+21 °С
Болотло


Бәҙрәф, ванна бүлмәһе, мунса - шайтандарҙың күпләп йыйынған урындары булып тора. Сөнки был урындарҙа Аллаһтың исемен әйтеү, зекерҙәр менән иҫкә алыу, намаҙ уҡыу тыйыла.
Бәҙрәфкә кергәндә ошо доғаны уҡып инергә кәңәш ителә:
"Бисмил-ләәһ, аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минә-хубҫи үәл - хабәәьиҫ".
Мәғәнәһе: "Аллаһ исеме менән. Эй Аллаһ! Дөрөҫлөктә, мин ир һәм ҡатын енесле ен - шайтандарҙан Үҙеңә һыйынамын!"
Бәҙрәфтән сыҡҡас:
"Ғуфраанәк".
Мәғәнәһе: " [ Эй Аллаһ!] Кисереүеңде һорайым!
“Иманлы ғаилә”.
Фото:"Бәйләнештә"