Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Октябрь , 19:10

МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ

Һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индереүгә сикһеҙ шат. Иман йортонда ауылдаштары күңел тыныслығы табыр, дини белемен камиллаштырыр тип ышана улар.

МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ
МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ

Дүрт йыл элек Мәсетле районының Тайыш ауылында буласаҡ мәсеткә нигеҙ һалынып, эш башланғаны тураһында хәбарҙар булған инек. Был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итте, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Ниһайәт, Аллаға шөкөр, был изге эш атҡарылып сыҡты һәм Хоҙай йорто ишектәрен асты.
Мәсетте асыу тантанаһында имамдар, килгән ҡунаҡтар, район хакимиәте вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Яңы мәсеттең имам-хатибы хәйерле эштәргә нигеҙ һалыусы яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индереүгә сикһеҙ шат. Иман йортонда ауылдаштары күңел тыныслығы табыр, дини белемен камиллаштырыр тип ышана улар.
- Ауылда мәсет булыуы ҙур шатлыҡ. Уны төҙөүҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар килеп тыуманы. Ысын күңелдән, йөрәктән атҡарылып сығарылды был эш. Иң мөһиме, мәсеттән кеше өҙөлмәһен. Йома намаҙҙары, дини байрамдар башҡарылһын, аҙан тауышы тынмаһын, - тине Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин барыһын да ҡотлап, мәсет ауылды биҙәп торор, тип ышаныс белдерҙе.
Йыраҡтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып тора. Һәр йома көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек булыр.
“Ауылыбыҙҙың мәсетенән аҙан тауышы яңғырағанда, аҡҡан шишмәләр ҙә туҡтап тороп, аҙан тауыштарынан үҙенә илаһи көс туплап, үҙ ағыштарын көсәйткән”, - тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит.

Сығанаҡ: "Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в