай, уҡырға ла уҡырға кəрəк һиңə... Ата-олатайҙарҙың ебəргəн хаталарын танырға ла ваҡыт... Əйткəндəй, ҡəбер əһелдəренəн үтенеп, уларҙан ниҙер hopay – бик оло гөнаһ. Ул «ширк» тип атала, йəғни Аллаһ Тəғəлəгə кемделер тиңдəш тотоу.

Аллаһ Тəғəлə үҙенəн башҡа ниндəйҙер
ялған илаһ уйлап сығарып, уға мөрəжəғəт итеүҙе ҡəтғи рəүештə тыйған.

Башҡа гөнаһтарҙы ғəфү иткəн хəлдə лə Аллаһ Тəғəлəнең ширкте ғəфү итмəйəсəге хаҡында һəм башҡа бик күп кенə хəҙистəр һөйлəне миңə Хəбир. Ышанаһығыҙмы, юҡмы: «Ширк» һүҙен дə тəүгə ишетеүем!
– Уҡы, ағай, уҡы, – тине ул һəм миңə «Сəхих Мөслим» тигəн китабын бүлəк итте.
– Был китап һəр мəсеттə тиерлек бар ул, тик кешелəр уны уҡымай, хатта күп кенə ауыл имамдары ла Пəйғəмбəрҙең (ﷺ) хəҙистəрен өйрəнеүҙе инҡар итə, үкенескə...

Намаҙ уҡымауҙың да ниндəй оло гөнаһ икəнен, белə тороп, намаҙҙы инҡар иткəн кешелəрҙең Ислам диненəн сығыу ҡурҡынысы, ир егеттəр өсөн йома хөтбəһенə барыу мотлаҡ булыуы хаҡында ла мин Хəбир аша ғына белдем. Үəт, йəштəр... Был егет мине, урыҫтар əйтмешлəй, бөтөнлəй “мөйөшкə һырындырҙы” түгелме?.. Əллə был йəш кеше нимəнелер аңлап етмəй, əллə мин диндə бик тə “һай” йөҙəм... Уның менəн осрашыу, дөрөҫөн генə əйткəндə, күңелдə үтə лə ауыр тойғо ҡалдырҙы, шулай ҙа мин был йəш егет менəн артабан бəхəслəшмəүҙе хуп күрҙем, сөнки уның дин өлкəһендəге белеме минекенə ҡарағанда бик күп тапҡырға юғарыраҡ икəнен һиҙҙем.

Хəбирҙең һүҙҙəре мине, ҡарт кешене, ныҡ ҡына уйланырға мəжбүр итте... Бəй, ысынлап та, хатта мин өйрəнгəн бəлəкəй китаптарҙа ла əруахтарҙың “өсөн”, “eтeheн”, “ҡырҡын” үткəреү кəрəклеге хаҡында бер ни ҙə яҙылмаған бит! Нисек быға алдараҡ иғтибар итмəгəнмен...

...Унан бирле 5-6 йыл тирəһе ғүмер үтеп китте. Ысынлап та, шул ваҡыттан алып мин Пəйғəмбəр (ﷺ) хəҙистəре менəн ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Уҡыған һайын динебеҙгə ҡағылышлы һорауҙарым күбəйə барҙы һəм уларҙы Хəбир ҡустыға телефон аша, йə иһə ул ялға ҡайтҡан арала биреп барҙым. Биш намаҙымды ла ҡалдырмай уҡый башланым, йома көндəре йома хөтбəһен ҡалдырмай йөрөй башланым, ураҙаларымды тулыһынса тота башланым, əлхəмдүлиЛлəһ. Шул дəүер эсендə үҙемдең, миллəттəштəрҙең, хатта заманында ифрат ныҡ дини булған ата-олатайҙарыбыҙҙың байтаҡ ҡына яңылышыуҙарын, хаталарын таныным. Əммə, үҙҙəренең ғəйептəре арҡаһында булмаған ана шул хаталарына ҡарамаҫтан, уларҙың намаҙ, ураҙа кеүек мотлаҡ ғəмəлдəрҙе һис бер ваҡытта ла инҡар итмəгəндəренə һөйөндөм. Һəм ошоғаса уларҙың тере саҡтарында ҡылған яңылышлыҡтарын ғəфү итеүен hopaп, Аллаһҡа həp саҡ доғалар ҡылып торам.

Хəбир менəн дə бəйлəнешемде өҙмəйем. Ғəpəп телен үҙ-аллы бик ныҡлап өйрəнə икəн Хəбир. Миңə лə шулай эшлəргə кəңəш итте. ƏбүҒəҙелдең «Курс арабского языка»
исемле китабын бүлəк итте. Уны əкренлəп өйрəнə башланым да инде.
– Ошо китапты өйрəнһəң, Ишморат
хəҙрəт Хəйбуллиндың «Грамматика арабского языка» тигəн китабын бүлəк итермен, – тине. – Ул һинең өсөн ғəрəп телен өйрəнеүҙең килəһе стадияһы булыр.

Ҡөрьəн телен, Пəйғəмбəребеҙҙең (ﷺ) Сөннəте телен өйрəнергə кəрəк. Əлеге көндə Хəбир үҙе тап шул Ишморат Хəйбуллиндың китабы буйынса ғəрəп телен өйрəнə икəн. Йəш булыуына ҡарамаҫтан, Изге Ҡөрьəндең ниндəй генə аятын уҡыһа ла, шунда уҡ уның беҙҙең телдə ниндəй мəғəнə биреүен аңлатып биреүе, дин буйынса бирелгəн башҡа həp бер һорауыма Ҡөрьəн аяттары һəм хəҙистəр менəн нигеҙлəп, яуап биреүе менəн күңелемдə ышаныс яулап алған Хəбиргə Аллаһ ныҡлы иман, һаулыҡ насип итһен, тип доғалар ҡылам.

Намаҙ уҡыған саҡта хəҙер инде həp аятты, ундағы доға-ҙикерҙəрҙе һуҡыр көйөнсə ятлап түгел, ə мəғəнəһенə төшөнөп yҡырға тырышам. Ə үлгəндəрҙең “поминка”ларына
əллə ни йөрөмəҫ булдым. Унда бapғaн хəлдə лə, (əгəр ул мəжлестə минəн башҡа мулла булмаһа) ана шундай йыйылыштарҙың бидəғəт, ҙур гөнah икəнлеген туғандарға аңлатыу ниəте менəн генə йөрөйөм.

Хəбир менəн танышып, күпмелер ваҡыт үткəс, һеҙҙең гəзиткə юлыҡтым. Тəүҙəрəк, донъя яңылыҡтары, имеш-мимештəр, хөрəфəттəр, йондоҙнамəлəр менəн тулған башҡа гəзиттəрҙе уҡып ғəҙəтлəнгəн кеше булараҡ, «Ваҡыт!» та həp төрлө бидəғəттəр менəн тулған гəзиттер, моғайын, тип уйланым... Əммə...

Ҡулыма килеп элəккəн тəүге гəзитте уҡыу менəн хайран ҡалдым, əйтерһең, был гəзитте танышым Хəбир яҙған!
Гəзиттə нимə генə яҙылһа ла, гүйə улар – элегерəк Хəбирҙең миңə əйткəн һүҙҙəре.

Бар мəғлүмəт тə Ҡөрьəн һəм Сөннəткə таянып яҙылған! Аллаһ Тəғəлə беҙгə шундай бəхет насип иткəн, əлхəмдүлиЛлəһ!

Республикабыҙҙа шундай гəзит бар. Был яңылыҡ менəн, əлбиттə, Хəбир менəн бүлешə һалдым.
– Үкенескə күрə, башҡортса уҡый
белмəгəс, өҫтəүенə сит яҡта йəшəгəнгə күрə, мин «Ваҡыт!» гəзитен уҡығаным юҡ, – тине Хəбир. Əммə, гəзиттең дини мөхəррире булған Ишморат хəҙрəт Хəйбуллиндың лекцияларын тыңлағаным бар. Уның ҡарамағында сығарылған гəзиттə фəҡəт хаҡ һүҙҙəр генə яҙылыуына шигем юҡ. Уның лекцияларын интернет селтəренəн табып, тыңларға була.
– Оло кеше булараҡ, интернет тигəн нəмə менəн таныш түгелмен...
– Улайһа, тап ана шул «Ваҡыт!» нəшриəтендə həp төрлө яҡшы китаптар ҙа баҫылып сығып тора. Ана шул китаптарҙы алып уҡы. Улар бушты яҙмаҫ...

Шунан алып гəзитегеҙҙең бер һанын
да ҡалдырмай уҡып барырға тырышам. Күп кенə мəҡəлəлəрҙең күсермəһен эшлəтеп, туғандарға таратып уҡытам. Гəзиттең тик дөрөҫлөктө, хəҡиҡəтте генə яҙыуын yларға аңлатам. Ҡайһы бер мəсеттəрҙə «Ваҡыт!»ты күреп ҡалһам, шул мəсеттең имамына ҡарата ихтирам, ышаныс уяна. Барлыҡ мосолмандар yҡыһа ине ошо гəзитте. Иң оло гөнаһ булған ширк, шулай уҡ бидəғəт кеүек үҙҙəренең ғəйəт
ҙур яңылышлыҡтарын бик күптəр таныр һəм аңлар ине. «Мин башҡорт булғас, тыумыштан мосолман, ана шул еткəн», – тип кенə, ысын мосолманға хас намаҙ, ураҙа кеүек мотлаҡ ғибəҙəттəрҙе инҡар итеп йөрөүселəрҙе иманға саҡырыу өсөн дə
республикалағы берҙəн-бер был гəзит бик кəрəк. Уны укымағандар бик күп нəмəнəн мəхрүм, əлбиттə.

Дингə, намаҙға өндəп, дəғүəт эшлəп, халҡыбыҙ араһында киң таралған
бидəғəттəр хаҡында һөйлəй башлаһаң, əлбиттə, туғандарҙың, таныштарҙың күбеһе ҡапылдан аңлап та, ышанып та етмəй. Ул ғына ла түгел, хатта һиңə диндең тере дошманына ҡараған һымаҡ ҡараусылар ҙа юҡ түгел. «Доға ҡылғанда ҡулдарҙы бына ошолай итеп тоторға кəрəк!», тигəндəн башҡа, hиc бер дəғүəт тə яһамай, аят уҡып, саҙаҡа алып, аш ашап ҡына өйөнə ҡайтып китə тopғaн ауыл муллаларының абруйын өҫтөнөрəк күрə улар. Оло үкенескə, күп яҡташтарыбыҙ өсөн Ислам дине йылына бер-ике тапҡыр “аят мəжлесенə” йыйылып,
түбəтəй кейеп, йə иһə өскөл яулыҡ (русса – косынка – ред.) ябынып, “əпəр” итеп ултырыу ғына барып тоташа. Бына шундай ғəфлəттə йəшəгəн яҡташтарыбыҙҙы, йə иһə дин тотоп та, бидəғəт эшлəп, яңылышып йөрөгəн мосолман ҡəрҙəштəребеҙҙе тоғро юлға йүнəлтеү маҡсатында эшлəгəн «Ваҡыт!» гəзите егеттəренə Аллаһ
Тəғəлəнең рəхмəте булһын ине. Ошондай ҡатмарлы осорҙа хəҡиҡəт өсөн ифрат та ҡыйыу рəүештə мəғрифəт эшенə ихлас тотонған мөхəрриəттең оҙаҡ йылдар дауамында уҡышлы эшлəүен Аллаһ Тəғəлə насип итһə ине. Əмин.

Ə яҡташтарыма иһə шундай телəк: ниндəй йəштə булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең битарафлығыбыҙҙан тиҙ арала баш тартайыҡ! Ошоғаса үлемдəн, Ахирəттəн бер кемдең дə ҡотолоп ҡалғаны юҡ! Ə унда бapғac, терһəкте тешлəрҙəй булырбыҙ, əммə һуң, бик hyң булыр. Аллаһҡа бер тапҡыр ҙа сəждə ҡылмай, йə иһə həp төрлө ширк һəм бидəғəттəр эшлəп, кафыр булып Ахирəткə барыуҙан, Аллаһ Тəғəлəнең ундайҙар өсөн əҙерлəгəн Ут ғазабынан ҡурҡайыҡ! Йəһəннəм утынан ҡотолоу өсөн Аллаһ Тəғəлəнең əмер-ҡушыуҙарын үтəп, бар ғəмəлдəребеҙҙе лə ихласлыҡ менəн
Пəйғəмбəребеҙҙең (ﷺ) Сөннəтенə ярашлы эшлəп йəшəйек. Бының өсөн беҙгə хаҡ динебеҙҙе өйрəнеп, белергə кəрəк, ə белер өсөн – дөрөҫ китаптар уҡырға кəрəк!

Аҙашмайыҡ, яҡташтар!

Əссəлəмү ғəлəйкүм үə рахмəтуЛлаһи үə
бəракəтүһ!

Вəлихан Шəрифуллин.
("Ваҡыт!" гәзитенән).

Фото: all-aforizmy.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: